Олоғая килә "рәхмәт" һүҙенең хатта кеше тормошон үҙгәртә алыу көсө барлығын тойғаным бар. Рәхмәтле кешеләрҙең еңелерәк йәшәгәнен беләм. Психологтар әйтеүенсә, рәхмәт әйтә белгәндәр яҡшылыҡты күп күрә, юҡҡа-барға борсолмай, булғанына шөкөр итә, тормошонан ҡәнәғәт. Врачтар ҙа был һүҙҙе күп әйткән йәки ишеткән кеше ауырыуға тиҙ бирешмәй, сирләһә лә, тиҙ шәбәйә, тыныс йоҡлай, тип билдәләй. Кемгә булһа ла ошо хисте кисергән кеше үҙен физик яҡтан да, рухи яҡтан да яҡшы тоя. Был - фән менән раҫланған факт. Берәү һиңә ихлас күңелдән рәхмәтле булыуын белдерһә, был ҡоро һүҙ генә түгел, ә уның күңел түренән сыҡҡанын аңлайһың. Рәхмәт әйтеү йәки уны башҡаларҙан ишетеү йәшәүгә көс бирә.
Иғтибар итһәгеҙ, башҡа һүҙҙәрҙе нәфрәтләнеп тә, ҡайғырып та, илап та әйтергә мөмкин. Ә рәхмәтте асыуланып әйтеп ҡарағыҙ әле, йәки үпкәләп... Килеп сыҡмаймы? Эйе, был һүҙҙе асыуланып, ҡайғырып, хәсрәтләнеп әйтеп булмай. Уны тик йылмайып, һөйөнөп, шатланып ҡына әйтәһең. Йөрәк түренән сыҡҡанға шулай ул. Ошо матур һүҙебеҙҙе йышыраҡ әйтергә һәм ишетергә яҙһын барыбыҙға ла.
Лена АБДРАХМАНОВА.