+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Май 2022, 17:05

Гөлназ ҠОТОЕВА хикәйәләре

"ЙӘН СӘЙӘХӘТЕ" "ТОТҠАҺЫҘ ҺАНДЫҠ" -

ЙӘН СӘЙӘХӘТЕ
Монохикәйә
 
Ниңә фани донъяһына киләләр ҙә
Көл булалар кешеләр ҙә, сәскәләр ҙә?
Ҡан даръяһы яуыр ине Ергә күктән,
Күк йөҙөнә осоп бөтһә көл әгәр ҙә!
Ғүмәр Хәйәм.
 
Һәр кем күңелендә бер ҡәберлек бар. Зыярат тапҡырынан тыныс ҡына үтә алмаған кеүек, үткәндәрҙе барлау ҙа тотош ғазапҡа әйләнә. Әсеттереп, ауырттырып шул ғазап һинең булмышыңа өңөлә.
...Ләхетең әҙер ине. Үҙеңде төшөрөп һалып, таҡталар менән көпләнеләр. Беҙгә, һабаҡташтарыңа, әле генә бергә етәкләшеп бергә уйнап йөрөгән кешене шулай итеүҙәре ҡот осҡос булып күренде. Йөрәгең тибеүҙән туҡтап, тәнең хәрәкәтһеҙ ҡалһа ла, һин беҙгә әле үлмәгән инең.
Яҡын кешеләренән берәүһе эшләргә тейешле ғәмәл булғанғамылыр, соҡорға ләхетеңде ябырға ҡустың төштө. Әсәйең, хәлһеҙләнеп, ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы. Беҙҙә, башҡорттарҙа, мәйет алдында ҡысҡырып илау ярамай. Атайың күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торҙо. Ҡустыңдың йөҙөндә – ҡап-ҡара шәүлә. Ҡалай ирҙәрсә күтәрә ул был ҡайғыны. Һинән, минән бер генә йәшкә кесерәк булһа ла, әсәйегеҙ өсөн дә йөрәге өҙөлә, һине ғүмерлеккә ошо соҡорға бикләйәсәген уйлап, йәне телгеләнә микән? “Сыҡ, сыҡ инде, нимәһен ҡыландырып шунда”, – тип шаулашты ололар. Соҡорға төшкән икенсе берәү йәһәт кенә күтәрелде лә китте, ә ҡустың, буйға бәләкәйерәк инеме, әллә ҡаушап, аптыраулы ҡарап туҡтаны. Шул мәлдә унан күҙен алмай күҙәткән атай кеше ярҙамға ҡул һуҙҙы. Ҡустың уға һирпелеп кенә ҡараны, ҡулын бирмәне. Йән асыуы менән бер һикереүҙә ҡәберҙән сығып, халыҡ араһына инеп юғалды.
Өҫтөңә тупраҡ яптыҡ. Беренсе тапҡыр уның усымды өтөп, көйҙөрөп алыуын тойҙом. Класташ ҡыҙҙар менән илашып күҙҙәр шешенеп бөттө. Зыяраттан нисек ҡайтҡанды, кешеләрҙең йөҙөн, һүҙҙәрен асыҡ иҫләмәйем. Тик ошо ҡотһоҙ, шыҡһыҙ көн мәңгегә хәтеремә уйылды. Һалҡын таш, боҙ киҫәге булып йөрәгемә инеп ятты.
...Бығаса ошо таш гел минең менән булды. Ваҡыт-ваҡыт һине иҫләп ала инем. Гел күҙәтеп, һаҡсыл ҡарашың менән ҡарап тораһың кеүек ине.
Иҫләйһеңме, икебеҙ бер малайға ғашиҡ инек. Хәйер, был хаҡта һин белмәнең. Уға ҡарата тәүге һөйөү хистәре уянғанын кешеләрҙән түгел, үҙемдән йәшерҙем. Уның ҡарашынан ҡанаттар үҫкәненән, уның хаҡында күберәк белеүҙән донъям яҡтырғанынан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел кеүек ине ул саҡта миңә.
Бер көн алмағас төбөндә һөйләшеп ултырғанда сереңде систең. Уның исемен һинең ирендәреңдең ҡабатлауын ишетеп, тертләп киттем. Йәнем тоноп, бәләкәсәйеп ҡалғандай булды. Ысынлап та, уны яратмаҫлыҡ түгел ине шул! Әммә һиңә үҙемдең серемде асманым. Өрфөйә хистәреңә күләгә булырға теләмәнем. Мин дә бит уны, һинең кеүек, ситтән күҙәтеүсе генә инем. Һинең дә уның хаҡтағы хәбәрҙәрең “Ул минең яҡҡа шундай итеп ҡараны!... Йөрәк урынынан ҡупты!” тигәнерәк һүҙҙәрҙән ары китмәне.
Иманым камил, ул һине яратыр ине. Ҡашыҡҡа һалып йотмалы ғына булып өлгөрөп килә инең... Ә миңә килгәндә? Хыялым елкәндәре дауыл, асыҡ океан көҫәне. Юҡ, һин икенсе үлсәмгә күскәс, уны үҙемә ҡаратырлыҡ көс тә тоя инем. Һис юғында бит уны ла шул океанға алып сығып була ине? Һине уйлап баҙап ҡалдым. Бәлки, шул алма ағасы төбөндә ултырғанда, уйнап ҡына булһа ла: “Эх, миңә лә ул оҡшай шул!” – тигәнерәк һүҙ ысҡындырһам, был хәтлем һинең өлөшөңә төшкән кеүек булмаҫ ине. Былай ҙа һин һуламай киткән һауа, һин күрмәй киткән көндәр, һин эсә алмай киткән һыуҙар беҙгә яҙған. Ә һинең тәүге хистәреңде ҡуҙғатыусы, һине уятыусы миңә яҙыҡ кеүек тойолдо. Хәтереңә хыянат кеүек ине уны артабан яратыу. Уның донъяһында пәйҙә булырға, битарафлыҡ быялаһын онтарға йөрьәт итмәнем.
Әммә... ниндәйҙер ҡыймылдау ишараты булды бит. Күңелем һағыныуҙан ярылған бер мәлдә уға хат юлланым. Тик исемемде яҙманым. Сәләмде ебәргәс, рәхәт булып ҡалды. Донъяла уны яратҡан, уны йәндәй күргән берәү барлығын белергә уның да хаҡы бар бит! Ләкин был хатҡа яуап көтмәнем.
Шулай итеп, мин уға ҡарата хистәрҙе төбө-тамыры менән алып ташларға ҡарар итәм. Ул да һүнә. Һинең хаҡыңа күңелемде йылытып торған, ҙур океанға юл күрһәтеп, саҡырып торған маяҡты һүндерәм. Ҡалһын. Үҫмер саҡтың бер иҫтәлеге, шаңдағы булып ҡалһын.
Әммә хистәрҙе шулай рәхәт кенә итеп һүндереп булһа икән. Уны күңелемдә ерләр өсөн бик күп йылдар кәрәгер. Үҫмер саҡтың бер яҡты нуры, күңелдең тәүге тетрәнеүе, осошо булып ул да йөрәгемә мәңгелеккә бикләнә. Әммә ваҡыт-ваҡыты менән ул да ҡалҡып сығыусан. Онотолмай. Әммә ул да – мәңгелеккә күскән.
