Энем эшендә фажиғәгә осраны һәм район дауаханаһына эләкте. Ирем Нурислам уның янына китте. Киткәндә бер нисә тапҡыр: "Апайҙы һаҡла, сығып китеп харап булмаһын!" - тип киҫәтте.
Мин һуңғы ике йыл эсендә ярайһы ғына арығайным, шунлыҡтан апайҙың сығып киткәнен һиҙмәй ҡалмайым тағы тип, ишек эргәһенә урын йәйеп, шунда йоҡлай башлағайным. Был төндә лә шулай иттем. Бик ныҡ туңып уянып китһәм, ишек шар асыҡ, тышта ҡойоп ҡарлы ямғыр яуа. Һикереп тороп, апайҙың бүлмәһенә атылып керҙем, карауат буш. Төнгө күлдәктән генә, ялан аяҡҡа калуш кейеп, сығып остом. Ә тышта ҡап-ҡараңғы. Өндәшәм, апай ишек алдында юҡ. Баҡса яғына сығып өндәшәм - юҡ ҡына!
Тиреҫ арттарын әйләндем, тик ике метрҙан бер нәмә лә күренмәй. Илай-илай баҡса башына төшөп киттем, абынам да йығылам, абынам да йығылам. Ҡысҡыра-ҡысҡыра оҙаҡ йөрөнөм. Ҡоя ғына ҡарлы ямғыр. Тик һалҡынды бөтөнләй һиҙмәйем. Башта бер генә уй: һушһыҙ кеүек йоҡлап, апайҙы ҡатырып үлтерһәм, туғандарыма, Нурисламға, ауылдаштарға ни йөҙөм менән күренермен?! Үрмәләп, ҡапшап эҙләй башланым, бәлки аяҡ аҫтында уҡ яталыр тим, өҫтәүенә, һулышымды ла ауыр алам, тын бөтә. Ул ваҡытта күкрәккә операция яһатып ҡайтҡанға бер генә йыл үткән, табиптар өшөмәҫкә ҡушҡайнылар.
Шул саҡ әсәйемдең тауышы яңғырап китте: "Бар, ҡайтып аралыҡтан курткаңды алып кей. Юғиһә, күкрәгең тағы шешер". Йығыла-йығыла ҡайтып киттем. Баш бер ни уйлай алмай. Бары әйле-шәйле күренгән ҡаралтылар шәүләһенә ҡарап ҡайттым. Өйгә кереп, ҡулды, битте йыуҙым да, аралыҡҡа курткамды алырға кереп киттем һәм ҡатып ҡалдым: иҙәндә апайым бөгәрләнеп йоҡлап ята! Һөйөнөстән һелкенә лә алмайынса, мейескә терәлеп, бер килке апайға ҡарап торҙом.
Шунан, күтәреп алып, түшәгенә илтеп һалдым. Карауат ситенә ултырып, һыҙырылып бөткән теҙ баштарыма, бысраҡҡа батҡан төнгө күлдәгемә, балтырҙарым буйлап аҡҡан ҡанлы балсыҡҡа текәлдем. Шул саҡ, башыма күҫәк менән тондорғандай, башыма ҡот осҡос уй килде: нисек инде миңә әсәйем өндәшһен, үлгәненә ун ике йыл бит?! Ҡайҙан белһен ул минең күкрәгем ауыртҡанды? Унан һуң, ҡасан минең аралыҡҡа куртка элгәнем бар? Әсәй ҡайҙан белһен беҙҙең яңы өй барлығын?
Көс-хәл менән тороп, икенсе яҡҡа, котельный аралығына сыҡтым - юҡ куртка, булыуы ла мөмкин түгел, сөнки мин уны гел ишек төбөндәге элгескә эләм. Ул, ана, шунда эленеп тора ла. Ә ишекте кем асҡан? Тимәк, апай сығырға уйлаған да, һаташып, аралыҡҡа кереп ятҡан. Ә бәлки ел асҡандыр, һәр хәлдә, ишек асыҡ ине һәм мин туңып уяндым. Баҡса башында йөрөгәндә мин быларҙы уйлай алмағайным, апайҙың туңып үлеүе ихтималынан башым ҡатҡайны. Ә хәҙер зиһен шул тиклем зирәк эшләй - һәр ваҡ-төйәк ап-асыҡ хәтергә килә.
Юҡ, яңылышыуым һис тә мөмкин түгел, өндәште бит әсәйем, ә мин бер һүҙһеҙ уға буйһондом, юғиһә таң атҡансы урамда йөрөйәсәк инем, үҙем йығылып үлмәйенсә, апайҙы эҙләүҙән туҡтаясаҡ түгел инем бит.
Был хәл миңә һаман тынғы бирмәй, уйлайым да уйлайым шул турала, яуап ҡына юҡ. Хәҙер ҙә ышаныс менән әйтәм - өндәште миңә әсәйем! Ышанырлыҡ хәл булмаһа ла - шулай. Үлгәндәрҙең барыһын да белеп-күреп ятыуҙары ысындыр, бәлки?! Әсәйем ғазаптарымды, әрнеүҙәремде ҡарап тороп, бүтән түҙерлеге ҡалмағас, өндәшкәндер миңә...
Миләүшә ХӘЙРУЛЛИНА.