Береһе лә бындай күркәм тантаналарға эсер йәки ашар өсөн бармай бит. Шөкөр, элекке кеүек аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ, һәр кем үҙе теләгән деликатесты ла, экзотик блюдоларҙы әҙерләү, һатып алыу мөмкинлегенә эйә хәҙер. Дөрөҫ, динебеҙ өҫтәлдә алкоголле эсемлек булған табынға йөрөмәҫкә ҡуша. Шулай ҙа юбилярға йәки яңы өйләнешкән йәштәргә, уларҙың ата-әсәһенә булған ихтирам йөҙөнән уларҙы ғүмерҙәренең матур ваҡиғаһы менән тәбрикләргә, бүләген тапшырырға бер кем дә тыймай.
Хәҙер күптәр өҫтәленә шарап ҡуймай. Йолаһы шул бит инде тип, табынға ҡуйылған хәлдә лә ауыҙ итмәгәндәр күберәк хәҙер. Халыҡтың шулай яйлап ҡына айыҡ тормошҡа күсеүе бик тә ҡыуаныслы. Ысынлап та, эсмәйенсә лә бына тигән күңел асырға мөмкин булыуына күптән ышандыҡ бит инде.
Байрамға ҡағылышлы йыш ҡына элекке күршемдең ошо һүҙҙәре иҫкә төшә:
- Балаларығыҙ йышыраҡ ҡайтһын тиһәгеҙ, ни тиклем мәшәҡәтле осор кисерһәгеҙ ҙә, бала саҡта уларҙың тыуған көндәрен үткәрегеҙ, бәләкәй генә булһа ла тантаналар ойоштороғоҙ. Шул саҡта ғына улар, ниндәй генә йәштә булмаһын, тыуған йортон, ҡартайған ата-әсәһен һағынып ҡайтасаҡ. Олоғайған көндәрендә лә бала сағы үткән атай нигеҙе тураһында йылы хәтирәләр уларҙың күңелен йылытып, һәр ваҡыт тартып торасаҡ. Иң сағыу, матур ваҡиғалар тураһында иҫтәлектәр иһә уларға сәләмәт булырға, тормошта ышаныслы аҙым менән атларға ярҙам итәсәк. Ҡунаҡтан уларҙың тағы килгеһе килеп ҡайтырға тейеш. Бына шуның өсөн кәрәк ул ғаилә байрамдары...
Дини кеше ине ул. Үҙенсә шәриғәт ҡанундарын үтәп йәшәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер ҡасан да, бер кемде лә байрам итеүҙән тыйманы. Балаларының тыуған көнөн дә, Яңы йылды ла бөтә туғандарын, күрше-тирәһен йыйып, матур итеп әҙерләнеп, бүләктәрен алып, күңелле итеп үткәрә ине. Эсеп, боҙолошоп, һуғышып йөрөгән бер кеме лә булманы. Киреһенсә, татыулыҡтары менән айырылды улар, байрамда ғына түгел, эштә лә берҙәм булдылар. Дәррәү йыйылып, атай-әсәһенең бөтә эшен бөтөрөп китерҙәр ине.
Элек-электән байрамдарҙың әһәмиәтен, уның ни өсөн кәрәклеген бик яҡшы белгәндәр. Шуға ла уға ҙур иғтибар биргәндәр. Тап ошондай күңел асыу сараларында ғына һәр кем дәрәжәһенә, йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарамай, үҙен тиң итеп тоя ала, сөнки һәр кемгә үҙенең нимәгә маһир булыуын күрһәтергә мөмкинлек тыуа. Мәҫәлән, кемдер йыр-бейеү һәләте, икенсеһе бешеренеү оҫталығы, өсөнсөһө шуҡлығы, шаянлығы менән айырылған. Тап ошо үҙеңде барыһы менән дә бер тигеҙ итеп тойоу кешегә байрам тойғоһо бирә һәм күңелде күтәрә.
Эйе, байрамдар кәрәк! Кеше үҙенең шатлығы, ыңғай кисерештәре менән бүлешеү, аралашыу өсөн улар бөгөн бик тә мөһим. Эш урынында ла байрам, корпоратив саралар үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйлайым, сөнки нәҡ улар хеҙмәт коллективын тупларға, ә иң мөһиме артабан уңышлы эшләүгә, корпоратив ҡиммәттәрҙе асыҡларға, күрһәтергә булышлыҡ итә. Үрҙә әйтеп китеүемсә, байрам итеүҙе совет заманындағы кеүек эскелек тип ҡарарға кәрәкмәй. Уларҙы халҡыбыҙ йолаларына нигеҙләнеп, өләсәй-олатайҙарыбыҙ аҡылына таянып, бөгөн дә бына тигән ойошторорға мөмкин.
Лена АБДРАХМАНОВА.