- Пионерға алғанды бик яҡшы хәтерләйем. Был 49-сы мәктәптә булды. Барыһы ла тантаналы рәүештә үтте, беҙ ант бирҙек. Мин отличник инем, һәм мине тәүгеләрҙән булып ҡабул иттеләр. Шуға ла шундай яуаплылылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо булды! Һуңынан мин урта махсус музыка мәктәбенә күстем, шул йылдарҙан күберәк пионер йырҙары иҫтә ҡалған. Беҙҙең бик яҡшы хор булды, беҙ күп сығыш яһай инек, беҙҙең хор хатта хөкүмәт концерттарында ла ҡатнаша торғайны. Беҙ элекке совет пионер йырҙарын йырлай торғайныҡ. Тағы ла шуныһы иҫтә, беҙҙе Лениндың йорт-музейына йөрөтә инеләр. Шундай тәьҫораттар ҡалған: беҙ бында йәшәйбеҙ, һәм бында Ленин булған – тарихҡа ҡағылышлы булыу яуаплылыҡ өҫтәй ине, шундай мәлдәр булғанға күрә беҙ үҙ илебеҙ, үҙ тарихыбыҙ менән ғорурлана инек.