Мәрйәм Бураҡаева буҙаны нисек эшләй?
Буҙа – халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған шифалы, туҡлыҡлы эсемлек. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, онталған һолонан әҙерләнгән. Күбекләнеп торһон өсөн малдың эс майын йәки аҡ май ҡушҡандар. Буҙа ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.
Бығаса буҙаны башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғына эшләп килделәр. Ә бөгөн ул киң таралған, файҙаһы танылған эсемлеккә әйләнә бара. Һәр кем уны үҙенсә эшләй, кемдер бөтөнләй май йәки шәкәр ҡушмай, кемдер, киреһенсә, аҙ ғына татлыландырыу яҡлы.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға абруйлы ағинәй, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм апай Бураҡаеваның рецебын тәҡдим итәбеҙ:
– Мин был шифалы эсемлекте 200 грамлыҡ буҙа ҡатнашмаһынан яһайым. Унда төп компонент - һоло, шулай уҡ арыш, ваҡ талҡан, тананың эске майы ҡатнаштырылған. Уны “Буҙа ҡатнашмаһы” тип атайбыҙ һәм заказ буйынса ғына цехта эшләткәс, такси менән оҙатабыҙ.
Әле 200 грамлыҡ буҙа ҡатнашмаһы өс литрға иҫәпләнгән. Аҙаҡ, әсеп сыҡҡас, ҡайнап һыуынған һыуға шәкәр татытып (сәйгә һалған сама менән) шыйыҡлатырға мөмкин.
Эш барышы: буҙа ҡайната торған кәстрүлгә (дүрт-биш литрлыҡ булһын, ташып китеүе ихтимал) бер ҡап ҡатнашманы тотош һалығыҙ. Шунан ярты литр самаһы һалҡын һыу ҡойоп, ентекләп бутағыҙ. Бер төйөрө лә ҡалмаһын. Быныһын ултыртып ҡуйығыҙ ҙа, икенсе һауыт алып, ике литрҙан ашыуыраҡ (йәмғеһе 2,5-3 литр тинек бит инде) һыуҙы айырым ҡайнатығыҙ. Бының буҙа сифаты өсөн әһәмиәте юҡ. Фәҡәт эште тиҙләтә һәм еңеләйтә. Айырым ҡайнатып сығарғас, кәстрүлгә, теге болғатып ултыртҡан ҡатнашма өҫтөнә ҡойоп, ентекләп болғатаһың да талғын ғына утта 40 минут буйы бешерәһең. Төбөнә ултырмаһын өсөн даими болғап алырға кәрәк. 40 минут ҡайнағас, һыуытырға ҡуяһың. Бүлмә температураһына етеп һыуынғас, ике аш ҡалағы шәкәр һәм әсетке һалып, өҫтөн матурлап ябып ултыртаһың.
Әсетке һәм әсеү. Әсетке булараҡ стакан ярым тирәһе ҡымыҙ йәки электән алып ҡалынған 500 грамм самаһы буҙаны ҡулланығыҙ. Сөпрә ярамай, ундай буҙаның шифаһы булмай. Әсетеү өсөн ҡулланылған ҡымыҙ йәки буҙа йылы – бүлмә температураһында булһын. Шифаһын күрегеҙ!
https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2020-12-25/m-ry-m-bura-aeva-bu-any-nisek-eshl-y-1245464