+30 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июля 2022, 11:00

Эфир тулҡындарын тирбәтеп

Радио рухи мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө, планетаның кешеләр йәшәгән һәр нөктәһенә алып барып еткерер ҡанаты, мәғлүмәт даръяһы тулҡындарында тирбәтер елкәне. Был мөһим өлкәгә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән радиожурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолова менән әңгәмә бөгөнгө йәшәйештә радионың роле, уның әһәмиәте тураһында бара. Эстәлекле, матур йөкмәткеле тапшырыуҙары менән тыңлаусыларҙың һөйөүен яулаған һөнәр оҫтаһы журналистикаға илткән юлдары хаҡындағы һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе. – Минең бала сағым 70-се йылдарға тура килде. Ғаиләбеҙ ишле булды. 6 бала үҫтек. Әсәйем Венера Хизбулла ҡыҙы менән атайым Муса Ишйәровтар: «Һуғыш ауырлығы менән беҙгә ҙур уҡыу эләкмәне, һеҙ уҡығыҙ», – тиерҙәр ине. Барыбыҙ ҙа тәүҙә тыуған ауыл мәктәбендә, Баймаҡ районы Икенсе Этҡолда, белем алдыҡ. Ауылдаштарымды яратып, хөрмәт итеп: «Беренсел ҡарашлы икенсе этҡолдарым», – тип әйтәм мин гел генә. Шулай тимәҫлек тә түгел! Уҙған юлға боролоп ҡарайым да, мәктәп директоры Азамат Тажетдинов талапсан коллектив туплаған икән, тип уйлайым. Ул заманда географ Зәкиә Ҡотлоғужина алдынғы уҡыусыларҙы Мәскәү, Ленинград, Севастополь кеүек Герой -ҡалаларға йөрөттө. Телсебеҙ Разия Мәүлетова райондың яугир-шағирҙары Сәләх Кулибай, Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың тыуған ауылына экскурсияға алып барыр ине. Ауылды икегә бүлгән Сейәкәй тауындағы мәктәп беҙгә, балаларға, мөғжизәле бер йорт була торғайны. Ағастан эшләнгән бер ҡатлы оҙон бина. Тыштан балсыҡ менән һыланған да ап-аҡ итеп эзбизгә буялған. Әллә ҡайҙан күренеп, барса кешене үҙенә саҡырып тора... 23 февраль, 9 май етһә, һуғыш ветерандары орден-миҙалдарын сыңлатып осрашыуға килерҙәр, һалдат батырлыҡтары тураһында бәйән итерҙәр ине. ...Алғараҡ китеп шуны әйтәйем. 1985 йылда мин дә Берлинда булдым. Ул мәлдә БДУ-ла уҡый инем. Галле округы менән Башҡортостан араһында дуҫтарса бәйләнештәр осоро... Әммә рейхстаг янындағы уйҙар башҡынамды иҙҙе. Еңеү байрағын эләм тип унда 2 меңләп совет һалдатының ғүмере ҡыйылған... Атайымдың ике ағаһын, Нуретдин һәм Фәсхетдин Ишйәровтарҙы ла йотҡан ул ҡәһәрле һуғыш. Олатайҙарым 20 йәш тирәһендә генә булғандар... Тимәк, тыуыр балалары тыумай ҡалған... Шуға һуғыш һалған һағыш күңелдә һис тә тынманы... Олораҡ немецты күрһәм, бәлки, тап ошо ҡарт минең олатайҙарыма тоҫҡап атҡандыр, тигән асырғаныс уйҙар бәғеремде телде...

 

...Хәйер, бала сағыма ҡайтайым. Илдә яу ҡупҡанда ла белем усағыбыҙ һүнмәне, эшләне, ти торғайны осрашыуҙарға килгән шәхестәребеҙ. Мәҫәлән, Социалистик Хеҙмәт Геройы Лира Камалова, ғалим-иҡтисадсы Мазһар Иҫәнбаев. Улар беҙҙең ауылда бер класта уҡып, аҙаҡ данлы Темәс педучилищеһын тамамлағандар. Шундай ағай-апайҙар һүҙенә ҡолаҡ һалып, мин дә тәүҙә Сибай педучилищеһына барҙым. Башланғыс класс уҡытыусыһы булырға әҙерләнәбеҙ... Барлығы – утыҙ бер ҡыҙ, шуларҙың һигеҙе мәктәпте, минең кеүек тик «5»-легә бөткән. Улар араһында айырыуса сәм һиҙелә. Мине комсорг итеп һайланылар. Күрәһең, мәктәптә комсомол ойошмаһы рәйесе булыуым ярҙам иткәндер. Рәсимә Ураҡсина башҡорт теле һәм әҙәбиәттән уҡытты... Тасуири шиғыр һөйләгәндәрҙе шунда уҡ драмтүңәрәккә ылыҡтырҙы. Унда хеҙмәт бүлегенән Әхәт Мортазин да ихлас йөрөнө. Б.Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М.Кәримдең «Айгөл иле» әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, Әбйәлилдәге ауылдарҙа ла сығыш яһаныҡ. «Студент яҙы» фестиваль-конкурсы гөрләп үтә ине Сибайҙа. Әхәт менән мин унда һәр саҡ – алып барыусылар. Патриотик, лирик рухтағы шиғырҙар менән аралаштырып алып барабыҙ. Уҡыу, йәмәғәт эштәре араһында ҡала мәктәптәрендә дәрестәр бирәбеҙ. Рус теле, математика ғына тугел, рәсем, йыр ҙа ҡалмай. Башланғыс класс уҡытыусыһы универсаль булырға тейеш, ти методистарыбыҙ. Йыр дәресен музыка ҡоралынан башҡа биреп булмай. Шуға 4 йыл буйына кемде – фортепьяноға, бәғзеләрҙе мандолинаға өйрәттеләр. Мин бәләкәйҙән, ағайҙарымдан күрмәксе, баянда уйнай инем. Шуға педучилищела баян класына йөрөнөм. Остаздарыбыҙ әйтмешләй, «Теория менән практика һәр саҡ бергә!» Уҡыу ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та ине. Радиолинейкалар үткәреү, Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан пионер лагерында практика үтеү, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу, бөйөк педагогтар Макаренко, Сухомлинский тәғлимәттәре, яҙғы-көҙгө кростар... Беҙҙең педучилище директоры ул мәлдә Бәҙри Мөжәүир улы Бәҙретдинов булды. 112-се кавалерия дивизияһында сынығып ҡайтҡан яугир-уҙаман. Уның хәрби-патриотик сараларға иғтибары ҙур ине. Речевка, маршировка, йыр конкурстары беҙҙә илһөйәрлекте үҫтерҙе... Йәшлек-йәшлек инде. Барыһына өлгөрҙөк. Арыу, ауырыуҙың ни икәнен дә белмәнек. «Культураһыҙҙар ғына сирләй», – ти ине педагогтар. Ә һәр яҡтан үҫешкән шәхес организмын сәләмәт тота, ауырымай. Беҙҙе физик яҡтан да, рухи яҡтан да шулай ныҡ булырға өйрәттеләр. Елеп үтте 4 йыл! 19 йәштә тәүге дипломымды алдым. Уның менән бергә төркөмдәге өс ҡыҙ вуз йүнәлтмәһенә лайыҡ булдыҡ.

Мин пединститутҡа барам, тигәйнем, Рәсимә Булат ҡыҙы ҡырҡа ғына: «Әнисә, һин Һ.Дәүләтшина, М.Кәрим эҙҙәре ҡалған Башҡорт дәүләт университетында уҡырға тейешһең!» – тимәһенме... Дәртләндерҙе, ышаныс өҫтәне. Мең рәхмәт Уҡытыусыма!

...1982 йылдың йәйе. Вузға педучилище йүнәлтмәһе кеҫәлә, тик атай-әсәй ни тиер бит әле... Миңә тиклем 4 баланы Өфө, Стәрле, Сибайҙа уҡытҡандар. «Балам, көндөҙгө бүлеккә барма, ситтән тороп уҡы!» – тиһәләр...

Юҡ, борсолоуҙарым бушҡа ғына икән... «Беҙ ҙә, иң өлкән ағайың да ярҙам итер», – тинеләр. Шулай атай-әсәй фатихаһы менән Өфөгә филология факультетына йыйынам. Бесән мәле. Уҡытыусы ағайым менән еңгәм кис ҡайтып инделәр ҙә: «Филологияға барма, туған телдәр бөткәндән-бөтә, совет теле генә ҡала... Ана тарихсы йә географ бул, тиҙәр. Юҡ, мин башҡорт, урыҫ телдәрен, әҙәбиәтте бала саҡтан яратам, тим.

– Заман үҙгәрә, туған телдәр ҡыҫҡара, эшһеҙ ҡалырһың, – тип үҙҙәренекен тылҡыйҙар. Мин:

– Береһе бөтһә, икенсеһе барыбер ҡала. «О великий, могучий, правдивый и свободный Русский язык!», – тимәҫ ине И.С.ТУРГЕНЕВ тип яуапланым да, иртәгәһенә сумаҙан тотоп (эсе тулы дәреслектәр!) Өфөгә ысҡындым. Һеңлем нәҡ шул йәй ауылда 8-се класты тамамланы. Атайым, ғүмер буйы мал врачы булған кеше: «Бейә имсәге кеүек ике генә бөртөк ҡыҙым бар, бергә булығыҙ!» – тип Фәнзилә һеңлемде лә миңә эйәртте. Поездан төшкәс, иң элек Өфө педучилищеһын эҙләп таптыҡ. Документында тик «5»-ле булғас, бер генә имтихан бирә. Музыкаль һәләтен генә тикшерәләр. Ә ул һәләт беҙҙең ғаиләлә һәр беребеҙҙә етерлек. Һеңлем барыбыҙҙы ла уҙҙыра: ул 5–6-сы класта Өфөлә музыка гимназия-интернатында уҡып алғайны. Шунда баян, аккордеон, фортепьяно, флейтала өйрәнгән. Ни тотһа, шунда һыҙҙыра ғына! Тик кинйә бала булғас, атайҙар «һағынабыҙ» тип ҡайтарып алғайнылар... Әле мин уның алдында апайлыҡ бурысымды ғорур үтәп, баш ҡалаға бергәләп килеп төштөм. Һеңлемдең эше ыңғай ғына булды. «Ритм, слух» бына тигән! Әммә ул шунда уҡ, документтарымды бында түгел, Сибай педучилищеһына тапшырам, атайҙарға яҡыныраҡ булам, тип ғәжәпләндерҙе. Тыңланым, ҡаршы килмәнем.

Йәйге селлә. Юлда тәүлектән артыҡ килеп, асығыуҙан бигерәк, сарсаныҡ. БДУ-ға етәрәк, ул ваҡыттағы Киров заводына ҡаршы урында, һыу колонкаһын күреп ҡалдыҡ та, шуға йомолдоҡ! Рәхәтләнеп һыуһын ҡандырҙыҡ шунда! Мин БДУ ятағына урынлаштым да һеңлемде, үҙе теләгәнсә, тимер юл вокзалына төшөрөп оҙаттым.

БДУ-ға конкурс ҙур ғына – 4 кешегә бер урын, тинеләр. Әммә русса инша ла, тарих та, башҡорт теленән яҙма һәм телдән имтихандар ҙа миңә еңел тойолдо. Шулай студент булдым.

Төркөмдә Рәйес Түләк, Фәниҙә Исхаҡова, Юлай Мәҡсүтов, Рәшиҙә Лотфуллина (Мәһәҙиева.), Тәнзилә Үлмәҫбаева, Ғәлиә Кәлимуллина һәм башҡалар менән бергә уҡыныҡ.

Мин йәнә – комсорг

Кураторыбыҙ, Миҙхәт ағай Мәмбәтов, беренсе көндәрҙән үк тәртипте ҡаты ҡуйҙы. Етди сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырмаҫҡа, һуңламаҫҡа! Аҙнаға бер үткән политучеба, политинформациялар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ! Демонстрацияларға сығыу мотлаҡ... 80-се йылдар идеологияһы шулай ине.

2 курста уны Әхмәт ағай Сөләймәнов алмаштырҙы. Төркөмдөң татыулығы, берҙәмлеге ошо ике шәхес һабаҡтары арҡаһында бөгөнгәсә дауам итә. Уҡыуҙы тамамлағанға хәҙер 35 йыл!

Тормош сценарийы минең күп яҡтан нәҡ үҙем уйлағанса бара. Педучилищела уҡығанда перспектив план тигәнгә ныҡ баҫым яһанылар. Йәғни, кешенең һис юғында 5 йылға маҡсатлы эш планы булырға тейеш... Шуға мин ошо тәртипте ғүмер буйы тотам. Ҡатлы-ҡатлы белем алыу, ғаилә ҡороу, өйлө-төйәкле булыу, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, эйәле-башлы итеү, ейәндәремә өләсәй мәктәбен һеңдереү.

Зарланырға урын юҡ!

27 йәштә тәүге балам тыуҙы. Өфө халҡын фенол шаҡ ҡатырған 1990 йыл яҙында. Әллә шул фенол касафаты, саҡ үлмәгәнмен... Врачтар көн дә консилиум йыялар, телдәрендә мин икән... 40-41 температура. Өс көн керпек ҡалҡытырлыҡ та хәл юҡ... Койкала хәрәкәтһеҙ ятам. Шунда, ошонан да аяҡҡа баҫып, үҙемде хеҙмәтләндерә алһам, бер нәмәгә лә зарланмам, тип уйланым. Ишетте Хоҙай! Хәрәкәттә – бәрәкәт! Был – үҙе бәхет! Улыма хәҙер – 32 йәш, юрист. Ғаиләһендә ике бала үҫә. Башҡортостаныбыҙҙың көньяғы ла, төньяғы ла берҙәй ҡәҙерле беҙгә. Һәр тарафында матур тырыш замандаштар йәшәй. Аралашабыҙ.

Рәми Ғариповтың:

Кеше кешеләргә кәрәк булһын.

Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын!

Эшләгәндә янып эшләһен дә,

Ял иткәндә көлһөн, йырлаһын! –

тигән юлдары минең өсөн – йәшәү кредоһы. Донъяның һоро яғына иғтибар итмәйем, үҙ юлымдан барам. Юлымда – фән әһелдәре, әҙиптәр, журналистар. Һүҙ сәнғәте серҙәрен белгән кешеләр! Улар күңелгә рухи байлыҡ өҫтәй. Ошо матур мөхит икенсе баламдың – ҡыҙымдың да булмышына һеңде. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Философтар: «Дети – наши учителя», – тиҙәр. Хаҡ икән. Балаларымдан күп нәмәгә өйрәнәм. Янымда 90-ды артҡа ташлаған әсәйем дә бар. Уның, ни теләһәң, шул алдыңа килһен, ҡыҙым, тиеүе миңә көс-ҡөҙрәт өҫтәй.

Тормош юлығыҙҙа башҡа ғәҙәти маҡсаттар менән бергә һеҙ үҙегеҙгә «Ҡатлы-ҡатлы белем алыу» тигән маҡсат та ҡуйғанһығыҙ. Был нимәнән ғибәрәт?

– Ҡатлы-ҡатлы белем алыу, мәҫәлән, мәктәп – педучилище – БДУ – аспирантура. Яҙыусы-ғалим Роберт Байымов етәкселегендә диссертация яҡланым. Ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ. Бер кис Сибай педучилищеһын тамамлап, БДУ-ға ингән әлеге лә баяғы һеңлекәшем килеп инде. Мин Республика һынлы сәнғәт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөйөм. Биолог Рәғиз Муллағолов менән ғаилә ҡороп йәшәйбеҙ. Һеңлем: «Апай, һине Роберт ағай саҡырта, иртәгә кафедраға килергә ҡушты», – ти. Әйткән ваҡытҡа барҙым. «Әйҙәгеҙ, аспирантураға, көндөҙгө йә ситтән тороп уҡыу бүлегенә һайлап инегеҙ», – ти. Балам бәләкәй.

Ни эшләргә? Ә бит уйҙа электән бар ине... Тәүәкәлләнем. Эш менән йәнәш аспирантлыҡты һайланым. Мәктәп-интернатта уҡытып та йөрөйөм, бала ла үҫтерәбеҙ. Төн иҫәбенә йә йәйге оҙайлы ялдарымда ғилми эште ыратам. Бер йыл үтеүгә Роберт Нурмөхәмәтович: «Һеҙ педучилище тамамлаған кеше, методиканы көслө бирәләр унда. Беҙгә әҙәбиәт уҡытыу методикаһынан уҡытырға килегеҙ», – тине.

Шулай 1994 йылда мәктәптәге уҡыусылар менән бер рәттән студенттарҙы ла уҡыта башланым. Кафедрала йәштәр күп: Зәки Әлибаев, Флорид Сәсәнбаев, Илшат Янбаев, Флүр Сибәғәтов – Роберт ағай уларҙы «йәш гвардиям», ти торғайны. Тәүге төркөмгә дәрес бирергә инһәм, Фәнүр Йәғәфәров, Гөлназ Ҡотоева, Ирена Ҡолһарина һ.б. ултыра. Ҡыҙыҡһыныусан, көслө йәштәр! Улар икенсе сменала уҡый. Ә мин көн буйы тәүҙә – мәктәптә, аҙаҡ улымды балалар баҡсаһынан алам да, БДУ-ға ашығам. Атаһы ла аспирантурала уҡый. Ҡайһы ваҡыт ул да бушамай...

Ул ваҡытта торлаҡ мәсьәләһе бәкәлгә һуға ине. 20 квадрат метрға эйә булыу өсөн 10 йыл тир түгер кәрәк, тинеләр. Рәссам балаларҙың эске донъяһы бай, нескә, үҙенсәлекле. Үҙҙәре итәғәтле. Интернатыбыҙ – әйтерһең, таҙа, саф бер утрау! Әҫәр һөйләйһең, шул ике арала һүрәт әҙер. Улар менән 10 йыл ғүмер бик тиҙ үткән!

1997 йыл кафедра мөдире Р.Байымов БДУ-ға тулы ставкаға эшкә саҡырҙы. Хәҙер инде методикаға өҫтәп, әҙәбиәт тарихынан лекциялар, «Шоңҡар» ижад түңәрәген етәкләү. Унда төрлө курстарҙан Луиза Кирәева, Фәнил Бүләков (староста), Гөлнур Билалова (Ҡасҡынова) һ.б. менән университет тарихында беренсе булып «Шоңҡар ҡанат нығыта» тигән китап сығарҙыҡ.

– Үҙегеҙ менән бик ҙур белем һандығы йөрөтәһегеҙ. Күңел хазиналары менән уртаҡлашып ҡулъяҙмалар яҙҙығыҙмы?

– 2000 йылда кандидатлыҡ дәрәжәһенә диссертация яҡланым. Ғайса Хөсәйенов, Миҙхәт Ғәйнуллин, Зиннур Нурғәлин, Суфиян Поварисов кеүек ҙур ғалим-яҙыусылар: «Әҙәбиәт ғилемендә башҡорт хикәйә жанрын классификациялаған, уның тамырҙарын тикшергән тәүге һәлмәк фәнни хеҙмәт» тигән ҙур баһа бирҙеләр. Бөгөн милли прозабыҙ буйынса байтаҡ монографияларым донъя күрҙе. Күңелгә иң яҡындарының береһе – ғилми етәксем Роберт Байымов ижадына арналған «Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа».

2010 йыл – Уҡытыусы йылы ине. Үҙе иҫән саҡта ҡулъяҙма вариантын күреп, бик ҡыуанды остазым. «Үҙеңдең фәнни һәм нәфис ижад хаҡында бер урынға тупланған тәүге китапты күреү бик ирмәк икән дә ул», – тине. Оло рәхмәтен белдерҙе. Был 4 март булды. Күп тә үтмәй, һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ул фән донъяһында үҙенең мәктәбен булдырған олуғ ғалим. Уның эшмәкәрлеге тураһында башҡа китаптар ҙа булыр, тип өмөтләнәйек. Яҡташ әҙип, ул мәлдә С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың прозаһы, драматургияһы һәм кино сәнғәте тураһында ла «Бер тамсыла ҡояш сағыла» тигән хеҙмәт яҙҙым. Ғүмер юлымда күңелемә иң яҡын ижад – тап ошо әҙиптәрҙеке.

Әлбиттә, хәҙер радиожурналистика өлкәһендәмен. Ошо өлкәгә хас аудиокитаптарым күңелдә моронлай.

Әнисә Муса ҡыҙы, эшегеҙҙе шул тиклем яратып башҡарғанығыҙ йөҙөгөҙҙә лә, телегеҙҙә лә, алып барған тапшырыуҙарығыҙҙа ла ярылып ята. Шулай ҙа, «Ә эшегеҙ нимәһе менән оҡшай Һеҙгә?» тип һорағы килә.

– Эшемде шул тиклем яратам. Иң оҡшағаны – радиолағы ижади-ғилми мөхит! Халҡыбыҙҙың ынйы бөртөгөндәй матур кешеләрен, танылған әҙиптәрҙе, ғалимдарҙы эфирға сығарам. Электән ҡанға һеңгән, яратҡан өлкәлә йөҙөп йөрөп эшләргә мөмкинлек бар! «Көтмәгәндә-уйламағанда», «Китап донъяһы», «Әҙип әҫәрен уҡый» тигән проекттарыма ла, ағымдағы «Ижади портрет», «Беҙҙең донъя» тапшырыуҙарына ла төрлө өлкәләге фән әһелдәрен һәм нәфис ижадта теше сыҡҡандарҙы саҡырам. Әлбиттә, йәш ижадсыларға ла ҡанат ҡуябыҙ. «Йәшәү йәме»ндә ябай хеҙмәт кешеләрен дә яҡтыртам.

– Эш барышында төрлө мажаралы хәлдәр булғаны бармы?

– Фани донъя мажаралары менән ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде ул!

Фәимә Мәжитова менән тура эфирҙа Яңы йыл марафоны алып барабыҙ. Тел, әҙәбиәткә бер сәғәтлек йомғаҡ яһайбыҙ. Үҙ-ара ым-ишара менән аңлашабыҙ. Бер талай һүҙ-байҡауҙан һуң дәртле генә йыр ҡуйҙыҡ. Ул барғанда микрофоныбыҙҙы һүндерҙек, имеш, икәү-ара һөйләшһәң дә ярай… Баҡтиһәң, тейешле кнопкаға баҫырға онотҡанбыҙ. Йыр менән ҡуша беҙҙең диалог китә башлаған! Артабанғы программа тураһында, әлбиттә. Ҡаршыла быяла тәҙрә. Тауыш режиссеры (Эльвира Атйетәрова) ҡалҡан һымаҡ ҡалҡты! Уны һуҡыр күҙ менән дә күрерһең! Өнһөҙ тыя хеҙмәттәшебеҙ, кнопкаға күрһәтә… Беҙҙе тиҙ туҡтатты. Шунан бирле, «Юлдаш»та тапшырыу алып бараммы, «Ашҡаҙар»ҙамы, «ҡырын күҙем» – быяла тәҙрәлә: тауыш режиссерҙары тынысмы… Ғүмерлек һабаҡ булды был.

Тормош шулай мажаралы, барыһы ал да гөл генә түгел. Әммә шул һағыш-балҡыштары, юғалтыу-табыштары менән ғүмер тигәнең ҡиммәт тә. Тап шулар һәр яҡлап сыныҡтырҙы, бешектерҙе мине.

Һаулыҡ ҡына булһын. Илдәр тыныс торһон. Мәғәнәһеҙ ҡан ҡойоштар булмаһын.

Барыһы өсөн Аллаһы Тәғәләмә рәхмәтлемен!

Автор: Миләүшә Ҡыҙрасова

Эфир тулҡындарын тирбәтеп
Эфир тулҡындарын тирбәтеп
Эфир тулҡындарын тирбәтеп
Эфир тулҡындарын тирбәтеп
Эфир тулҡындарын тирбәтеп
Автор:
Читайте нас