+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2022, 18:00

Бөгөн мунса көнө була торған. Яҡтығыҙмы? Әҙерме мунсағыҙ?)

Берәү һөйләгәйне: "Иҫем китте, мунсала һабын юғала ла ҡуя. Хәҙер булһа, артыҡ иғтибар итмәҫ инем. Заманында һәр нәмәгә ҡытлыҡ булғайны бит, бына ошо ваҡытта булды был хәл. Бер айға бер һабын бирелгәс, уны ҡәҙерләп-самалап ҡына тотонорға тура килә ине. Бер һабынды бишкә бүлеп, мунса һайын бер киҫәген алып барған мәлдәр ине. Мунса инәбеҙ, ә иртәнсәк һабын юҡ. Унан елдәр иҫкән була. Мәйтәм, былай булмай, бурҙы тотор кәрәк! Ә эстән генә шайтан ҡоторта, күрше-күләндең генә эше, инеп ауыҙҙарын йырып сыҡ, тей. Ярай, тим шайтанға, ҡабаланмайыҡ, өлгөрөрбөҙ ауыҙҙарын йырырға, тәүҙә бурҙы тотайыҡ әле. Кис мунса индек, ә иртәнсәк таң беленер-беленмәҫ мәлдә мин ҡулға елле генә таяҡ тотоп, һарай башында йәшенеп ятам. Урынды һәйбәт һайлағанмын былай, мунсаның асыҡ ишеге хатта һәйбәт күренә -

Елләтергә, тип асып ҡуйғанбыҙ ишекте. Бына бер мәл мунса ишегенә... һайыҫҡан килеп ултырҙы. Оҙон ҡойроҡтарын тегеләй ялпылдатты, былай ялпылдатты, оҙон муйындарын һуҙып, тирә-яҡты байҡап сыҡты, мунса эсенә күҙ һалып алды. Шунан мунса эсенә осоп инеп китте һәм... ауыҙына һабын киҫәген арҡыры тешләп килеп тә сыҡты! Бына кем икән бур! Ә үҙем бер яҡтан ҡыуанам, шул уҡ ваҡытта оялам. Ярай әле, мәйтәм, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, аңын-тоңон белмәйенсә күршеләргә йән-фарман сабып барып инмәгәнмен!

Ә бына һайыҫҡандың "өйөнә" барҙым. Шыҡырыҡлауына самалап барыбер таптым мин уның ояһын. Үҙен генә тотоп булманы. Минең әрләгәнде эргәләге ағас ботағында тыныс ҡына тыңлап ултырҙы. Ә уның ояһында ебеп бөткән һабын киҫәктәре, ялтыр шешә ярыҡтары, хатта бер муйынсаҡ һәм тараҡ бар ине".
Бына ошондайыраҡ ул һайыҫҡан. Ярай, мәйтәм, урлашһа - урлашһын, насар бейеүсе булғанына ла күҙ йоморға була. Шуныһы мөһим, һайыҫҡан бары тик беҙгә яҡшы хәбәрҙәр генә еткереп торһон!

Әғләм ШӘРИПОВ.

 
Бөгөн мунса көнө була торған. Яҡтығыҙмы? Әҙерме мунсағыҙ?)
Бөгөн мунса көнө була торған. Яҡтығыҙмы? Әҙерме мунсағыҙ?)
Автор:
Читайте нас: