+20 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Декабрь 2021, 20:00

Иң матур, мөғжизәле байрам етеп килә, дуҫтар. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Яңы йыл кисәһенә матур сценарий тәҡдим итә

.

Иң матур, мөғжизәле байрам етеп килә, дуҫтар. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Яңы йыл кисәһенә матур сценарий тәҡдим итә
Иң матур, мөғжизәле байрам етеп килә, дуҫтар. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Яңы йыл кисәһенә матур сценарий тәҡдим итә

Зал матур итеп биҙәлгән. Иң уртала күркәм шыршы. Күңелле башҡорт бейеү көйө уйнала. Шул көйгә бейей-бейей төрлө кейем кейгән балалар сыға.

Алып барыусы. Ап-аҡ яландар,

Ап-аҡ болондар,

Ап-аҡ ағастар,

Ап-аҡ олондар.

Тып-тын урманда

Саңғы шыуғанда

Шыршыҡай күреп

Мин ҡалдым таңға.

Саҡырҙым уны

Беҙгә ҡунаҡҡа,

Ултырттым әле

Иң ҙур түр яҡҡа.

Матур биҙәлгән,

Хәҙер ул – ҡунаҡ,

Уның янында

Йөрөйөк уйнап.

Ҡыш бабай килер,

Бүләктәр бирер,

Барса балалар

Шатланып бейер.

Дәртле йыр менән

Барыҫ йылы килһен,

Именлек, бәхет

Һәм муллыҡ бирһен!

 

Ялпылдап Буран килеп инә.

 

Буранғол. Балалар! Мин – уҫал Буран,

Ҡай саҡ йомшарған булам,

Асыуыма ныҡ тейһәләр,

Көрттәргә тула урам.

Йәшел матур шыршыҡайҙы

Килтергәстен урмандан,

Һоҡланығыҙ ҡупшыҡайға,

Һеҙгә бүләк Бурандан.

Бөгөн – мин йомшаҡ күңелле,

Итәйек әле байрам,

Дуҫлашайыҡ уйнап-көлөп,

Бар донъя ҡалһын хайран.

 

Уйнаҡлап Төлкө килеп сыға.

 

Төлкө. Нимә?! Дуҫлашайыҡ, тиме?! Кем менән?

 

Балалар күмәк бейеү башлайҙар. Аһ та уһ килеп Мәсекәй әбей килеп сыға.

 

Мәсекәй (аптырап). Ат-а-аҡ, ҡара һин уны! Минһеҙ, әйтмәй-нитмәй, кәңәшләшмәй байрам итеп яталарсы?!

Төлкө (уға зарланып). Ай-бай, ҡайһылай шатланған булалар бит әле, эйеме? Ә был бөтөп барған йылды – үгеҙ, һыйыр йылы, тигән булалар бит әле. Минең йылым булды ул.

Мәсекәй. Китсәле, Төлкө, һөйләүең көлкө. Нишләп һинеке булһын инде ул?! Минең йылым булды лаһа.

Буранғол. Әйҙә әле, балаларҙан һорайыҡ. Һеҙҙең йыл булды микәнни үткән йыл, ә? Балалар, ниндәй йыл булды үткән 2021 йыл?

Балалар. Һыйыр йылы. Башҡорт теле йылы. Башҡортостан тарихы йылы.

Алып барыусы. Афарин, балалар. Ниндәй саралар уҙғарылды әле беҙҙең республикабыҙҙа?

Балалар. Фольклориада байрамы, Башҡорт тарихы йылы, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл... һ.б.

Мәсекәй. Э-э-э, минең дә йылым булды, белгегеҙ килһә. Күпме насар сирҙәр тараттым... Барса халыҡты ҡалтыраттым...

Балалар. Ә беҙ сирләмәнек, спорт менән шөғөлләндек, саф һауала йөрөнөк...

Төлкө (үпкәләп). Минең бер кемгә лә кәрәгем ҡалманы, ахырыһы... Үҙемде үҙем маҡтамаһам, мине бер кем маҡтамаҫ (ҡыланып).

Мин – матур Төлкөбикә,

Барығыҙҙан, барсағыҙҙан

Сибәрмен күпкә, күпкә.

Шундай гүзәл туным да,

Һомғол, зифа буйым да!

Мәсекәй. Етте, етте. Күпме генә ҡыланһаң да, һинең йылың юҡ. Ә һин енең һөймәй аулаған хатта сысҡандың да йылы бар, үәт!

Төлкө. Уның ҡарауы хәйлә яғынан миңә еткән зат юҡ!

