Ҙур сәхнәлә тәүге роль... Ул, ҡайсаҡ актерҙы тулыһынса аса алмаһа ла, тамашасы күңелендә тәүге һығымталар яһарға булышлыҡ итә. Зифа Баязитованың иң тәүге роле – Гәрәй Исхаҡовтың «Бөркөт ҡанаты» спектаклендә шәфҡәт туташы Сәриә. Үҙенең мөләйемлеге, йомшаҡ күңеллелеге, ҡыйыу булыуы менән йәлеп итә. Авторҙың бик оҫта яҙылған әҫәрен Сибай театры артистары ла, тамашасылары ла әлегәсә яҡшы хәтерләй.
50 йылға яҡын ижад юлында Зифа Ғаяз ҡыҙы бер генә театрға тоғро хеҙмәт итеп, бихисап төрлө жанрлы спектаклдәрҙә төрлө образдар тыуҙырҙы. Берсә сабыр, аҡыллы, берсә үпкәсел, берсә һөйөүгә сарсаған, берсә һөйөүҙән кинәнә белгән ҡатын-ҡыҙ ролдәре: Нәжиб Асанбаевтың «Зәйтүнгөл»өндә – Хәтирә, Александр Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»ендә – Коринкина, Николай Гоголдең «Өйләнеү»ендә – Фекла Ивановна, Лек Вәлиевтең «Париж егете Әлфәнис»ендә – Фәриҙә, Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары»ында – Ямал, Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым»ында – Йыһан, Флорид Бүләковтың «Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар...»ында – Мәрфуға, Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында – Тәңкәбикә, Салауат Әбүзәрҙең «Ғүмерлек ғазап»ында – Дания, Данил Сәлиховтың «Парлы яңғыҙҙар»ында – Гөлйөҙөм, Мөҙәрис Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман!» комедияһында – Хәмдиә, Лира Яҡшыбаеваның «Әүлиә»һендә – Мәрфуға, Ярослава Пулиновичтың «Һағыштарым тулы ғазаптарым...»ында – Зәйнәб һәм башҡалар. Быларҙан тыш, актрисаның йәш һәм талантлы режиссер Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» фильмында клуб мөдире роле тамашасы һөйөүен яуланы.
Сәхнәлә ниндәй генә роль башҡарыуына ҡарамаҫтан, актриса күңеле төпкөлөндә бихисап сер-тылсым йөрөтә. Уны бер ваҡытта ла уйнаған образдар аша тамашасыға еткермәйәсәк. Ундай бурыс ҡуйылмаған да. Яҙмышының әллә күпме һыҙланыу, икеләнеүҙәрен сәхнә артында ғына түгел, өйгә ҡайтҡас, балалары, яҡындары алдында ла күрһәтмәй йәшәү сере ябай. Ул – көслө кеше. Бары ысын ҡатын-ҡыҙ, балалары өсөн йәнен бирергә әҙер әсә генә ошондай көскә эйә. Әсә булмышына тәбиғәттән тауҙай ғәйрәт бирелгәндер, тип уйлап ҡуяһың. Күңеленең иң тәрән, иң аяулы, иң ғәзиз серҙәрен йондоҙҙар, ай аҫтында бышылдап ҡына һөйгәнеңә тел сисеү, йәки шәм яҡтыһында үҙ-үҙеңә генә әйтеп тыныслана торғандарын да йөрәк төпкөлөнә йәшереп ҡуйған. Ситтән ҡараһаң, уның тәҡәтһеҙ хис-тойғолары бына-бына атылып килеп сығыр ҙа, йүгәнһеҙ ат кеүек бөтә донъяны иңләрҙәй. Юҡ, башҡорт ҡатын-ҡыҙы – сер ул. Һыҙланыулы һағыштары шиғыр уҡығанда, йә роль ятлағанда күҙ йәштәре булып аҡһа аға, әммә һүҙ булып асылмай. Бәлки ошоноң менән дә башҡорт халҡы – юғары мәҙәниәтле халыҡ булып донъяға билдәлелер. Зифа Ғаяз ҡыҙы ҡайсаҡ тыштан шаянлығы, мутлығы менән алдаштырһа ла, уның аҡыл ҡеүәһенең тәрәнлегенә һоҡланаһың. Ул һоҡланыу тормошта ғына түгел, сәхнәлә лә йыш ҡабатлана. Театрҙан тыш, мәктәп уҡыусыларына, студенттарға ижад серҙәрен, нәфис һүҙ оҫталығын асыусы. Ул ойошторған драма түңәрәктәренә йөрөүсе балаларҙың күбеһе сәнғәт юлын һайлауы ғәжәп түгел. Образлы итеп әйткәндә, Зифа Ғаяз ҡыҙы эргә-тирәһендәгеләрҙең күңел ҡанатын нығытып, осошҡа әйҙәүсе остаз. Уның менән һөйләшкәндә, башҡорт булып тыуыуыңа ғорурлыҡ кисерәһең. Сөнки үлсәүһеҙ наҙ, яҡтылыҡ бөркөр һүҙҙәребеҙҙе уныңса урынына еткереп әйтһәк кенә йөрәк түрҙәренә етә:
– Һаумыһығыҙ!..
Рәзилә Ырыҫҡужина