Тел нескәлек талап итә
Бер гәзиттә "Красноусол" шифаханаһы тураһындағы мәҡәләне бик ҡыҙыҡһынып уҡып ултырҙым да, иң аҙаҡта бер фото аҫтындағы "Һамрау" SPA үҙәге" тигән тексты күреп, йығылып китә яҙҙым. Нисек инде "Һамрау" булһын, ти, ундағы алтаҡтала ла "Самрау" тип дөрөҫ яҙылған да баһа! "Самауыр"ҙы "һамауыр" тип әйткән һымаҡ килеп сыға түгелме һуң? "Урал батыр" эпосын белгән башҡорт журналисы бындай хатаға юл ҡуйырға тейеш түгел ине.
"Тейеш түгел", тинем дә ул, ләкин телгә, һүҙгә иғтибарһыҙлыҡ әленән-әле осрап тора шул. Шуға күрә, әгәр ҙә бер-беребеҙҙең хатаһын ваҡытында күреп, үпкәләшмәйенсә генә үҙебеҙҙең фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып торһаҡ, тик файҙаға ғына булыр һымаҡ. Бына, мәҫәлән, "Эш юҡ түгел, халыҡ ялҡаулана бара" тигән мәҡәлә. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң әле ул "юҡ түгел" тигән һүҙ? Беҙ бит бындай осраҡта элек-электән "бар" тип кенә әйтә торғайныҡ. Әлеге мәҡәләнең авторы ла "Эш бар ҙа ул, халыҡ ялҡаулана бара" тип яҙһа, нәйәт булыр ине түгелме икән?
Гәзит мәҡәләләренең береһендә "аманати һүҙҙәр" тигәнде күреп, шулай уҡ аптырауға ҡалдым. Ә бит автор "аманат булырҙай һүҙҙәр" тип яҙһа, әҙәм рәтлерәк булыр ине. Фольклорсылар "хөрәфәтле әкиәттәр" тигәнде "хөрәфәти әкиәттәр" тип индереп ебәрҙеләр ҙә ул, ләкин "аманати" тигән һүҙ инеп китерме телебеҙгә, әйтә алмайым - бигерәк сәйер яңғырай.
Фольклорсылар тигәндән, уларҙың ҡайһы берҙәренә Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһының Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡып ҡайтыу бәхете тейҙе. Ләкин нишләптер шул ғилми учреждениены телгә алғанда, "бөтә" һүҙен өҫтәп, "Бөтә донъя әҙәбиәте институты" тип яҙа башланылар. "Бөтә (бөтөн) донъя" тигәс, "всемирный" булып сыға түгелме һуң. Ә ул - Институт мировой литературы, всемирной түгел.
Телдә бик йыш ҡулланылған, шуның өсөн дә бик иғтибарлы булыуҙы талап иткән һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, "аяҙытҡанда" тигән һүҙ телевидение аша көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатлана. Ә бына ҡайһы бер дикторҙар уны, боҙоп, "аяҙайытҡанда" ти ҙә торалар. Иртәнге "Сәләм" программаһын алып барыусылар ҙа көн һайын тиерлек "Әйҙәгеҙ фото төшәйек" тип һөйләйҙәр. Фото төшмәйҙәр, ә фотоға төшәләр!
"Беҙҙең районда буш ултырған иҫке йорттарҙың күплеген билдәләп үткем килә", - тип яҙа бер автор. Ә бит "күплеген" урынына "күп булыуын" тип яҙһа, дөрөҫөрәк булыр ине. Сөнки "күплек" ул - нимәнеңдер күберәк булыуын белдергән грамматик категория. Телдә һүҙҙәр йә күплектә, йә берлектә ҡулланылырға мөмкин.
"Сәксәк" тигән бик киң билдәле ашамлығыбыҙ бар. Ләкин башҡортса-урыҫса һүҙлектәргә уны "сак-сак" тип алаһы урынға "чак-чак" тип керетеп ебәргәндәр. Ә бит ашамлыҡ үҙе лә, уның атамаһы ла беҙҙең милли колорит билдәһе. Шуға күрә һүҙлектәрҙең киләһе баҫмаларында был һүҙҙең урыҫса яҙылышын "сак-сак" тип төҙәтергә кәрәк буласаҡ. Ә инде төрлө сауҙа маркаларында ҡулланғанда уның урыҫса яҙылышын "сак-сак" тип алырға тейешбеҙ.
Беҙҙә "тип" киҫәксәһе алдынан һәр ваҡыт өтөр ҡуйылырға тейеш тип уйлайҙар, ахыры. Әммә бына был һөйләмдә "тип"тең алдынан өтөр ҡуйыу мотлаҡмы? "Йәштәрҙең Санкт-Петербургҡа йә Мәскәүгә юлланыуын мин "көнбайыш дрейфы", тип атар инем". Өтөр бында бөтөнләй кәрәк түгел.
Ә хәҙер ни өсөн бер үк һөйләмдә өҫтө-өҫтөнә "итеү" һүҙе ҡулланылғанлығын асыҡлап ҡарайыҡ. Гәзит мәҡәләләренән миҫалдар: "Быны барса төбәктәргә лә хас дөйөм тренд итеп ҡабул итергә кәрәк"; "Бая үрҙә әйтелгәнсә, кешене тәмле ризыҡ биреүсе итеп кенә ҡабул итә"; "Уның һәр яңы шиғырын, йырын үҙемә сәләм итеп ҡабул иттем". Был һөйләмдәрҙә, минеңсә, авторҙар, өтөр ҡуйырғамы, юҡмы, тип икеләнгәнгә күрә, күрәләтә "тип" урынына "итеп" һүҙен ҡулланғандар. Әммә, мәҫәлән, "үҙемә сәләм тип ҡабул иттем" тип алынған булһа ла, бер ниндәй өтөр ҡуйырға кәрәк булмаҫ ине.
Хәҙерге ваҡытта мәктәптә туған телде уҡытыу алымдары тураһында һүҙ барғанда нигеҙҙә телмәр үҫтереү, коммуникатив принциптан сығып эш итеүгә өҫтөнлөк бирелә. Эйе, тел өйрәнгәндә иң мөһиме фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Әммә әҙәби әҫәрҙәр, матбуғат, радио һәм телевидение теле өсөн дөрөҫ яҙыу һәм дөрөҫ һөйләү барыбер һәр ваҡыт мөһим талап булып ҡала. Яҙабыҙ икән, телебеҙгә тел тейҙерерлек булмаһын, йәмәғәт!
Рәшит ШӘКҮР.
2019 й.