+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Атай (хикәйә)

Иртәгеһен Айгөлдө балалар баҡсаһынан алып ҡайтыуға бүлмә буш ине. Торлаҡтары етемһерәп ҡалғандай, шуны күңеле менән һиҙҙе. Айгөлөн сисендермәйенсә генә диванға ултыртты ла кейем шкафын асты, унда Рәзиләнең күлдәктәренең урынында буш элгестәр генә теҙелгән, бүлмә эсендәге башҡа кейем-һалым да юҡҡа сыҡҡан. Өҫтәлдә ҡағыҙ бите, эргәһендә ҡәләм ята. Быуынһыҙланып ултырғысҡа ултырҙы ла ҡағыҙҙы ҡулына алды: «Хәлил, мине берүк дөрөҫ аңла, по крайней мере постарайся понять. Китәм. Навсегда. Һин ғаиләне хәстәрләү өсөн генә яралған кешеһең, һәйбәтһең, быны мин ихластан әйтәм. Ҡасан да булһа аҡыллы ҡатын тап килһә, һис шикһеҙ бәхетле йәшәсәкһең. Ә мин һине, яҡшы кешене не сумела, не смогла полюбить… Прости … Ярата белеү – наверное, удел немногих, избранных людей. Юҡҡамы ни кешеләрҙе мөхәббәтле һәм мөхәббәтһеҙҙәргә бүләләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ошо төркөмдөң һуңғыһында.Үҙ оямды ҡорорға теләп китәм, әгәр ҡора алһам…

Йоҡлап китә алмай түшәгендә оҙаҡ әйләнгеләгән Хәлил Йәноҙаҡов тороп ултырҙы ла, эргәһендәге тумбочкаға ҡуйылған лампаның утын тоҡандырып стеналағы сәғәткә күҙҙәрен тексәйтеп ҡараны. Ярты төн уртаһы ауған. «Бығаса ҡайҙа йөрөй икән?..» Ҡул аҫтында ятҡан кеҫә телефонына үрелде. Экранда балҡыған оҙон теҙмәнән кәрәкле исемде табып саҡырыу кнопкаһына баҫты. «Абонент выключил телефон, или находится вне зоны действия сети», тип теҙҙе рәсми тауыш. «Һүндергән!.. Ҡайтып ҡына күрен, нисегерәк итеп һөйләшергә белермен!» Күңеленән шулай хәтәр киҫәтте лә аяҡтарына шипатайҙарын ҡатты, пижамаһын кейҙе, залдағы утты ҡабыҙып асыҡ ишектән балконға сыҡты. Бынан, туғыҙынсы ҡаттан бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Аҫта йоҡа, үтә күренмәле төн шаршауын ябынған ҡала һирәкләп үткән-һүткән машиналар шауына, алыҫта елгән поездың вагон тәгәрмәстәре тыҡылдауына ҡарамай йоҡомһорай, әүелйей.Ҡарағусҡылланып балҡыған болотһоҙ күк йөҙөндә йондоҙҙар тағы ла ҡуйырып киткән төҫлө. Кисләтеп кенә ләйсән ямғыры яуып үткәйне. Һауа еүеш, һалҡынса.Тротуар ҡырлатып үҫкән сирень ҡыуаҡтары күкрәп сәскә атҡан. Уларҙан таралған хуш еҫ, танауҙы ярып уҡ бармаһа ла бында, ҡош осор бейеклеккә олғашҡан. Сигарет сығарҙы ла ана шул сафлыҡ һеңгән хуш еҫте ыҫлағыһы килмәй икеләнеп туҡтап ҡалды, балкон тирәсенә терһәкләнеп ҡулындағын бармаҡтарында әүәләне. Ҡабаттан түбәнгә ҡараны. Аҡ күлдәкле ҡыҙҙың биленән ҡосаҡлап барған егет үрелеп сәскә шәлкемен һындырып алғайны шуны ғына көткән тиерһең, тәртип һаҡсыһының һыбыҙғыһы сөрөлдәп ебәрҙе. Ике хыялый етәкләшеп, ғәмһеҙ шарҡылдап көлөп тротуар буйлап йүгереп киттеләр. «Шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр, елғыуарҙар!» Уларҙы яратып та, һоҡланып та ҡарап оҙатты. Уның да шундай ғәмһеҙ саҡтары бар ине бит, бар ине.


Төн уртаһында йортто ҡырлатып үҫкән сиренде ботарлап ҡына тора ине күҙ күреме ерҙә төҫмөрләнгән милиция кейемендәге кеше уҫал ҡысҡырҙы: «А ну, ст-ой!» Йүгерә-атлай яҡынлашты. Уны ошо районда бик йыш күрә. Дон Кихотҡа тартым милиционерҙы башҡалар менән бутау һис кенә лә мөмкин түгел; ҡул-аяҡтары саманан тыш оҙон, яҫы түбәле фуражка ятҡан ҡарбуҙҙай тумалаҡ башы ла нәҙек, тарамыштарҙан хасил, ҡурылдай ороһо тупайып беленгән оҙон муйынға ултырған. Һонтор булғанғамылыр хәрби ыҫбайлығы юҡ кимәлендә; атлап йөрөүе килбәтһеҙ, яурыны аша сыбыртҡы ғына һал, ауыл көтөүсеһенә оҡшап ҡаласаҡ. Бер ҡосаҡ сәскәләр шәлкемен ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып ярым-ҡараңғылыҡҡа сумған кварталға янтайҙы, сөнки унда эҙ яҙлыҡтырыуы күпкә еңелерәк. Йәнтәслимгә ҡасманы, һәлмәк кенә аҙымлап, күнекмәләге саҡтағылай йүгереп китте. Белә, уны, еңел атлетика буйынса спорт мастерын, был хөрәсән бер ваҡытта ла ҡыуып етә алмаясаҡ. Ул бит республикала, күрше өлкәләрҙә уҙғарылған марафон ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгән нефть институтының спортсыһы. Ысынлап та арҡыры-торҡоро урынлашҡан йорттар лабиринтында байтаҡ ҡына әйләнгеләгәс, баҫтырышыуҙың файҙаһыҙлығын аңлаған милиционер ҡайҙалыр аҙашып ҡалды. Ятаҡҡа ҡайтып инде лә сәскәләрҙе һыу ҡойолған биҙрәгә урынлаштырып карауатына ятты. Йоҡлап китә алманы, кемуҙарҙан ҡыуышыу, йәшенмәк уйнау ҡомарынан һаман да арынмағайны әле. Ҡулдарын башы аҫтына ҡуйып, түшәмгә төбәлеп хыялға бирелде. Иртәгә филармонияла концерт тамамланғас ошо ҙур гөлләмәне тотоп сәхнәгә күтәреләсәк һәм уны Рәзиләгә тотторасаҡ. Бәлки, яйы тура килһә, ҡыҙҙы ҡосаҡлап битенән үбеп алыу мөмкинлеге тейер.

Көтмәгәндә шаулы урамдар сатында осраштылар, таныштылар улар. Тәү башта ул һирпелеп ҡаранымы, әллә ҡыҙ башлап һүҙ ҡуштымы, хәтерләмәй, нисек кенә булһа ла бер-береһенә тартылдылар ҙа һүҙгә-һүҙ бәйләнеп күптәнге танышта-рҙай һөйләшеп алды ла киттеләр. Үтә лә һылыу ине шул ҡыҙ, үтә лә сибәр: бөгө-лмәле-һығылмалы, уртасанан ары китмәгән буй-һын, иңдәргә төшөрөп киҫтерелгән, бөҙрәләнеп һибелгән ҡалын һоро сәстәр, ҡуйы, оҙон керпектәр ҡамауынан ҡараған йәшкелтерәк күҙҙәр, ыҡсым танау, уймаҡ иренле ауыҙ күрмәлекле йөҙҙө тағы ла һөйкөмлөрәк, серлерәк итеп ебәрә. Фәрештә инде, ысын фәрештә, ул яңылыш ҡына, был гөнаһлы ерҙе күҙләү өсөн генә төшкән дә бына-бына кире йыһанға осоп юҡҡа сығыр төҫлө. Был ҡыҙҙар халҡын бер ваҡытта ла аҙағынаса төшөн-өп бөтөрмөн тимә, ҡурсаҡтай матур була тороп нишләптер күрмәлекһеҙҙәрҙе һайлайҙар. Хәлил үҙен һәр хәлдә шундайҙар иҫәбенә керетә. Ошоғаса уртасанан ары китмәгәндәр уны күҙгә лә элмәнеләр, ә Рәзилә иғтибар итеп кенә ҡалманы, тиҙ арала ылығып, яҡынайып китте. Шулай ҙа ҡыҙҙы үҙенән өркөтөүҙән ҡурҡып әҙәпле, тыйнаҡ ҡылана, оҙатып ҡуя ла битенән үбеп хушлаша, уға шуныһы ла баштан ашҡан. Йәнә осрашыуға мотлаҡ гөлләмә тотоп бара. Ә уларҙы көн һайын ҡайһы ғына студент һатып ала алһын? Шуның өсөн дә кис етте иһә сәскәләргә һунарға сыға. Бына әле сәлдергәне аҡ болоттай ҡабарынҡы һәм күркәм.

Иртәгеһен сиренде Рәзиләгә бүләк итте. Бүләк итеп кенә ҡалманы тәмле еҫ килгән сикәгә терәлә биреп: «Мин һине яратам, ҡатыным булырға ризалығыңды бир», тип шыбырҙап та өлгөрҙө. Ҡыҙҙы филармония янында көтөп алып дөйөм ятаҡ яғына ҡарай атланылар. Рәзилә сәхнәләрҙә сығыш яһаһа ла әлегә студент, сәнғәт институтының вокал бүлегендә һуңғы курста уҡый. Һөйләшеп китә алмағанға күрә, һүҙһеҙ барҙылар. Егет сәхнәләге һорауына яуап көткәндәй ҡыҙға моңһоу итеп ҡарап-ҡарап ала ла ауыр көрһөнә, тегеһе лә ауыҙына һыу уртлағандай өндәшмәй. Ятаҡ ишегенең төбөндә бер аҙ тапанғас, ҡыҙҙы еңелсә ҡосаҡлап битенән үбеп китергә йыйынғайны ғына Рәзиләнең шыбырҙаулы өндәшеүе туҡтатты: «Ә һин баяраҡ миңә өйләнергә йыйына инең түгелме?» «Эйе, әгәр ризалығыңды бирһәң…» «Ҡыҙҙар ялға ҡайтып бөттөләр, сегодня в комнате я одна, приглашаю на чашку чая…» Вахтер урынында юҡ ине, ҡаршылыҡһыҙ үттеләр…

Иртәгеһен шәмбе көн Рәзиләнең уҡыуҙан сыҡҡанын көтөп алып ҡулынан етәкләне:

- Киттек!

- Ҡайҙа?

– Атай-әсәйҙәргә хәбәр итәйек тә…

- Зачем? - Ҡыҙ ризаһыҙ бүлдерҙе. - Минән рөхсәт һораныңмы?

- Һуң беҙ бит…

– Ну и что же? Бөтә йәштәр ҙә так поступают. Һиңә минең менән ҡунып сығыу оҡшаманымы ни? - Һаташыулы төшкә тартым сихри төн хаҡында ни генә әйтһен инде тәжрибәһеҙ егет, шуға ситләтеп яуапланы:

– Ололарҙан фатиха алырға, мөнәсәбәтебеҙҙе законлаштырырға тейешбеҙҙер бит?

– Боронғо йолалар бөтәһе лә иҫкелек ҡалдығы. Хәҙер күптәр отношениеларын законлаштырмай ғына йәшәйҙәр, это современно и удобно. Әгәр характерҙары тап килмәй икән, икеһе ике яҡҡа китә, без проблем, бөттө-китте. - Вайымһыҙ ғына аҡыл өйрәткән Рәзилә үтәләй итеп уның күҙҙәренә ҡараны. - Кисә минең ҡыҙ түгеллегемде һиҙҙең бит, әҙәп һаҡлап өндәшмәйһең генә. Шул килеш тә мине алырға ризаһыңмы?

- Булған да бөткән, киләсәктә минең менән ҡал, Рәзилә?

- Шулай уҡмы? - Ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлдөләр. - Һуңынан үкенергә тура килмәгәйе, ҡара уны…

- Мин һине яратам, һин дә мине…

- Туҡта әле, ҡасан мин һиңә ул һүҙҙәрҙе әйттем? - Рәзилә сабырһыҙ бүлдерҙе.

- Быйыл икебеҙ ҙә уҡыуҙы тамамлайбыҙ, тағы ике ай инде яҡындан танышбыҙ.

- Булһа һуң?

- Өҫтәүенә кисә…

- Бер балыҡ башы! Бергә ҡундыҡ та икән ти, иртәгә лә ҡунырбыҙ, бәлки, ул түшәк уртаҡлашыуҙар что нибудь да меняют? Эйе, мин һине яратам, тип әйтмә-нем, шулай ҙа оҡшайһың, әлегә… По этому давай заниматься любовью, зачем голову забивать лишними заботами!

- Мин һинең менән ир һәм ҡатын булып йәшәргә теләйем! - Ҡарарының ҡәтғилеген белдереп, ҡул һырты менән һауаны ҡыйҙы.

- Ну, смотри, я тебя предупредила… Әгәр ҙә артабан да минең менән бергә ҡалырға теләһәң, үҙең йәшәгән ятаҡтан ғәиләлеләргә тәғәйенләнгән бүлмәнән урын ал да беҙҙең проблеманы хәл ит. Тик алдан киҫәтәм, беҙ сәнғәт кешеләре ирек яратҡан, своеобразный, непредсказуемый халыҡ. - Вайымһыҙ ҡиәфәттә хәбәр һатҡан ҡыҙ был мәлдә эргәһенән фырт кейенеп үтеп барған егетте ҡыҙыҡһынып күҙәтә ине.

Яйланы, килеште ятаҡ коменданты менән, мәгәр иркен генә бер бүлмәне алыуға өлгәште. Шунда күсенеп сыҡтылар. Күсенеү тигәне лә шартлы, үҙҙәре менән тотоп ике сумаҙан индерҙеләр инде шунда, ҡалғаны – ятаҡ ҡаралтыһы. Стипендияға ғына йәшәү мөмкин булмағанлыҡтан танышы аша нефть эшкәртеү заводына цех мастерының ярҙамсыһы сифатында эшкә урынлашты. Хәҙер дәүләт имтихандарына яҡынлашҡас лекциялар ҙа бөттө, бары практик дәрестәр генә ҡалды. Ә уның практикаһы өсөн ошо урындан да ҡулайыраҡты тапмаҫһың. Эш ауыр ҙа, мәшәҡәтле лә түгел, ҡоролма-механизмдар өсөн яуаплы мастерҙың йомошсо малайы сүрәтендә йүгермәләргә кәрәк, бары шул ғына. Мәгәр эш хаҡын башҡа урындарға ҡарағанда бында арыу ғына түләйҙәр икән. Йәнә төндәрен вокзалға вагон бушатырға бара. Уныһы ла иш янына ҡуш. Тик ғәилә башлығы булараҡ ни тиклем генә аҡса йүнләргә тырышмаһын, тапҡаны аҙыҡ-түлектән, йәнә Рәзиләгә кейенеү, биҙәнеү кәрәк-ярағы алыуҙан үтмәне. Үҙе ҡышҡыһын йоҡа куртка, спорт кәпәсе кейә ине, яҙ етеүгә төҫө уңған джинс салбарға, футболкаға, эшлектән сыға барған кроссовкаларға күсте. Рәзилә лә уҡыуын уңышлы тамамлап, филармонияла эшкә ҡалды, өҫтәүенә, киске мәжлестәрҙә, банкеттарҙа йырлап аҡса эшләй. Тик ул эш хаҡын, өҫтәмә килгән аҡсаларҙы бер тапҡыр ҙа күрмәне. Ваҡсылланманы ла, үпкәләмәне лә, ҡатынының был ҡылығына, сөнки ғаиләне бөтә яҡлап та ир кеше тәьмин итергә бурыслы. Рәзилә әлегә ҡәнәғәт, бик һуңлап ҡайтып инә лә төш ауғансы түшәктә аунай, шунан төшкө һәм киске ашын бер юлы ашап сираттағы кисәгә әҙ-ерләнергә, биҙәнергә, кейем һайларға, яһанырға тотона. Бер көн парлап филармонияға барырға теләүен белдергәйне, ҡатыны өҙә әйтте: «Унда ни ҡалған? Һиңә бит бөгөн вагон бушатырға!» Кәйефе төштө, теләге ҡайтты. Рәзиләнең уның менән бергә күренергә теләмәүе аптырата, һуңғы осорҙа ҡалаға ла яңғыҙы сығып юғалыуҙы ғәҙәт итеп алды, ауылдағы ата-әсәһенә лә үҙе генә ҡайтып әйләнә. Был юлы ла башҡа төпсөнөп йонсотма, тигәндәй ҡылығын кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп нығытып ҡуйҙы: «Мин атайым-әсәйем, коллегаларым алдында һаман да ҡыҙ, шул дөрөҫлөктө сығып китмәҫлек итеп нығытып мейеңә һеңдереп ҡуй!» Күнде яңғыҙ-ярым көнитмешенә, ат тулап ҡасан ғына тәртә һындырғаны бар, ул да шулайтып өнһөҙ-һүҙһеҙ төптән ғаилә арбаһына егелде. Әммә ваҡыт-ваҡыт күңеле болоҡһоп ҡуя ине уның, йәне наҙлы, ихлас яратыуҙы, йылы мөғәмәләне көҫәне.

Эштән ҡайтҡас бүлмәне йыйыштырып ҡатынының ҡайтыуына өҫтәл хәстәрләй башлағайны ғына йөҙө боҙолоп килеп ингән Рәзилә иламһырап карауатына ҡапланды. Эргәһенә яҡынлап көйәләнеү сәбәбен белергә иткәйне лә ҡатыны яурынына ятҡан ҡулды тупаҫ этәреп күҙҙәрен хәтәр яндырҙы:
- Бөтәһенә бары һин генә ғәйепле! Бар, һерәймә тере күҙ көйөгө!
Кис еткәс барыһын да үҙе аңлатты:
- Күпме генә һаҡланып йөрөһәм дә не смогла предохраняться, врачтар ауырға ҡалғанһың тинеләр!
Хәлилдең йөҙө балҡып китте:
- Рәзилә, нимә тинең, ҡабатла!
- Нимәһен ҡабатларға, һаңғырауһыңмы әллә? Беременная я, ауылса итеп әйткәндә быуаҙмын, вот что!
- Бик һәйбәт бит был, мин – атай, ә һин әсәй буласаҡһың!
- Уның нимәһе һәйбәт, фигурам боҙола, если начну грудью кормить түштәрем һыйыр елене ише һалынып төшәсәк, шунан мин атай-әсәйгә с каким видом покажусь, шул хаҡта уйланыңмы? Беренсеһен аборт менән алдырырға ярамай, тинеләр врачтар, юғиһә ҡотолор инем был бәләнән… - Ну что мне делать, что? - Көтмәгәндә оло ҡазаға тарығандай үрһәләнде.

- Ауылға ҡайтайыҡ та ҡайны-ҡәйнәмә бөтәһен дә аңлатайыҡ. Фатихаларын бирерҙәр улар, бына күрерһең!

- Кәрәкмәй миңә уларҙың фатихаһы!

Бәрелгәндән-һуғылғандан аҙаҡ танауын мырш-мырш тартып тыныслана төш-кән Рәзилә ғәйепле төҫ менән итте:

-Атайым, тип һөйләһәм дә юҡ ул, мин бәләкәй саҡта уҡ беҙҙе ташлап киткән. Ауылда яңғыҙ әсәйем генә, она завклубом работает.

Төн ауғас та әле үҙенең әлеге хәле менән килешеп бөтмәй һаман мыжыны:

- Тимәк миңә заслуженныйҙы алырға яҙмағандыр, күрәһең…

- Уның ҡарауы Герой-Әсә булырһың!

- Эйе, шул ғына етмәгәйне…

Был яңылыҡтан һуң да әле Рәзилә ҡатын-ҡыҙ серен йәшерергә, боҫормаларға тырышты, урамға тар джинсы салбарҙа сыға, кисәләргә әҙерләнгәндә корсет кейеп уның шнурҙарын ныҡлап тарттырырға тотона, Хәлилдең киҫәтеүен ҡолағына ла элмәй. Декрет отпускыһы еткәйне, уны ҡалдырып әсәһе янына ҡайтып китте. Ауылға бер нисә тапҡыр барып ураны, тик унда үҙенең артыҡлығын тойоп оҙаҡ торламаны. Өлкән үк йәштә булыуына ҡарамаҫтан эт алғыһыҙ итеп буянып йөрөргә яратҡан ерән сәсле, төрпө һүҙле ҡәйнәһе уға ят һәм ҡырыҫ тойолдо. Был өй тотошлайы менән ир төҫө күрмәгән, ир-ат еҫен ҡабул итмәгән айырым бер донъя ине. Ошо хаҡта һүҙ араһында Рәзилә лә әйтә биреп ҡуйҙы: «Һин беҙҙең тормошҡа нисек сыҙайһың ул? Все окружение у нас женское, ишек алдындағы Белка, өй эсендәге бесәйебеҙ Принцесса – кәнтәйҙәр, һыйыр, тана һүҙһеҙ ҙә аңлашыла, һарыҡтарыбыҙ орғасы, хатта ҡаҙҙарыбыҙ аталыҡһыҙ, тауыҡтарбыҙ әтәсһеҙ.» «Әтәсһеҙ тауыҡтар булмай, уларҙы кем өйөрөп алып йөрөй ул саҡта?» «Күршеләрҙеке ике кәртә араһында сыуала шикелле…» Бына һиңә мә, тимәк ул орғасы артынан эйәргән иркәк фиғелендә, сөнки ул да бит даими рәүештә ҡала менән ауыл араһын таҡырлай. Үпкәләгәндәй итеп ҡайтып китә лә, аҙна аҙағына тағы ауылға юллана, унда бит Рәзиләһе. Ул уны ярата һәм яҡын күрә.

Һуңғы барғанында Рәзилә эйәреп ҡайтырға итте: «У меня подходит срок, тағы һинең менән булғым килә… - Иренең йылмайып ебәреүен күреп киҫәтә һалды, - тик эш шунда, тегендә лә ҡатын-ҡыҙ донъяһында йәшәйәсәкһең, сөнки тыуасаҡ баланың ҡыҙ затынан икәнлеген әйтте врачтар!»

Ике шатлыҡ бер юлы килде: ҡыҙы тыуҙы, һәм уны пенсияға киткән мастер урынына эшкә тәғәйенләп ҡуйҙылар. Хәҙер инде йүгермәләп кенә ҡотолормон тимә, һәр нимә өсөн туранан-тура яуап бирергә кәрәк. Өйрәнсек ҡатаһы табан шымартыу ғына булһа, һөнәрсе ҡамыты елкәне баҫҡан ауыр, мәшәҡәтле шөғөл икән. Бала тыуыу шатлығын йыуып машинаға тейәлеп дуҫ-иштәре менән ҡала урамдарын ҡыҙырҙылар, бер нисә кафеға һуғылдылар. Ҡайтып баралар ине, машинаһы янында торған ГАИ хеҙмәткәре сыбар таяғын юл ситенә төрттө. Туҡтамай сара юҡ. Тышҡа ҡараны һәм теге Дон Кихотты таныны, күптәнге танышын осратҡандай киң йылмайып ебәрҙе һәм документтарын тотоп сығырға өлгөргән иптәшен йәнә-шәләп тегенең ҡаршыһына баҫ-ты:

- Иптәш милиционер барыһына ла мин ғәйепле, ҡыҙым тыуҙы шуны йыуҙыҡ…

- Шулай уҡмы ни? Ғәйебегеҙҙе таныу язаны еңеләйтә, әлбиттә, шулай ҙа руль артындағы дуҫығыҙҙы тикшерергә тура килер. - Алкотестер килтереп сығарҙы.

- Дуҫым бары шампанды ғына уртланы. Айыҡ ул.

- Бына уның айыҡлығын хәҙер тикшерербеҙ.

Ыҡҡа килерлек түгеллеген күргәс икенсе яҡтан һуҡтырҙы:

- Ә мин һеҙҙе таныйым, иптәш капитан!

- Ә мин һеҙҙе – юҡ, һәм ул танышлыҡ бындағы тикшереүгә йоғонто яһай алмай.

- Мин һеҙҙең менән килешәм, шуға күрә лә әйтәм, һеҙ мине ике эш боҙған өсөн бер юлы язалай алаһығыҙ.

- Нисек?

- Йәмле июнь төнөн, төн уртаһында сирень ҡыуағын ботарлаусы тинтәкте иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле? Шунан мине кварталдар буйлап әллә күпме баҫтырҙығыҙ, әммә ҡыуып етә алманығыҙ?

- Әһә! Эләктең былай булғас! - Дон Кихот көтмәгәндә йәнләнеп китте, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарҙы. - Ғәҙеллек бар ул ерҙә!

- Бар шул. Штрафын да түләргә әҙермен, тик яза ғәҙел булһын.

- Йәлләд кенә язалай, ә мин бары ябай ГАИ хеҙмәткәре. Ҡыҙым тыуҙы, тиһең инде, Йәноҙаҡов? - Уның паспортын алып күҙ йүгертеп сыҡты. - Беренсеһеме?

- Беренсеһе булғанға ла диңгеҙ тубыҡтан инде. Ауырлығы – теп-теүәл ике кило ярым. - Ҡулын алға һоноп һәлмәкләп, шулай тине лә ҡыуаныстан көлөп еб-әрҙе.

- Йә, ярай, тыуған бала хаҡына һеҙҙе ярлыҡайым. Икенсе тапҡыр ошондай килеш эләкһәгеҙ минән яҡшылыҡ көтмәгеҙ! – Хушлашыуын белдереп ҡулын сикә-һенә тигеҙеп алды.

Ҡатынын бала табыу йортонан алып ҡайтҡас бөтөнләй икенсе тормош башланды, төп эшенән тыш бар хәстәре – шул икәү. Бала тыумаҫ элек үк өй эсен уйынсыҡтар менән тултырып ташлағайны, уларға хәҙер ус аяһындай ғына сәскә биҙәкле күлдәктәр, бәләкәй матур башлыҡтар өҫтәлде, тар бүлмәнең ҡап уртаһына ағас карауат урынлаштырылды, түшәмде тишеп ырғаҡ нығытып сәңгелдәк аҫылды. Ауылдағы келәттән, ваҡ-төйәк араһынан табып алып килде был нәмәне. Таҡталары йышылып һары көрән төҫкә ингән сәңгелдәктә ул, шунан Хәлиҙә ҡарындашы бәүелгән үҙ заманында. Башҡа алынған нимәләргә дәғүә белдермәһә лә сәңгелдәкте күргән Рәзилә танауын сирҡаныулы йыйырҙы:

- Ошо аламаны элеп аяҡ баҫыр урын ҡалдырманың, еще унан мочой пахнет.

- Бер ҙә һыҡра түгел, әсәйем тауарын яңынан тегеп ебәргән, ә ағасына һеңгән еҫ минеке. Әйткәндәй, Айгөлдөң ҡырҡы сығыуға беҙҙе атайҙар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бәләкәсте лә күрербеҙ, бер юлы шартына килтереп бата ла уҡытырбыҙ, тиҙәр. Һин бит беҙҙә бер тапҡыр ҙа булғаның юҡ.

- Нимә ул бата? Бата. Батҡаҡлыҡ. Трясина что ли?

- Мулла саҡыртып, туғандарың ҡатнашлығында никахты нығытыу ул бата, ҡайһы бер яҡта ижаб та тиҙәр.

- Унда ни ҡалған миңә? Ул бата тигәнең – иҫкелек ҡалдығы, ЗАГС-ҡа яҙылыу – закон нигеҙендә береңде икенсеңә көсләп тағып ҡуйыу ул. Ә мин үҙаллы ҡалғым һәм ирекле йәшәгем килә. - Рәзилә ары һөйләшкеһе килмәүен белдереп һыртын ғына ҡуйҙы. Ул да ерле-юҡтан бәхәс сығарғыһы килмәне.

Ике айҙан Айгөл кеше таный башланы, эштән ҡайтып инһә ҡыуаныстан тешһеҙ ауыҙын йыйып ала алмай талпына, төҫө лә Йәноҙаҡовтар нәҫеленә оҡшай бара, хатта уң яҡ сикәһендәге энә күҙәүендәй генә миңе, бәрхәттәй йомшаҡ, бөҙрә сәс-тәре лә уныҡы. Ҡыҙына ҡулын һонһа ҡатыны тырҫ та бырҫ килеп үпкәләп борол-оп уҡ китә: «Кит эргәбеҙҙән, һинән солярка, мазут еҫе килә!» Рәзилә ауылға ҡайт-ып урарға иткәйне, унда бер аҙнаға ла сыҙамай кире боролдо, иртәгеһен аңлатты иртә ҡайтыу сәбәбен: «Тегендә йоҡо бирмәй көнө-төнө иланы, бында һинең янда тынысланды бит ана …»

Ярты йылдан Рәзилә эшкә сығырға теләүен белдерҙе:

- Етте өйҙә бала ҡосаҡлап ултырыу, минең дә кеше араһында йөрөгөм, в це-нтре внимания булғым килә, и так долго терпела. Хватит!

- Айгөл бит әлегә бәләкәй, ҡатын-ҡыҙҙарға йәш ярымға тиклем ултырырға мөмкин, пособиеһын да түләйҙәр.

- Кәрәкмәй миңә жалкие гроши, хәйерсе тиндәре помада, кремдар алыуға ла етмәй. Мин бит әле тотошлайы менән эшкә сығам, тимәйем бит, килешеү ниге-ҙендә кис кенә эшләйем, концерттарҙа сығыш яһайым, был ваҡытта һин Айгөл менән ултырып торорһоң. - Һаман ғына һөйләшеүҙе талаш-тартышҡа бора алма-ғанға ризалашты, шулай ҙа хәстәрлекле һораны:

- Концерттан һуңға ҡалып ҡайтырға тура килер. Мин бит бала менән ҡаршы сыға алмайым.

- Провожающих, ухажеров найду!

Хәҙер ул кистәрен өйҙә үткәрә, Айгөл менән мәш килә, ашата-эсерә, аҫтын еүешләһә йүргәктәрҙе йыуып ташлай, йоҡларға ваҡыты етһә, әкиәттәр уҡый, моңо булмаһа ла мөңгөрәп йырлап та алғылай. Айгөлө сәңгелдәктән аңлағандай итеп күҙҙәрен тултырып ҡарап ята.

Рәзилә аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына эшенә барып әйләнә ине, һуңғы осорҙа кис һайын юғалыуҙары йышайҙы. Ҡайтып инә лә хәлдәрен һорап та тормаҫтан йоҡларға ята. Һуңғы тапҡыр ярты төн ауғас ҡайтты, нишләптер был юлы шат һәм мөләйем, кәйефе үтә лә шәп ине. Түшәккә ятыу менән яланғас тәне менән килеп һыйынды, тик унан ят еҫ килә ине. Арҡаһы менән боролоп ятты, Рәзилә лә ғәйепле кешеләй шымтайҙы.

Араларына һалҡынлыҡ йүгерҙе, һуңғы айҙарҙа кәңәштәре лә һүҙҙәре лә берекмәй. Тик уларҙы бер генә еп бәйләп тота һымаҡ, ул – Айгөлдәре. Сос, теремек ҡыҙҙары туғыҙ айы тулмаҫ элек үк атлап китте, бытылдап хәбәрен һөйләп йөрөп ятҡан көнө, балалар баҡсаһында инде һаҡауыраҡ теле апаруҡ асылды.

Йәйге гастролдәрҙән Рәзилә бөтөнләй үҙгәреп ҡайтты: ҡарашы һалҡын, хәрәкәттәре һүлпән, тирә-йүнгә ҡарашы битараф, ул Айгөлдө лә уны ла бөтөнләй күрмәй төҫлө. Ҡайтҡан көнө башы ауыртыуға һылтанып түшәкте карауатҡа һәм иҙәнгә йәйҙе. Оҙаҡ йоҡлап китә алманы, түшәмгә төбәлеп уйланып ятты. Юғары ҡатта йәшәһәләр ҙә, иҙәндән һалҡын килгәндәй, юрғанды башынан аша тартып япты. Айгөл уянып мыжығайны тороп бәләкәй карауатты һелкетеп кескәй арҡанан һөйөп ҡаҡҡайны ҡыҙы ҡабаттан йоҡлап та китте. Рәзиләнең дә түшәге шығырҙап ҡуйҙы, ул да уяу ине.

Иртәгеһен Айгөлдө балалар баҡсаһынан алып ҡайтыуға бүлмә буш ине. Торлаҡтары етемһерәп ҡалғандай, шуны күңеле менән һиҙҙе. Айгөлөн сисендермәйенсә генә диванға ултыртты ла кейем шкафын асты, унда Рәзиләнең күлдәктәренең урынында буш элгестәр генә теҙелгән, бүлмә эсендәге башҡа кейем-һалым да юҡҡа сыҡҡан. Өҫтәлдә ҡағыҙ бите, эргәһендә ҡәләм ята. Быуынһыҙланып ултырғысҡа ултырҙы ла ҡағыҙҙы ҡулына алды: «Хәлил, мине берүк дөрөҫ аңла, по крайней мере постарайся понять. Китәм. Навсегда. Һин ғаиләне хәстәрләү өсөн генә яралған кешеһең, һәйбәтһең, быны мин ихластан әйтәм. Ҡасан да булһа аҡыллы ҡатын тап килһә, һис шикһеҙ бәхетле йәшәсәкһең. Ә мин һине, яҡшы кешене не сумела, не смогла полюбить… Прости … Ярата белеү – наверное, удел немногих, избранных людей. Юҡҡамы ни кешеләрҙе мөхәббәтле һәм мөхәббәтһеҙҙәргә бүләләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ошо төркөмдөң һуңғыһында.Үҙ оямды ҡорорға теләп китәм, әгәр ҡора алһам… Серый быт, постоянная нехватка денег, тесная комнатушка йәнемә тейгәндер, үҙәгемә үткәндер, бәлки, әҙәм балаһына ғүмер тик бер тапҡыр ғына бирелә, шуны әҙәмсә йәшәп үткәрге килә. Буласаҡ ирем бик бай кеше, его стремление, образ жизни – аҡса табыу һәм уны өҙлөкһөҙ арттырыу. Ул айырым, аҙ һанлы төркөм генә аңлаған аҡса телендә һөйләшә шикелле. Шул күҙҙәрен томалаған аҡса аша мине күрер микән, бына эш нимәлә… Бергә йәшәгәндә мин һине күрмәнем бит әле, шуның ише. Һин шул яһалма мөнәсәбәткә, алдыҡ тормошҡа, һалҡын бүлмәгә сыҙаның, ә беҙ миражға алданып моң артынан эйәреп, булмаҫтайға ымһынған хыялый халыҡ, иғтибарҙан ситтә йәшәй алмайбыҙ һәм белмәйбеҙ…Һинең менән осрашмаҫҡа тырышырмын. Если когда нибудь да встретимся, мне будет очень стыдно! Сөнки мин хыянат иттем. Икегеҙгә лә… Ә хыянат ғәфү ителмәй торған гөнаһтарҙың береһе… Айгөл ҡалһын. Ул төҫө менән хатта характеры менән дә һиңә ныҡ оҡшаған, әгәр алып китһәм, бергә йәшәгәнебеҙҙе, бергә үткәнебеҙҙе хәтерләтер, ә ул, күҙгә төшкән сүпкә сыҙап йәшәү еңел булмаясаҡ. Юҡ, юҡ, Айгөлдө сүп менән сағыштырмайым. Мин ул сүп, ошо һатлыҡ йәнлегем сүп. Тағы һин бит уның өсөн йәнеңде бирергә әҙерһең. Әгәр икебеҙ ҙә китһәк ни эшләрһең, яңғыҙлыҡҡа нисек сыҙарһың, шул хаҡта уйланым. Ҡыҙыбыҙҙы матур итеп үҫтеререңә ышанам, ә минең яңы яртым уның өсөн ят һәм үгәй. Ә айырылышыуға килгәндә беҙ былай ҙа ЗАГС-та түгелбеҙ, так что официальный развод не нужен. Прощай. Спасибо за все…» Ҡулында дередәгән дәфтәр бите ысҡынып китеп, кәйпелеп осоп иҙән уртаһына барып ятты. Шомлолоҡто һиҙенгән Айгөл дә шарылдап илап ебәрҙе.

Тәмәке тоҡандырҙы, бер килке быҫҡығас аяҡтарын һәлмәк ҡыбырҙатып кире залға инде. Һыҡмалы дарыу табып алды, киң балаҡтарын өҫкә күтәреп тыш та быш килеп тубыҡтарын ыуа башланы: «Йә инде, элекке спортсы, спорт мастеры тип кем әйтһен …» Әүәле быуындарының ҡайҙалығын да белмәй ине, хәҙер ана, көн һайын ыуыуҙы, йылытыуҙы, наҙлауҙы талап итә.Үткәндә цехта бергә эшләгән иптәше шаярыу ҡатыш: «Ҡырҡ йәштән һуң бер ерең дә ауыртмай, һыҙланмайһың икән, тимәк һин – мәйет!» тигән ине бит, уға икенсе йыл ҡырҡ биш йәш тула. Мәшәҡәтен осланы ла башын артҡа ташлап тын ултырҙы, ҡаршыһындағы телевизор ҡуйылған шкафтың аҫҡы өлөшөнән ҡалын альбомды тартып сығарҙы, ундағы фотоларҙы, открыткаларҙы, башҡа иҫтә ҡалырлыҡ ҡағыҙ киҫәктәрен ҡараштырырға кереште. Уларҙың күптәре һарғайып, күрмәлекһеҙләнеп бөткән, шулай ҙа һәр береһе күңеленә яҡын хәтирәләрҙе һаҡлай, һәр береһе ҡәҙерле. Беренсе биткә икеһенең фотоһы йәбештерелгән. Өйләнешмәҫ элек айырым төшкән нәмәләр йәнәш бик сәйер күренә: ул Рәзиләне һынап ҡарағандай уның яғына аушая биргән, ә тег-еһе ҡасырға теләгәндәй ситкә тартылған. Бына быныһы бергә йәшәй башлаған са-ҡтары, Айгөлдө уртаға алғандар. Альбомда Рәзиләне хәтерләткән фотолар ошол-ар ғына, ҡалғандарын үҙе менән алып киткән. Бәләкәйерәк саҡта Айгөл йыш ҡына: «Әсәйем ҡайҙа булды ул?», тип төпсөнә ине. «Һин сәңгелдәктә саҡта әле сирләп үлеп китте», тип яуаплай торғайны. Һуңғы осорҙа ҡыҙы ундай һорауҙы бирмәҫ булды. Ҡайтып инһә, көнө компьютер артында үтә, һирәкләп телевизор тоҡандыра, онотҡанда бер ошо альбом биттәрен ҡараштыра. Әсәһен күрһә, уның яғына сәйер һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнә. Һиҙенә, һүҙгә әүәҫ Хәлиҙә һеңлеһе серҙе һаҡлай алманы шикелле. Айгөл әсәһе хаҡында бер ни ҙә белмәй шул. Нимә тип кенә һөйләһен инде, маҡтаһынмы, яманлаһынмы? Юҡ. Әйҙә нисек бар шулай ҡалһын, сөнки һәр кем үҙенсә хаҡлы. Бәлки, уның да хатаһы булғандыр, яҡшы ирҙе ҡатыны ташлап китмәй. Үткәндә һүҙ араһында: «Әсәйең һәйбәт кеше ине, эшлекле, хәстәрлекле булды, һине яратты», тип әйтеп ысҡындырҙы. Ҡыҙының йөҙө бер мәлгә генә ҡайһылай балҡып киткәйне! Ҡыҙ балаға һәр ваҡыт әсә йылыһы, әсә тәрбиәһе етмәй, хатта алтын атай ҙа яҡшы әсәйҙе алмаштыра алмай, уға торошло түгел… Икенсе биттә Айгөлдөң беренсе класҡа барғандағы фотоһы. Аҡ алъяпҡыслы мәктәп формаһы кейгән, башында ҙур бант. Ҡураныс кәүҙәгә тап килеп үк бөтмәгән кейемдәрҙе ҡатын-ҡыҙ ҡулы хәстәрләмәгәнлеге һиҙелә. Йылмайыуҙан тешһеҙ ауыҙын йырған Айгөлөнөң ҡулында Хәлиҙә һеңлеһенең баҡсаһынан йыйылған гөлләмә. «Уға бит ул саҡта утыҙ йәш тә тулмаған булған, бына бит уҙған ғүмер… » Бынау ус аяһылай түңәрәк ҡағыҙға ҡыҙыл менән ҙур итеп бишле һаны яҙылған. Ҡыҙының мәктәптән алып ҡайтҡан тәүге билдәһе.Ҡулына тотоп ҡыуанып ҡайтып килгәнендә ҡағыҙ киҫәге елгә осоп китә. Шуны ҡыуып ар-ып-тала, саҡ машинаның аҫтына барып эләкмәй, өҫтөн бысрата, илап бөтә, алып ҡайта барыбер. Ошо ваҡиғаны Айгөл үҫә төшкәс һағыныулы хәтирә итеп һөйлә-гәйне… Быныһы бейеү түңәрәгендә төшкән фотоһы. Хас та күбәләккә оҡшаған, бына-бына елпенер ҙә сәскәгә барып ҡуныр төҫлө. Быныһын Талҡаҫта төшкәйне-әр. Айгөлдөң башына эҫе ҡапҡайны ул көндә. Еләккә барып кәйефһеҙләнеп ҡайтты. Фото йәмһеҙерәк сыҡҡан. Башына эҫе ҡапҡанға ғына шулай көйһөҙләнде микән ул саҡта. Ай һай…

Ял йортонда бер йәш ҡатын менән танышты. Яңғыҙы ял итергә килгән ултыраҡ ҡыҙ. Маҡсаты бәлки ял итеү генә лә түгелдер әле, кейенеп-яһанып ир-ат күҙенә эләгергә тырыша, ҡояшта ҡыҙыныу һылтауынан пляжда ла, ял йорто биләмәһен-дә лә тыу бейәләй уйнаҡлап, йәшерер-боҫорор ерҙәрен ялтлатып купальникта йөрөй. Беренсе көн ашханаға барғанда уҡ Инга (ҡатын башҡорт булһа ла исеме ошолай ят ине) уның яғына мәғәнәле ҡарап вәғәҙәле ҡаш һикертте, ул да йылмайғандай итте шикелле. Сит-ят ҡараштарҙан күҙ яҙлыҡтырырға тырышып теге менән осраша башланылар. Һуң ул да бит быуынға ултырған, ваҡыт-ваҡыт йән яғынан да, тән яғынан да ҡәнәғәтләнеү кисереп бушанып алырға хаҡлы, ни тиһәң дә уртаҡ түшәк танһыҡлаған ир уртаһы кеше. Был быуындан быуынға күскән, әҙәм ба-аһының асылына яҙылған, тәбиғи, хатта шулай булырға тейеш ғәмәл. Әгәр хәләл ҡатыны булһа яттарға ҡарауҙы гөнаһҡа иҫәпләр ине, ә ул яңғыҙ үҙе ҡыҙ тәрбиәләгән буйҙаҡ. Осрашыуҙарға йөрөгәндә шундай дәлилдәр килтереп үҙен үҙе аҡларға маташты. Ҡыҙы менән ял йортоноң эргәһендә теҙелгән ағас өйҙәрҙең береһендә урынлашҡайнылар. Эңер мәлендә Айгөл йоҡлап киткәс, шыпырт ҡына йүгермәләп, аяҡ остарына ғына баҫып алдан килешелгән урынға йүнәлде. Оҙаҡ ҡына кафела ултырып алдылар, дәрт, дарман, кәйеф өсөн шарап, шампан эстеләр. Залда үҙ-ҙәре генә булыуға ҡарамаҫтан талғын ағылған көйгә эйәреп вальста әйләнделәр. Онотола барған яҡынлыҡты тойоу ят та, шул уҡ ваҡытта булмышты тетрәндерер зарури ҙа ине был минутта. Биттәрен ҡағылып-ҡағылып алған сәс шәлкеме ҡыты-ҡлай, йомро, тығыҙ, мул түштәр тартыныуһыҙ күкрәгенә һылашҡан, танауын махсус хушбый менән нығытылған, енси дәртте ҡуҙғытып ебәрерлек дәртле бисә еҫе наҙлай. Рәхәт. Ял итеүселәр аяғы һилләнгәс арауыҡ ҡалдырып, эйәртенешеп тегенең бүлмәһенә инеп бикләнделәр. Ҡап уртаға иркен, ҡабарынҡы түшәк йәйелгән ағас карауат ҡуйылған, бай йыһазландырылған икенсе ҡаттағы һил урын, тик ни сәбәптәндер ҡорғандар урынына офистарҙағылай итеп тәҙрәләргә арҡыры таҫмалы жалюздар эленгән, улар торлаҡҡа һалҡынлыҡ һәм ҡаҙна төҫөн бирәләр. Жалюздар аша эс яҡҡа һарҡҡан ай нурҙары һәммәһен сыбар, аҡлы-ҡаралы һыҙаттарға ҡоршаған. Аҙғын суртандай талдан үрелгән мурҙаға, ебәк йылымға килеп эләктеме ни! Шул сағыштырыу хәрәкәттәрен тышаны, ошоға тиклем этеп алып барған теләген һүрелдерҙе, тотҡарланы. Ингаға беренселекте үҙенә алырға тура килде: еңел генә барлы-юҡлы кейемендәрен һалып ырғытты, тартыныуһыҙ уны сисендерә башланы. Енәйәт ҡылғандағылай ҡыланды Хәлил: ҡабалан иркәләп, ир-ат йомошон ашыҡ-бошоҡ башҡарҙы ла ризаһыҙ, ҡәнәғәтләнеү кисереп өлгөрмәгән кәнтәй фиғелендә тырпырап ятҡан ҡатынға иғтибар ҙа итеп тормаҫтан һыпыртыу яғын ҡараны. Баяғылай ҡасып-боҫоп төн ҡарағылай ҡайтып инде лә һалҡын түшәгенә сумды, тыңланды. Күрше бүлмәлә йоҡлаған ҡыҙы бер нимә лә һиҙмәне шикелле. Иртәгеһен Айгөл көйһөҙләнеп, мыжып килеп уянды: күҙҙәре томанланған, тәне уттай янып бара. Ҡулын бөрсөк-бөрсөк тир бәргән маңлайға ҡуйырға иткәйне, ҡыҙы уны асыу менән ситкә этеп стена яғына боролоп ятты. Ял йортоноң табибын саҡырттылар. Ул тикшереп, кисәге көн бигерәк эҫе булды бит, ҡояш һуҡҡандыр, тип дарыуҙар яҙып бирҙе, әммә файҙаһы теймәне, Айгөл уларҙы эсеү генә түгел ашауҙан яҙҙы. Нимә эшләргә белмәй аптыранды, енәйәт ҡылып яза көткәндәгеләй ҡойолоп төштө . Ниһайәт өсөнсө көнгә ҡыҙы телгә килде: «Һин мине яратмайһ-ың, атай, минең һиңә кәрәгем юҡ!» «Бушты һөйләмә, нисек инде, яратмайым, һин минең йәшәү мәғәнәм, матурлығым, иң ҡәҙерле һәм һөйөклө кешем…» «Улайһа ниңә ҡарт башың менән анау ямаҡай ҡатын артынан сабаһың? Һинән уның еҫе ки-лә хәҙер… Ямаҡай еҫе…» Тетрәнеп китте, теге саҡ Рәзиләнең хыянатынан һуң ул да бит еҫте танауы менән түгел, йәне, тәне, тотош булмышы менән һиҙемләгәйне. Әле ҡыҙы ла шул хәлдә. Тимәк, хыянат әҙәм балаһының йәнен ҡыйып ҡына ҡалмай уның этәргес, өшәндергес араларҙы айырып биҙрәткес еҫе лә була икән дә баһа! «Ҡыҙым, берүк ғәфү ит… Тик һауыҡ ҡына, мин гел яныңда ғына булыр мын, бер үҙеңде генә яратырмын һәм хәстәрләрмен. Һин минең йән киҫәгем…» «Һүҙ бирәһеңме?» «Ант итәм, ҡыҙым…» Тағы бер һүҙгә хайран ҡалды, ҡарт баш-ың менән, тине бит ҡыҙы. Бала өсөн атай-әсәй һәр ваҡыт шулай оло төҫтә ҡалалыр инде, ҡасандыр уның үҙенә лә атаһы күпте күргән, күпте кисергән аҡһаҡал йәшендә күренә ине, баҡтиһәң уға ул саҡта ни бары утыҙ биш йәш булған. Бер аҙна тигәндә аяғына баҫты Айгөл. Кискеһен ял йорто һуҡмағынан прогулкаға сыҡтылар. Эске кейем һыҙаттары тойомланмаған йоҡа халат кейеп алып мыймылдата баҫып килгән теге ҡатын осраны юлдарына. Айгөл ҡурҡыныс һәм хәүефтән ҡурсырға теләгәндәй ҡатын килә ятҡан яҡҡа сығып уны ҡултыҡлай һалып алды һәм ситкәрәк этәреп атлай башланы. Осҡонло күҙҙәр үтеп барыусыға нәфрәт менән төбәлгәйнеләр. Бына түбәндәге һәм юғарылағы ике ҡараш сәкәште. Бер аҙҙан ош-оға тиклем ирҙәрҙе аҙҙырып үҙенә ҡаратҡан, мәжнүн итеп артынан эйәрткән оятһыҙ һәм аҙғын ҡараш еңелеп аяҡтары осона ҡаҙалды… Иртәгеһен танышы ял йортона килеп төштө. Тап итеп ай-вайҙарына ҡарамай уларҙы ошо фотоһүрәттә мә-ңгеләштергәйне…

Быныһы инде мәктәптәге сығарылыш осоро. Айырым, шунан класы, уҡытыусылары менән төшкәне бар. Матур, йәмле, яҡты килеп сыҡҡан. Быныһы инде фатир алғандағы мәл. Ул үҙе гәзиттән әтмәләнгән ҡалпаҡ кейеп алған, Айгөл футболка һәм трикола. Аҡбалсыҡҡа буялып бөткәндәр. Яңы ояларын үҙҙәренсә, күңелдәре-нә ятҡансы үҙгәртеп ҡыуаналар ине. Икеһе лә ҡәнәғәт. Ире, балалары менән Хәлиҙә лә килгәйне. Көн оҙоно фатирҙары һабантуйҙағылай шау-гөр килгәйне. Быныһы инде Айгөлдөң институтҡа уҡырға ингәндәге фотоһы. Бынауһы асыҡ йөҙлө, һәм ул шул уҡ ваҡытта ҡырыҫ, етди ҡараған спорт кейемендәге егет. Киң яурынға Айгөл ихлас итеп башын терәп ултыра. Ҡыҙының һөйләүе буйынса егет уның ме-нән бер курста, бер группала уҡый, исеме Илшат. Телефондан һөйләшкәндә ике һүҙҙең береһендә шул исем яңғырай. Йомшаҡ итеп, наҙлы итеп өндәшә ҡыҙы. Тимәк, уны оҡшата, оҡшатыу ғына түгел ярата ла буғай. Ары курсташ ҡыҙҙары, КВН кисәһе, Яңы Йыл байрамы, йәштәр саңғы шыуалар, пляжда ял итәләр, усаҡ янын-да шешлек бешерәләр. Таныш түгел йөҙҙәр, йәненә ят күренештәр.

Ҡыҙы хәҙер үҫеп етте, бәләкәй сағында әрпеш өйрәк бәпкәһеләй генә ине, хәҙер, ана, башҡа тиңдәштәренән айырылып күренгән ғорур аҡҡошҡа әүерелде. Төҫ-кә башҡа һуйған да ҡаплаған әсәһе, ә бына холҡо уға тартҡан: үҙһүҙле, алдына ал-ғанын еренә еткермәйенсә ҡуймай, һиҙгер һәм нескә күңелле һәм шул уҡ ваҡытта тура һүҙле. Бер нисә йылдан институтты тамамлар ҙа үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә теләр, һәр йәш кеше икенсе яртыһын табып ғаилә ҡора бит. Бынау Илшат тәү ҡа-рашҡа арыу ғына егет күренә, хәйер фотонан ғына уның ҡылыҡ-фиғелен ҡайһыл-айтып тойомламаҡ. Айгөлө кейәүгә сыҡһа ул ошо яландай өс бүлмәлә яңғыҙы ҡа-лырмы? Фатирҙарының ҡото, йәме күҙгә күренмәҫ матурлығы бит ул ҡыҙы. Сәй-ер, һәм ҡайһылыр кимәлдә рәхимһеҙ был донъя тигәнең, ҡыҙҙы үҫтер, тәрбиәлә, уҡыт та кемгәлер тоттор ҙа ебәр инде. Ниндәйерәк кешегә барып эләгә бит әле. Ҡыйырһытһа, йәберләһә, ата йөрәге нисек сыҙар? Буласаҡ кейәүен ошо фатирға ҡабул итергә лә риза. Иркенләп йәшәһендәр әйҙә, уға ни бәләкәй генә бер мөйөш тә еткән. Хәҙерге йәштәр үҙаллылыҡты, айырымланыуҙы хуп күрәләр шул. Яңғы-ҙы ҡалһа ауырып китере бар, кем янында булыр, кем ярҙам итер, йыуатыр, күтәрмәләр? Киләсәктә, олоғайған көнөндә уны яңғыҙлыҡ көтәме? Ҡурҡыныс, яңғыҙл-ыҡ тигән нимә, ҡайһылайыраҡ ҡурҡыныс! Миллионлы ҡалала йәшәйһең, һәм шул уҡ ваҡытта сүлдә аҙашып йөрөгән мосафирҙай япа-яңғыҙһың...

Һиҙгер ҡолағына Айгөлөнөң саҡырыуы салынғандай итте. Һиҫкәнеп китте лә ҡабаланып балконға сыҡты. Түбәндә, йорттоң тапҡыры подъезд ауыҙында улты-рғысҡа һаҡҡан ҡыҙ менән егеткә иғтибар итте. Бына егет ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡланы ла ирендәренә үрелде. «Что вы делаете? Не надо!» Тегеһе уның һайын әрһеҙ, һөм-һөҙ ҡылана, ҡыҙҙың иҙеүҙәрен ысҡындырып йыҡты ла өҫтөнә ҡапланды. «Отпус-ти, прошу тебя… » Быуылған, инәлеүле тауыш ишетелде. «Был бит Айгөл!» Йөрә-ге жыу итеп ҡалды. Ул бүлмәһенә ташланып ҡабаланып спорт костюмын кейҙе, сәнсеп-сәнсеп ауыртҡан тубыҡтарына иғтибар итеп тормай аяғына кроссовкалар-ын ҡата һалып, бәйләнмәгән шнурҙарын һөйрәлтеп тышҡа ынтылды. Саҡырыу төймәһенә баҫты. Аҫтан геүелдәп, шарт та шорт килеп, ығышып лифт күтәрелә башланы. «Шайтан арбаһы! Ул ҡасан бызмырҙап ҡалҡҡансы төшөп тә етер…» Ба-ҫҡыстар буйлап күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә түбәнгә ташланды. Ярты юлда шнурҙарына тышалып этаждар араһындағы майҙансыҡҡа гөрһөлдәне, башы таш стенаға бәре-лде, уң яҡ тубығындағы киҫкен ауыртыу үҙәгенә үтте. «Ай-й-й-й, инәңде!..» Бини-һая ваҡыт һыны ҡатып, тубыҡтарын ҡосаҡлап майҙансыҡта ултырҙы ла баҫҡыс тотонғосона йәбешеп ҡалҡты, ҡыҙыулыҡ менән, ауыртыуҙы онотоп ары туйтаңла-ны, тимер ишекте шар асып сыҡҡандан һуң теге, айпалашҡандарға йомолдо, ҡыҙҙың өҫтөндә ятҡан егеттең елкәһенән тотоп ҡалҡытты һәм бар көсөнә эйәк аҫ-тына тондорҙо. Теге ике-өс аҙым ситкә тәгәрәп барып төштө. Һары сәсле ҡыҙ ҙа тороп ултырҙы, ысҡынған төймәле иҙеүен йомарлап бөгөлдө, йөҙөн ҡаплап мыш-ҡылдап илап ебәрҙе. Бәй, был бит Айгөлө түгел!

- Һин, һин, кемдең ҡыҙы? Мин яңылыш… - Ғәфү үтенгәндәй буталып һөйл-әнде.

- Я живу в этом доме… Спасибо вам…

- Ты чё, папаша, в чужие дела лезешь?! - Хәлдең айышына төшөнөп өлгөр-гән әзмәүерҙәй буй-һынлы егет йоҙроҡтарын төйнәп уға килә башланы. Ҡул һуғ-ышы алымдарын белә ине, шуға һуғыуҙан янтайып өлгөрҙө лә бушлыҡты ҡосҡан беләктән эләктереп тоҡтай кәүҙәне башынан аша быраҡтырҙы.

- Больно… - Туҙанда тырпырап ятҡан егет туҡмалған сәүектәй шыңшыны.

- Киҫәтәм, әгәр беҙҙең йортҡа килеп тағы ла ошолай ҡыланып оятһыҙланып йөрөһәң минән яҡшылыҡ көтмә! - Ҡыҙға боролоп ҡысҡырҙы. - Һин дә ҡайт, бын-ан бүтән, ярты төн ауғансы урам ҡыҙырма! Үҙең ғәйепле!

Аҫҡаңлай-аҫҡаңлай инеү яғына ҡарай атланы. Ингәс тә апаруҡ ваҡыт тынысл-ана алмай улай-былай йөрөнө, шунан бәрелгән тубығы ныҡлап дыулай башлағас лып итеп ҡәнәфигә ялпашты, йәнә балағын күтәрҙе, баяғы дарыу менән ауыртҡан ерен һаҡ ҡына ыуырға кереште, үҙ алдына һөйләнде: «Ничего, до свадьбы зажив-ет… - Тик ғәмен яңынан Айгөлөн көтөү биләп алғас ҡулындағын ситкә атып бәрҙе лә сикәләрен ҡушуслап тынып ҡалды, был юлы ап-асыҡ итеп, баяғы әйткәнен яң-ынан ҡабатлап әллә ҡайҙа йөрөгән ҡыҙын киҫәтте: «Ҡайтып ҡына күрен иманың-ды уҡытырмын! Күрмәгәнеңде күрһәтермен!.. Ул да был мәлдә анау ҡыҙ һымаҡ аҙып-туҙып йөрөйҙөр әле, ә һин ултыр инде йөрәгеңде ыуып, ҡурҡып, шөбһәлән-

еп. Саҡ ҡына минең хаҡта уйлап ҡараһасы икән. Әсә күңеле балала, бала күңеле далала, тигәндәре шулдыр күрәһең… »

Янай инде алъюҫыҡҡа, әммә ҡыҙына бер тапҡыр ҙа, бармаҡ осо менән дә ҡағыл-маны ошоғаса. Маңҡа малайға бил ҡайышын күрһәтеп алырға мөмкин, ә ҡыҙҙа-рға икенсе тәрбиә алымы кәрәк, йәнә ул бит ҡайыш менән янау, сыбыҡ күрһәтеп ҡурҡытыу йәшенән үткән. Бәләкәй сағында күпкә еңелерәк ине, сикте ашырып ҡу-лсырланып китһә асыуһыҙ, ҡырағаһыҙ ғына осаһына сәпелдәтеп ала, уныһы ла яратыуға, һөйөп алыуға тартым килеп сыға. Хәлиҙәгә әйтерен атаһы әсәһе аша ет-керә торғайны. Күпкә еңел булған атаһына, ә ул яңғыҙы, өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре генә белер һәм бүлешер серҙәре була.

Рәзилә уларҙы ташлап киткәс аптыранды башта, ни ҡылырға белмәй юғалып ҡалды. Иртә таң менән ҡыҙын балалар баҡсаһына алып бара ла көнө буйы эштә ҡыяла, шунан ҡабаланып ҡайтыу яғына йүнәлә, сөнки уны ҡыҙы көтә, саҡҡа ғына булһа ла һуңларға ярамай. Юл ыңғайы магазиндарға һуғылып аҙыҡ-түлек, Айгө-лгә тәм-том алалар. Ял көндәре паркта ял итеүҙе шунан ҡурсаҡ театрында тамаша ҡарауҙы иҫәпкә алмағанда кистәрҙе бергә үткәрәләр, ҡайҙа ла булһа сығып әйлән-еү уйына инеп тә сыҡмай, ҡунаҡҡа барырға яҡын дуҫтары, тығыҙ аралашҡан тан-ыштары юҡ. Иптәш егеттәре ғаилә ҡороп бөттөләр, улар менән ҡатнашыр ине лә ярты-йорто тормош көткәндәр бөтөн, түңәрәк ғаиләлеләр өсөн ят, аңлашылып бө-тмәгән донъя шул, уртаҡлашыр яңылыҡтары, бүлешер ҡыуаныстары ҡапма ҡар-шы. Көнитмешен үҙгәртеп өйләнеү хаҡында уйлап та ҡарамай, ауыҙы бер беште бит инде, ә ундайҙар һалҡынды ла өрөп ҡабыусан. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ кәңәшеһ-еҙ ҡыҙ баланы тәрбиәләү мөмкин түгел. Айгөлгә өс йәш тигәндә Хәлиҙә кейәүгә сығып Өфөлә төпләнде. Төп терәгенә әүерелде ҡарындашы. Кисекмәҫтән килеп сыҡҡан йомоштарын йомошлағанда, йә һуңға ҡалырға тура килгәндә, Айгөлө өс-өн борсолмай, сөнки ҡыҙының ҡараулы һәм ҡурсалаулы икәнлеген белә. Йәнә, эшендә, иҡтисад бүлектә эшләгән Йәмилә ярҙамға килә. Аҡыллы, әҙәпле ҡатын ул, ире аварияға эләгеп үлеп ҡалған. Малай тәрбиәләй. Айгөлдөң йәшендә. Хәстә-рҙәре һәм мохтажлыҡтары бер. Йәмиләнең малайына атай тәрбиәһе кәрәк, уның Айгөлө әсә наҙына мохтаж. Тиҫтә йылдар самаһы элек әле эштән сығып ҡайтыу яғына бергә атлағайнылар. Йәмилә уға баштан-аяҡ һирпелеп кәңәшен биргәйне: «Ир-ат халҡы ҙур сабый менән бер. Ул һәр ваҡыт бағыуға, хәстәләүгә мохтаж, өйл-ән, Хәлил, ҡарауһыҙға әйләнеп бараһың, юғиһә…» «Ә үҙең һуң, Йәмилә, ниндәй-ерәк уйҙаһың?..» «Беҙ бит ҡырҡ сыраҡлы, тормош ауырлыҡтарына бирешә һалып бармайбыҙ, бер үк ваҡытта ҡатын да һәм ир ҙә була беләбеҙ… Тормошома килгә-ндә, уны үҙгәртергә йыйынмайым әлегә, Рөстәм әҙерәк быуынға, аҡылға ултырһ-ын, ары күҙ күрер… Уны күрәләтә етем итәһем килмәй… Рәнйеп барыусан, хисле, урынһыҙ ҡыйырһытыуҙы күтәрә алмаҫ… Улым ҡабул итерлек атай, миңә терәк булырҙай ир таба алырмынмы? Белмәйем…» «Әгәр мин кейәүгә сығырға тәҡдим яһаһам, килер инеңме, Йәмилә ?» Тормошон тиҙ генә үҙгәртергә яйы булмаһа ла, һынамаға биргәйне был һорауын. Йәмилә ҡатын-ҡыҙ булараҡ оҡшай уға. Ул ида-ралыҡҡа килеп инһә, донъя яҡтырып, йылынып киткәндәй тойола. «Һин нимә, Хәлил? - Йәмилә көлөп ебәргәйне шул саҡ, - үткәндә мин һеҙ икәүҙе урамда тап иткәнде хәтерлә әле? Айгөл һине һығып ҡосаҡлап, миңә ашарҙай итеп яратмай

ҡарап торҙо. Ул һине ҡыҙғана!» Шул һөйләшеүҙән һуң күпме ваҡыт үтте. Ана бит балалары үҫеп етте: ҡыҙы университетта уҡып йөрөй, Рөстәм ишетеп белеүенсә нефть институтында. Егет ҡырыҫ,үтә лә етди күренә. Бер нисә йыл элек коллектив менән театрға барғайнылар. Һуңынан Йәмиләне йортона ҡәҙәр оҙатып ҡуйҙы. Шунда беседкала ултырҙылар бер аҙ. Рөстәм килеп сыҡты. Йөҙө боҙолоп киткән, һалҡын, рәсми генә баш ҡағып иҫәнләшкәс әсәһенә үпкәләп өндәште: «Ты где пр-опадаешь мам, а я тебя потерял, могла же звонить, предупредить!» «Хәлил ағайың менән таныш иң әүәл…» «Очень приятно…» Рөстәм исемен әйтеп теләр-теләмәҫ кенә ҡулын һондо. Устары яҫы, ныҡ, ҡаты. Әсәһе инеп киткәс егет туранан бәрҙе: «Мне кажется вы по ошибке, случайно завернули сюда… Давайте договоримся, за-будьте сюда дорогу! Маму в обиду не дам! До свидание!» Нимә тип кенә яуаплаһ-ын инде, ғәйепле кешеләй китте лә барҙы. Ана бит, Айгөлө уны Йәмиләнән ҡыҙға-нды, ә Рөстәм хәҙер бит егет ҡоронда… Бала үҫеп еткәс тә, унан ары ла бала инде ул, улар өсөн ата-әсәй ҡәҙерле уйынсыҡҡа бәрәбәр, бер кем менән дә бүлешкелә-ре лә уртаҡлашҡылары ла килмәй. Гел генә шулай хәстәрләп, ҡурсалап, йүнләп, юҡты бар итеп табып яндарында йөрөп ятырға тейештәр.

Фатир ишеге асылды. Айгөлө ҡайтты тимәк. Шыпырт ҡына бүлмәһенә йүнәлде.

- Ҡыҙым, бында ин әле!

- Привет, пап! - Сикәһенән әп итеп алды ла ҡаршыһына баҫты.

- Ултыр ҡаршыма, торма һерәйеп!

Күндәм генә ултырған ҡыҙына уҫал итеп ҡараны. Берауыҡ өндәшмәне. Айгөлө ҡыҙыҡһына һалды:

- Пап, ауырып киттеңме? Колени болят, да? Фатирҙан лекарством пахнет.

- Минең тубыҡтарым ауыртмай йөрәгем ауырта!

- Сердце?! Ты давай, ложись, сейчас скорую вызвем! - Ҡыҙы өтәләнеп теле-фон яғына йүнәлде.

- Кәрәкмәй! Ҡайҙа юғалдың һин Айгөл, сәғәткә ҡара әле, ярты төн ауыш-ҡан!

- Илшат менән экзаменға готовились.

- Кемдәрҙә әҙерләндегеҙ инде?

- Илшаттарҙа…

- Ата-әсәһе өйҙәләр инеме?

- Где же им быть, конечно дома. У Ильшата отдельная комната, как у меня.

- Ни сәбәптән телефоның һүндерелгән?

- Һүндерелмәгән, батарейка села, забыла вовремя подзарядить.

- Һинең бөтәһе лә шыма ғына килеп сыға, Айгөл! Ә беләһеңме, ҡыҙ кешегә ят фатирҙа ярты төн ауышҡансы ултырыу әҙәпһеҙлек!

- Мин унда ят түгел… Һин әйткән төшөнсәләр иҫкелек ҡалдығы, пап!

- Эйе, миндә мамонттар дәүеренән килгән тәүтормош төшөнсәләре, ә һеҙ заман кешеләре, һеҙҙе аңлау һәм төшөнөү ауыр! - Тоҡана барыуын тойоп тороп уҡ китте. Елтәңләп залда ары бире йөрөп алғас ҡәнәфи ҡырынан урын алған Ай-гөлдөң ҡаршыһына баҫып һуҡ бармағын уға сәнсте. - Хәҙер үк, әйт ҡайҙа йөрөн-өң?

- Я тебя не узнаю пап, что стряслось? Илшаттарҙа тинем бит…

- Беләм мин ул малай аҡтығының уйын һәм теләген, улар бөтәһе лә бер ҡап та бер һап!

- Атай!

- Нимә, атай? Ул һине әле оҙатырға килдеме, подъезд эргәһендәге ултырғы-ста ултырҙығыҙмы?

- Эйе…

- Ана бит! Һиңә ҡағылды ламы?

- Атай, ниндәй һорауҙар бирәһең ул, мин бит бала түгел!

- Бала! Һин минең өсөн һәр ваҡыт бала! Бынан бүтән сығам тип ауыҙыңды асып ҡына ҡара! Ҡайтаһың, дәрестәреңде әҙерләйһең, һәм сәғәт унда йоҡларға ят-аһың!

- Юҡ шул пап, иртәгә йома, шәмбе көн беҙ с друзьями выезжаем на приро-ду, с ночовкой.

- Бармайһың, тинем бит!

- Хәл иттек. Решено.

- Кемдән һораның әле, сығырғамы-юҡмы икәнлекте? Кем хәл итте?

- В субботу Илшаттың тыуған көн, без меня вечер не получится.

- Эйе, һин генә бит ул донъяның тотҡаһы! Йөрөмәйһең!

- Поеду, пап!

- Ах, һин шулаймы ни әле! - Ҡыҙының сикәһенә сабып ебәреүен үҙе лә аб-айламаны. Был күҙ асып йомған арала эшләнгән хәрәкәттән өй эсендә ауыр тын-лыҡ урынлашты. Күҙҙәрен шарҙай асып, ғәжәпләнеп ҡараған Айгөлө яй ғына ур-ынынан ҡалҡты.

- Атай, һин миңә һуҡтыңмы? Миңә ҡул күтәрә башланыңмы? - Был һүҙҙәрҙе асыҡ итеп башҡортсалап әйтте. Ә уның әйтер яуабы юҡ, ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай тет-рәнгән. Айгөл ҡойондай өйрөлөп илай-илай бүлмәһенә ташланды ла спорт сум-каһына әйберҙәрен тултырырға кереште, ә ул быуынһыҙланып ҡәнәфигә шылып төштө. Бына ҡыҙы уҡтай атылып кире залға сыҡты:

- Я от тебя ухожу пап! Ухожу навсегда. Живи без меня, своими принципами и правилами! Әсәй киткән бит, мин дә китәм! Һин бер ҡатын менән дә һыйышып йәшәй алмаясаҡһың! Мама поступила мудро, и я повторяю ее поступок!

Фатир ишеге шартлап ябылды, геүелдәп лифт өҫкә күтәрелде, шарт та шорт ыңғырашып кире аҫҡа түбәнләне. Нимә ҡылды һуң әле ул? Тәүге тапҡыр ҡыҙына ҡул күтәрҙе. Ни сәбәптән? Һәүетемсә генә иртән иртәнсәк, тынысланғас хәл итә ала ине бит. Хәйерһеҙ анау егет менән ҡыҙҙы күргәс ҡыҙыл сепрәк менән ярһыт-ҡан үгеҙ ише ҡыҙҙы ла китте шул. Сикәһенә сапты ла телдән ҡалды, хатта ҡыҙын-ан ғәфү үтенә, ҡал, тип тә әйтә алманы. Һенағастай бер килке һүҙһеҙ суҡайҙы. «Әсәйем һинән киткән, һәм дөрөҫ тә эшләгән…» Айгөлдөң үҙәләнеп ҡысҡырыуы ҡолағында яңғырағандай итте. «Һин хаҡлы түгел, яңылышаһың, ҡыҙым…» Тештә-рен шығырҙатып үҙ алдына һөйләнде лә диванға шылды шунан бөгәрләнеп ҡыр-ын ятты, өшөгәндәй ике ҡулын ҡаушырып бөгәрләнде.

Дүрт йыл элек тап итте бит Рәзиләне. Көтмәгәндә-уйламағанда осраштылар. Осраштылар, тик ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшмәнеләр генә.

Башҡортостан нефть эшкәртеү заводының делегацияһы Төмән өлкәһенә тәжрибә уртаҡлашырға барғайны. Ике көнгә һуҙылған осрашыуҙар, фекер алышыуҙарҙан һуң йомғаҡлау өлөшө тамамланғас хужалар ҙур ресторанға хушлашыу мәжлесенә саҡырҙылар. Ошонда уҡ төрлө жанрҙарҙа сығыш яһаған артистарҙы йыйға-ндар, ҡунаҡтарҙың зауығын иҫәпкә алып программаға ҡурай моңдарын, башҡорт йырҙарын да индергәндәр. Шул артистар араһында Рәзилә лә бар ине. Тертләп китте, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе, унан ҡарашын ала алмай юғалып ҡалды. Рәзилә үҙгәргән; һомғол кәүҙәһе йоҡарған, яурындары ауыр йөк күтәргәндәгеләй һалынып төшкәндәр, йөҙө лә нур әҫәрен юғалтып йонсоу, мәгәр юйыла барған күркәмлектә элекке сибәрлек төҫмөрләнә. Күп ҡулдар аша үтеп өҙлөкһөҙ уйнатылған тәтәй ҡурсаҡ туҙмаһа ла ваҡыт үтеү менән уның сафлығы, күркәмлеге китә бит, Рәзилә лә шул ҡиәфәттә ҡалған. Элекке сағыу, үҙенсәлекле тауышы ла бер аҙ ултырған төҫлө, хәрәкәттәре, атлап йөрөүе лә талсыҡҡан, арыған кешене хәтерләтә. Буяҡ-кремдарға төрөлгән тышҡы ялтырауыҡ аша шуларҙы тойомланы. Мәжлестә һуң ҡунаҡханаға ҡайтып сисенеп тә өлгөрмәне, өҫтәлдәге телефон шылтыраны. Кем шылтырата икән был мәлдә? Айгөлө тиер инең, ул кеҫә телефонын ҡуллана ғәҙәттә. Шулай ҙа шөбһәләнеп китте, һаҡ ҡына итеп өндәште:

- Алё…

- Хәйерле төн, Хәлил Йәноҙаҡов! - Күп йылдар үтһә лә йәненә яҡын тауышты таныны.

- Һаумы, Рәзилә.

- Лыҡа тулы залдағы халыҡ араһынан таныным бит һине. Үтә кәрәккәс телефон номерыңды ла таптым.

- Мин дә таныным. Хәлдәрең нисек?

- Ҡурсаҡтың хәлен һорашмайҙар, ул бер ҡулдан икенсеһенә күсә. Бары шул ғына. Һөйләшә алаһыңмы?

- Хатта таң һыҙылғанса мөмкин. Мин люкста.

- Круто. Ә мин һинең менән бик теләһәм дә осраша алмайым. Телефондан ғына һөйләшәйек, былай ҡулайыраҡ, сөнки йөҙөмдө күрмәйһең. Айгөл нисек? Оят, түбәнселек булһа ла бына нисәмә йылдар үткәс һорайым инде.

- Мәктәпте тамамлай. Яҡшы уҡый.

- Минең хаҡта бер аҙ булһа ла беләме һуң?

- Әсәйең үлде, тинем.

- Дөрөҫ әйткәнһең. Ошонан да юғарыраҡ баһаға лайыҡ түгелмен. Өйләнде-ңме?

- Уны ике тапҡыр етем итә алмайым. Бәлиғ булмаған бит әле ул.

- Аҡыллы кешеһең һин, Хәлил.

- Аҡыллы, һәйбәт кешенән ҡатыны китмәй. Үҙеңдең хаҡында ла һөйлә әҙер-әк?

– Тимәк ҡатының елбәҙәк холоҡло, йүнһеҙ булған. - Рәзилә фекерен тупла-ғандыр бер аҙ тын ҡалды. - Үҙем хаҡында нимә генә һөйләйем икән? Даланан ел ыңғайына тәгәрәгән ҡамғаҡтай маҡсатһыҙ, ынтылышһыҙ, хыялһыҙ, өмөтһөҙ көн ителде инде шунда. Эйәреп киткән ирем, аҡсаһынан үтеп мине күрә лә, ҡатыны булараҡ хәстәрләй ҙә алманы. Көтмәгәндә ҡаты ауырып киткәс мине ташланы, йәшерәк, һылыуыраҡты тапты. Рәхимһеҙ, мәрхәмәтһеҙ, иманһыҙ шул бизнес донъяһының үлсәүҙәре, уның яҙылмаған ҡанундары башҡа, һәммәһе аҡса ҡөҙрәте аша, аҡса күҙлегенән, файҙалы-файҙаһыҙ ҡалыбына һалып хәл ителә. Ары килем килтерә алмайһың икән, һине сығарып бырғыталар, урыныңа икенсе йәриә баҫа. Аллаһыҙ әйләнгән, берәүҙәр өҫкә ҡалҡып сыҡҡан, икенселәр түбән тәгәрәгән, әҙ-әм балаһының көнитмешен бутаған, яҡшы менән яманды бергә болғаған миһыр-банһыҙ мөхит, шайтан ҡуласаһы ул алыш-биреш мөхите. Ә уға өҙлөкһөҙ алдаш-тырып, ымһындырып, йәлеп итеп үҙенә саҡырып торған һаҙағайҙар кәрәк. Һаҙа-ғай балҡый ғына, әммә йылытмай. Ҡайһылыр мәлдә күкрәкте йәмләгән матур сә-скә инем, һулығас сүп һауытына ырғыттылар. Ирем алдымда аҡланырға теләптер ике бүлмәле фатир алып бирҙе. Сит-ят яҡтарҙа яҡлаусыһыҙ, һаҡлаусыһыҙ йәшәү мөмкин түгел, шуға өсөнсөгә кейәүгә сыҡтым. Ул тәү ҡарамаҡҡа ирәбе, кешелекле күренһә лә араҡы шешәһенең төбөнә ҡарап көнөн үткәргән, йәшәү маҡсаты баш төҙәтеүҙән ары китмәгән эскесе булып сыҡты, өйләнешеп өс йыл йәшәгәс лаяҡыл иҫерек килеш һалҡында ятып ҡатты. Хәҙер малай үҫтерәм. Ул наркоман. Өйҙәге бар әйберҙе сығарып һата, берҙән-бер байлыҡ телефон ғына тороп ҡалды. Мине донъя менән ошо аппарат ҡына бәйләй шикелле. Тәғәйен эш урыным да юҡ. Кискеһен һеҙ барған ресторанда йырлап тамаҡ туйҙырам. Көндәлек, йән аҫырарлыҡ аҡса шунан килә. Әсәйем дә үлеп ҡалған тип ишеттем. Һуңғы ҡәҙер-хөрмәтемде күрһәтеп, бирәсәгемде үтәп ерләшә лә алманым. Юллыҡ аҡса ла кәрәк бит әле, уныһын ҡайҙан алмаҡ йә тапмаҡ? Атай-әсәйеңә алып ҡайтып бата уҡырытырға теләгәйнең, хәтереңдәме? Бәлки, һин хаҡлы ла булғанһыңдыр, сөнки никах иң әүәл юғарыла, Алла тарафынан раҫлана. Шул саҡта айырылмаҫ та инек, бәлки. Иғтибар иттеңме, таҙа, үҙебеҙсә һөйләгәнемде? Башҡортса китаптар уҡыйым хәҙер, асылыма ҡайтырға ынтылам. Ә бит ошоғаса йә башҡорт, йә икенсе милләт түгел күк менән ер араһында аҫылынып йәшәгәнмен, дөрөҫөрәге тереклек иткәнмен. Теге саҡ һине ташлап киткәс ваҡыт үтеү менән ҡыҙҙары тарафынан ҡыйырһытылған, ситкә тибәрелгән Лирға әүерелерһең, тип уйлағайным. Шекспирҙың «Король Лир»ы хаҡында әйтеүем. Яңылышҡанмын, сөнки игелек эшләгән кешегә ҡылғаны игелек булып мотлаҡ кире әйләнеп ҡайта. Киләсәктә Айгөлдән тик яҡшылыҡ ҡына күреп йәшәрһең, быға иманым камил. Шул уҡ Лирға яңынан әйләнеп ҡайтам. Иң аҙаҡтан ул үҙен уратып алған һаҡсыларынан баш тарта, хатта өҫтөмә кейгән кейемем артыҡ ти. Шул бахыр ҡарт хәлендәмен бөгөн, миңә лә бер ни ҙә кәрәкмәй… Минең турала Айгөлгә бер ни ҙә әйтмә инде. Нимәгә кәрәк ул? Мәрхүмә әсәйемдең артынан юлланырға оҙаҡ ҡалмағандыр, шуны һиҙәм. Һиҙәм, әммә килер әжәлдән ҡурҡыу ҙа, өркөү ҙә юҡ. Яҙмыштар ҡабатлана икән ул, бына мин дә атайымдың яҙмышын ҡабатлайым. Ул да беҙҙе ташлап сығып киткәс, аҙып-туҙып йөрөп үлеп ҡалғайны. Хәҙер миңә сират… Бер ваҡытта ла яманлыҡ эшләргә ярамай, шуға инандым, ул иртәме-һуңмы барыбер ҡылғаның кимәлендә һәм дәүмәлендә ҡарғыш булып кире әйләнеп ҡайта. Һинең менән йәшәлгән матур йылдарымдың бүләге итеп бер нимә хаҡында ғына үтенәм, телефон номерымды яҙып ал әле. Онотҡанда бер тапҡыр ғына булһа ла шылтырат. Һиңә яуап бирмәҫтәр. Шулай булһа ла: «Хәлдәрең нисек, Рәзилә? Бирешмә инде, бер аҙға, тағы ла бер көнгә булһа ла сыҙа», тигән. Үтенәм. Йә, ярай, хуш. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә… Бәйләнеш өҙөлдө, ҡыҫҡа гудоктар пипелдәне. Ҡайтҡас аҙна аҙағы етһә, Айгөлөнөң фатирҙа юҡ сағын һайлап, теге номерға шылтырата, шылтырата ла трубканы алһалар, Рәзилә үтенгән һүҙҙәрҙе әйтә. Теге ос ауыр уфтана, бер нисә тапҡыр үкһеү ҡолағына салынды. Тик яуап биреүсе, нимәлер хаҡында үтенеүсе генә булманы. Һуңғы тапҡыр трубканы тупаҫ һөйләшкән үҫмер алды: «Что вам надо?» Хәлде аңлап өлгөргәнгә әйтә һалды: «Здравствуйте, пожалуйста пригласите вашу маму к телефону…» «Ее нет, она умерла, наглоталась снотворных таблеток, дура!»

Шул һүҙҙәрҙе яңынан ишеткәндәй, тороп ултырҙы, ишек төбөндәге телефон аппаратына күҙ атты. Яҡынланы ла күңеленә яҡын һандарҙы йыйҙы. Оҙаҡ ҡына яҡынлаусы булманы, бына таныш тауыш ишетелде:

- Тыңлайым…

- Был мин, Йәмилә, бер үк ғәфү итә күр, йоҡоңдан уятып ете төн уртаһында шылтыратам…

- Нимә булды, ауырып киттеңме әллә? - Хафаланып һораны.

- Борсолма, юҡ, һинең тауышыңды ишеткем килде лә шылтырам бына.

- Һаташып уянмағанһыңдыр ҙа ул, Хәлил? Бала-саға һымаҡ ҡыланма, әйт, нимә булды?

- Айгөл сығып китте…

Теге оста берауыҡ тынлыҡ урынлашты:

- Кем ғәйепле?

- Мин шул…

- Сығып китерлек үк булғас туҙынғанһыңдыр инде?

- Шулайттым шу… - Һуҡтым, тип әйтергә теле әйләнмәне. - Миңә нимә эшләргә, Йәмилә, ә?

- Нимә эшләргә булһын, табырға һәм ғәфү үтенергә!

- Мин бит атай кеше, ә ул минең балам…

- Атай кеше булған өсөн дә ғәфү үтенә бел. Ғәйеп һиндә бит.

- Кире ҡайтырмы икән?

- Ҡайтыр, ҡайтмай ҡайҙа ғына барыр тиһең. Тынысланыр ҙа ҡайтыр.

- Төн уртаһында борсоғаным өсөн берүк ғәфү ит. Тыныс йоҡо.

- Һиңә лә.

Трубканы һалды ла уйға ҡалды. Йәмилә тыныс йоҡо теләне лә ул, ҡайҙа инде тыныс төн үткәреү, ошолай өҙгәләнеп таң аттырыр инде.

Ҡайҙа китте икән Айгөлө? Әгәр ярһыуына барып поезға һағып башы һуҡҡан яҡҡа сығып китһә? Ул ғына ла түгел поезд аҫтына ташланһа? Булыр хәҙерге йәштәрҙән, уны-быны уйлап тормайҙар бит улар. Яңыраҡ бер сығарылыш класы уҡы-усыһы дөйөм дәүләт имтиханы тапшыра алмаған өсөн генә ҡан тамырын ҡырҡ-ҡан, саҡ ҡотҡарып ҡалғандар. «Аяҡ аҫтында ятҡан бәлә, былай килеп сығыр тип кем уйлаған?» Ҡото осоп үрһәләнеп, залды кәлепләп йөрөп алды. Әгәр парк аша үткәнендә хулигандар эләктерһә? Шылтыратырға йыйынды ла ҡыҙының телефо-ны эшләмәүен иҫенә төшөрөп уйынан кире ҡайтты. Исмаһам Илшаттың да номерын белмәй бит, уңайһыҙланыуын, тартыныуын ситкә ҡуйып һөйләшер, кәңәш һорар ине, билләһи. Әллә милицияға хәбәр итергәме? Унан ни файҙа, таң атмай тороп ҡымғырламаясаҡтар. Башында ҡайнашҡан бәйләнешһеҙ уйҙар теҙмәһенән арынырға теләп ванна бүлмәһенә инде лә һалҡын һыуҙы асып аҫтына башын ҡуйҙы. Сәстәренән, сикәләренән аҡҡан боҙҙай һалҡын һыу зиһенен сафландырғандай итте. Һиҫкәндереп телефон шылтыраны. Шунда ташланды ла, трубканы күтәргән ыңғайы еүеш ленолиумға аяғы тайып гөрһөлдәп иҙәнгә ауҙы. Был ниндәй төн булды әле, өҙлөкһөҙ абына ла һөрөнә? Ҡасан үтер ул? Ҡулындағыһы ҡап урталай һынып сыҡҡан, сымдары ғына аҫылынып күренә. Шул ике яртының береһен ҡолағына икенсеһен ауыҙына ҡуйып ҡабаланып яуапланы.

- Айгөл, ҡыҙым!

- Нимә унда, ҡыҙыңды ҡыуалап сығарып, инде фатирыңды емерә башланы-ңмы?

- Хәлиҙә, был һинме? Айгөл һиндәме әллә?

- Миндә, миндә, тынысландырып яңы ғына йоҡларға һалдым.

- Хәлиҙә! Атайың яңылыш эшләгән, ғәфү үтенә, тигән.

- Эйе, хәҙер, әйтте ти әйтмәй ҙә, кеше аша аҡлана берәү.

- Улайһа таң атыу менән ҡайтһын!

- Уныһын да ҡуша алмайым. Ҡыуып сығарған һымаҡ була. Үҙе хәл итһен.

- Улайһа үҙегеҙҙән ебәрмәгеҙ инде берүк, ҡарап ҡына тороғоҙ. Иртәнсәк Айгөл кофе эсә, шунан ҡыҙҙырылған йомортҡа ашай. Иртәгә институтҡа барһа буфетлыҡ аҡсаһы бармы икән, шуны ла ҡара.

- Белмәгән инем, ҡайһылай хәстәрлекле атай икәнһең дә баһа. Здорово! Ярай, хуш, һинең менән икенсерәк итеп һөйләшәһе бар әле.

Йоҡоһоҙ таң аттырҙы ла эшенә китте. Кеҫә телефоны бына-бына һөрән һалып ебәрер төҫлө. Өнө-ымы юҡ. Башҡа ваҡытта ҡыҙы сәбәпле-сәбәпһеҙгә шылтыратып шаулап ебәрә торғайны: «Привет пап, как дела? У меня все хорошо, бөтәһе лә яп-яҡшы! Пока!» Шул һөйләшеүҙән һуң донъя көйләнеп, эше яйланып китә торғайны. Төшкә саҡлы һүлпән, теләкһеҙ генә ҡыймылданы ла һылтау табып идаралыҡҡа һуғылды. Бәлки, Йәмилә берәй йылы һүҙ әйтер? Әйтте ти әйтмәй ҙә. Баш ҡағып, рәсми иҫәнләшеү менән генә сикләнде. Тимәк, ул да Айгөл менән теләктәш, уның яҡлы. Кискеһен аҙыҡ-түлек магазинына һуғылып пакет тултырып Айгөлөнөң яратҡан тәмлекәстәрен алды ла фатирына ҡайтты. Бер кем дә юҡ икән-леген белә-күрә бүлмәләрҙе байҡап сыҡты. Һәммәһен һоро ҡотһоҙлоҡ, бөләңгертлек баҫҡан. Телевизор тоҡандырҙы, әммә экранда йыбырлашҡан кадрҙар аңлашылманы, зиһенен ҡуҙғытманы. Кисәге йоҡоһоҙлоҡ барыбер үҙенекен итте, шул-ай ятҡан килеш ойоп китте.

Төшөнә Рәзилә инде. Ҡый, сүп-сар баҫҡан юл сатында тора. Бәләкәй Айгөлдө етәкләп алған. Ҡыҙының өҫтөндә теге беренсе класҡа барған мәктәп формаһы, ба-шындағы ҙур банты ла элекке һымаҡ бер яҡҡа ҡырын ҡаҙалған. Рәзиләнең йөҙө йонсоу, шулай ҙа уға хәстәрлекле итеп, яратып ҡарай. Бына ул телгә килде: «Ни эшләп Айгөлдө ҡарауһыҙ сығараһың тағы? Мә, башҡаса улай итмә…» Айгөлдө уның яғына этәрә. «Рәзилә, һин үҙеңсе, ниңә ҡайтмайһың?» Аңҡауына йәбешкән телен саҡ ҡымғырлатып әйтте. Рәзилә ҡапыл юҡҡа сыҡты, бары иңрәүле тауышы ғына алыҫайғандан-алыҫая бара. «Мин китеп барам бит, юл ыңғайы ғына туҡтал-дым… юл ыңғайы ғына… ыңғайы ғына…» Тауыш һүнгәндән һүнә барып бушлыҡ-та ирене, юҡҡа сыҡты…

Иртән сәстәренән йомшаҡ итеп һыйпауға уянды. Айгөлө ҡайтҡан икән дә баһа. Ауырлыҡ менән ҡалҡты ла аяғын дивандан һалындырҙы.

- Хәйерле иртә, атай, мин ҡайттым…

- Хәйерле иртә, ҡыҙым…

- Кисә яңылыш, ялған һүҙҙәр әйттем…

- Мин дә дөрөҫ эшләмәнем… Һине көтөп ашағаным да юҡ әле. - Әле генә ныҡ асығыуын тойҙо.

Өҫтәл артына ултырҙылар.

- Иртәгә шәмбе, Йәмилә апай менән Илшатты үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырып сығарайыҡмы әллә? Ниңә ҡырға сығырға, беҙҙең йортобоҙ бар бит!

- Үҙең хәл ит, ҡыҙым, мин риза, ҡуш ҡуллап риза!

Эшенә ҡабаланып, еңел атлап подъездан килеп сыҡты ла ҡыуанып юғарыға ҡараны. Унда ҡотло фатирҙарының ҡояшлы тәҙрәләре балҡып күренә ине.

 

Автор: Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

 

Атай (хикәйә)
Атай (хикәйә)
Автор:
Читайте нас в