Оҙайлы йылдар улар ике төркөм кешеләрҙе күҙәткән. Уларҙың береһендә бүләк бирергә, икенсеһендә, киреһенсә, күберәк алырға яратҡандар булған. Был ҡыҙыҡлы тикшереү шуны асыҡлаған: тәүге төркөмдәгеләр үҙен бәхетлерәк, уңышлыраҡ тойған. Һаулығына һирәгерәк зарланған, оҙағыраҡ йәшәгән. Икенсеһендәгеләр эшенән, тормошонан, эргә-тирәһендәгеләрҙән бик һирәк ҡәнәғәтлек кисергән, сәләмәтлеккә лә туймаған.
Баҡтиһәң, яҡындарының күңелен күтәрергә, бүләк итергә, кәрәк икән, йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кешеләрҙә, ғашиҡ булған, яратҡан ваҡыттағы кеүек, ҡеүәтле көс барлыҡҡа килә икән. Тап ошо энергия ауырыуҙан һауығырға, үҙеңде бәхетле тойорға, уңышҡа өлгәшергә, ғүмерҙе оҙайтырға ярҙам итә. Уның нәҡ шулай икәнен элекке бер хеҙмәттәшемдең һөйләгәне лә иҫбатлай: Мин йыш ғашиҡ булам. Тик был тойғо минең ғаиләм тормошона бер ҙә ҡамасауламай. Киреһенсә, миңә төрлө проблемаларҙы еңел хәл итергә булышлыҡ итә. Яратҡаным ысын кеше булғаны ла бар. Билдәле инде, был хаҡта үҙемдән башҡа бер кем дә, бер нәмә лә белмәй. Ғашиҡ булғаным уйлап сығарған образ булыуы ла мөмкин. Хыялымдағы шул кешегә оҡшар өсөн кейенәм, биҙәнәм, тырышып эшләйем. Ни өсөн шулай эшләйемме? Был тойғо мине үҙемде тонуста тоторға ярҙам итә..."- тигәйне ул.
Ысынлап та, ул башҡаларҙан көр күңеллелеге, ваҡ-төйәктән өҫтөн булыуы, бер нәмәгә лә зарланмауы, киреһенсә, яуаплыраҡ, тырышыраҡ булыуы менән айырыла ине. Хәҙер ул ҡатын күптән хаҡлы ялда инде. Әммә бөгөн дә йәштәрсә дәрт менән донъя көтә. Яңыраҡ хәләл ефете менән ҡултыҡлашып китеп барғанында тап иттем уны.
- Һаман да ғашиҡ булаһыңмы? - тип һорамай булдыра алманым.
- Һис шикһеҙ! - тип яуапланы ул.
...Ҡаршыма осраған яҡты йөҙлө инәйгә рәхмәт әйттем дә ары атланым. Үҙем эстән генә ул әйткән фәһемле һүҙҙәрҙе ҡабатланым: "Эй, Хоҙайым, беҙҙең барыбыҙҙы ла яман һүҙҙән, яман күҙҙән, һаранлыҡтан, ҡомағайлыҡтан һаҡла! Был тормошто һөйөү менән үтергә ярҙам ит!"
Ләйсән СӘЛИХОВА.