+10 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
23 Марта 2022, 04:01

Ышаныуҙар буйынса, даға сихри көскә эйә.

Уны башҡорттар бәлә-ҡазанан һаҡлай торған әйбер, тиҙәр. Шуға ла халыҡта элек-электән тупһаға, һикәлтәгә даға ҡағыу йолаһы булған. Уның ырымы шулай: 

Ышаныуҙар буйынса, даға сихри көскә эйә.Ышаныуҙар буйынса, даға сихри көскә эйә.
Ышаныуҙар буйынса, даға сихри көскә эйә.
кешенең яман уйы, яман һүҙе дағаға эләгеп ҡала, өйгә инмәй икән. Даға ен-шайтандан да һаҡлай. Әммә тупһаға һаҡлау өсөн ҡағыла торған даға мотлаҡ ат тояғынан төшөп ҡалған даға булырға тейеш тиҙәр. Дағаны ҡаҡҡан саҡта бисмилла менән бергә түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтеү ҙә мотлаҡ.
 
- Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм күрмәһен өсөн,
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн!
Иң мөһиме - тупһаға һаҡлау өсөн ҡағыла торған даға мотлаҡ ат тояғынан төшөп ҡалған даға булырға тейеш тиҙәр. 
Автор:
Читайте нас