+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июль 2022, 16:00

АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА парсалары

АТАЙ ҺАБАҒЫАтайым уҫал, әммә ныҡ ғәҙел, кешелекле кеше булды. Бер ваҡытта ла кешене кәмләргә, мыҫҡыл итергә ярамай, тип өйрәтте. Ауылда хикмәтлерәк (ауырыуы сәбәпле) Шаһымгәрәй исемле апа була торғайны. Ул үҙе шул хәтлем егәрле, һауһаҡ булды: утынға бер ваҡытта ла ат, трактор менән йөрөмәне, йыуан бүрәнәләрҙе лә йөкләп ташыны, бесәнде лә. Бер ҡараһаң, Ҡаршытауҙың аҫтында торор, икенсе ҡарауға башында булыр ине. Уның үҙенең генә йөрөгән түтә юлы ла булды. Сабынына гел шунан йөрөнө. Ул һуҡмаҡты мин әле лә Шаһымгәрәй апа һуҡмағы, тип йөрөтәм. Ҡәтиәләре, ендәре бар, тигәстәр, беҙ, бала-саға улар эргәһенән тын да алмай йүгереп үтә инек. Кешегә зыяны теймәне ул апаның - мал-тыуар көттө, донъяһын ҡараны. Аҡ һыулы ғына ҡотоғо ла бар ине.Һыңар биҙрәһен тотоп Заһит ҡотоғона ла таң менән һыуға барыр ине. Бер мәл атайым Шаһымгәрәй апа тимәй Шаһым тигән өсөн ҡолаҡты борҙо:" Нимә оло кешене ололамайың, уның бит исеме бар - Шаһымгәрәй. Бынан һуң кешегә исем тағаһы, кешенән көләһе булма!"-тип ауыҙҙы йырҙы. Башҡалар Шаһым тигәндә лә беҙ Шаһымгәрәй апа тинек. Атайымдың ошо һабағы ғүмергә етте. Бер оло ғына йәштәге инәйҙе беләм: һәр кешегә исем таға. Уйлап ҡуям: эх, ваҡытында ҡолағын бороусы булмаған, тип...ТЫЙҒАНДАН ТЫЙЫЛМАҺАҢӘйтеүемсә, әсәйем урыҫтар араһында йәшәгән. Шуғамылыр, сусҡа көттө. Ул ғына түгел, ул осорҙа ауылда башҡа сусҡа көтөүселәр ҙә бар ине. Их-х, шул сусҡа итенең тәме (тәүбә,әстәғфируллаһ) һаман да тел осонда тора ытырғандырып-сикәндереп. Хәҙерге ғилемем булһа, яҡын да барылмаҫ ине... сөнки Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән аяты менән сусҡа ите ашауҙан тыйған: "Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап(Бисмилләһи Аллаһу әкбәр тимәй) һуйылған малды харам ҡылды"-, тиелә"Баҡара" сүрәһенең 173-сө аятында. Беҙҙең 60-70-ләп йорт ҡуяндарыбыҙ, 20-30-лап өйрәктәребеҙ, йыл һайын 10-12-шәр себеш баҫып сығарыусы ике оя ҡаҙҙарыбыҙ, 15-17-ләп баш кәзәбеҙ, бихисап һарыҡтарыбыҙ, 2-3 баш һыйырыбыҙ ҙа була торғайны. Ғаилә ҙур - мул ризыҡ кәрәк. Теге сусҡалар бөтә донъяны һаҫытып, йәйге эҫелә эстәре ярыла яҙып ята торғайны. Ана шул Аллаһ тыйғандан тыйылмауҙың ғилләһелер, тим, беҙҙең ҡуяндар ҙа, йыл һайын себеш баҫып сығарған ҡаҙҙар ҙа, һарыҡ-кәзәләр ҙә яйлап бөттө.Бөрйән баҙарына ҡайҙандыр бер апай һимеҙ-һимеҙ салолар килтереп һата, татарса һөйләшә үҙе. Алалар, хатта бер ағай киҫеп алып тәмләп ҡарап алып торғанын үҙем күрҙем... Тел осома тағы теге тәм... сусҡа ите тәме килде... Ытырғандырып...МИН ДӘ АУЫРЫЙЫМ ШУЛ...Бер мәлде хакимиәттә эшләгән ханым (хәҙер хаҡлы ялда) редакцияға шылтырата. Таңһылыуҙы һорай икән, трубканы мин алдым. Ауырып, тауыш ғыжылдап торған саҡ. "Ә-әә һинме ни, Айһылыу, шулай сырманып йөрөп һин дә ауырыйыңмы?.."-тип сағып алырға ла онотманы. Яулыҡ ябынғандар ауырымай, тиһәләр, бөгөн үк бөтә донъя яулыҡта булыр ине. Ауырыу - Аллаһ ебәргән һынау, шул ауырыу арҡылы, бәлки, мин Аллаһҡа яҡынаямдыр, гонаһтарым юйылалыр - Аллаһ ҡына белә. Мосолманға сәнскәк ҡаҙалһа ла, уның гонаһтары юйылыр, тигән хәҙис бар...Уҡыусым уҡытыусы булып сыҡты...Мин дингә ураҙа тотоп килдем. Тәүҙә бер-ике йыл иртәнге намаҙҙы ғына уҡыным. Бер мәл редакцияға Ҡолғанала уҡытып киткән саҡтағы уҡыусым килде. Хәл-әхеүәл белеште. Мин уға иртәнге намаҙҙы уҡыуым тураһында әйттем. "Ой, апай, Аллаһ беҙгә бит көнөнә 5 ваҡыт намаҙ уҡырға ҡушҡан, ни эшләп бишеһен дә үтәмәйһең?"-ти был. Шул хәтлем оят булды. Булһа, ер тишегенә инеп китер инем... Юҡ, мәйтәм, миңә килеп хәҙер үҙемдең уҡыусылар аҡыл өйрәтә, былай булмай... Ҡайттым да 5 намаҙға баҫтым. Ошонан алып , шөкөр, ташлаған юҡ. Кешене аҡылға ултыртыу өсөн УҠЫТЫУСЫ булыу ғына етмәй икән, бәғзе саҡ УҠЫУСЫ ла иң шәп, аҡыллы УҠЫТЫУСЫ була ала! Ул уҡыусыма мең рәхмәт!ДИНИ ҒИЛЕМ ЕТЕШМӘЙБынан бер 4-5 йыл әүәл бер инәй аятҡа саҡырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына мәжлесе, һин аят уҡырһың, тине. Мәленә барып, өҫтәл артына ултырышҡас, инәй, ниәтеңде әйт, тейем. Әрүахтарын һанап сыҡты ла, әллә ниндәй башлы йыланға ( исемен онотҡанмын) уҡы, тей. Минең күҙҙәр дүрт булды:"Ҡуй, инәй, мин ундай йылан-мыланға аят бағышламайым, ундай нәмәне лә белмәйем, әрүахтарыңа ғына уҡыйым"-, тип , инәйҙең өҫтөндә хаҡтары булған, унан хәйер-саҙаҡа, доға өмөт итеүселәргә аят бағышланым. Инәйҙе ғәйепләмәйем, әммә беҙҙең быуын кешеһенең, йәштәрҙең динде өйрәнгеһе килмәүенә генә аптырайым. Ана шунан килә инде йылан-мыланға аят уҡыйыҡ, тиеү.ХИКМӘТТӘР ӘЛЕ ЛӘ ЕТӘҺЕМин 2003-2004 йылдарҙа иртәнге намаҙҙы уҡый башланым. Күңелем бешеп етте лә,намаҙ уҡығы килә. Баймаҡҡа барғанда Рәшиҙә Исхаҡиҙың "Намаҙ уҡыу тәртибе" тигән китабын алып ҡайттым. Намаҙлыҡ булыр тип йәшел буйлы ҙур таҫтамал алдым. Ул саҡта әлегеләй һатыуҙа намаҙлыҡтар юҡ ине. Бер -ике көн маташҡас,ятлап алдым. Мин намаҙ уҡыған бүлмәлә креслоның ябыуы ята - шуға таҫтамал түшәп уҡыйым, кресло ябыуына теймәйем - ятып ҡала. Бер мәл ҡыҙым иҙән йыуып йөрөгәндә ҡысҡыра:"Әсәй, һин намаҙ уҡыған ергә бер яҙыу яҙылған!"Барып ҡараһам,шәкәр тоғоноң ебе менән ғәрәпсә бер һүҙ яҙылған. Ул саҡта ғәрәпсә уҡый белмәй инем. Бер нисә кешегә күрһәтеп тә ҡараным. Уҡыусы булманы,теге ябыуҙы бөкләп һандыҡҡа ла бикләп һалып ҡуйҙым. Аҙаҡ теге яҙыу боҙолдо - кемдер ҡыбырлатҡан. Аҙаҡ, мәсеттә уҡый башлағас белдем - теге кресло япмаһына АЛЛАҺ тип яҙылған ине! Шунан мөғжизә юҡ ,тип әйтеп ҡарағыҙ!БӘЛКИ ШУЛАЙҘЫР...Әсәйем урыҫ араһында - Әүжәндә үҫмерлек осорон, йәш сағын үткәргән. Олатайҙы НКВД ттройкаһы менән 10 йылға хөкөм иткәстәр, йән аҫырар өсөн рус ауылына күскәндәр. Ә олатай кираматсы мулла, халыҡ табибы, Зәйнулла ишандың шәкерте булған. Мәһәҙейгә килен булып төшкәс, мәрйәләрҙән күрмәксе, әсәй күп итеп йәшелсә үҫтергән. кәбеҫтәне генә мең баш ултырта ине (хәҙер шул саманы ҙур мәктәптәр ҙә ултыртмайҙыр әле). Ҡайҙа ул саҡта хәҙерге кеүек колонка, кнопкаға баҫһаң сыҡмалы һыу? Тау аҫтынан көнөнә 20-шәр көйәнтә һыу ташыу - беҙҙең елкәлә. Ауылда бәғзе берәүҙәр ул хәтлем күп йәшелсә үҫтермәне. Избенкала тотом-толом сәс һымаҡ үрелгән һуғандар түбәнән иҙәнгәсә аҫылынып торор ине. Ул ваҡытта артығын һатыу тигән нәмә лә булманы. Әйҙә кешегә тарата әсәй теге һуған, кәбеҫтәне. Хәҙер мин әйтәм:"Әсәй, ниңә беҙҙе ыҙалатып шул хәтлем йәшелсә үҫтерҙең, сама белмәй, барыбер кешегә тараттың",- тейем. "Туғыҙ баланы эш менән баҫмай нимә менән баҫаһың, бәлки, шул кешеләрҙең (йәшелсә алған) фатихаһы менән 90-ды ҡыуып йәшәп ятамдыр, эш эшләгәндән бер ерегеҙ ҙә кәмемәгән бит"-, ти. Әсәйҙең табынғаны ла, тәрбиә алымы ла ЭШ булды.АҠЫЛӨлкән ағайым былтыр ҡыш буйы аяҡ һыҙлай, тип сыҡты. 24 мартта 60 йәшен билдәләнек. 18 апрелдә Өфөгә дауаханаға алып барҙыҡ. 4-се стадия рак, күп органдарына метастаза биргән, тинеләр, күҙгә ҡарап. Ҡайттыҡ. Нимә генә ҡыландырманыҡ - ыҡҡа барманы. Рәсүл хәҙрәткә әйтәм:"Ағайым яман сир менән ауырый, үлә инде"-, тим. "Үлгәненә ҡайғырма, иманһыҙ китеп бармаһын тип ҡайғыр"-, ти был. Ысынлап та, ағайым - русса әйткәндә, ярый атеист. Ураҙа айында эргәһендә булдым: ул өшкөрәм, ул үлән-мүләнен эсерәм. Көн дә дин тураһында һөйләйем. Юҡ, ыҡҡа бармай. Ятып китте. Мин үҙемде ашайым:" Нисек инде, Аллаһ миңә кеше йөрәгенә үтер тел биргән, бер ағайымды иманға килтерә алмайым..."-тип. Беләм: Аллаһ ҡына бәндәне иманлы итә. Аллаһтан һорайым, ялбарам. Хәле тегенең көндән -көн хөртәйә. Бер көн һорайым:" Һиңә "Ясин" сығайыммы?" -тип. Эйе, ти. Шәһәҙәт әйт, тейем. Ләә иләһә иллаллаһты 3 тапҡыр әйтте бит - мин инде шатлыҡтан түгелеп илайым... "Әйтәм, әйтәм..."-ти. "Һиңә ҡыйын булған саҡта ошоно әйт , тейем (үлеп барғаныңда, тип әйтеп булмай бит). Әйтте ағайым. Мин "Ясин" сығам, йәштәрем субырлап аға... Китеп барҙы ағайым. Аллаһтың барлығын, берлеген танып... Аллам ялбарыуҙарымды ишетте. Йәне йәннәттә булһын!! Амин! Төшкә лә инмәй - ризалыр... Рәсүл хәҙрәттең теге һүҙҙәре барыбыҙ өсөн АҠЫЛ - шуны тотайыҡ! Йәш кенә булһа ла ҡалай аҡыллы, тип уйлағайным ул саҡ. Аҡыл йәш менән түгел, иман, ғилем кимәле менән билдәләнә икән... Шуны аңланым...КЕМ ГОНАҺЛЫ?Бер ураҙа айы... Эштән ҡайтышлай ураҙа тотҡан бер әхирәтем менән ауыҙ асырға тип магазиндан тәмлекәстәр алып торабыҙ. Шунда торған бер ҡатын:" Ураҙаны кемдәрҙең гонаһы күп, шулар тота, минеке былай юҡ, шуға тотмайым..."-тимәһенме... Ниндәй "ҡыйыулыҡ"! Ураҙа тотоу аҡылы камил, бәлиғ йәшкә (ҡыҙҙарға - 9, малайҙарға-11-12) еткән һәр мосолманға фарыз. Рамаҙан айында ураҙа тоторға Ҡөрьән аяты менән Аллаһ Үҙе ҡушҡан! Ураҙалы булғас, һүҙ көрәштермәнек - Аллаһ Үҙе хөкөмдар, изге эш ҡылғанды ла, гонаһ ҡылыусыны ла күреп-белеп тора.Аллаға шөкөр, тағы ураҙа айы етеп килә... Ошо ай еткән һайын магазиндағы теге ҡатындың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. Кем гонаһлы икән?..Ю-ю-ҡ, улай уҡыма!Аллаһы Тәғәлә беҙгә , ҡатын-ҡыҙға Ҡөрьән аяты менән башты, муйындарҙы ҡаплап йөрөргә ҡушҡан. Тик беҙ, иманыбыҙ зәғиф булыу сәбәплеме, шайтаныбыҙ көслөмө - Уның ҡушҡанын үтәп бармайбыҙ.Бер мәл миңә бер апай йома хәйере бирергә килде. Гел яулыҡта йөрөһәм дә, өйҙә кеше-ғара булмағас, яланбаш йөрөп ятам. "Яулыҡ бирәйем, әтеү фәрештә килмәй, ябын", -тейем тегегә. "Юҡ"",-тип ҡырт киҫә. "Ярай әтеү, мин дә яулыҡһыҙ уҡыйым да ҡуяйым..."-тейем тегегә. "Ю-ю-уҡ, һин бөтә шартына килтереп, яулыҡ ябынып уҡы",-тей был миңә. Беҙ барыбыҙ ҙа шулай - үҙебеҙгә тигәндә тик яҡшыһы булһын, шартына килһен, тибеҙ... Ә башҡалар хаҡын, ғәләмдәр Раббыһы булған Аллаһ хаҡын - Ул ҡушҡандарҙы онотабыҙ, икенсе, өсөнсө һ.б. планға ҡуябыҙ...КЕМ АҠЫЛЛЫРАҠ?Өс йәшлек ейәнсәрем бар. Мин намаҙ уҡый башлаһам, башына берәй нәмә сырмап алып, мин эшләгән хәрәкәттәрҙе ҡабатлап маташа. Әйткәндәй, ул 1 йәшенән шулай намаҙ"уҡый". Сәждәгә киткән сағында "Аллаһу әкбәр" тип әйтә белмәй, "Әббә" тигән була ине тәүҙә. Кескенә балала иман булыуын күреп илағылар килеп китә ине. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, теге намаҙын ташлай биреп ҡуйҙы. Әйтәләр бит: кеше (хет башҡорт, хет урыҫ, хет япон булһын, тыуған саҡта иманлы булып тыуа, тик унан ата-әсәһе, йәмғиәт йә йәһүд, йә христиан, йә башҡа нәмә яһай, тип. Шөкөр, ташламаны "намаҙ"ын, мин уҡый башлаһам, әле лә ҡушыла. 87 йәшлек әсәйемде, әгәр беҙ намаҙға тотонһаҡ, тыйып ҡуя: "Һөйҙәшмәгеҙ, Айһылыу өләсәй намаҙ уҡый",- тип. Әсәйем әйтә: "Эй, балаҡайым, Ер шарында 87 йыл йәшәгән минме, әллә 3 йәшлек һинме аҡыллы..." Был да һорау, эйеме?ДӘРӘЖӘ ӨСӨН КӨРӘШ -


Бөгөн беҙҙең йәмғиәттә, һиҙелмәһә лә, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында дәрәжә өсөн асыҡтан-асыҡ уҡ булмаһа ла, көрәш бара.
Әлеге лә баяғы бер аятҡа барғанбыҙ. Ауылдың дингә килеп йөрөгән ике йәш ире, инициатива алып, ҡатын-ҡыҙҙы бер яҡҡа, ир-атты өҫтәлдең икенсе яғына ултыртырға маташып йөрөй. Бәреп алып китте теге икәүҙе инәй-апайҙар:" Бөгөн килеп мулла булып йөрөйһөгөҙ, эсеп-туҙып йөрөгәнегеҙҙе оноттоғоҙмо?"-тип - ҡайһы ерең ҡысый. Теге икәүҙе яҡлап, инәйҙәрҙе саҡ әүрәтеп ҡуйҙым. Ир-атҡа бит беҙҙекенән юғары дәрәжәне (яуаплылыҡты) бер ниндәй министрлыҡ, батша бирмәгән, Аллаһ биргән, егеттәрҙе күтәрмәләйек, тоғро юлға төшкәндәр, үҙгәргәндәр бит, тип...
Сахих (достоверный) хәҙис бар:Әбү Сәғид Әл-Худриҙан еткерелә, Аллаһ унан риза булһын, ул пәйғәсбәр с.ғ.с. былай тип әйткәнен ишеткән:"Әгәр Аллаһ ҡоло исламды ҡабул итһә, һәм уның исламы яҡшы булһа, Аллаһ уның элек ҡылған бөтә гонаһтарын ғәфү итер һәм бынан һуң уның бер изге эше өсөн кәмендә10 сауап яҙылыр (хатта 700-гәсә барып етер). Ә һәр гонаһ эше өсөн , Аллаһ уны ғәфү итмәһә, 1 гонаһ яҙылыр" (Бохари, 1-се том, 36(41)-се хәҙис, 42-се бит. Бәй, пәйғәмбәребеҙ һүҙҙәрен ҡолаҡҡа эләйек - дингә килгәндәрҙе элекке эштәре өсөн әрләмәйек, гонаһлы булырбыҙ.
 
АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА парсалары
АЙҺЫЛЫУ ҒАРИФУЛЛИНА парсалары
Автор:
Читайте нас: