+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ғинуар 2022, 19:00

“Зинһар, “риза” тип әйт әле!”

Ричард Гир һәм Джулия Робертс ҡатнашлығындағы “Красотка” фильмын ҡарамаған кеше бармы икән? Фильмдың тарихы былайыраҡ:

“Зинһар, “риза” тип әйт әле!”
“Зинһар, “риза” тип әйт әле!”

     Әлегә халыҡ араһында танылыу яуларға өлгөрмәгән йәш кенә Джулия Робертс Вивьен роленә ризалашҡан берҙән-бер  актриса  булған.

     Был ролдән  Молли Рингуолд, Вайнона Райдер, Мег Райан, Карен Аллен, Дженнифер Коннелли, Дэрил Ханна,  Дрю Бэрримор, Мишель Пфайффер баш тартҡан.  

     Бизнесмен Эдвард Льюс ролендә лә Аль Пачино, Кристофер  Рив,  Джон Траволта Альберт Брукс, Деннис Куэйд уйнарға теләмәгән. Ричард Гир ҙа  фильмда төшөү теләге менән янмаған. Әммә контрактҡа ҡул ҡуйырға уны Джулия Робертс өгөтләгән.  Ул актерға: "Зинһар, “риза” тип әйт әле!“ тигән ҡыҫҡа ғына хат ҡалдырған.

     “Красотка” башта романтик мөхәббәт тарихы түгел, ә ауыр драма булырға тейеш тип уйланыла.  Ул вариантта Вивьен еңел холоҡло ғына түгел, наркотиктар менән бик ҡаты  мауыҡҡан, упҡын ситендә торған ҡыҙ тип күҙалланған. Тик  Джулия өсөн сценарийҙы бер аҙ үҙгәрткәндәр. 1990 йылда фильм донъя күргәс, ул иң кассалы  мелодрамаларҙың береһенә әүерелгән. Ә төп геройҙарҙы уйнаған актерҙарҙың карьера йәһәтенән үҫешенә көнләшергә генә ҡалған.  Уларҙың матди хәле ни саҡлы яҡшырыуы  тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

     ...Беҙ нимәне кире ҡайтара алмайбыҙ?  Ваҡытты һәм ҡасандыр бирелгән мөмкинлекте.  Шуға ла бәғзе саҡта, ниндәйҙер тәҡдимдән баш тартыр алдынан  ваҡытты әрәм итеп, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайбыҙмы икән тип уйлап, Джулия Робертс һымаҡ ныҡышмалылыҡ күрһәтеү ҙә талап ителәлер...

     Гөлшат Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас: