+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2022, 10:35

АПРЕЛЬ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛЫР ИКӘН? ҺЫНАМЫШТАР

Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, -

АПРЕЛЬ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛЫР ИКӘН? ҺЫНАМЫШТАР
АПРЕЛЬ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛЫР ИКӘН? ҺЫНАМЫШТАР

йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.

Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.

Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.

Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.

Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.

1 апрелдә көн торошо ниндәй, октябрҙең беренсе көнө лә шундай булыр.

12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.

15 апрелдә йылғалар боҙҙарынан ташып аҡһа, бесән мул булыр.

24 апрелгә тиклем ҡар һыуҙары ағып бөтмәһә, тимәк, яҙ һуң килә.

#природа@i_bashkirka

Автор:
Читайте нас: