"тумыртҡа" булған ерҙә һаҡ булығыҙ, ул һәр хәбәреңде "туҡылдатып" ҡына тора. Икенсенән, был ҡошто алйот тип иҫәпләйбеҙ. Иҫәпләйбеҙ генә түгел, хатта сағыштырыу миҫалы итеп ҡулланабыҙ. Иҫ китмәле инде. Әгәр берәүҙе былай ғына түгел, ә бик ныҡ итеп үпкәләтергә теләһәк, бөгөлгән бармаҡтар менән өҫтәлгә бер нисә тапҡыр туҡылдатып алабыҙ ҙа, "бына һин ошолай", тип әйтәбеҙ. Хатта әйтелергә тейешле алйот һүҙен әйтеп тә тормайбыҙ. Уныһы, йәнәһе, былай ҙа аңлашыла.
Әйткән кешеһен әйтәм әле, ул бушҡа ғына өҫтәл туҡылдатмай. Йәнәһе, тумыртҡа ла бына ошолай туҡылдата. Ә уның ... мейеһе юҡ! Әгәр мейеһе булһа... ул күптән үлгән булыр ине. Йә мейе һелкенеүҙән, йә мейеһе сәсрәп осоп бөтөүҙән. Әммә тәбиғәт нишләптер был ҡошто йәлләгән, тип уйлай кеше. Мейеһен сәсрәтеп бөтөргән, ә үҙен тере ҡалдырған. Бына хәҙер йөрөй "мейеһеҙ" тумыртҡа рәхәтләнеп туҡылдап. Бына шулай, өҫтәлгә туҡылдатыу мейе юҡлығына ишара икән! Уйлап ҡараһаң, бындай һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә бар һымаҡ. Үҙегеҙ баһа биреп ҡарағыҙ әле. Тумыртҡа көнөнә 12 мең тапҡыр һуға, секундына 20 тапҡыр һуғып өлгөрә, һуғыу тиҙлеге 35 км/сәғ. Бындай тиҙлектә һуҡҡан суҡыш хатта ҡыҙып китә. Шуға тумыртҡа бер аҙға тынып ҡала икән. Суҡыш һыуына төшкәс, тағы бер тапҡыр барабан һуғып ала. Кеше мейеһе бындай туҡылдауға сыҙамаҫ ине, ә тумыртҡа мейеһе нисек сыҙай икән - был хәл ғалимдар тарафынан өйрәнелгән һәм асыҡланған. Баҡтиһәң, был ҡоштоң баш төҙөлөшө, мейе урынлашыуы һәм башҡаһы беҙҙекенән бөтөнләйе менән айырыла икән.
Әйткәндәй, "телең оҙонайһа, ҡыҫҡартырмын мин уны" тигән әйтемгә тумыртҡа миҫал була ала. Уның теле бигерәк оҙон. Кәүҙә оҙонлоғо 25 см, ә тел оҙонлоғо 10 см самаһы! Унысама оҙон телде ауыҙына нисек һыйҙыралыр, аптырамалы инде. Уға бындай оҙон тел ҡарышлауыҡтарҙы сүпләр өсөн кәрәк.
Тумытҡа - урман докторы,
Ағас йөрәген тыңлай.
Уның әйткән һәр бер һүҙен
Урман ҡабатлай, тынмай.
Әғләм ШӘРИПОВ.