

Мәхмүт Рафиҡов… Ул, әйтерһең, тотош совет эпохаһының өндәшмәҫ шаһиты, бер кем дә белмәгән тәрән серҙәрҙе хәтерендә тота. СССР-ҙың иң ҙур ҡеүәтен күрһәткән тәүге атом бомбалары шартлатыуҙарын тарихи киноға төшөрөүсе үҙ-үҙен аямаған ҡыйыу кинооператор. Шартлауҙарҙы, документаль кадрҙарҙа беҙ күргән күренештәрҙең барыһын да тик ул ғына видеотаҫмала кәүҙәләндергән. Ул йәшерен хәрби һыу аҫты кәмәһен видеоға төшөргәндә ҙур доза радиация менән ағыулана һәм иҫән ҡалыуын да мөғжизә тип иҫәпләй. Мәхмүт Рафиҡовҡа үҙ хәлен ят кешеләргә һөйләргә ярамағанлыҡтан, табиптар юғары температураһын төшөрөү, радиацияны йыуҙырыу өсөн 3–4 сәғәт буйы душ аҫтында торорға кәңәш итә.
Уның оҫталығын Сергей Королeв, Игорь Курчатов, академик Сахаров бик юғары баһалайҙар.
Бары уға ғына Юрий Гагариндың ергә килеп төшөүен һәм тәүге аҙымдарын кинола сағылдырырға ышанып тапшыралар. Беренсе космонавтың Хрущевҡа телефондан шылтыратып Ергә әйләнеп ҡайтыуы тураһында отчетын төшөргән берҙән-бер оператор була. Гагариндың ниҙәр кисергәненә, бер кем дә күрмәгән мөшкөл хәленә бары ул ғына шаһит була. Күптән түгел генә, бары 90 йәш тулғас, ул үҙе башҡарған эштәре тураһында асылып, бик күп хайран булырлыҡ факттарҙы һөйләй. Режиссер Гөлназ Ғәлимуллина – Мәхмүт Рафиҡов менән асыҡтан-асыҡ әңгәмәләшкән иң тәүге кешеләрҙең береһе.
Мәхмүт Рафиҡов Өфө авиация институтының 3-сө курсында уҡығанда «Яҙ» кинокомедияһында төшөргә саҡырыу ала. Фильм төшөрөү барышында ул киноға ғашиҡ була, һәм, Бөтә Союз дәүләт кинематография институтына уҡырға инеүҙе маҡсат итеп ала. Уҡып бөткәс, ул «Үҙәк фәнни фильм (Центрнаучфильм)» студияһына эшкә алына.
Уның беренсе кадрҙары йәшерен, ябыҡ полигондарҙа эшләнелә. Атом һәм водород бомбаларын, ракеталарҙы һынау барышын төшөрә.
Уны иң ауыр, иң хәүефле урындарға ебәрәләр, сөнки беләләр: Рафиҡов үлем ҡурҡынысы янағанда ла үҙенә тапшырылған эште намыҫ менән үтәйәсәк.
– Гөлназ, легендар кинооператор тураһында «Номерной» документаль фильмын төшөрөп – халҡыбыҙҙың киң билдәлелек алыу мөмкинлеге булмаған шәхесенең тормош юлын яҡтыртып, ниндәй ҙур, изге эш эшләгәнһең. Ошондай уҡ бай эстәлекле, фәһемле фильмдарың менән күп тапҡырҙар һоҡландыраһың. Ижади үрҙәргә, һөнәри оҫталыҡҡа юлың ҡайҙан һәм нисек башланды?
Гөлназ Ғәлимуллина:
Мин Өфөлә тыуып үҫтем. Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем алған ваҡытта яҙыша башланым. Артабан Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға индем. Әммә, ысынын әйткәндә, мин унда йүнләп күренмәнем дә, сөнки беренсе курстан БСТ-ла эшләй башланым, 16 йәштән «Тамыр» студияһында штатта эшләнем. Тап шуға ла минең бар белемем – тәжрибә һөҙөмтәһе. Университетты мин эштә үттем.
Бала саҡтан журналист булырға хыялландым, әммә телевидение тураһында башыма инеп сыҡҡаны ла булманы. Балалар өсөн баҫмаларҙа – «Аманат» журналында, «Йәншишмә» гәзитендә йыш яҙыша инем. Бер нисә йыл рәттән «Аманат» журналының редколлегия ағзаһы булдым. Луиза Азамат ҡыҙы «Тамыр»ға саҡырып алғас, «Һин бит инде былай ҙа әҙер журналист, ғариза яҙ», – тигәне хәтерҙә. Шул көндән башлап, телевидиение штатында эшләй башланым. Тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе, әммә мин быға тамсы ла үкенмәйем. Минең бөгөнгө уңыштарыма, бай эстәлекле, сағыу тәьҫоратлы тормошома йүнәлеш биргәндәре өсөн Луиза Азамат ҡыҙына, Янис Рамаҙановҡа ҙур рәхмәтлемен.
«Тамыр» студияһында бик күп документаль фильмдар төшөрҙөм, уларҙың барыһы ла тиерлек бөтә Рәсәй, халыҡ-ара фестиваль-конкурстарҙың лауреаты булды. «ТЭФИ-Төбәк»тең «Телевидениела спорт» номинацияһында еңеүсе булдым. Был ҙур еңеү, сөнки «ТЭФИ-Төбәк»те Рәсәйҙең телевидение өлкәһендәге «Оскар»ы тип йөрөтәләр. Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы үткәргән «Беҙҙең заман геройы» конкурсында ла минең фильмдарым өс йыл буйы «Иң яҡшы режиссер» номинацияһында һәм башҡа төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып сыҡты.
– Шулай ҙа ҡайһы эшеңде иң ҙур еңеүем тип атар инең?
– Иң ҙур ҡаҙанышым Нью-Йоркта «TV & Film Awards» фестивалендә «Документаль кино» номинацияһында еңеү булды. Унда Боден күлендәге авиакатастрофа тураһындағы фильмым ҡатнашты. Минең маҡсатым еңеү түгел, ә Башҡортостаныбыҙҙың яҡты киләсәген булдырырға тейешле һәләтле балаларыбыҙҙы юғалтыу һыҙланыуын уртаҡлашыу ине. Был йән өшөткөс ваҡиға тураһында донъя халыҡтарының онотмауын теләп, ошондай бәлә-ҡазаларҙы булдырмаҫҡа тейешле икәнлегебеҙҙе бөтә илдәргә иҫкәртеүҙе маҡсат итеп эшләнгән ине фильм.
– Әлбиттә, эш дәрте, рух көсө ташып торған күп яҡлы һәләтле шәхескә Өфө, Башҡортостан киңлектәре генә тар була башлағандыр. Мәскәүҙе «яулау» теләге ҡасан уянды?
– Мине «Формат ТВ» телекомпаниеһының генераль продюсеры Оксана Барковская саҡырғас, илебеҙҙең баш ҡалаһына юлландым. Оҙаҡ уйлаһаң, икеләндерә башлай һәм киләсәккә ҡыйыу аҙымдар эшләүҙе кисектерә. Шуға күрә, күп уйлап тормай, Мәскәүгә юл тоттом. 2013 йылда ғүмер китабымдың яңы биттәре асылды.
– Бөгөнгө көндә ниндәй эштәр башҡарып, ниндәй яңы маҡсаттар менән йәшәйһең?
– Яңы проектымдың яңы үрҙәр яуларына өмөт бағлап йөрөйөм, әммә тажлы вирусҡа бәйле, миңә лә пландарҙы үҙгәртергә тура килде. Һуңғы ике йылды ҙур проектҡа бағышланым. Был фильм Оксана Барковская продюсерлығы аҫтында эшләнде. Ул минең ниәтемде күтәрмәләне, һәм мин Израилгә барып «Бер ҡасан да» («Никогда больше») тип аталған документаль фильм төшөрҙөм. Ул Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҙур походҡа бағышланған, 280-дән ашыу йәһүд халҡының яҙмышы тураһында. Был походты партизан егет – Башҡортостанда тыуып үҫкән Николай Кисилев ике ай буйы етәкләп алып бара һәм фашистар ҡамауынан иҫән-һау алып сығыуға өлгәшә. Бөгөнгө көндә уның исеме Израилдә «Праведники народов мира» аллеяһында таш мемориалға баҫылған. Был ваҡиғалар шаһиттары менән осрашып, интервьюлар алдым. Материал туплауҙа Нью-Йоркта йәшәүсе хеҙмәттәшем, беҙҙең Башҡортостан телевидениеһы ярҙам итте, уларға ҙур рәхмәтлемен.
– «Номерной» фильмын төшөрөүгә лә нимәләрҙер этәргес булғандыр?
– Мәскәүҙә БСТ-ның үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән саҡта Гүзәл Хәсәнова миңә Мәхмүт Рафиҡов тураһында бәләкәй генә тапшырыу эшләргә ҡушты. Ундай кеше тураһында ниңә бер кем дә белмәүен, дәреслектәрҙә ни өсөн уның тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмау сәбәптәренә төшөндөм. Кинооператор Мәхмүтов тураһында ҡыҫҡа ғына – 13 минутлыҡ был тәүге видеофильмды «Беҙҙең заман геройы» конкурсына ебәрҙек. Тапшырыу 2-се урын яуланы. Конкурс ваҡытында 1-се каналдың продюсеры Светлана Колосова менән таныштым. Ул минең фильмға ыңғай баһа бирҙе һәм киңәйтергә кәңәш итте. Мин дәртләнеп эшкә тотондом – фильмды тулыландырып, 1-се каналға сығарҙыҡ. Документаль фильмды эшләү бер йылға һуҙылды. Сөнки федераль канал өсөн эшләү бик еңел түгел, архив документтары эҙләргә, реконструкция төшөрөргә лә күп ваҡыт талап ителде.
Мәхмүтовтың кинокамераһы тураһында ла айырым әйтеп үтке килә, сөнки был камера ысын-ысындан бик «батыр» эш ҡоралы. Ул Гагаринды ғына түгел, ә сираттағы 12 космонавты ла видеоға төшөргән.
Мәхмүт Рафиҡовтың Ергә килеп төшкәс тә, Гагариндан алған автографлы паспорты ла бик иҫтәлекле, хатта уникаль әйбер тип әйтергә була. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки кинооператорҙың автограф ҡуйҙырырлыҡ башҡа бер ниндәй ҙә ҡағыҙы булмай һәм ул паспортын һуҙа. Был паспорттың аҙаҡҡы битендә «Оператору, Гагарин, 12.04.61» тигән яҙыу бар.
Мәхмүт Рафиҡов йәшерен оператор булғанлыҡтан, күп мәғлүмәт әле һаман асылып етмәгән. Юрий Гагариндың ергә килеп төшкәс яһаған тәүге аҙымдар
ын киноға төшөргән ваҡиғалар, тәүге космонавтың ниҙәр кисергәне тураһында тик хәҙер генә асыҡтан-асыҡ һөйләргә була. Мәхмүт Рафиҡов үҙе иҫән сағында, уның менән Звездный ҡаласығына барыу бәхете миңә, ысынын әйткәндә, осраҡлы ғына йылмайҙы. Бер көндө телефондан ҡатын кеше шылтыратып: «Мин Гагариндың туғаны, кинооператор тураһындағы киноғыҙҙы күрҙем, һеҙҙең менән дә осрашып-күрешергә теләйем», – ти. Беҙ Мәхмүт Мөхәмәтйән улын алып, йыраҡҡа – Звездный ҡалаһына сығып киттек. Гагарин музейында бик бай тәьҫоратлы, ҡыҙыҡлы осрашыу булды. Унда тәүге космонавтың скафандры, башҡа әйберҙәре һаҡлана. Музейҙа үҙе төшөргән кадрҙарҙы күреп, Мәхмүт Рафиҡов бик ғәжәпләнә һәм шатлана. Был ҡаласыҡта космонавтарҙың балалары, вариҫтары йәшәй, улар менән йылы, йәнле һөйләшеүҙәр ойошторҙоҡ. 92 йәшлек булһа ла, хәтере иҫ киткес яҡшы ине кинооператорҙың, хәтирәләре менән бик матур итеп уртаҡлашты. Оло кеше – Мәхмүт Рафиҡов бик ҡәнәғәт булды был осрашыуҙан. Мин был хәл-ваҡиғаларҙың сәбәпсеһе булғаныма, ошо легендар кинооператор тураһында халыҡҡа, киң массаларға мәғлүмәт еткерә алыуыма бик шатмын. Кешенең ғүмере лә мәңгелек түгел икәнлеген аңлай инем, һәм уны киноға, бик күп фотоға төшөрөп ҡалып өлгөргәнемә ҡыуанып бөтә алмайым – оҙаҡламай Мәхмүт Мөхәмәтйән улы ысын донъяларға китеп тә барҙы.
Фаил Илембәтов:
– Мин, Рәсәй дәүләт геология разведкаһы университеты студентымын, сәхнә кешеһе, актер түгел, шуға күрә режиссер документалист Гөлназ Ғәлимуллинанан саҡырыу алғас, бер аҙ аптырап ҡалдым. Ул, баҡһаң, йәш Мәхмүтте уйнар өсөн төп геройға оҡшаған егет кеше эҙләй, ә мин йөҙгә кинооператор Рафиҡовҡа бик оҡшағанмын икән. Мәскәү студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһының әүҙем ойоштороусыһы, КВН-дарҙа уйнап йөрөгән саҡ, шуға күрә лә, Гөлназ, моғайын, миңә мөрәжәғәт иткәндер. Бер ниндәй ҙә һынап ҡарауҙар булманы, мин тура киноға төшә башланым.
Кинооператорҙың Юрий Гагаринды фотоға һәм видеоға төшөргән кинокамераһын тотоп, уның менән эшләп ҡараным. Инде олоғайған герой менән осрашыуҙар, уның менән һөйләшеп ултырыуҙар тормошомдоң бик иҫтәлекле мәлдәре булды.
Космонавттар нәҫеле йәшәгән Звездный ҡалаһында йәшәүселәр менән аралашыуҙан бик тулҡынландырғыс тәьҫораттар ҡалды. Мин үҙем бала саҡтан йыһан төҙөлөшө, астрономия менән ҡыҙыҡһынғас, был осрашыуҙарҙы яҙмыштың бер бүләге тип ҡабул иттем.
Башҡорт егете, бик үҙенсәлекле яҙмышлы шәхес – Мәхмүт Рафиҡов тураһында фильм төшөрөү, уның 1-се каналда күрһәтелеү хоҡуғына эйә булыуына өлгәшеү – бик ҙур еңеү, режиссерҙың, был таҫманы барлыҡҡа килтереүселәрҙең шәхси батырлығы ул. Һеҙгә киләсәктә лә ижади ҡомарығыҙ һайыҡмауын, яңынан-яңы офоҡтар асылыуын теләйбеҙ. Халҡыбыҙ ынйылары булырлыҡ шәхестәребеҙ тураһында тағы ла матур фильмдар көтөп ҡалабыҙ.
Миләүшә ИШЕМҒОЛОВА