+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2022, 22:10

КҮСТӘНӘСКӘ ҺИНД СӘЙЕ

Талонға йәшәгән заман. Магазиндарға әйбер кеше башына иҫәпләп кенә килә, талондар менән һатып алабыҙ. Ғаиләлә кеше башы күп булған һайын, әйбер күберәк килә. Һүҙем һинд сәйе тураһында ине бит әле. Беҙ ғаиләлә ун бер кеше булғас, һинд сәйе магазингә килгән һайын ун бер ҡап алабыҙ. Сәйем күп йыйылып китте бер заман, шифоньерҙың өҫкө бүлкәте тулып, һыймай башланы. Һинд сәйен бик яратып эсәбеҙ, ә шулай ҙа күп килгәс эсеп бөтә алмағаны йыйыла бара инде.

КҮСТӘНӘСКӘ ҺИНД СӘЙЕ
КҮСТӘНӘСКӘ ҺИНД СӘЙЕ

Әйҙә йыйылһын! Сәй ҡаптарынан бер зыян да юҡ, ул хатта хуш еҫе менән шифоньерҙың эсен тултырған. Асһаң борҡ итеп тора. Әлбиттә мин әсәйемдәргә лә, башҡа туғандарыма ла өлөш сығарам һинд сәйенән. Яйы тура килһә күстәнәскә ебәреп торам. Барыбер күп йыйлып киткән ине сәйем. Бер көндө күршеләргә инһәм, еңгәй ҡыуана-ҡыуана самауырын тоҡандырып ебәрҙе, уныһы ҡайнап сығыуға, яңы ҡап һинд сәйен асып сәйнүгенә сәй төшөрөп томалап ҡуя һалды. Хәбәр һөйләшә-һөйләшә тәмләп сәй эстек. Аҙағынан еңгәй миңә: “Рәхмәт инде килен күстәнәсеңә! Һин ебәргән һинд сәйен эсеп күҙем асылып ҡалды. Аҙлап ҡына һалып, һаҡлап ҡына эсәм”, - тине.
Мин тәүҙә нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаным. Сөнки күршемә күстәнәскә сәй ебәргәнем дә, тотоп ингәнем дә юҡ ине. Улар үҙҙәре лә ҡәҙимге генә күмәк булғас, сәйҙәре юҡтыр тип башыма ла инеп сыҡмай торғайны. Минең балаларым бәләкәстәр ул тиклем үк сәй эсеп бармайҙар, ә күршелә инде балалары бөтәһе лә ҙур, сәй ҙә күп китәлер инде күрәһең. Шуға ла тәмле һинд сәйенән өҙөлөп торған ваҡыттары булалыр бәлки.
Минең аңламағанымды абайлап еңгәй: ”Һуң һин Марсель улымдан икенсегә күстәнәскә сәй индерҙең бит инде килен! Хатта ҙур рәхмәт! Күрше әбей ҙә кисәге көн һиңә рәхмәт уҡып торҙо, уға ла индерткәнһең икән”, - тине. Минең ғәжәпләнеүем йөҙөмә сыҡҡандыр инде, еңгәй ниһәйәт сәйҙе мин индертмәгәнемде аңлап алды.
Ул ныҡ ҡына уңайһыҙланып китте, һикереп тороп асып тотона башлаған бер ҡап һинд сәйен миңә алып килеп тотторҙо ла: “Уй АЛЛА киленкәйем! Ғәфү итә күр белмәнем бит, тегенеһен эсеп бөткәйнек бит әле. Урынына магазинға сәй килһә алып бирермен. Ә быныһын яңы ғына үҙеңдең күҙ алдыңда астым, алып ҡайт йәме”, – тине.
Минең күҙем дүрт булды, күрше еңгәйҙән дә яман уңайһыҙланып киттем. “Юҡ еңгәй алып ҡайтмайым, ярай ярай тотоноғоҙ, Марсель улыңдан күстәнәс бит рәхәтләнеп эсегеҙ. Сәй беҙҙә ысынлап та күп ул”, – тинем дә, ҡайтырға ыңғайланым.
“Улым күрше тирәнең бөтәһенә лә индергән булһа, ай – һай килен сәйең ҡалдымы икән!” – тип шаңғыратып көлөп ҡалды күршем. Ҡайтып шифоньерымды асып ебәрһәм, ашып–ташып ятҡан һинд сәйе ҡаптарының яртыһынан да күберәге юҡ! Уйнап йөрөп урамдан ҡайтҡан улымдан һораһам, ул былай ҙа ярты битен алып торған ҙур күҙҙәрен тумалаҡландырып: “Әсәй, беҙҙә тәмле сәй ныҡ күп бит, ә күрше инәйҙәрҙә юҡ. Шуға мин уларға бөтәһенә лә сәй алып барып бирҙем. Әсәйем ебәрҙе тип әйттем. Һин үҙең кешеләр менән бүлешергә кәрәк тип әйтәһең бит”, – тине. Нисә тапҡыр бирҙең тигән һорауға, улымдың яуабы: ике тапҡыр. Үр яҡ оста беҙҙең ун күршебеҙ бар, улар һәр береһе оҙаҡ ҡына миңә осрағанда күстәнәс сәй өсөн рәхмәт әйтеп китттеләр.
Ул ваҡытта минең улым алты йәштән саҡ ҡына ҙурыраҡ, мәктәпкә лә бармаған ине әле.
“Улым күршеләргә күстәнәс таратыу ул һәйбәт эш. Тик миңә нишләп әйтмәнең? Әсәйҙән һорамайынса ярамай бит инде”, - тигәйнем Марселемә. “Ә һин бирер инеңме әсәй?” - тине ул миңә яуап итеп.
Ысынлап та, шунысама сәйҙәрҙе бирер инемме икән мин? Улымдың был һорауы уйға һалды мине. Әлбиттә бирер инем, бәлки ике тапҡыр түгел, исмаһам берәр тапҡыр булһа ла бирер инем. Сәй таратылған, күршеләр ҡыуанып рәхмәт уҡый, саф йөрәкле сабый бала изге күңеле ҡушҡанды эшләгән. Ни әйтәһең инде уға? Улым менән, ниндәй булһа ла эште башҡа ваҡытта, минән йәки атаһынан рөхсәт һорап эшләргә һөйләшеп килешәбеҙ. Шуның менән һүҙ бөттө...
Балалар үҫкән ваҡытта төрлө иҫ китмәле хәлдәр килеп сығып ҡына тора бит ул. Тик уларҙың күңелен ҡалдырмай, тыныслыҡ һаҡлай белергә генә кәрәк. Минең биш баламдың һәр береһе шундай ҡылыҡтары менән ныҡ иҫемдә ҡалған.

Зилдә Хәмиҙуллина.

Автор:
Читайте нас: