+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Май 2022, 16:00

Баҡсасыға кәңәштәр

Әгәр ҙә ҡыяр түтәлдәре янына көнбағыш сәсһәң, йәшелсә тиҙ һарғаймаҫ һәм төбөндә дым да оҙаҡ һаҡланыр. Алма менән сейә ағастарын бер-береһенән алыҫҡараҡ ултыртырға кәрәк. Был тамырҙарын сереүҙән һаҡлай. Күптәребеҙ сүп үләне тип ҡараған әремдең дә баҡса үҫтереүҙә файҙаһы бар. Ул төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Япраҡтары ҙур, тамырҙары нәҙек йәшелсә һыуҙы күп ярата. Улар: кәбеҫтә, шалҡан, салат, ҡыяр. Ә бына ҡыярҙы шыршы һымаҡ итеп үҫтереп ҡарағанығыҙ бармы? Әгәр булмаһа, был алымдың серҙәре менән уртаҡлашабыҙ - 

Бының өсөн беҙгә өс метр оҙонлоғондағы тимер торба йәки ағас һайғау кәрәк. Ныҡлы булһын өсөн уның бер метр өлөшөн ергә күмергә. Ошо бағана тирәләй диаметры бер метр самаһы булған түңәрәк түтәл эшләнә. Ерҙе йомшартып, бер биҙрә компостҡа ике стакан көл ҡушып, сәсеү өсөн түтәл әҙерләйбеҙ.
Түңәрәктең ситке өлөшө буйлап, 30 сантиметр тирәһе ара ҡалдырып, ҡыяр сәсәбеҙ. Бер түтәлгә яҡынса 9-10 орлоҡ китә. Был ысул менән сәселгән ҡыяр асыҡ һауала үҫкәнгә күрә, ҡырау төшөү ҡурҡынысы тулыһынса үткәс кенә эшкә тотонорға кәңәш ителә.
Ҡыярҙар сыҡҡас, һәр береһенең янына шына йәки тимер сым ҡаҙап, торбаның өҫкө өлөшөнә ҡарай еп һуҙабыҙ. Бағананы нығытып ултыртмаҫ борон епте бәйләү сараһын да уйларға кәрәк. Тәүге мәлдә ҡыярҙарығыҙҙы еп буйлап үҫергә йүнәлеш бирһәгеҙ, тиҙҙән улар үҙҙәре үк дәррәү рәүештә өҫкә табан ҡалҡынып, ҡуйы ғына “шыршы” барлыҡҡа килтерер.
Бындай түтәлгә һыу ҡойоу һәм ҡыярҙарҙы йыйып алыу бик уңайлы. Шулай уҡ борсаҡ менән фасолде лә ошо ысул менән үҫтерергә мөмкин.
 
 
Баҡсасыға кәңәштәр
Баҡсасыға кәңәштәр
Автор:
Читайте нас: