+14 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
21 Мая 2022, 12:01

Ямғыр

Яҙҙан яҙлыҡҡан ямғырҙарға ялындылар, ялбарҙылар: - Яу, яу, ямғыр! Яҙлыҡма, ялындырма! Яҡынла, яу, яу! Ярыла яландар, ярлылана. Ябыға януарҙар. Ямғыр, ялағайҙарын ялҡындай ялпылдатып, яңғырауығын яңғыратып яуапланы: - Ярай-ярай, яуырмын! Ябалаҡтай ябырылды ямғыр. Яуҙы ямғыр. Яйлап та яуҙы. Яуҙай ябырылып та яуҙы. Яурындар яҙылды, яңаҡтар яҡтырҙы: - Яуа, яуа ямғыр! Яулыҡ ябырмын яҡындарыма, яҫтыҡ яҫтармын янбаштарына! Яуһын ярай! Ярыҡтар ямалды, ялғаштарҙа - яуынһыу. Яуа-яуа яшыҡланды, яралы януарҙай яуызланды ямғыр. Яҙатайым ярһыттылармы ямғырҙы? Яңылыш ялындылармы? Ялбаралар: - Ярай, яума, ямғыр, ялҡытҡансы! Дауамы - 

-Ялындығыҙ, ялбарҙығыҙ! Ялҡтығыҙмы? Ялағайҙар! Яҡшатландылар!Яманмынмы? Яуам-яуам, ярыҡтар ябылғансы, Яйыҡ ярҙары ярсыҡланып ярылғансы.
Ялыналар:
- Яманлашма, ямғыр! Яҡшылыҡҡа яу, яйлап яу! Яндырайланма! Яратабыҙ ямғырҙы! Яйыңса яу, ямғыр!

Я. ГөлнисА. 2020 й. 

Р.S: Ямғыр яуыуын яҙырға яусыланылар. Яҙырғамы, яҙмаҫҡамы? Ярар. Ялындырмайса яҙайым. Яратырҙармы, яратмаҫтармы?

https://vk.com/id280648419

Ямғыр
Ямғыр
Автор:
Читайте нас