+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2022, 12:52

СЕРГЕТЫШТЫҢ СЕРЕ

.

СЕРГЕТЫШТЫҢ СЕРЕ
СЕРГЕТЫШТЫҢ СЕРЕ

Бөрйән районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина:

- Матурлыҡҡа ынтылыш кешенең кейгән кейеме менән генә сикләнмәгән. Башҡорттар үҙҙәренең тоғро дуҫы булған атты, ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡтарын биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргән. Улар XX быуат урталарына тиклем һаҡлана, ҡулланыла килгән әле. Борон башҡорт егеттәре сынъяһау кейенеп, шәп аттарға менеп, ҡыҙ күҙләгәндәр. Яҙғы эштәрҙән һуң үткәрелгән йола байрамы һабантуй ҙа ат ярыштарынан башҡа үткәрелмәгән. Кейәүгә бирелгән ҡыҙ ата-әсә йортонан буласаҡ ғаиләһенә оҙатылғанда уның өҫтөндәге кейеме һәм атының күкрәксәһе, сергетышы, бауырлығы, арҡалығының бер иштән сағыу төҫтәрҙә биҙәлгән булыуы уның нәҫел-нәсәбенең затлы, бай, тәрбиәле булыуын күрһәтеп тороусы бер билдә булған. Башҡорт халыҡ йыры "Ҡара юрға"ла был күренеш бигерәк тә асыҡ сағылдырылған.

Аттың эйәре аҫтына һалына торған был әйберҙең атамаһына килгәндә, уның ҡушма һүҙ икәнен күрәбеҙ. Үңдек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ ул серге. Был һүҙҙең сығышы тураһында, ысынлап, үҙем дә ныҡ эҙләндем. Кейеҙҙе ҡаплар өсөн төрлө төҫтәге йөн ептән туҡылған буй һыҙыҡлы балаҫ та ҡулланылғаны билдәле. Шулай уҡ кейеҙҙең өҫтөнән ҡалынса туҡыма ла ҡулланылған һәм ул да тигеҙ рәттәргә теҙеп һалынған биҙәктәрҙән һырылған. Буй-буй һырлы биҙәктәрҙән ҡоролғанға күрә, һыр>сыр>сер сылбыры аша серге һүҙенең тамырын төҫмөрләргә булалыр, тейем. Һарыҡ йәки кәзә йөнөнән баҫтырылған кейеҙҙең тышына һалына торған япма булыуын аңлата инде һүҙъяһалышта ҡатнашыусы икенсе тамыр - тыш. Был турала башҡа фараздар булһа, гәзит уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаша ала, әлбиттә.

Эйәр аҫтына һалынған кейеҙҙең өҫтө сепрәк менән ҡапланып, уныһының дүрт яғының да ҡырҙарына төҫлө туҡыма киҫәктәренән мөгөҙлө ҡусҡар, өсмөйөш-шаҡмаҡтар һалына. Ғәҙәттә, сепрәк япма үҙе кейеҙҙән бәләкәйерәк алынып, кейеҙе ҡайма булып күренеп тора. Оҫталар уны һәр кем үҙенсә текһә лә, сергетыштың биҙәктәре бер үк техникала башҡарылған. Сергетышты ҡыҙыл, һары йөн йәки ебәк ептәр менән сигелгән мәңгелек донъя тәгәрмәсен һынландырыусы түңәрәк, йыһан тамғалары ҡояш-ай-йондоҙҙар ҙа биҙәй. Шулай уҡ дүрт мөйөшөн суҡлап ҡуйғандар. Ҡат-ҡат ҡатлаған ептең бер осон ҡуша төйөп, икенсеһен һалындырып ҡуйған биҙәүес булараҡ, суҡ үҙе лә символ рәүешен үтәй. Беренсенән, ул күп булғанды белдерә. Икенсенән, күптең бергә ойошоуын, берҙәмлектә тупланыуҙы аңлата.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың оҫталығынан, ни кимәлдә етеш-бай булыуынан сығыптыр инде, сергетыштар бит бер-береһен һис ҡабатламай. Ләкин шул уҡ ваҡытта өсмөйөш, шаҡмаҡ формаһындағы ҡырҡындыларҙы ҡулланғанға күрә, бөтә сергетыштарға ла хас оҡшашлыҡ, дөйөм уртаҡлыҡ та күҙгә ташлана. Шул биҙәктәрҙең быуындан-быуынға күсә килгән ҡабатланыуында сер ҙә бар. Бик күп эҙләнеү, уйланыуҙарҙан һуң үҙем дә аңғармаҫтан мөғжизәгә юлыҡтым мин сергетыштар менән мауығыуҙан. Мәҫәлән, "һалмалап туралған" төрлө төҫтәге буҫтау ҡырҡындылар теҙелгән аҡ буй юлаҡтарҙы ҡарайыҡ. Шаҡмаҡ йәки ромб - бер урында нығынған, ныҡлыҡ тамғаһы булараҡ, ер, ер эшкәртеү символы икәне билдәле. Аҡ юл образы, ғөмүмән, башҡортта киң таралған төшөнсә. Аҡлыҡ, сафлыҡ - иреккә, тыныслыҡҡа, рухиәткә ынтылыш билдәһе булһа, күп һанлы ваҡ ҡына шаҡмаҡтар кешенең был фани донъяла, йәғни ер тормошона тәғәйен йылдары, үтелгән аҙымдары һанын һынландыралыр, тип фаразларға мөмкин.

Түбәһе өҫкә ҡаратылған өсмөйөш - ут символы ул, сөнки ялҡын телдәре өҫкә йүнәлеп яныусы. Тағы бындай өсмөйөш тау түбәһенә оҡшаш булғанға күрә, бейеклеккә артылыу, рух күтәренкелегенә ишара булһа, бер үк ваҡытта ир-ат тамғаһы (фаллос!) ла ул. Уларҙың тигеҙ бер рәткә теҙелеүе - йәнтөйәген яҡларға, ҡурсаларға һәр саҡ әҙер, кәрәк саҡта, яуға күтәрелер өсөн сафҡа баҫҡан ғәскәр символын күҙ алдына килтерә... Ошо өсмөйөштәрҙең бер рәткә ярышлап теҙелеүенән һәр икеһенең араһында түбәһе аҫҡа ҡарай йүнәлгән, йәғни түңкәрелгән өсмөйөштәр хасил була. Һыу йыйылып ятыр соҡор-саҡыр, уйһыу ерҙәр төҫмөрләнә уларҙа. Аллаһы Тәғәлә Ер йөҙөн үҙе шулай яралтҡан да баһа! Эзотерик әҙәбиәттә өсмөйөштөң был төрө ер йөҙөндә йәшәү сығанағы булған һыу, һауыт-һаба, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ символы булараҡ ҡабул ителгән. Ике төрлө өсмөйөштәрҙең бер сафта үҙ-ара ярашып, төҙөк биҙәк-һыр барлыҡҡа килтереүе йәшәүҙең нигеҙендә ятҡан ут һәм һыу, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысы, фанилыҡтың һәм рухиәттең мәңге айырылмаҫ ҡиммәттәр икәнен аңлатыусы фәлсәфәнең сағылышы ул. Сергетыштың иң ситенә теҙелә торған тағы бер өҫмөйөш төрө бар. Улары шаҡмаҡлап ҡырҡылған туҡыманы дүрткә бөкләүҙән хасил булған өсмөйөштәр - бетеү тип атала. Бетеүҙең һаҡлау, ҡурсалау өсөн тәғәйенләнеше барыбыҙға ла билдәле.

     Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА ҡорған әңгәмәнән өҙөк.

Автор:
Читайте нас: