+30 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Мая 2022, 14:00

Радий Хәбиров: Беҙ пионер галстуктарын ғорурлыҡ менән тағып йөрөнөк

"Пионерия тәртипкә өйрәтте, тормоштағы тәүге һынауҙарҙы еңергә ярҙам итте, ниндәйҙер мәлдә холоҡто сыныҡтырҙы. Бик бәхетле осор ине, хәҙер уны һағынып иҫкә алабыҙ...»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, пионер ойошмаһының 100 йыллығы билдәләнгән көндә, мәктәп йылдарында төшкән фотоһүрәттәрен күрһәтте һәм уларҙың быуыны пионер галстуктарын ғорурлыҡ менән тағып йөрөүе хаҡында һөйләне.

«Беҙҙең мәктәп йылдарында бөтәбеҙ ҙә пионер инек, ошо ҙур һәм дуҫ ойошманың беҙҙе берләштереүе менән ихлас ғорурландыҡ. Пионер галстуктарын ғорурлыҡ менән тағып йөрөнөк, хәрәкәттең традицияларын ярата, ихтирам итә инек. Пионерия тәртипкә өйрәтте, тормоштағы тәүге һынауҙарҙы еңергә ярҙам итте, ниндәйҙер мәлдә холоҡто сыныҡтырҙы. Бик бәхетле осор ине, хәҙер уны һағынып иҫкә алабыҙ», — тине Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығына.

Сәйәсмәндәрҙең, артистарҙың, спортсыларҙың пионер бала сағы тураһында хәтирәләре — «Башинформ»дың махсус проектында. 

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-19/radiy-habirov-my-s-gordostyu-nosili-pionerskie-galstuki-eto-bylo-schastlivoe-vremya-2810302 

 
Радий Хәбиров икенсе рәттә уңдан икенсе 
Фотолар Радий Хәбировтың ғаилә архивынан
 
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Радий Хәбиров: Беҙ пионер галстуктарын ғорурлыҡ менән тағып йөрөнөк
Радий Хәбиров: Беҙ пионер галстуктарын ғорурлыҡ менән тағып йөрөнөк
Радий Хәбиров: Беҙ пионер галстуктарын ғорурлыҡ менән тағып йөрөнөк
Автор:
Читайте нас