-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Июнь 2022, 17:00

Күсейҙең сағыу йондоҙо!

Сулпанды бала саҡтан беләм. Дөрөҫөрәге, бала саҡтың иң матур иҫтәлеге игеҙәге Венера менән бергәләшеп урам балаларына ҡурсаҡтарҙан спектакль ҡуйыуҙары булғандыр. Хәйер, тәүге театр, тәүге спектакль тигән төшөнсәне тап улар аша күңелебеҙгә һеңдергәнбеҙҙер ҙә әле. Әсәләре, Гөлшат апайҙы, ауылдаштары оҫта бейеүсе, таҡмаҡсы һәм иҫ киткес йор һүҙле кеше булараҡ яҡшы белә. Юҡҡамы ни уларға күсейҙәр «сәхнә кешеләре» тигән ҡушамат таҡҡан. Хәйер, йылдар үтеү менән туғыҙ бала үҫкән ғаиләлә Венера менән Сулпан Әбдрәхимоваларҙың сәнғәт юлын үҙ итеүҙәре бер кем өсөн дә асыш булмай, барыһы ла уның шулай буласағын яҡшы белә.

Күсейҙең сағыу йондоҙо!
Күсейҙең сағыу йондоҙо!

Спектакль ҡуя ине тиеүем, шуға ҡайтып ҡала: яҙ башланып, йәшел үлән бер аҙ күтәрелеп, ҡаҙ бәпкәләре морон төртә башлаһа, игеҙәктәр беҙҙең кеүек ыбыр-сыбырҙы бергә йыйып, Төпкөл буйына алып төшөр ине. Һуңынан йәшел үләнгә ҡаҙ бәпкәләре кеүек теҙеп ултыртҡандан һуң, ике ағас арауығына шаршау ҡуйып ебәрерҙәр ине лә ҡулдарына үҙҙәре теккән серле әкиәт геройҙарын кейеп, тауыштарын үҙгәртеп, йә бүре, йә, эт булып берәй башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерергә тотоналар.

Уларҙың шул тиклем оҫта уйнауҙарына, үҙҙәренсә ҡурсаҡ театры ойоштора алыуҙарына әле булһа хайран ҡалам. Кем өйрәткәндер, белмәйем, әммә иҫ киткес матур тамаша ҡыла торғайныҡ. Гөлшат апайҙың ҡыҙҙары өсөн әкиәт геройҙарын үҙе тегеп, йөндән әүәләп ултырыуын, уларға кейем өсөн төрлө тауар һатып алыуы хаҡында әсәйемдең һөйләгәндәре хәтерҙә. Аҙаҡ был тамаша бәпкә көткән осорға тиклем дауам итер ине. Хатта «ҡурсаҡ театры артистары» һәр урамдың бала-сағаһы себеш көткән туғайҙарға барып, спектаклдәрен ҡуйып йөрөй торғайны. Аҙаҡ Күсей ауылы халҡы бәләкәй «урам әртистәре»нең Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт театрында уйнауҙарына шаһит булды.

Рухи ҡөҙрәт йәншишмәләй, ырыуынан, ауылынан урғыла, тиҙәр. Күсей ауылы элек-электән талантлы шәхестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Сулпан Дәминдәр ҡыҙының да ырыуы затлы нәҫелгә, йыр-моң һөйгән араға барып тоташа. Шуға күрә сәнғәтте бала саҡтан һөйөп, киләсәктә артист булырға ынтылған игеҙәктәр мәктәптән һуң тура сәнғәт юлын һайлай.

Хәйер, Сулпандың сәнғәткә килеүе бер аҙ алданыраҡ башлана. Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, тигәндәй, урта белем тураһындағы аттестатын зирәк ҡыҙ Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт мәктәп-интернатында ала. Һүрәт төшөрөү буйынса ла һәләтле ул. Әммә, бала саҡтан артист булыу теләге игеҙәктәрҙе сәнғәт институтына алып килә. Улар тәүге көндән үк тырышып белем ала. Хеҙмәт юлын үҙҙәре яратҡан, бәләкәйҙән ҡарап, артистарының уйнауын йөҙ тапҡыр ҡабатлап, һөйләгән һүҙҙәрен һеңдереп үҫкән Сибай театрында башлай алыуҙары менән дә бәхетле улар. Игеҙәктәрҙең килеүе театрға яңы һулыш өрә, үҙенсәлекле асыш килтерә.

Сулпанға тәүге көндәрҙән режиссер Рафаэль Әйүпов ҡуйған «Амантҡа хыянат» спектаклендә Римма роле бирелә. Күп тә үтмәй, труппа Ырымбур тарафтарына гастролгә сыға. Был ваҡытта йәш актрисаның ҡыҙы Гүзәлгә бер йәш тә тулмаған була. Бәләкәсен әсәһенә ҡалдырып, артист тормошоноң тәүге «һурпаһын» татырға тура килә уға. Сәхнәлә уйнаған тәүге көндәренән үк тамашсы уны ҡабул итә, театрға үҙ йөҙө булырлыҡ, комик характерлы яңы кешенең килеүен тойомлай.

Сибай театрында 18 йыл эшләү дәүерендә Сулпан Әбдрәхимова береһенән-береһе сағыуыраҡ 50-гә яҡын образ тыуҙыра. Н.Гоголдең «Өйләнеү»ендә – Агафья Тихоновна, Р.Сафиндың «Тилекәй»ендә – Зиләйлүк, Т.Ғарипованың «Бәхеткә ҡасҡандар» фантасмагорияһында Ниса һәм башҡалар.

– Бер ҡасан да ролдәрҙе ҙурға йәки бәләкәйгә бүлмәнем, һәр береһен ҙур ихласлыҡ менән күңелемде һалып башҡарҙым, – ти Сулпан Дәминдәр ҡыҙы. – Сәхнәгә сығаһың икән, тамашасы һәр ролдән үҙенә һабаҡ алырға тейеш, шунлыҡтан образды бар яҡлап өйрәнеп, уның өҫтөндә ныҡлы эшләргә, режиссерҙың кәңәштәрен ҡабул итергә тырышам.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, геройымдың сәнғәттәге яҙмышы ул уйнаған ролдәрендәге кеүек балҡыштарҙан ғына тормай. Сәхнәнең тамашасыға күренмәгән яғы ла бар. Үҙенең иң матур йәшлек йылдарын биргән, яратҡан театрын тәүҙә игеҙәге Венераға, артабан Сулпанға ҡалдырырға тура килә. Венера юғалып ҡалмай, Италияға эшкә китә һәм шунда төпләнеп ҡала. Ә бына Сулпанға дуҫтарының хыянатын да, тормош ауырлыҡтарын да, ҡайғы-һағыштарын да кисерергә тура килә. Ҡасандыр сәхнәгә бала саҡ хыялы алып килгән ауылдашыма унан китеү ауыр була, әммә ҡасандыр уға кире ҡайтыу теләгенең дә, ышаныстың да булыуы уға барлыҡ ваҡлыҡтарҙы еңеп сығырға көс өҫтәй.

Ауылдашымдың һөйләгәндәрен тыңлап ултырам да, эстән генә уның рухи яҡтан һынмауы, үҙендә көс таба алыуы, әлеге лә баяғы сәнғәт кешеләре булып тыуыуынан киләлер, тип уйлайым. Ауыр минуттарҙа ул кешеләргә йылмайып баға, «ауыҙы тулы ҡан булғанда ла, уртын тешләй» белә, бешегә бара.

– Тормошта осраған һынауҙарҙы лайыҡлы үтә алыу – үҙе бер батырлыҡ, – ти әңгәмәсем. – Тәүҙәрәк сәхнәнән китеүҙе шул тиклем ауыр кисерҙем, әммә фажиғә яһаманым. Ауыл балаһы булараҡ, һәр эште белеп үҫеүем был юлы ла ярҙамға килде. Күптәр кеүек эш һайлап торманым, төҙөлөштә лә йөрөнөм, нисек тә балаларҙы ҡарарға кәрәк бит. Яҙмышыма рәхмәт: ошо йылдар арауығында оло ҡыҙым Гүзәл мәктәпте тамамлап, Мәскәүҙең абруйлы уҡыу йортона уҡырға керҙе. Аспирантура бөттө, тиҙҙән химия фәндәре кандидаты буласаҡ. Кейәүем менән сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә. Динислам улым менән бәләкәс Айым да ҙурайҙы, ҡыҙым «Адажио» балет студияһына йөрөй. Оҙаҡ йылдар әсәйемде үҙем ҡараным, уның фатиха-теләктәре артабанғы йәшәүгә көс һәм дәрт бирҙе, яңы маҡсаттарға әйҙәне.

Сәхнәгә булған һөйөү Сулпан Әбдрәхимованы бер көн, бер минут та ташламай. Ул барыбер театрға ҡайтырын бар йөрәге менән тоя, күңеле шуны көҫәй, һәр саҡ сәхнә менән һаташа, һәр премьераны күҙәтеп барырға ваҡыт таба. Бер нисә тапҡыр эшкә кире алыуҙарын һорап, етәкселәр тупһаһын тапай, әммә быларҙың береһе лә һөҙөмтә бирмәй. Күңел кисерештәрен, ярһыуҙарын ул аҡрынлап дәфтәр битенә теҙә бара, шиғырҙар яҙа. Ошоларҙың һөҙөмтәһе булып Сибай типографияһында үҙнәшер юлы менән «Бәхет һораным... Күктән» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.

Шулай ҙа ҡасандыр үҙенең бәхетле минуты һуғырын ул оло сабырлыҡ менән көтә башлай. Килә ул көн, йөрәк пәрҙәләрен асып, бар күңел юшҡындарын юйып, әрнеү-һағыштарын күҙ йәштәре менән ағыҙып, ниһайәт, ул мәл тыуа. Һәм ул талпынып, йәнә яратҡан эшенә, театрына ашыға. Тәү ҡарашҡа, артист өсөн ун йыл арауығы бик күп кеүек тойола. Ошо тиҫтә йыл эсендә уйналмай ҡалған күпме роле, тыуҙырмаған образдары ҡалған.... Әммә геройым йылдар арауығын улар менән үлсәмәй. Иң ҡыуандырғаны – уйнаясаҡ яңы ролдәрҙең булыуы. Шатландырғаны – үҙ тамашасыһын ҡайтанан ҡыуандыра алыуы, тормошта еңеүе, сәхнәгә хыянат итмәүе һәм уны яңынан яулай алыуы.... Тап ошолар өсөн уға күпме һынауҙы үтергә тура килгән.

Сулпан Әбдрәхимованың яңынан Сибай театрына эшкә килеүен һәр кем үҙенсә ҡабул итә. Кемдер шатланһа, көнсөлдәр көйөнә, сөнки был юлы сәхнәгә өлгөргән, һутҡа тулышҡан, рухи яҡтан көслө ҡатын-ҡыҙ актриса килеүен улар яҡшы аңлай. Был юлы Сулпанды күктәге ҡояш, гүйә, үҙенең нурҙары менән ҡойондорҙо, тиһәк тә була. Өфөнән килгән көслө режиссерҙар менән эшләү бәхете тейә уға. Уларҙың һәр һүҙен, әйткәнен үҙенә һеңдереп ҡалырға тырышҡандай йотлоғоп тыңлай, күңелендәге ошоғаса тыйып торған даръя-ташҡындарҙы йырып сыҡҡан шишмәләй, осорға ынтылған ҡоштай, һәр ролен оҫта итеп башҡарырға тырыша. Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән «Заятүләк менән Һыуһылыу»ҙа – һыу ҡыҙҙары, Азат Йыһаншин ҡуйған «Ҡыҙ урлау» комедияһында – Сабира, Дамир Ғәлимовтың «Әүлиә»һендә Мәрфуға ролдәрен Сулпан Әбдрәхимова ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Һәм үҙенең тик сәхнә өсөн донъяға килеүен йәнә бер дәлилләй.

Ауылдашымдың тап Сибай театрында эшләп йөрөгән мәлендә йәнә бер балҡышлы миҙгеле була. Уға режиссер Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмында уйнау бәхете эләгә. Йәмилдең өләсәһен шул тиклем тәбиғи, ихлас башҡарыуы менән күптәрҙең һөйөүен яулай. Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибиндың: «Сулпан, ты – киноактриса, твое место – в кино», – тиеүе хеҙмәтемә оло баһа. Үҙемде икенсе төрлө баһалай башланым, мәскәүҙәр мине «уятып» ебәрҙе», – тиеүендә лә тулы хаҡлыҡ бар.

Ысынлап та, мәскәүҙәр Сулпан Дәминдәр ҡыҙын «уятып» ҡына ебәрмәй, ә ҡанатландыра, үҙенә ышаныс өҫтәй. 2019 йылдың ноябренән ул Өфөлә. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш башлай.

– Бер нисә тапҡыр Өфөгә ынтылып ҡараған ваҡыттарым булды, йә балалар бәләкәй булып ҡалды йәиһә башҡа сәбәптәр табылып торҙо. Был юлы тәүәкәлләнем һәм үкенмәйем, – ти ул. – Килеү менән К.Чуковскийҙың «Айболит һәм Бармалей» әҫәре өҫтөндә балалар өсөн әкиәт-мюзиклын эшләнек, бында мин Барбосты уйнайым. Мәскәүҙән килгән режиссер Илдар Ғиләжев төрөк авторы Р.Гентюкиндың «Королек – птица певчая» әҫәре буйынса «Уйҙарымдан ғына юғалма» спектакле эшләне. Бында мин Фәриҙәнең инәһен уйнайым. Был спектаклдә шулай уҡ ҡыҙым Айым да ҡатнаша, ул Мөнисә исемле ҡыҙҙы уйнай. М.Кәримдең «Аҡ мөғжизә», «Ашҡаҙар» әҫәрҙәре буйынса М.Башкиров «Аҡ мөғжизә» исемле пьеса яҙҙы.Ҡырғыҙ режиссеры Манджиев Борис Наминович спектакль ҡуйҙы. Унда Оло Инәй ролен башҡарам, ә А.Цагарелиҙың «Ханума»һында Ануш ролен ҙур теләк менән тамашасыларға еткерәм, – ти Сулпан Дәминдәр ҡыҙы.

2020 йылдың 20 октябре уның өсөн йәнә көтөлмәгән шатлыҡлы көн була. Ниһайәт, Сулпан Әбдрәхимоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән юғары исем бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алған награда – геройымдың йылдар буйы сәнғәткә һәм мәҙәниәткә хеҙмәт иткән оло баһаһы ул. Әйткәндәй, талантлы кеше бар яҡлап та талантлы тигәндәй, күптәр Сулпан Әбдрәхимованың үҙенең бер туған апаһының ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Ләйсән Миңлеғәлиева менән «Йөрәк һүҙе»ндә ҡатнашып, үҙе яҙған шиғырҙы шул тиклем йөрәктәргә үтеп башҡарыуҙарын хәтерләйҙер, моғайын. Бөгөн Сулпан Дәминдәр ҡыҙы интернет селтәрендә С.Тәминдәр тигән псевдоним менән ҡыҫҡа хикәйәләр, иҫтәлектәр, тормош күренештәрен яҙа, уның хәҙер ижадын көтөп алған үҙ уҡыусылары ла бар. Кем белә, бәлки, уның ижадын туплаған икенсе китабын да нәшриәттә сығарыу мөмкинлеге булыр.

Тиҙҙән үҙенең тормошона ике «бишле» ҡуясаҡ ауылдашымдың күҙ йәштәре аша йылмайыу балҡыған йөҙөнә ҡарап, геройымдың театр хаҡында шундай йылылыҡ менән һөйләүенә аптырап та, һоҡланып та ҡуям. Аптырайым, сөнки һине бер тапҡыр хыянат иткән эш урыныңды шул тиклем ихласлыҡ һәм яратыу менән кире ҡабул итергә мөмкинме тигән һорауҙар тынғылыҡ бирмәй. Һоҡланам, сөнки бала саҡ хыялы уны ҡабаттан сәхнәгә алып килә. Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Сулпандың, таң йондоҙоноң һәр таң атыр алдынан әйткән теләктәре тормошҡа аша, бала саҡ хыялы, маҡсаты һәм өмөтө ысынбарлыҡҡа әйләнә. Артабан да алҡыш-балҡыштарың алда, уйнаясаҡ ролдәрең күп, яратҡан тамашасыларың һәр саҡ яныңда булһын! Уңыштар һиңә, ауылдашым, Күсейемдең сағыу йондоҙо!

Кәримә Усманова

Сибай ҡалаһы

Автор:
Читайте нас