Тик береһе лә уны мин теләгәнсә яһай алмай булып сыҡты. Күптәр әҙер мебель материалынан йәтеш кенә ҡумта ҡора ла бирә икән. Уның өсөн артыҡ маһирлыҡ та кәрәкмәй һымаҡ. Ундай һандыҡтар саҡ ҡына дымдан сит-ситенән асыла, әлеге уртахаҡ мебелдәр кеүек йәһәт кенә кителә-сыйыла башлай. Һәм ике-өс йылдан кәрәкмәгән нәмә булып келәткә тығып та ҡуйыла. Миңә Әбйәлил районынан бер ағай яһап күргәҙмәгә ҡуйған боронғоса, ҡарағай таҡтанан яһалған, ҡапҡасы бөгөп көмбәҙләнгән, тышы йоҡа ҡалай менән тотошлай һырланған, ҡаштар һәм таштар менән биҙәлгән, ағасына милли нағыштар төшөрөлгән һандыҡ кәрәк ине. Оҫта заказ алмай, был уның ҡыҙына бирнә итеп эшләнгәне генә икән. Һәм, ышанаһығыҙмы, һандыҡтың ошондай боронғо бирелешенә йөрьәт итеп тотонғандай оҫтаны оҙаҡ ҡына эҙләргә тура килде. Ниһайәт, был заказды ҡабул итеүсе табылды. Быны нимә өсөн теҙеп яҙаммы? Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә боронғо һырлы-нағышлы һандыҡтарҙы өй биҙәге итеп ҡайтарайыҡ әле, тип әйҙәләге килгәнгә яҙам. Һандыҡ - ул туй биҙәге булһын өсөн генә, исем өсөн яһатылған атрибут түгел, ул ҡатын-ҡыҙ донъяһының бер дәрәжәле символы. Ул ғүмерлек булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың һоҡланғыс һандыҡтары һәр ваҡыт күҙ күреме ерҙә тора. Заманса йыһазлы йорттарҙа ла һандыҡҡа урын бар..
Декор хаҡында һүҙ сыҡҡас, фатир ишектәрен, балкон тыштарын да милли стилдә биҙәргә була икәнде иҫегеҙгә төшөрәм. Тышҡы ишек яҡтауҙарын орнаментлы итергә, ишек уртаһына ҡурай һынын ҡуйырға була. Төркиәлә балкон һайын үҙ байраҡтары тора әле. Был тәңгәлдә лә мәғәнәле генә фекер йөрөтөргә була.
Машиналар темаһына килгәндә лә фантазияңды эшкә егергә мөмкин. Артҡы тәҙрәңә "Мин - башҡорт" тип яҙғансы, милли орнамент йәки символик һүрәт ҡуйыу күпкә отошлораҡ та, эстетикалыраҡ та буласаҡ. Шулай уҡ кабина япмаларына ла әлеге әйтелгән символдарҙы ҡуйып яһаған оҫталар бар.
Был темаға һәр кемдең үҙ ҡарашы, әлбиттә, әммә сит биҙәктәр, сит стиль эсендә йәшәүгә ҡарағанда, үҙ менталитетыңа, үҙаңыңа яҡын һәм аңлайышлы булған солғанышта көн итеү күпкә яҡшы, минеңсә. Был тыныслыҡ та, уңайлыҡ та, үҙең булып ҡалыу ҙа ул. Заманса тормоштан да айырылма, шул уҡ ваҡытта башҡортлоғоңдо ла һаҡла. Таш ҡумтала сит интерьер солғанышында ҡалдыҡ, юғиһә. Бына шундай тәҡдим-теләк Яңы йылға.
Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.