+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
19 Апрель 2022, 07:00

19 апрель - Бөтә донъя умырзая көнө

УмырзаяАйһылыу Йәғәфәрова — Тып-тып! Тып-тып! Тамсылар тамды.— Сырҡ-сырҡ! Сырҡ-сырҡ! Турғайҙар күңелле сырҡылдашты. Яҙ килде, яҙ!Ә бөгөн бәләкәй генә ҡалҡыулыҡта былтырғы ҡороған япраҡтар аҫтынан берәү ипләп кенә башынҡалҡытты. «Ниндәй рәхәт тын алыуы, ниндәй саф һауа», — тип уйланы ул. Тик күҙен асманы. Шаян яҙғы елдән, һыуыҡ тейеүҙән ҡурҡты. Ләкин оҙаҡ ултырырға тура килмәне уға: ҡояштың йылы нурҙары иркәләп битенән һыйпаны.— Ас күҙеңде, батыр бул, ҡурҡма.— Хәҙер... хәҙер.

19 апрель - Бөтә донъя умырзая көнө19 апрель - Бөтә донъя умырзая көнө
19 апрель - Бөтә донъя умырзая көнө

Ә үҙе яйлап ҡына күҙен аса, ашыҡмай ғына тирә-яғына күҙ һала. Иң тәүҙә ул ҡояш балҡыған зәңгәр күкте, эргәһендә ултырған аҡ ҡайынды күрҙе.
— Эй, һинең исемең нисек? — тип һораны ҡапыл унан берәү көслө тауышы менән, ә үҙе яуапты көтмәйенсә: — Ә мин Ҡуян, — тине.
— Минме? Мин үҙемдең исемемде белмәйем.
Ҡуян көлдө.
— Мин дә һинең исемеңде белмәйем. Мин әле бәләкәй... һине лә беренсе тапҡыр күрәм.
Аяҡ аҫтында ниндәйҙер нәҙек кенә тағы бер тауыш ишетелде.
— Хәҙер, мин һинең исемеңде әсәйемдән һорап киләм.
Ҡуян, оҙон ҡолаҡтарын ҡыбырлатып, ентекләп ергә ҡараны.
— Һин үҙең кем һуң?
— Мин — Ҡырмыҫҡа.
— Ә... Бар, һора, тик тиҙ йөрө.
— Мин хәҙер...
Ҡырмыҫҡа китеп тә өлгөрмәне, баш өҫтөндә сыбар Күбәләк әйләнә башланы.
— Шуны ла белмәйһегеҙме? — тине. — Сәскә бит ул.
Ҡуян, иҫе китмәгәнен күрһәтергә тырышып, Күбәләккә күҙ ташланы.
— Сәскә икәнен үҙем дә беләм... — Ҡапыл ул ҡолаҡтарын торғоҙҙо. — Ниндәйҙер тауыш ишетелә, — тине ашығып, — әсәйем мине көтәлер инде... Һау бул, Сәскә!..
Ҡуян һикерә-һикерә ҡыуаҡлыҡҡа боҫто, ә Күбәләк ары осто. Урманға ҡайын бөрөләрен йыйырға килгән уҡыусылар араһында бәләкәй генә ҡыҙыҡай ҙа бар ине. Ул Сәскәне күргәс, шатлығынан ҡулдарын сәпәкәйләп, һоҡланып ҡысҡырҙы.
— Эй, бында килегеҙ! Ниндәй матур Умырзая үҫеп сыҡҡан.
Ишетәһегеҙме, Умырзая! Тик өҙмәгеҙ!.. Умырзая үҫә бында.

1988 йыл

Автор:
Читайте нас