

Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған, әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында (Өфө ҡалаһы янында) башланған.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар.
Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан "Ҙур һыҙма китабы"нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала.
Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында йылғалар араһындағы аҡһыл һәм ҡараһыу сик бик асыҡ күренә.Риүәйәттә былай тип әйтелә: Урал тигән бәһлеүәндең еткән ике ҡыҙы була. Уларҙың ҡайһыһы баш булырға тейешлеге тураһында йыш бәхәсләшәләр. Урал ҡыҙҙарын үҙаллы сығарып ебәреп, үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күрергә, һуңынан кем баш булыуын хәл итергә була. Мөһабәт гранит ҡапҡаһын асып ҡыҙҙарын сығарып ебәрә. Аталары ҡыҙҙарының көс-ҡеүәтен, ныҡышлығын һынай: әле юлдарына ҡая таш сығарып ҡуя, әле һаҙлыҡ менән юлдарын бүлдерә. Атаһы күреп тора: көньяҡҡа табан йүгергән ҡыҙы ҡеүәтләнә һәм ныҡлыраҡ була бара ғына түгел, ә йөрәге лә яҡтырып, юлындағы барыһын да арбап алған. Ә икенсеһе дыуамал, үҙ һүҙле — ҡаяларға ташлана, ҡаралып-ҡарайып, һыуҙары һалҡынайып килеп сыға.
Йылғаны урыҫ телендә Уфимка, Уфа тип йөрөтһәләр ҙә, башҡорттар Ҡариҙел тип атайҙар.