берәй матур урынға туҡтап, өләсәйҙең тоҡсайындағы теге тәмле икмәкте еләк-емешкә ҡушып ашау ине. Ял иткәндә лә тик ултырмайбыҙ. Мәҫәлән, бармаҡтарҙы эшләтәбеҙ: "Башбармаҡ бура бурай, урта бармаҡ утын яра, һуҡ бармаҡ һуған әрсей, сығанағы сығып ҡаса, сәтәкәйе сәпәкәй итә", тип уйнайбыҙ. Оҙон тынлы, оҙон ғүмерле булыр өсөн: "Етегән тигән ете йондоҙҙо ете уратып әйтһәм, һауап була", - тип бер тынала әйтергә тейешбеҙ. Ялға туҡтағансы өләсәйемдең тоғо кәрәкле үлән, япраҡ, сәскә менән тулған була ине. Ҡайтҡанда Элгеләүгә һуғылырға тырышабыҙ. Йылдың дүрт миҙгелендә лә унда үҫкән ҡарағастарҙан һағыҙ сәйнәргә була. Уны алыр өсөн өләсәйҙең йәтеш кенә бәкеһе бар. Ул күрһәткән ерҙән үҙебеҙгә таҙа итеп, ҡабығын ҡушмай ғына соҡоп алабыҙ. Һағыҙҙы ауыҙҙы шапылдатмай, ипле генә сәйнәргә тейешбеҙ. Оҙаҡ сәйнәргә ярамай: тел иҙелеүе, яңаҡ талып, тартышыуы бар.
Ҡайтҡас, үләндәрҙең киптергәнен киптереп, быҡтырғанын быҡтырып, тоҡсайҙарға һалып, соландағы, келәттәге урҙаға элеп ҡуя. Беҙ уларҙы тышынан еҫкәргә ярата торғайныҡ. Диндар өләсәйебеҙ ил-йортҡа тыныслыҡ, йән-тәнебеҙгә сәләмәтлек, һәр кемебеҙгә күркәм холоҡ-фиғел, эш-аш бәрәкәте һорап, аҡ намаҙлығына баҫһа, беҙ эргәһендә шым ғына ултырабыҙ. Беҙгә лә ризыҡ-тәғәме өсөн рәхмәтле булырға ҡуша. Бөгөн ошоларҙы иҫләп, өләсәй беҙгә бик ҙур тормош мәктәбе биргәнлеген, уның менән үткәргән ваҡыттың иң бәхетле миҙгел булыуын аңлайым...
Фәнүзә ИШБАЕВА.
Бөрйән районы.
"Киске Өфө" гәзите, 2020 й.