Йәшлеккә лә ҡартлыҡ бар, барлыҡҡа ла юҡлыҡ бар.
Йәшлектең ҡәҙере ҡартайғас беленер.
Йәшлегендә иренгән ҡартлығында эшләр.
Йәшлегеңде әрәм үткәрмә, үкенерһең.
Йәшлегеңдә ни сәсһәң, ҡартлығыңда шуны урырһың.
Йәшлегеңдә тап, ҡартлығыңды ҡап.
Йәшлегеңдә тырыш булһаң, ҡартлығың тыныс булыр.
Йәштәр ғүмер көтә, ҡарттар үлем көтә.
Йәштәр үҫә, ҡарттар сүгә.
Видеояҙма Баймаҡ районында эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар
Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар ойошторған Урман һабантуйынан. Альберт Йосоповтың сәхифәһенән.