Аллаһ Тәғәлә кеше белергә тейешле серҙе барыбер аса. Әлеге хатты тап минең яҙыуым хаҡында уға мәғлүм булған. Әммә үткәндәрҙең шаңдағы кемгә кәрәк? Бәлки, минең кеүек хыялый кешегә генә ул ҡыҙыҡтыр.
“...Хеҙмәт иткәндә алған ул хат бик серле һәм тылсымлы булып сыҡты. Һәр һүҙе артында – наҙ, яратыу. Мин уның хаҡында байтаҡ хыялланып йөрөнөм. Кем икән ул? Ниндәй икән минең күңелде күккә сөйөрлөк һүҙҙәр яҙған ҡыҙ? Хатты түш кеҫәмдә йөрөттөм. Уҡый-уҡый ылйыратып, туҙҙырып бөтөрҙөм. Өфө мисәте һуғылғас, хеҙмәтемде тултырып ҡайтып барғанда, ул ҡыҙыҡайҙы осратмаммы тигән кеүек, баш ҡала урамдары буйлап үттем. Гөжләп торған миллионлы ҡалала табырһың, тапмай ни! Мин ул хыялдан яйлап төңөлдөм. Аҙаҡ күрше ҡыҙына өйләндем. Ул миңә алмалай өс бала тапты. Уны яратам!” – был сәләм дә минең Йыһанға ебәрелгән һорауыма яуап рәүешендә шаңдап килеп етте. Бик ҡәтғи яуап. Хыялдар менән йәшәмәҫкә яһалған ишара. Бәлки, шулайҙыр. Ә йән? Ул бит мәңгелек! Бәлки, был осошта беҙ бер-беребеҙгә Саҡ менән Суҡ булып йәшәргә яҙған йәндәрҙер? Әммә мин уны таныным бит, ул да мине таныған. Тик аймылыш! Йән мәңгелек тигән үлсәмдә Йыһандың яуабы шул. Әммә ошо йәнгә оҡшаш башҡа йәндәр бар. Минең сәйәхәтем дауам итә генә. Күңелемде нур итеп баҙлатыр, биҙәктәрен баҙығайтыр, хистәремде сәселдереп яраттырыр йәрем уға ғына оҡшағандыр. Был аймылыш-ҡыйралыштар юҡҡа түгел бит. Һәр кемдең ерҙә өлөшөнә төшкән көмөшө бар. Һәм... бер нәмәнең дә булмауы ла бар... Барыһы ла Хоҙай Тәғәләнең ихтыярында.
Ғазап та тоҡто тишер беҙ кеүек — кешеләрҙән уны һис йәшереп булмай, ҡасандыр барыбер төртөп килеп сыға. Бөгөн мин һине ерләйем. Унан алда, йөк итеп күңелемдә нимәләрҙе йөрөткәнмен, асып, сәтләүекте ярған кеүек онтайым, елгә елгәрәм.
Төндәрен ауылдың урамын ҡыҙырып, һөйләшеп йөрөү, көндөҙөрәк килһәң, баҡсаға инеп ләпелдәп ултырыуҙар... Нимә тураһында һөйләшкәнбеҙҙер? Мин һиңә ҡалын дәфтәремә ваҡ, тигеҙ хәрефтәр менән теҙеп яҙылған шиғырҙарымды уҡый инем. Төйөрлө ҡоймаҡтар кеүек сейле-бешлерәк булһа ла, яндырай ихласлығы менән улар хәҙер үҙемә лә оҡшай. Һин дә ихлас тыңлай инең уларҙы. Үҙемә хөкөмдө үҙем сығара барам. Оҫталыҡ етешмәүен үҙем дә тоям шул. Ә һин өндәшмәйһең, иң мөһиме — бик кәрәкле, ҡыҙыҡлы ижад эшенә тотоноуым һиндә миңә ҡарата хөрмәт уята. Аҡыллы ҡарашыңдан нимә әйтереңде тоям кеүек.
...10 -сы класты тамамлағас, беҙҙе, үҫмер ҡыҙҙарҙы, һыйыр һауырға йәйләүгә эшкә ебәрҙеләр. Миңә, нисектер, һыйыр төркөмө етмәй ҡалды. Әсәйем дә, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, өйҙә эш күп, тип ҡырт киҫте. Ярты айҙан ашыу ҡыҙыу июнь ҡояшынан өтөлөп сөгөлдөр, картуф утағандан һуң, ниндәйҙер һауынсыны алмаштырырға кәрәк булды. Әсәйҙе лә яйлап күндерҙем. Йәй эшләгән ҡыҙҙарҙы Ленинградҡа путевка менән бүләкләйәсәктәрен әйтеп, күңелгә ойотҡо һалып ҡуйғайнылар шул! Бер ай самаһы гуртта эшләп, тәжрибә тупланым. Һағынып иҫләйем шул айымдың иртәләрен, Айыстандың серле төндәрен! Егерме көнләп үҙемдән олораҡ ҡыҙҙар менән эшләп, класташ ҡыҙҙарҙы һағынырға өлгөргәйнем. Өҫкө гуртта ла ял итергә теләүсе бар тигәс, ҡыҙҙарыма осоп барып еттем. Бында, Ҡарағайҙа, тәбиғәт тә ҡырыҫыраҡ, шарттар ҙа насар. Һөттө лә әллә ҡайҙа көйәнтә менән ташыйҙар. Бидон ҡапҡастары ла Аллам һаҡлаһын. Әллә һыйырҙар мине шул хәтлем ятһына, күптәр үҙҙәре, төркөм эсендә – 35! Һис өлгөрмәйем, ҡабаланып бедон ҡапҡасын йән көскә тартыуым булды, күҙгә уттар күренде. Бармағым өҙөлдө тип торам. Күҙемдән йәштәрем атылды! Бармағым ҡыҫылған ыңғайға тырнағым ҡуша килеп сыҡты! Ҡан субырлап аға. Һыҙлауға ла түҙеп булмай, йән дә әсей. “Эшкинмәгән, берәүҙе ышандырып ҡайтарып ебәр ҙә!” – тип тә үҙемде битәрләйем. Етмәһә, шул көндә мин – дежур. Шаңды йыуып, һыйыр һауыу аппаратын таҙалап түңкәреп ҡуйырға тейешмен. Һөт еҫе яман була. Ҡулымды бәйләп аҫҡа, йылға буйына төшөүгә, эшеңде алдараҡ тамамлаған Һин, миңә ярҙам итергә була, ул эштәрҙе башҡарып та ҡуйғанһың икән. Төнө буйы буҙлап һыҙланып сыҡҡан мин, ҡайҙа ул эшкә сығыу, иртән һөт алырға килгән машинаға ултырып ҡайтып киттем.
Баш бер тығылғас, сығырмын тимә, бармаҡ уңалып бөтөр-бөтмәҫтән өҫкө гуртҡа кире саҡырып алдылар. Кемдер ауырып киткәйне. Шунан, аяҙ көндә йәшен атҡандай, һинең үлем хәбәрең килде. Көнө буйы буҫлығып илап яттым. Кискә иҫән икәнлегеңде, тик ауыр хәлдә дауаханаға алып китеүҙәрен әйттеләр. Баҡтиһәң, талпан ҡаҙалған да, шул ағыулы булып сыҡҡан. Ҡаның буйлап таралған. Тәнеңде фалиж һуҡҡан икән. Әммә һин ышаныслы ҡулдарҙа, йүнәлеп сығыр, тип мине әүрәттеләр. Йөрәккә шом ятты шулай ҙа.
Бер аҙҙан беҙгә лә ҡайтырға ваҡыт етте. Ул ваҡытҡа һине лә дауахананан сыҡҡан тинеләр. Өйөгөҙгә хәлеңде белергә йүгерҙем. Ҡосаҡлашып күрештек. Күҙҙәреңдең нуры һүнгән кеүек. Мин илап ебәрҙем. “Оҙаҡ йәшәрһең, Алла бирһә”, – тинем, ҡапыл бирешеүемә оялыуҙан йәштәремде һыпыра һалып ташлап. Ә һин тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуяһың. Урындыҡҡа ултырып сәй эсәбеҙ. Һаман да ҡолағымда сыңлап тора һымаҡ: “Ышанаһыңмы, юҡмы, кәсә тоторға ла хәлем юҡ...” Ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатҡанмындыр, күңелең күтәрелеп киткәндәй булды мине күргәс.
Көҙҙөң һуңғы айында беҙҙе Ленинградҡа путевка менән бүләкләнеләр. Ә һин дауаханала ҡалдың... Түшәмгә ҡарап оҙаҡ уйланып ятҡанһыңдыр. Тормош, кеше ғүмере, үлем тураһында уйланған һиңә беҙ, һабаҡташтарың, ғәмһеҙерәк тә булып күренгәнбеҙҙер. Табиптарға барып эләккәс, әҙ генә дауаланып алырһың да йүнәлеп сығырһың кеүек инең. Үлерһең тип берәүҙең дә башына килмәне.
Шулай ҡыш үтте, яҙ ҙа етте. Беҙ, мәктәп тамамларға тейешле балалар, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү хаҡында хыялланабыҙ. Ярыша-ярыша мәсьәләләр сисәбеҙ, иншалар яҙабыҙ.
Кесаҙна көнө таҡтала мәсьәләләр сисеп, “бишле” алып ултырҙың, иртәгәһенә һине «Ашығыс ярҙам»да дауаханаға алып китерҙәрен белдек микән? Әсәйең һине ҡалдырып ҡайтып киткән. Ул төндә һыйырҙарығыҙ үкергән, этегеҙ олоған, төндә тышҡа сығып ҡарап тора торған йондоҙоң атылған, ғүмер ебең өҙөлгән. “Үлгәндә лә бер үҙе булған, түшәмгә генә ҡарап ятып китте микән?” – тип илай ине бер ҡыҙыбыҙ.
...Ул шомло көндә мәктәп коридоры тып-тын ине. Яҡтыртылмаған класҡа инәм. Ҡыҙҙар бер ергә өйөлөшкән. Егеттәр юҡ. Класс шундай ҡотһоҙ. Кемдер эргәмә килә. Мөйөштә кемдер ҡысҡырып илап ебәрә...
...Бөгөн һине ипләп кенә ҡәбереңә һалам. Күҙ йәштәрем кипкән. Һин дә, бөрөшкән япраҡ кеүек, бәләкәсәйгәнһең. Хәҙер һин – нур. Күңелем төпкөлдәрен яҡтыртып тороусы бер нескә генә нур.
Йәнең ожмахта булыр, тим. Һин йәшәй алмай ҙа киттең. Беҙҙең кеүек хыянат ғазаптарын кисермәнең, ғәзиз әсәйеңде ҡәбергә һалыу әсеһен татыманың.
Шаян ҡараш ташлап, төртәмле таҡмаҡ әйтеп бейеп китеүең, һүҙҙе туранан һалдырыуың һине ғәйәт уңайһыҙ итә ине. “Нисек шулай ҡыйыу булырға мөмкин?” – тип көлөмһөрәй инем. Аҙаҡ оялсанға әйләндең. Йомолдоң. Әммә минең менән эс серҙәреңде бүлешә инең. Хәҙер беҙ икәү төбөндә леберҙәшкән алмағастар ҙа юҡ. Беләһеңме, улар ҙа мәңгелек түгел икән... Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт минең төшөмә инәләр.
Һин – бер фәрештә генә. Бәлки, беҙгә мәғлүм булмаған нәмәләр һиңә беҙҙән иртәрәк тә билдәлелер. Хәҙер инде беләм: бөтәбеҙ ҙә бер ваҡыт һин киткән ергә барасаҡбыҙ.
Хәҙер яйлап ҡына йөҙөң дә хәтерҙән юйыла бара. Ә күңелдә ҡасандыр һинең хаҡыңа баш тартҡан мөхәббәт юйылмай. Ниндәйҙер бер ҙур ваҡиға булырға тейеш булып та, туҡтап ҡалған кеүек. Тамамланмағанлыҡ тойғоһо. Ул ваҡытта һинең хаҡыңа морнап килгән хистәрҙән баш тартыу үҙемдән ҡасыу ғына булған. Хәҙер ул кешенең йөҙө лә яйлап күҙ алдынан юйыла. Күңелдә һағыныу тойғоһо көсәйә. Тик уны түгел. Үҙемдең яратҡан мәлдәге халәтемде. Шул үҫмер саҡтағы кеүек итеп эскерһеҙ яратыу теләге миңә үҙемә яҡын килгән йәндәрҙе нығыраҡ тойорға ярҙам итә. Йән яҡынлығы. Хистәр ҡайнарлығы. Төштәргә ингән ғәзиз йәр. Ғәзиз йән. Һағыш булып күккә яҙыла. Диңгеҙ тулҡыны булып йәнемде дауалай. Һауаға ҡоштар тубы булып атыла. Һәм бер көн килә. Минең йәнем уны таный. Бөтә ғазаптар уны тап итеү, уны таныу, уны ошо ҡәҙәрем тәрән һәм ғажиз булып яратыу өсөн бирелгән һынау ғына икәнен аңлайым. Йөрәк ялҡынымды уның өсөн һаҡлағаным да тап бөгөн башыма барып етә. Элек йөрәгемде асыуға, асылыуға үҙемде дарға аҫылған ағас хәлендә ҡалырымдан ҡурҡыу, һаҡланыу, үҙ-үҙемде һаҡлау инстинкты тотоп ҡалған, был юлы мин, күпме тапҡыр хаталанып, ут йотоп, көлгә ҡалғандан да ҡалҡҡан йән, аҙағын уйламайым. Беҙ йәшәйбеҙ, йәшнәйбеҙ, әммә иртәгә нимә булырын аныҡ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Был да шуның кеүек. Мин бөгөн йәшәйем. Бөгөн тын алам. Мин бөгөн ул йәнде яратам. Уның менән бергә һулыш алырға, бер тулҡында тирбәлергә, бер утта янырға, бер боҙға төшөргә риза.
Яҙмышта аймылыштар булмай. Әммә беҙ, кешеләр, күп осраҡта үҙебеҙгә булмағанды аймылышлыҡҡа һылтарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Үҙеңдең өлөшөңдө көтөп алыуы оҙаҡ. Ҡапыл ғына килмәҫкә лә мөмкин ул һиңә. Төндәр буйына Аллаһтан ялбарып һорап, сабыр көтөп алына ул яҙмышҡа яҙылған. Өлөшһөҙ бәндәләр ҙә була. Уларҙы ниндәйҙәр гонаһтары өсөн Аллаһ Тәғәлә унан мәхрүм итә торғандыр. Был донъяла йәшәгәнендә йәне өлгөрөп бешһен, бөтәйһен һәм, ваҡыт үткәс, үҙ өлөшөнә етә алһын өсөн. Мәңгелеккә уҡталған йәндәрҙең хәрәкәте, йәндәрҙең сәйәхәтелер был.
 
Тотҡаһыҙ һандыҡ. Хикәйә.
 
Күрше Алтынбай йүгереп килеп ингәс, йөрәге әллә нимәгә жыу итеп ҡалды Сафияның. Иҫен йыя алмай торҙо бер килке. Ҡулындағы сынаяғы иҙәнгә төштө. Ярылды. Ғүмерҙә ҡыланмағанды, тип, бер ярсыҡтарға, бер аһылдап төшкән Алтынбайға ҡараны Сафия. Башынан мең төрлө уй йүгереп үтте, ләкин насарға юрамаҫҡа тырышты.
Алтынбай күҙен йәшергәндәй, аҫҡа ҡараны:
– Инәй, Сөләймән апа ауырып киткән, ти, балнисҡа ебәргәндәр... Йәһәтерәк йыйынһаң, апарам...” – тип ҡапҡа тышында торған машинаһына ымланы ла үҙе йылт боролоп сығып та китте.

“Бынағайыш, – тип уйланы нисектер албырғап ҡалған Сафия әбей, – таң менән он тарттырырға барам тип, килеп туҡтаған “Беларус”ҡа егеттәр һымаҡ һикереп менеп ултырып киткәйне лә баһа ҡартыҡайы”.
Сафия әбей юл моҡсайына кисә генә бешергән икмәктең яртыһын телеп һалды. Уға ҡушып дарыу үләндәре төнтмәһен һалырға онотманы. Ғүмере буйы балта оҫтаһы булған Сөләймән ауырып ятманы, имәндәй ныҡ ине һымаҡ әле ул.
Хужабикә тимер менән көпләнгән ишекте бикләп, асҡысын, өйрәнеш иткәнсә, тупһа ситенә элгәс, ихатаһын тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәрҙе. Тауыҡтарына ем һипте, өйрәктәренең һыуын ҡараны, оҙаҡлап китһәм тип, ситән аша ғына күршеләренә өндәште: мал ҡайта башлаһа, ҡапҡаны асырҙар.
Урамға сыҡҡас, “Эх, анау сейәне Сөләймәнгә йыйып алғанда берәй ҡуш ус”, – тип уйлап алды, ҡып-ҡыҙыл булып һутланып ултырған емештәргә ҡыҙығып. Шунан был уйынан һүрелде. Былай ҙа оҙаҡлап китте, Алтынбай ҙа тиҙерәк тип машинаһын бипелдәтте. Сафия баҡса ҡапҡаһының элгесен төшөрҙө лә, ашығып, ишек алдында торған УАЗ-ға ултырҙы. “Ярай, ҡайтҡас үҙе өҙөп ҡабыр сейәһен...”

– Кем әйтте һиңә ул хәбәрҙе?
– Шундағы егеттәр шылтыратҡайны ла.
– Нимә булып китте икән? Иртән бик дәртләнеп ултырып киткәйне бит “Беларусына”.
– Әллә, инәй... Барғас беләбеҙ инде...
– Ғүмерҙә тирмәнгә йөрөмәне бит ул. Сәменә тейҙем, шикелле. Үҙем дә үҙем тип ултырып китте бит өҙмәй ҙә ҡуймай... – Алтынбай һүҙҙе сурытырға теләмәне. Газға баҫты.
Эйе, ондо ғүмер буйы үҙе тарттырҙы тирмәндә Сафия. Ире – танылған оҫта, бөтә ауыл ғына түгел, бар тирә-яҡ уның ҡулына ҡарап тора. Тирмәнгә йөрөргә ваҡыты юҡ.
Баштараҡ Сафияның ат егеп тирмәнгә юлланғанына ауылдаштары сәйерһенеберәк ҡараны.
– Вәт, бисә!
– Ирҙәүкә микән әллә?

– Ирен ҡыҙғана бит ул! Шуға үҙе йөрөй, – тип төрлөсә тел сарлаусылар ҙа булды. Аҙаҡ күнектеләр.
Сөләймән ағастың бер осонан тотһа, Сафия икенсе яғына йәбеште. Йәлләне ирен, эшен еңеләйтергә тырышты. Аш-һыуын әҙер тотто. Был иреңде һанлау булалыр. Ә ҡыҙғанды микән? Бер саҡ күрше ауылдағы бер ҡатын эшен эшләтәм тип ҡайтармай ҡуна ҡалдырғайны. Ҡара янды, ҡабат ул бисәне тупһаһына аяҡ баҫтырманы. Шунан һуң Сөләймәндең ситкә сығып йөрөү мөмкинлеген дә ҡыҫҡартты.
Сафияның үҙен дә, алтын ҡуллы, тинеләр. Магниттан күсеп ҡайтҡас, ғаиләһен туйҙырыр өсөн, аяҡ машинкаһына ултырып алыр ҙа зыр әйләндереп, күлдәк тегер ине. Килештереп, ҡупшылап, шартына килтереп эшләгәнгә уның ҡулынан кейенергә яраттылар. Хаҡына кемеһе тауығын, кемеһе йомортҡаһын йә онон тотоп килер ине.
Балаларының өҫтөн дә үҙе бөтәйтте. Һигеҙе лә ас-яланғас йөрөмәне, бөтәһе лә уҡыны.
...Иң бәләкәйенә ауырлы ине. Һабантуйҙарға йүгереү буйынса беренселекте бирмәгән Вәлләм менән бәхәсләшеп киттеләр. Кем етеҙерәк, тип. Бүләккә лә, вәғәҙәгә лә түгел. Былай ғына. Сәмләнде бит Сафия. Килде беренсе. Бәхәскә шаһит ауыл халҡы, ике ай тигәндә Сафия туптай малай тапҡас, аһ итте. Аҙаҡ Вәлләм өйҙәренә килеп йөрөнө хатта. Ғәфү ит инде, апай, йәнәһе.

Сәм инеме был? Моғайын. Бәләкәйҙән сыныҡҡан йөрәк сәме. Нимәгә тотонһа ла, эсендә гөлт итеп ут ҡабыныр ине, эшенән йәм табып йәшәне. Ауырһынманы.
...Хәтерендә Сафияға ете генә йәш ине буғай. Төндә ишек дөмбөрләттеләр. Атаһы – колхоз рәйесе. Әрһеҙ кешеләр менән бергә килеп тулған ҡараңғылыҡ йөрәген өшөттө, әсәһенең ҡапыл сеңләп илай башлауына һыҙылып ҡына ул да ҡушылды. Атаһының ҡулдарын шаҡарып алып сығып киттеләр. Ғәйебем юҡ, иламағыҙ, ҡайтырмын, тип ҡысҡырған булды ҡысҡырыуын. Ел ҡапҡаһы ауыр итеп көрһөнгәндәй шығырлап ҡалды уның артынан.
Сафияның атаһы – халыҡ дошманы икән тигән хәбәр таралды. Ҡыҙын да ен кеүек күрәләр ине. Атаһы зым-зыя китте лә юғалды. Әсәһенең, ҡырҡҡа ла инмәгән ҡатындың, сәстәре ап-аҡ булды...

Ҡыҙыҡайға эшкә бик иртә егелергә тура килде. Ун өс йәштән торф сығарырға барҙы. Ун алтыһы тулмаҫтан Магнитка төҙөлөшөнә китте. Шунда осрашты улар Сөләймән менән. Өйләнештеләр. Балалары күбәйеп киткәс, ауылға ҡайтып төпләнделәр: ер асҡа үлтермәҫ, мал көтөрҙәр. Йорт һалып ебәрерҙәр. Икеһе лә ауыл кешеһе булғас, һәүетемсә донъя көтөп алып киттеләр.
Ауырға ҡалған һайын тапты ла торҙо балаларын Сафия. Алдырам тип йөрөмәне. Ире лә бала яратты. Тыуған береһенә: “Ҡара әле, әсәһе, быныһы тегенеһенән дә матурыраҡ таһа!” – тип һоҡланыр булды.

Ә атаһы... Сафияның атаһы ҡайтты шулай ҙа. Сал һаҡаллы бабай ине инде ул. Уҡымышлы ине. Тәүге ейәнсәренең улы тыуғайны ул йылда, бүләһенә исемде үҙе ҡысҡырҙы.Үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген ҡайтҡас та тылҡып-тылҡыны ҡарт. Әллә ҡыҙы алдында, әллә совет власы алдында аҡланды... Сафия ла үҙенең бер кемдән дә кәм түгеллеген иҫбатларға тырышманы микән? Берәү менән дә ярышмаһа ла, үҙенең эше бүтәндәрҙән һәйбәтерәк, ҡупшыраҡ сыҡҡанға эстән генә һөйөнә, тантана итә ине ул. Шул йәшәтте лә. Ә бына йәнен иң әсеткәне – исмаһам бер балаһы ауылда ҡалманы. Ҡыҙҙары ла яҡынға кейәүгә сыҡманы. Ҡапыл ғына таралды ла бөттөләр. Ҡалаға эшкә урынлаштылар. Донъя көтөр тип күҙ терәп торған кинйәләре Рәсих Чечня һуғышында ҡорбан булды. Быны инде тыныс ҡына иҫләй алмай Сафия. Йөрәге түҙгеһеҙ булып һыҡрай башлай...

Сафияның күңелен һуңғы бер күренеш өйкәп тора: оҫтахана ишеген япҡан уңайҙа ире эшләнеп бөтөлмәгән һандығына оҙаҡ текләп торҙо. Ҡапҡанан сығыр алдынан да, ниндәйҙәр ҡәҙерле нәмәһен ҡалдырғандай, үкенесле, әрнеүле ҡараш ташланы оҫтаханаһына. Бер тыналыҡ ҡына эше ҡалған, тип, һыҙғыра-һыҙғыра тотонғайны бабайы анау көн. Ҡаланан ялға оло улдары ҡайтҡайны, тәки эшләргә бирмәне атаһына, үҙе сәскән картуфлыҡҡа алып китте. Кәзәләр инеп яфалай, имеш. Текмәһен нығытырға тотоноп киттеләр. Ныҡ арып ҡайтҡайны шунан ҡарты. Һандыҡҡа ҡулы теймәгәнгә эсе бошто. Был инде һуңғы һандығым булыр, ҡул да элекке кеүек түгел хәҙер, тип тә әйтеп һалды. Башҡа тотонмаҫ бындай сетерекле эшкә. Күпме көс, сабырлыҡ, таһыл кәрәк тәһә! Ҡарағай таҡталар әҙер булыуын күпме көттө, йылдан ашыу киптереп һалып ҡуйҙы. Йышты, юнды. Шунан ғына тотондо эшкә. “Быныһы, һуңғыһы элеккеләренә оҡшамаған, бигерәк тә ҡупшы килеп сыҡмаҡсы. Тамғаһы ла бар үҙенең, оҫтаһының кем булыуын юйылмай торған ҡәләм менән яҙҙым. Күҙгә күренеп тормаһын өсөн, яҙыуын тимер менән көпләнем. Быуаттар үткәс, һандыҡ туҙғас, алып уҡыр әле берәү... – Артыҡ семәре лә юҡ, әммә ҡото бар”, – тип һөйләнде ул эргәһенә килеп баҫҡан әбейенә.

Ҡаланан ҡайтҡан улына оҫтаның эше оҡшаманы. “Иҫкелек ҡалдығы, һандығың кемгә кәрәк тиһең? Юҡ менән булаһың, ишек яҡтауҙарын ҡуйырға ярҙам итешер инең, юҡ менән булашҡансы”, – тип икенсе көнөнә лә атаһын бушатманы, үҙ эшенә екте.

Һай, Сөләймән эшләгән һандыҡтарҙың хисабы ла юҡ инде ул! Тәүгеһен баш балалары Сәлиәгә тип инселәгәйне. Һуңғыһы – Гүзәлгә була инде. Шул ҡыҙы тыуғас, Сәлиә ауыр сиргә һабашты. Күҙе күрмәҫ булды, ҡул-аяҡтары йөрөмәне. Нервыларына һыуыҡ тейгән, тинеләр табиптар. Нисек булһа ла сабыйымды һаҡлағыҙ, тине әсә ялбарып. Балаға ҡырҡ көн тулғас, Сәлиәне санитар самолеты менән баш ҡалаға оҙаттылар. Ул яҡшы табиптар ҡулында ярты йыл тигәндә генә һауығып, аяҡҡа баҫты. Бер хәтәреңде үткәрһәң, оҙаҡ йәшәрһең, тигәйне уға күрәҙәсе ҡарсыҡ. Ысынлап та шул һүҙ раҫҡа сыҡты. Ныҡ ҡына ауырығандан шәбәйеп китте ләһә Сәлиәләре...
Ҡырҡ көнлөк сабыйҙы кәзә һөтө имеҙеп көттөләр. Бына шул бала кейәүгә сыҡһа, олатаһының һандығы менән оҙатылыр...
Һандыҡ дан булған шул. Тотҡаһы ғына юҡ. Бөгөн иртәнсәк тә шуға ыуаланды бабайы. Их, ярты сәғәтлек эше ҡалды бит инде, тотҡаһын ҡуйһам, тип һөйләнде. Ҡартының ҡапҡаны сығып барғандағы әрнеүле ҡарашы күҙ алдында тик тора бына Сафияның.
Ҡәйнәһе, сейә йыйырға тип сығып киттем дә, ҡырҙа табып, күтәреп алып ҡайттым ошо Сөләймәнде, тип һөйләй торғайны. Шуға ҡарты сейә бешкән мәлде үҙенең тыуған көнө һананы. Йыл да ҡырға бер үҙе сығып китер ҙә эре, балланып торған сейә тиреп ҡайтыр ине. Тыуған көн тип билдәләп йөрөмәнеләр былай. Емеш бешкән бит, быйыл ҡырға сыҡмайһыңмы, тип шаяртыр әле ҡартын, күргәс. Үҙенең сейә өҙөп алмауына үкенә биреп тә ҡуйҙы шунда Сафия.

Алтынбай юлды белә, өндәшмәй, машинаһын ҡыуа ғына. Былай ҙа ҡырыҫ ул, төпсөнөп һорашыр инең, йә асыуланыр, тип, Сафия әбей ҙә шым булды, әлеге уйҙарына бирелде.

Ирен балнистың ап-аҡ палатаһы карауатында ята тип күҙ алдына килтерергә тырышты. Бөгөн былай ғына барып күрһә, иркенләп тағы килер, ул яратҡанса ғына итеп һурпа әҙерләр...

Һуңғы йылдарҙа Сөләймән ауыл араһына бик сығып йөрөмәне. Ҡапҡанан ары китмәне. Донъяларын нығытты. Мин үлгәс тә әле өй ун йыллап торор, ҡаҡшамаҫ, тип һөйләнде. Йәнәһе, изгелеген күрерһең, аҙаҡ... үҙең ҡара... Сафия баяғы уйҙарына ҡабат әйләнеп ҡайтты. Бына шул ғүмере тирмәнгә бармаған, һуңғы йылдарҙа йүнләп урамға ла сыҡмаған кеше иртүк кенә, егеттәр кеүек һикереп менеп, “Беларусь” йөрөткән Хәйҙәргә ҡушлап ултырҙы.
– Тоҡто минән, бабайҙан, күтәртмәҫтәр, күҙ-ҡолаҡ булырмын, – тигән булды бит әле, барма, тип ҡаршы төшкәндә.
Күңелендә былт итеп ҡабынған хәүеф үкендерә башланы. “Ғүмере ҡыланмағанын...” Сафия тағы хәтер таҫмаһын әйләндерҙе, бына ире, ҡәҙерле бер нәмәһенән айырылғандай, оҫтаханаһында ултырған һандыҡҡа ҡайырылып ҡараны...
Хәле үтә ауыр булмаһа, бабайын алып ҡайтып үҙе тәрбиәләр. Һинең ҡулыңдан ашаһам, һин яһаған сәйҙе эсһәм, көс кереп киткәндәй була, тиер ине бит ул...
Ана, балнис та күренде. Бер ҡатлы кирбес йорт алдына килеп туҡтағас, Сафия ҡарсыҡ машинанан йылдам ғына төшөп, алдан йүрмәләне. Алтынбай уларға ҡаршы сыҡҡан шәфҡәт туташына баш ҡаҡты. Алып килдем инәйҙе, тиеүе булды микән...

–Инәй, апа янына инәһегеҙме? – тип һораны яғымлы тауыш.
– Инмәй ни... – тип сабырһыҙланды Сафия.
– Тик һеҙ ҡурҡмағыҙ...

– Аһ-аһ, бергә ғүмер иткән ҡартымдан ҡурҡып торорға ни, – тигәс, ҡыҙ, уңайһыҙланып китте лә, юл күрһәтергә була, алдан төшөп атланы. Уларға Алтынбай ҙа эйәрҙе.
...Баяғы күҙ алдына килтергән ап-аҡ палата. Карауаты ғына юҡ. Иҙәнгә һалғандар. Ауыҙғынаһы асылмаһын типтер инде, эйәген ҡыҫып бәйләгәндәр. Сафия сүкте лә иренең, бергә ғүмер иткән ҡартының, һөйөклөһөнөң, яңағынан һыйпаны. Артында ҡурҡып баҫып тороусыларҙы аптыратып, шелтәле-йәлләүле тауыш менән:
– Ғүмереңдә беренсе тапҡыр тирмәнгә тип сығып китеп үлеп ятаһыңмы? – тип яғымлы ғына итеп өндәште. Ҡояшҡа янған бите буйлап тәгәрәгән йәшен һыпырып төшөрҙө. Тауышы тоноғораҡ, әммә тыныс ине. Бәй, үҙенән үҙе йәшереп, уйын гел икенсе юҫыҡҡа аҙаштырырға тырышып килһә лә, ҡарты тирмәнгә тип ашҡынып сығып киткәс тә һеркелдәне бит йөрәге. Тотҡаһыҙ ултырып ҡалған һандыҡҡа һонолоп ҡарауынан уҡ һиҙенде...
Ишеткәне бар ине: ҡырҙа тыуғандар ҡырға китеп үлә, тигәндәрен... Бер ҙә шулай ҡапыл сығып китер ҙә үлеп ҡайтыр кеүек тойолманы ла лаһа. Күҙ алдынан юғалып торған ваҡыттары булды Сөләймәндең. Тыуған көнөндә бер үҙе ҡырға сығып китеп сейә йыйып алып ҡайтыуы, кешеләргә мейес һалғанында донъяһын онотоп юғалып тороуы. Гел өй тирәһендә, оҫтаханаһында йырлай-йырлай таҡта йышҡан, юнған иренең сәменә тейҙе микән ни шулай? “Ғүмер буйына тирмәнгә үҙем йөрөнөм, имеш”. Хәҙер сәстәреңде йолҡоп илаһаң да, күҙҙәрен асмаҫ шул.

***

Уны ерләп ҡайтҡас та Сафия баҙап ҡалғанын күрһәтмәне, сәмләнеп донъя көттө. Малдарын да ҡапыл ғына бөтөрөргә ашыҡманы. Көс-ғәйрәт етерлек ине әле үҙендә.
Эйе, тотҡаһыҙ ултырып ҡалды һандыҡ, етемһерәп. “Үлгәс тә әле кешенең өс көнлөк эше ҡала”, ти, эш бөтмәй инде ул. Һуңғы һандығы менән ни әйтергә теләне икән ҡарты? Бына шул сер булып ҡалды.

Сафия әбейгә бабай ҙа ҡараштырып маташтылар. Шап-шаҡтайһың әле, көңгөр-ҡаңғыр бергәләп сәй эсерһегеҙ, имеш. Йәнең тартмаған кешең менән сәйләп ултырып буламы ни?

Үҙе былай бик күңелһеҙләнеп тә бармай. Күрше-күлән менән ҡатнашып йәшәй. Йәйен баҡсала үҫкән һуғанына хәтлем ҡалаға алып барып һатып аҡса итеп алып ҡайта. Болға мохтажлыҡтан да түгел. Күңелле бит ул баҙарҙа. Кешеләр менән рәхәтләнеп гәп һатып, аралашып ҡайтаһың.
“Һуңғы һүҙҙе” бабайы химик ҡәләм менән һандыҡтың таҡтаһына яҙып тимер ҡалай менән көпләп ҡуйған булырға тейеш. Бер ваҡыт шуны асып ҡарағыһы килде Сафияның. Ялтыр ҡалайҙы һыйпаштырҙы. Шул хәтлем һағыныу йөрәген өттө. Күреп торалыр бит ул мине. Ҡалайтып уның эшен боҙһон? Бабайының һуңғы һүҙе ҡәләм менән яҙып ҡуйылмағандыр ул барыбер ҙә. Нимәлер әйтергә, еткерергә теләгән ул һуңғы һандығы менән, тотҡаһыҙ һандыҡ менән. Ни хәтлем йөрәк көсөңдө һалһаң да, эҫенһәң дә был донъя үҙе ошо бер тотҡаһыҙ һандыҡ кеүексе. Тотоп бер нәмәне лә әхирәткә алып китеп булмай. Йөрәкте бары тик ҡартының һуңғы ҡарашы көйҙөрә.
Сафия әбей үҙенең шәплегенә үҙе ныҡ ышана. Балалары алмаш-тилмәш килеп китә. Үҙен яңғыҙ, етем әбей иҫәбенә индереүҙәре ихтималлығын башына ла килтермәй. Ғорур, сәмле, бер аҙ эрерәк тә тота ул үҙен кешеләр алдында. Әммә яңғыҙлыҡ үҙәгенә үтеп ҡаҡшата. Үтмәҫ оҙон төндәр – көс етмәҫ ауырлыҡ булып, яуырынын баҫа, йөҙөнә тәрән бураҙналар һала. Бирешмәҫкә тырышһа ла, күңелен донъяның ҡырылмаһы ҡырыҡ мәшәҡәте, хәстәре менән баҫһа ла, сабырлыҡ ебе йоҡара. Күндем тигәндә лә, яңғыҙаҡ тормошо һағышты көсәйтә.

Килендәргә эш рәтенә төшөндөргәндә, малай-шалайға кәнфит өләшкәнендә ул үҙен шул хәтлем ғорур, көслө ҡатын, күс инәһе итеп тоя ине. Мәктәпкә төшкән ҡыҙ-малайҙарға баҡсаһында үҫкән күҙҙең яуын алырҙай сәскәләрҙе өҙөп биргәнендә лә ул бәхетле ине. Балалары килеп киткәндә лә үҙен шул хәтлем донъяһы бөтөн, етеш ҡатын итеп тойҙо.

Ә тотҡаһыҙ һандыҡ оҫтаханала нисек ултырған, шулай ултыра бирҙе. Бер ваҡыт ҡаланан ейәнсәрҙәре килде. Ҡыйыҡҡа баҫҡыстан үрмәләп менеп, өҫтән малайҙар кеүек саптырып ҡыҙыҡ таптылар. Оҫтахана ер иҙәнле. Һандыҡ махсус урындыҡта ултырһа ла, кесе ярау тамсылары ҡалай һандыҡҡа һарҡты. Сафия уны-быны абайламаны, әлбиттә. Аҙаҡ ҡапҡастағы, ҡабырғаларындағы туттан төшөндө. “Кейәнкеләр!” – тип әсенеп һуҡранды ул ейәнсәрҙәренә. Тутты сығарырға була ҡытыршы наждак ҡағыҙ менән ышҡыны. Эҙ ҡалды. Хәленән килгәнсе туттан ҡотҡарғас, ҡалайҙы майланы. Эсен асып киптерерп алырға ла онотманы. Тотҡаһыҙ һандыҡ, гүйә, үҙ яҙмышын кисерҙе. Етемһерәп ултыра бирҙе. Өлкән ейәнсәре лә кейәүгә сығырға ашыҡманы.
Ун йыллап ваҡыт үтте. Үҙәген өҙҙөрөп һағыныу килде. Етмешен туйларға тип барлыҡ бала-сағаһын йыйҙы Сафия. Өҫтәлдең иң түрендә
балҡып ултырған Сафиянан да бәхетле кеше булдымы икән? Әммә табын һуңында бойоҡто: теге йөрәк өҙҙөргөс һағыныу барлыҡ булмышын ялмап алды. Иң бәләкәс ҡыҙы һүҙ әйткәндә сеңләп илап ебәрҙе.

–Нимә булды, әсәй? Әллә яңылыш рәнйеттекме? Әллә башҡа берәй төрлө теләгең бармы, – тип һорау яуҙыра башлағастар, аяғүрә баҫты. Барыһына ла рәхмәт әйтте. Күңеле шулай тулыуын белдерҙе. Шул минутта үҙен бабайы ҡалдырған һандыҡҡа оҡшатыңҡыраны: тотҡаһыҙ, тоталҡаһыҙ торған да ҡалған бит. Балалары ныҡлабыраҡ төпсөнгәс, ярып һалды күңелдәгеһен: “Ҡартымды һағындым!” Шым ҡалдылар. Һәр ҡайһыһы үҙенсә кисерҙе. Һағына инде, беҙ һәр ваҡыт иҫләтәбеҙ. Төрлө уйҙарға төшәлер, тип эстән генә кисереп, тағы ун йыл йәшәйем, тигәненә нығыраҡ шатланып, үҙҙәрен дә шуға ышандырып таралыштылар.
Юбилейҙан һуң тормош үҙ яйына тәгәрәне. Һуңғы һандыҡ ултырған һарайҙы елләтергә асып ҡуйып, улы алып килеп ауҙарған ҡайын ағасы ботаҡтарынан миндек бәйләргә ултырҙы Сафия. Ҡапыл башына эҫе һуҡтымы, әллә йөрәгендәге бер ҡыл өҙөлдөмө? Тәне тыңлашманы. Үҙен баяғы тотҡаһыҙ һандыҡ итеп тойоу көсәйҙе, күҙ алдары ҡараңғыланып, гүйә, упҡынға тәгәрәне.

Һарай ишеге менән ел уйнаны. Йәш миндек еҫе әллә ниндәй байрам, ҡыуаныс вәғәҙә итһә лә, ҡояш һүрәнәйҙе. Күкте ауыр болоттар ҡапланы. Хәүеф-хәтәр барлығын белдереп, эт олоно. Ҡаҙҙар ҡаҡылданы. Сафия, яныуына сыҙай алмай, яҡлау эҙләгәндәй, һалҡын ҡалайлы һандыҡ өҫтөнә һуҙылды. Сикәһенең, маңлайының ҡыҙыуын тимер һалҡыны, ҡарағастың хуш еҫен һеңдергән һандыҡ баҫҡандай тойолдо. Хәле мөшкөлләнде.
Гөлназ ҠОТОЕВА хикәйәләре
Гөлназ ҠОТОЕВА хикәйәләре
Автор:
Читайте нас: