- Уңышҡа өлгәшергә күберәк нимә ярҙам итте – талантығыҙмы, әллә тырышлыҡмы?
- Аллаһы Тәғәлә биргән һәләт тә кәрәк, тырышлыҡһыҙ ҙа булмай. Юлымда осраған кешеләргә лә ныҡ рәхмәтлемен. Мәҫәлән, Рифҡәт Исрафилов – минән артист әүәләгән шәхес. Режиссерым, шул уҡ ваҡытта дуҫым да булды. Тормош юлы буйынса оҙаҡ йылдар бергә атлап киләбеҙ. Радик Гәрәев менән дә аралашыуҙар онотолмаҫ – уның талантына, донъяға ҡарашына һәм киң күңеленә һәр ваҡыт һоҡландым. Ҡасандыр бәшмәк йыйырға өйрәткән Шамил Рәхмәтуллин да яҡты күңелле кеше ине. Әлбиттә, педагогтарым – Абдулла Ғиләжев, Вәли Ғәлимов, Шәүрә Мортазина, Ғәлиә Имашева, Тәлиға Бикташева, Фәриҙә Ҡудашева, Фәйзи Ғәскәров, Асия Нафиҡова, Радмир Бәҙретдинов һәм башҡаларға рәхмәтем сикһеҙ. Уларҙың барыһы ла үҫешемдә ҡатнашты, минән был һөнәрҙе тәрән аңлаған шәхес яһаны.
- Һәр бер уңышлы ир-аттың артында ҡатыны тора, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта тормош иптәшегеҙ ҙә ҙур өлөш индергәндер инде…
- Өфө сәнғәт институтына ҡабул итеү имтихандары бара ине. Зәңгәр күлдәктәге зәңгәр күҙле ҡыҙҙы шунда уҡ шәйләнем. Һуңынан ҡулын ҡыҫып ҡотлаған булдым. Был танышыуға сәбәп ине, әлбиттә. Һуңынан бергә уҡый башланыҡ. Әммә дуҫтарса ғына аралашабыҙ.
Студенттар һәр ваҡыт тиерлек асығып йөрөй бит. Ә бер көндө ул тотто ла һыйланырға саҡырҙы. Шатланып риза булдым, әлбиттә. Табала колбаса менән картуф ҡыҙҙырған икән. Башҡаса бер ҡасан да ундай тәмле аҙыҡты ашағанымды хәтерләмәйем. Ошо ваҡиға беҙҙе бик ныҡ яҡынайтты. Дәрестәргә бергә йөрөй башланыҡ. Һуңынан бергә театрға эшкә урынлаштыҡ.
- Тәҡдимде романтик рәүештә яһанығыҙмы?
- Беҙ бит оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнөк. Күҙ ҡарашынан аңлап тора инек. Ошо уҡыу йылдары бер-беребеҙгә күнегеү ваҡыты булғандыр инде.
Театрға эшкә урынлашҡандан һуң, йәшәргә мөйөш таба алмай яфаландым. Был һорау менән көн һайын директорға инәм. “Ваҡытлыса берәй ҡайҙа йоҡлап тор, бүлмә килеп сығыу менән өндәшермен”, – ти ҙә ҡуя. Ятаҡта йәшәгән һеңлекәштә йә Әхтәм Абушахмановта ҡунып сығам. Көн һайын кис йоҡларға урын эҙләйем. Ай ярым тирәһе шулай дауам итте. Бер көндө Дәүләт циркы янындағы ятаҡта бүлмә бушауын ишеттем. Иртәгәһенә таң менән Мәҙәниәт министры ҡаршыһында ултыра инем инде. Был бүлмәне миңә бирергә ҡарар итте. Түбәм күккә тейҙеме ни! Үҙ бүлмәң бит! Майҙаны яҡынса туғыҙ квадрат метр тирәһе булғандыр. Таныштарым иң тәүҙә ишектең йоҙағын алмаштырырға һәм сумаҙанымды ҡалдырып китергә кәңәш итте. Башҡа берәү баҫып алмаһын өсөн инде. Бахыр сумаҙаным былай ҙа һәр ваҡыт үҙем менән йөрөй ине.
Был мәлдә Анфиса менән никахҡа ғариза биреп өлгөргәйнек. Кис уның янына киттем. “Миңә бүлмә бирҙеләр”, – тип ҡыуанысым менән уртаҡлаштым. Туйҙан һуң бергә йәшәргә бүлмәбеҙ буласаҡ, тип әйтергә теләйем үҙемсә. Һөйгәнем яңылыҡты бик етди ҡабул итте. “Әйберҙәр артынан иртәгә килерһең”, – ти был. “Ниндәй әйберҙәр артынан?” – тип ғәжәпләнәм. “Минең әйберҙәрем артынан”, – ти. Икенсе көн килеүемә сумаҙаны әҙер ине. Шулай итеп, минең менән бергә күсеп килде. Миңә ышанысы ныҡ булды уның! Шунда уҡ бүлмәне йыуып сығарҙы. Иҙәнгә гәзиттәр түшәнек һәм өҫтөнә ҡышҡы кейемдәребеҙҙе йәйеп ебәрҙек. Карауатыбыҙ ҙа юҡ ине әле. Бүлмәбеҙгә йәм инеп ҡалғандай булды. Шулай йәшәп алып киттек.
Мәскәүгә эшкә юлланғанымда күҙ йәштәре менән оҙатып тороп ҡалғайны. Һуңынан минең яныма килде. Йәш тамашасы театрына ла минең менән бергә күсте. Актерҙар йортонда ла бергә эшләне. Ғөмүмән, һәр ваҡыт янымда. Шуға ла был донъяла минең өсөн иң ҙур һәм иң яҡын кеше.
- Ейәнегеҙҙә йә ейәнсәрегеҙҙә артислыҡ һәләте һиҙелмәйме?
- Алһыу ейәнсәремдә һиҙелә. Ә Вадим ейәнем бик күп уҡый. Марк Твендың “Том Сойер” әҫәрен дә уҡып сыҡты. Яңыраҡ Жюль Вернды ҡалдырып киткәйнем. Ҡараштырып сыҡты ла, әле мәктәп программаһы буйынса күп уҡырға кәрәк, һуңғараҡ мотлаҡ уҡып сығырмын, тип һүҙ бирҙе. Василий Яндың “Батый хан” әҫәрен дә әҙерләп һалып ҡуйғанмын. Быйыл уны сатраш уйнарға өйрәттем. Эй, ҡыҙыҡһынып китте бер мәл. Йөрөй-йөрөй ҙә: “Ҡартатай, әйҙә, уйнап алайыҡ әле”, – тип саҡыра бит. Әммә бер тапҡыр яңылыш ҡына еңдем тегене. Шунан һуң уйнаманы ла ҡуйҙы. Бигерәк ғәрсел инде. Уларҙы күрһәм, күңелемдә ҡояш тыуғандай була.
(Әңгәмәнән өҙөк)
Автор - Рәшит Зәйнуллин.