Ниһәйәт, нисә йыл һораған ун кубометр ағасты бирҙеләр Хәбиргә. Ағасы һәйбәт тә, тик текә тау башынан эләкте, төшөрөүе мәшәҡәтле булмаҡсы. Йығып, ботап, өйөп ҡуйҙы ла, алып ҡайтырға уңайлыраҡ юл эҙләй башланы. Бер урында йылға аша күпер һалып, турараҡ тарттырмаҡсы булып самалағайны ла, килеп сыҡмаҫ, үҙәге бигерәк лүтерле, тип, кире уйланы. Ҡулындағы балтаһы менән билдәләр һалып йөрөнө лә, ҡул һелтәне. Арыраҡ барып, икенсе үҙәктән кисеү, юл эҙләр, тип ҡарар итте һәм машинаһына табан ыңғайланы. Килеүенә, машинаһында улы юҡ ине. Шаярып йәшенгәндер тип, тәүҙә өндәшмәй генә сәйен һемереп алды, һыуһағайны. Унан машина аҫтын, тирә-яғын ҡараштырып, һөрәнләй башланы. Шунда ғына ул туҙанлы капот өҫтөндәге ҙур һеләүһен эҙҙәрен күрҙе, теле аңҡауына йәбеште. Улына һеләүһен һөжүм иткән. Сәбәләнеп, ҡайһы яҡҡа һөйрәгәнлеген эҙләп, йүгергеләне. Ямғыр йыуған, ауыр ағас тейәлгән машиналар ҡатырған ҡырсынташлы юлда бер эҙ ҙә күренмәй ине. Тирә-яҡты йүгерә-йүгерә ҡысҡырып оҙаҡ эҙләгәс, бәлки, өйгә юлланғандыр, тигән өмөт менән ҡайтырға сыҡты. Бер нисә соҡорло-батҡаҡлы урында туҡтап ҡараһа ла, улының эҙе күренмәне. Ҡайтып етеүгә туғандарына, күршеләренә хәбәр итеп, бөтә ауыл менән эҙләргә сыҡтылар. Кемеһе һыбай, берәүҙәр машина менән, икенселәре йәйәү, урманды һөҙһәләр ҙә, Фәритте ҡараңғы төшкәнсе таба алманылар. Иртәгәһенә кем ҡайһы төбәктә эҙләйәсәктәрен тәғәйенләп, һүҙ беркеттеләр.
* * *
Насир бабай ҙа төнө буйы йоҡлай алманы. Ҡустыһының юғалған улы ҡайһы тирәлә булыуы мөмкинлеген уйланы. Тик таң алдынан ғына күҙе эленеп, төшөндә таныш аҡлан күреп, һиҫкәнеп уянды. Тәүҙә аҡландың ҡайҙа булыуын иҫенә төшөрә алмай аҙапланды. Аҙаҡ ҡына Бөрйән тарафындағы, ауылдан ун өс саҡрымдай алыҫлыҡтағы сабынлыҡтарҙы хәтерләне. Иртәнге сәйен эскәс тә, йәһәтләп атына һыбай атланып, төшөндә күргән аҡланға юлланды. Юлда барғанда ла, баланың нисек ҡараңғы урманда ҡуныуын күҙ алдына килтереп, хафаланды. Һеләүһен эҙҙәрен бөтөнләй башынан ҡыуып сығарырға тырышты. Бер аҙ барып, тирә-яҡҡа һөрәнләгәс, төшөп, эҙҙәрҙе ҡарап ала ла, атын тағы юрттыра. Ҡояш байтаҡ күтәрелһә лә урманда һалҡын, иртәнге ысыҡ һирпелмәгән әле. Кинәт юлда айыу эҙен абайланы. Атынан төшөп, эҙенә күҙ һалғас та, айыуҙың бик ҙурлығын самаланы. Үҙенең ҙур резина итектәренә үлсәгәндә лә әллә күпме артып ҡала. Тағы, юлдағы үлән араһынан атлаған бала итектәре эҙен күреп, баҙап ҡалды. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, башына ҡан йүгерҙе. Бала артынан атлаған бит был урман хужаһы. Эҙҙәргә ямғыр һибәләгән булыуынан самалауынса, кисәге эҙ. Бөгөн иртәнсәк эре күҙле, ҡыҫҡа ямғыр яуҙы. Төндә... Айыу менән... Артығын уйлай алмай ине башы. Йәһәтләп атына һикерҙе лә, артабан эҙҙәр буйлап китте. Берсә юғалтып, кире табып, оҙаҡ барҙы эҙ буйлап. Йомшаҡ урман юлын батыра баҫып бала артынан эйәргән айыу. Бына бер ҡарағай төбөнә туҡтаған бала. Һыҙырылған урындарҙы ҡарап, сайырын сәйнәргә алғандыр, тигән һығымта яһаны. Унан төшөндә күргән аҡланға килеп сығып, тағы һөрәнләне. Бер инешкә етәрәк ҡолағына бала илауы салынды. Инеш буйындағы батҡаҡта тубығынан батҡан Фәрит илай ине, үҙе: "Итектәремде сығарып алып булмай ҙа ҡуя..."- тип һөйләнә. Насир бабай тыныс ҡына бала янына килеп: "Әй, әттәгенәһе. Сыҡмайҙармы? Хәҙер һөйрәп сығарабыҙ уны. Һин үләндә ултырып тор. Мин итектәреңде сығарып йыуайым..." Шунда ғына ул бөтә тәненең ҡалтырауын, ҡурҡыуын тойҙо. Баланы йыуындырып, бергәләп ашап, сәй эскәндә лә ҡалтыраныуы үтмәгәйне әле. Ҡыялатып ҡына баланан: - Төндә өшөнөңмө? Һыуыҡ булдымы? - тип һораны.
- Мин Мәфтуха инәйҙәрҙә йоҡланым. Өшөмәнем. Өйҙәре йылы ине, - тип яуапланы.
Ул әбейҙең күптән үлгәнлеген белгән Насир бабай, аптырап ҡалды.
- Өйҙә тормай торғайны, өйҙә булдымы үҙе? - тигән булды ҡаушауын һиҙҙермәй.
- Өйҙә ине. Тағы Сәкинә апай ҙа бар ине. Бергәләп йоҡланыҡ… - Был юлы бөтөнләй һүҙһеҙ ҡалды Насир бабай. Сәкинә тигәне йәш кенә көйө һай ғына һыуға батып үлеп ҡалғайны элек үк. Ниңә үлгәнлеген дә белмәнеләр.
- Юлда бер нәмә лә осраманымы?
- Юҡ. Әй, урманда Рөстәмдәрҙең бесәйен таптым. Тик тотторманы ғына.
Баланы алдына ултыртып, ҡайтырға ҡуҙғалғас та йоҡлап китте, ҡайышын сисеп, үҙенә ҡуша бәйләп ҡуйырға тура килде. Әкрен генә юрттырып, ауылға ингәс тә әбейе фельдшерға, күрше-тирәгә хәбәр итергә йүгерҙе. Шунда уҡ килеп еткән фельдшер ҡыҙыҡай баланың һау-сәләмәт икәнен әйтте. Тик тәненә йәбешкән тиҫтәләрсә талпанды күреп, баш сайҡаны, әкрен генә булышып сығарырға тырышты. Ихатаһында ултырған Насир бабай ғына һеңгәҙәүенән арына алмай ине. Күргән төшө, айыу юлы, батҡаҡҡа батҡан бала, ярҙамға килгән әруахтар… Әҙәмгә һөйләһәң, ышанмаҫ…
Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.