...Беҙҙең ғаиләгә уны буталсыҡ, ҡатмарлы тормош һәм яҙмыш елдәре ебәргән булған икән...
Ул бер ҡасан да һуҡранманы, мин уның көрһөнөп, илап ултырғанын да хәтерләмәйем - барыһы менән дә риза булып йәшәне ул.
Өләсәйемдең, 7 айлыҡ булып ҡына тыуып, әсәйһеҙ ҡалған атайымды, мейес башына бүреккә һалып үҫтергәнен, әсәйем һөйләүҙәренән генә ишетеп белдек беҙ.
Атайымдың атаһы Минеғәли олатай хәрби кеше булған. Ул, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, яу ҡырында ятып ҡалғас, хөкүмәт ҡарары буйынса, офицер улдарын суворов училищеларына уҡырға алғандар. Бер көндө шулай атайым артынан да ауылыбыҙға килгәндәр, әммә Хәкимә өләсәй уны баҙға йәшереп өлгөргән. Хәрбилеккә китеүенән ҡурҡҡанмылыр, әллә, үҙ балаһылай күреп үҫтергәнгәмелер, баланы сит ҡулдарға бирергә теләмәгәнгәмелер, белмәйем, өләсәйем арҡаһында атайым өйҙә ҡалған. Шулай итеп, атай үҙ нигеҙендә үҫкән һәм тамыр ебәргән. Әгәр, өләсәй уны шул саҡ алып ҡалмаһа, беҙ ҙә был донъяға тыумаҫ инек...
"Тыумаҫ инек",- тигәс, иҫкә төштө. Әсәйем, өләсәйем әйтмешләй, 1,5 - 2 йыл аша бала тапҡан да бала тапҡан. Ул ваҡыттарҙа декрет тигән нимә булмаған - әсәй колхоз эшенән бушамаған, өләсәй бала ҡараған да, бала тәрбиәләгән.
Итәк тулы балалар үҫтергәнгә йонсопмолор инде, берҙән-бер көндө өләсәй әсәйемә былай ти икән:
- Килен, исмаһам, берәй йыл ҡыҫыр ҡалһаңсы.
Был һүҙҙәрҙе беҙ хәҙер көлөшөп иҫкә алабыҙ. (Әйткәндәй, әсәйем өләсәй, аяҡһыҙ ҡалып, түшәккә ятҡас, уның һуңғы көндәренә тиклем 8 ай буйы уны бала ҡарағандай ҡараны, тәрбиәләне.)
Сикһеҙ рәхмәт һиңә, өләсәй! Беҙ һине, тыуғандан бирле, иң ҡәҙерле кешебеҙ итеп яраттыҡ. Өйөбөҙҙә һинең урының гел түрҙән булды. Тик, ниңәлер, һин рамға ҙурайтып ҡуйылған берҙән - бер фотоһүрәтеңде, беҙ күрмәгәндә алып, утҡа яҡҡан инең... Хәтерләйем, ул саҡ һин:
-" Мин теге донъяларға киткәс, ҡарап, илап ултырмаһындар тип, шулай эшләнем,"- тинең.
Һинең нурлы йөҙөңдө, матур ширышлы ҡулдарыңды, йәшел күҙҙәреңде беҙ нисек онотайыҡ инде, өләсәй?!.
...Беләһеңме, Зөфәр ағайым, ҡаты сире сәбәпле, был фани донъяларҙа, үҙенең һанаулы ғына көндәре ҡалғас, минән үҙен Тыуған ауылыбыҙға - Шәкәргә алып ҡайтыуҙы һораны. Ҡайтыр алдынан Салауат баҙарына һуғылдыҡ, ул сәскәләр һатып ултырған апайҙар ҡырына мине алып барып:
- "Туғаным, мин үлгәс, ошо тәпәш кенә үҫкән сәскәләрҙе ҡәберемә ултыртырһың, хәҙер ауыл зыяратына ҡайтайыҡ, һиңә, иҫән сағымда, мине ҡуйыр урынды, үҙем күрһәтәһем килә. Ул урын - өләсәйем эргәһендә,"- тине.
...Бына бит... Бына бит, өләсәй, һин беҙгә нисек ҡәҙерле!... Тыуғас та һинең ҡулдарыңа тартылғанбыҙ, үлем сәғәте килгәндә лә, хатта, һинең ҡуйыныңа һыйынырға тырышабыҙ...
... Һине беҙгә, ысынлап та, Хоҙай үҙе ебәргәндер!..
...Хәкимә өләсәйемдең аталары хәлле кешеләр булған. Уларҙың өйөр-өйөр аттары, бай донъялары, уларға ялланып эшләгән хеҙмәтселәре булған. 1917 йылғы революциянан һуң, 30-сы йылдарҙа, "Раскулачивание" осоро дәүерендә, Хәкимә өләсәйҙең ғаиләһен Себергә ҡыуалар. Өләсәйҙең атаһы, берҙән-бер ҡыҙҙарының яҙмышы хаҡында борсолоп, уны, иртәгә, билдәһеҙ, оҙон юлға сығаралар тигән төндө, сараһыҙҙан, күрше ауылда яңғыҙ йәшәгән дуҫына - беҙҙең Минеғәли олатайыбыҙҙың атаһы Хәлил олатайға икенсе бисәлеккә, үҙе, етәкләп килтереп тоттора...
... Йомшаҡ күңелле, кешелекле Хәлил олатай ҡыҙға бармаҡ менән дә теймәй, ҡағылмай, ғүмеренең ахырына ҡәҙәр дуҫының ҡыҙы Хәкимәне һүҙ ҙә тейҙермәй, ҡурсалап йәшәй.
...Шулай, йылдар уҙа, йылдар менән, аҡҡан һыуҙар кеүек, ғүмерҙәр ҙә уҙалар...
Өләсәйем ата-әсәһенең яҙмыштарын белмәйенсә, ҡатын-ҡыҙ бәхетен күрмәйенсә, саф күңеленән нурҙар һибеп, ҡан менән түгел - күңел менән бәйләнгән 8 бала йөрәгендә һүнмәҫ һөйөү уятып, фани донъяларҙан китеп барҙы...
...Эх, донъялар, донъялар,
Донъяларҙа ята хаталар...
Хаталарҙа барҙыр яҙмыштар -
Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар...
p/s ...Ятҡан ерҙәрең, мамыҡтай, йомшаҡ, йәнкәйҙәрең йәннәттә булһын, ӨЛӘСӘЙ!..🙏🏻🙏🏻🙏🏻