+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
1 Февраля 2022, 07:47

Бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған.

Күп йылдар, хатта быуаттар буйы һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә. Февраль (шыҡай) айы ниндәй буласаҡ? Февраль айында ҡар яумаһа, - 

Бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған.Бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған.
Бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған.

Феврал айында  алты йылға бер һәм 11 йылға ике тапҡыр ете көнлөк дүрт тулы аҙна була - Һуңғы тапҡыр 2010 йылда, 2021 йылда булды һәм киләһе тапҡыр 2027 йылда буласаҡ.

Февраль - ғәҙәти йылда 28 көн генә була тороп, был йылдың  тулы айһыҙ үтеүе мөмкин булған берҙән-бер айы.

Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.

Февраль һалҡын һәм ҡоро булһа - августа эҫелек көт.

Февраль  ҡарға бай булһа,  апрель һыуға бай була.

Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.

Февралдә һыуыҡ: "Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа", - тип әйтә, имеш.

Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.

Февралдең һуңғы аҙнаһы һыуығыраҡ булған һайын, мартта шул тиклем йылыраҡ буласаҡ.

Февралдә ағастарҙа бәҫ күп булһа, йәй ысыҡ мул төшәсәк, ҡорт балы мул буласаҡ.

Февралдә сағыу йондоҙҙар – һыуыҡҡа, тоноҡ йондоҙҙар – һепертмә буранға.

Февралдә сатлама һыуыҡтар - ҡыҫҡа ҡыш көт.

Февраль айында ҡар яумаһа, йәй ҡоролоҡ булыуын белдерә.

Февральдә күк күкрәһә, көслө йыл сығыуға.

Февраль – бүреләрҙең туй айы.

Автор:
Читайте нас