Мәсекәй. Әйҙә, улай хәйләкәр булғас, өйрәт әле, нисек итеп Ҡарһылыуҙы байрамда ҡатнаштырмаҫҡа, ә? (Быш-быш һөйләшәләр.)

Буранғол. Бөгөн күңел асабыҙ,

Матур итеп баҫабыҙ

Әйҙә бейейек күмәкләп,

Туҙһын итек-ҡатабыҙ!

 

Күмәк бейеү.

Һайыҫҡан йүгереп килеп сыға.

 

Һайыҫҡан. Шырыҡ-шырыҡ-шыҡырыҡ,

Тыңлағыҙ бар тыҡырыҡ!

Минән сәләм йыраҡҡа,

Килгән һәр бер ҡунаҡҡа!

Телеграмма!

Телеграмма!

Телеграмма!

Тыңлағыҙ, тыңлағыҙ, тыңлағыҙ,

Ишетмәнек, белмәнек, тип тормағыҙ!

Телеграмма!Телеграмма!

Барыһы бергә. Кемдән? Ниндәй хәбәр?

Һайыҫҡан. Кемдән булһын? Алыҫ-алыҫ Ирәмәлдән,

Ҡыш бабай төйәгенән. (Уҡый.)

«Һеҙгә ашығып килгәндә,

Миңә эҫе тойолдо,

Толобомдо сискәнемдә

Бүләктәрем ҡойолдо.

Ейәнсәрем Ҡарһылыуҙы

Алдан ебәрә торам,

Имен-аман барып етһен,

Ыжғырмай торһон Буран!

Байрам итә тороғоҙ,

Ейәнсәрем ҡаршылап,

Күрешеп ике ҡуллап,

Һөйләшегеҙ яҡшылап.

Күк Ирәмәл тауынан

Аҡбуҙатымда елеп

Етермен тиҙҙән килеп. (Ҡыш бабай.)

Мәсекәй. Ишеттең, Төлкө апай,

Ҡарһылыуҙы йәшерәйек,

Әй, эҙләһен Ҡыш бабай.

Һыйыр йылы тағы ҡалһын,

Килмәһен Ҡуян – малай!

Мәсекәй әбей менән Төлкөбикә быш-быш һөйләшеп сығып китә.

Буранғол. Ҡаршы алырбыҙ, һыйларбыҙ.

Ирәмәлдән аҡ боланға

Ултырып елһен генә!

Беҙҙең байрамға йәм биреп

Тиҙерәк килһен генә!

 

Ҡарһылыу булып кейенгән Мәсекәй әбей инә.

 

Мәсекәй. Ә бына – мин! Килеп тә еттем!

Буранғол. Һин кем?

Мәсекәй. Әстәғин... Кем тип ни... мин... ни теге ниҙең ейәнсәре булам инде...

Буранғол. Балалар, таныйһығыҙмы?

Балалар. Юҡ! Танымайбыҙ!

Буранғол. Кемдең ейәнсәре тинең әле?

Мәсекәй. Әй, әттәгенәһе... Кемдеке тип ни... Кем һуң әле шуның исеме... (Үҙ алдына һөйләнә.) 300 йәшкә еткәс ни, хәтерең тигәнең... Ә-ә-ә, һаҡалтай бабайҙыҡы инде. Шүрәле, тиһәм, Шүрәле түгел инде... (Елкәһен тырнай. Башынан кәпәсе төшөп китә лә, сәстәре туҙып килеп сыға.) Һуң, телеграмманы алдығыҙ ҙаһа?

Буранғол (хәйләкәр йылмайып, балаларға күҙ ҡыҫа). Алдыҡ, уҡыныҡ. Тимәк, һин Ҡарһылыу булаһың инде?

Мәсекәй. Әлбиттә, Ҡарһылыу инде. Ҡарһылыу булмай, суртым да түгел!

Буранғол. Әйҙәгеҙ, балалар, улай булғас, сәләмләйек Ҡарһылыуҙы.

Барыһы бергә. Һаумы, Ҡарһылыу!

Мәсекәй. Һау булмаһам, духтыр түгелһеҙҙер әле!

Буранғол. Имен-аман килеп еттеңме, һылыу?

Мәсекәй. Һеперткемде һепертеп,

Килемде ныҡлы ҡосоп.

Ен-бәрейҙәр сүплегенән

Тиҙ килеп еттем осоп.

Буранғол. Балалар, нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең алда, ысынлап та, Ҡарһылыу микән?

Балалар. Юҡ!!!

Буранғол. Ә-ә-ә, һин Мәсекәй әбей! Кит бынан, алдаҡсы! Оло башың менән бала-саға кеүек шаярмаҡ булдыңмы беҙҙең менән?!

Мәсекәй. Ҡарһылыу минең өйөмдә,

Мейестә ул ултыра,

Хәҙер уны иреткәнсе

Эсерәсәкмен һыра.

Тәмәке лә тарттырам,

Эҫе ҡуҙға баҫтырам.

Әкиәттәр һөйләтермен,

Йырҙар ҙә йырлатырмын,

Тамам иреп һыу булғансы

Мин уны уйнатырмын!

Буранғол. Балалар, нишләйбеҙ? Ҡарһылыу иреп бөтә бит инде?!

Алып барыусы. Балалар, Ҡарһылыуға тәмәке тартырға, һыра эсергә яраймы?

Балалар. Юҡ, ярамай! Әтеү ағыулана, һәләк була!

Буранғол. Мәсекәй әбей, ни теләһәң, шуны һора, тик Ҡарһылыуҙы харап итә күрмә!

Мәсекәй. Минең шартым шул. Кем дә кем мин ҡойған йомаҡты сисә, шул Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ала.

Буранғол. Балалар, һеҙ ризамы?

Балалар. Риза, риза!

Буранғол. Әләйһәң, ҡой йомағыңды!

Мәсекәй. Талғын ғына яуа ҡарҙар,

Әйтерһең дә еткән яҙҙар,

Яуа кеүек аҡ ромашка,

Ниндәй гүзәл шул тамаша,

Ем-ем аҡлыҡ – күҙ ҡамаша.

(Ҡыш).

 

Мәсекәй.

Тау-тау булып өйөлдө,

Яҙ еткәнгә көйөндө,

Йырғанаҡ булып аҡты,

Ергә һеңде лә, батты,

Шунда уҡ үлән ҡалҡты...(Ҡар).

Мәсекәй.

Йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына,

Сана шыуыр саҡ ҡына,

Урамда оҙаҡ йөрөһәң –

Битте семтей саҡ ҡына.

Һыуыҡлығы көйҙөрә,

Бейәләйҙәр кейҙерә,

Тик ятмай ул гел генә,

Исеме уның нимә? (Ҡар).

Мәсекәй.

Тәҙерәгә мөғжизәле

Үлән, япраҡ төшөрә,

Буран ыжғырып торғанда

Йәйҙе иҫкә төшөрә.

Уның исеме ябай –

Был бит беҙҙең...(Ҡыш бабай).

Мәсекәй.

Берәү уның бармағы,

Нәҡ тә ағас тармағы,

Бәйләйҙәр уны ептән,

Йөндән йәки дебеттән.

Ҡыш уға ҡул эйәләй,

Йылыҡай шул... (Бейәләй).

Мәсекәй.

Туҡылдап тамағы туҡ,

Ашай бөжәктәр табып,

Ағас дауалай – табип,

Үҙе һала йомортҡа,

Ҡош исеме – ... (тумыртҡа).

Мәсекәй.

Тәҙрәләрҙә гөл-япраҡ,

Кемдер төнөн төшөргән,

Шыршыларға бәҫ ҡунған,

Ә сәпсектәр өшөгән.

Бейәләйһеҙ сыҡҡан инем,

Мине индерҙе ҡыуып.

Был нимә һуң –

Оҫта рәссам,

Исеме уның ... (һыуыҡ).

Мәсекәй. Сайыр ағыҙып илай,

Шиғырҙар, йырҙар тыңлай.

«Күлдәгем энәле, йәшел

Ҡышын һәм йәй көнө, ти –

Бер көн байрам итер өсөн,

Зинһар, киҫмә мине, ти.

Уны уратыр бейеүсе,

Уны уратыр йырсы,

Ул беҙҙең йәшел ... (шыршы).

Мәсекәй. Әй, әттәгенәһе, йомаҡтарым бөттө лә баһа.

Буранғол. Булды, булды. Ете йомаҡ ҡойолдо,

Ҡойолдо ла сиселде,

Йыр муҡсайы тишелде,

Йыр йырлайыҡ,

Ҡарһылыу ишетһен,

Аҡ болан етеҙ елһен,

Шыршы-байрамға килһен!

 

Күмәк йыр.

 

(Ринат Хәйбуллин көйөнә «Мәрйендәр» йыры башҡарыла):

Мәрйендәр түгелгән ҡарға,

Һибелеп-сәселеп киткән,

Ап-аҡ ҡарҙы биҙәкләп,

Ут-ҡыҙыл балаҫ иткән.

 

Кем юғалтҡан мәрйендәрен?

Кемдәр өҙөп төшөргән?

Буҙ турғайҙар сүпләй уны

Һикерәңләп өшөүҙән.

 

Уттай муйынсаҡ баландың

Күстәнәсе ҡоштарға,

Шул емеште сүпләй-сүпләй,

Мөмкин булһын ҡышларға.

Мәсекәй. Ярар инде, шундай матур йырлағас та, Ҡарһылыуҙы ебәрәйем. (Өс тапҡыр сәпәкәй итә.)

Ен-бәрейҙәр, убырлы шайтандар, ен алмаштырғандар, Ҡарһылыуҙы аҡ боланы менән күҙ-асып йомғансы бында килтерегеҙ!

 

Ҡарһылыу килә.

 

Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, балалар!

Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар!

Балалар. Һаумы, һаумы, Ҡарһылыу!

 

Бейеү көйө уйнала. Шыршы тирәләп Ҡарһылыу бейеп үтә.

 

Алып барыусы (йырлай). Беҙҙең байрамға ҡунаҡҡа

Матур Ҡарһылыу килгән,

Күлдәгенең итәгенә

Ынйы-йондоҙ сигелгән.

Әйҙә әле, Ҡарһылыу,

Арымай-талмай баҫ әле,

Уйнап-көлөп үҙебеҙсә

Күңелдәрҙе ас әле!

Ҡарһылыуҙың баҫыуы

Ап-аҡ мамыҡтай еңел,

Беҙ ҙә шатланып бейейбеҙ

Шатлыҡҡа тула күңел.

Бигерәк оҫта баҫа,

Ҡарҙары оса талғын,

Именлек-һаулыҡ килтерһен,

Сырхауҙар ситтә ҡалһын!

Ҡарһылыу (бейеп туҡтағас). Балалар, ә олатайым – Ҡыш бабайым килеп етмәгәнме ни әле? Бер-бер хәл килеп сыҡманы микән?

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, күмәкләп саҡырайыҡ әле Ҡыш бабайҙы.

Бөтәһе бергә. А-һа-һай, Ҡыш бабай, һин ҡайҙа?

 

12 башлы йылан Зәрҡүм килеп инә.

 

Зәрҡүм. Кем мине саҡырҙы?

Балалар. Беҙ һине саҡырманыҡ.

Зәрҡүм. Ай-һай, әҙәм аҡтыҡтары, матур байрам үткәрмәкселәр, имеш. Көтөп тороғоҙ әле! (Һыҙғыра.)

 

Ен-бәрейҙәр, убырлылар ҡырағай тауыш менән ҡысҡырышып сығалар.

 

Беренсе бәрей. Беҙ ҙә байрамға килдек,

Миндегебеҙҙә елдек,

Саҡырмағас байрамға

Беҙ үс алырға булдыҡ!

Икенсе бәрей. Үс алайыҡ күмәкләп,

Үрт һалайыҡ имгәкләп,

Һыу ташырҙар күнәкләп,

Байрамдарын боҙайыҡ,

Ут төртәйек, уҙайыҡ!

Балалар. Китегеҙ! Байрамыбыҙҙы боҙмағыҙ!

Ҡарһылыу. Ҡуйығыҙ әле, балалар, бергә-бергә байрам итәйек. (Зәрҡүм эргәһенә килеп ике ҡуллап күрешә.) Һаумыһығыҙ, Зәрҡүм олатай! Имен-аман ғына килеп еттегеҙме?

Зәрҡүм. Һау булмаһам, им-томсо әбей түгелһеңдер әле! Һау! Һау!

Буранғол. Тормошоғоҙ, бала-сағаларығыҙ иҫән-һауҙармы?

Зәрҡүм (иламһырап). Имен булыу ҡайҙа инде ул?! 12-се башым ауырта, 11-се күҙем һыҙлай, 10-сы ауыҙымды тыйып булмай, бызлай ҙа бызлай, 9-сы ауыҙ китмәксе төтәп, бар ерҙе үртәп...

Буранғол. Табипҡа күренергә кәрәк, олатай! Коронавирус тигән нәмәҫтәкәй түгелме икән?

Зәрҡүм. Тәүбә, тәүбә, ауыҙыңдан ел алһын! Табип та табип, тиҙәр,

Ул миңә ҡылыр ниҙәр?

Ни генә һуң ҡылайым,

Тыйылмайса илайым?!

 

Табип инә.

 

Табип. Мине кемдер саҡырҙы түгелме?

Алып барыусы. Эйе, эйе... Бына Зәрҡүм олатайҙың башы ауырта, теше һыҙлай...

Табип. Ҡана-ҡана, температураңды үлсәйек әле, корона тигәнде йоҡторманың микән?

Зәрҡүм. Әстәғин, тәүбә тиген. Бөтә 12 башыма ла битлек кейеп йөрөнөм...

Табип (температурһын үлсәгәс). Юҡ, бер ниндәй сире лә юҡ.

Әйҙә, Зәрҡүм олатай,

Бейесе зыңҡылдатып!

Бар сирҙәрең юғалһын,

Иҙәндәре һығылһын!

Зәрҡүм (бейей). Уф, арыным!

Бейеп торам сыҙамай,

Ауыҙым да бызламай,

Күҙ ҡабағым асылды,

Ярһыуҙарым баҫылды.

 

Һикереп ҡуян килеп сыға.

 

Ҡуян. Беҙҙең йомарт Ҡыш бабай,

Хәҙер үк килеп етер,

Әйҙәгеҙ бер йырлайыҡ,

Ул юлын бик тиҙ үтер.

 

Башҡорт халыҡ йыры «Аҡ ҡуян» башҡарыла.

 

Аҡ ҡуяндың балаҡайы

Мамыҡ ҡына була икән...

Ҡушымта: Тәйә-тәти-рәтирәм.

Балаларҙың уйындары

Зауыҡ ҡына була икән.

Ҡушымта.

Шылтыр-шылтыр эләйек тә,

Шылтыратып кейәйек.

Ҡушымта.

Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп

Уйнайыҡ та көләйек.

Ҡушымта.

Ҡарһылыу. Ҡайҙа булды һуң ул минең Ҡыш бабаҡайым?

Алып барыусы. Әйҙәгеҙ әле күмәкләп саҡырайыҡ Ҡыш бабайҙы!

Бөтәһе бергә. Һа-һа-һаһай, һин ҡайҙа, яратҡан Ҡыш бабай?!!

Аҡбуҙатҡа ултырып ел,

Кил инде байрамға, кил!!!

Ҡыш бабай ( килеп инә). Тауҙар һәм урмандар аша

Һеҙгә ашҡынып килдем,

Байрамға һуңламайым, тип,

Аҡбуҙатымда елдем.

Мәғрүр Ирәмәл тауында

Уралымда төйәгем,

Һәр үҫемлеге ҡәҙерле,

Яратам һәр кейеген.

Һаумыһығыҙ, ололар!

Сәләм һеҙгә, балалар!

Һаумыһығыҙ ҡош-ҡорттар,

Һыуһылыуҙар, аҡҡоштар,

Гүзәл ҡар бөртөктәре,

Клоундар, эт, ҡуяндар!

Байрамыбыҙҙы биҙәп

Матур шыршы ҡуйғандар.

Һеҙҙең менән бергә-бергә

Күңелдәр күтәрелһен,

Байрамыбыҙ һәр тарафта

Тик күркәм үткәрелһен!

Барыһы бергә. Амин, шулай ғына була күрһен!

Алып барыусы. Бына, Ҡыш бабай, балалар күп итеп шиғыр, йыр-бейеү әҙерләгән...

Ҡыш бабай. Шулаймы ни? Әйҙәгеҙ әле, тыңлап-күреп ҡалайыҡ.

Оҫта башҡарыусыларға минең күстәнәстәрем дә күп кенә. (Сәпәкәй итә.) Айыуҙар, минең һандығымды индерегеҙ әле.

 

Ике айыу һандыҡ индерә.

Артабан балаларҙың сығышы.

Балаларҙың сығышы тамамланыуға залда ыҙғыш, шау-шыу китә.

 

Зәрҡүм. Мин асыҡтым! Мин талсыҡтым! Мин хәҙер берәйһен тотам да ашайым! (Балаларҙы баҫтыра башлай.)

Ҡыш бабай. Әйҙә әле, Зәрҡүм ҡорҙаш,

Икебеҙгә меңәр йәш,

Уҫаллыҡты ташлайыҡ,

Тыпыр-тыпыр тыпырҙатып,

Күмәк бейеү башлайыҡ! Мә, һиңә ҙур көлсә, тамаҡ ялғап ал да бейергә төш! (Көлсә тоттора.)

 

Ҡарһылыу йүгереп килеп Зәрҡүмде бейергә алып төшә.

Мәсекәй әбейҙе Ҡыш бабай бейергә саҡыра.

Күмәк бейеү.

 

Ҡыш бабай. Арыным, булды!

Хатта күңелем тулды, эҫеләп киттем!

Зәрҡүм. Әҙерәк ҡыҙып киттем. Һыуыныр кәрәк, янам! Янам! Янам!

Ҡыш бабай. Ҡайҙа әле минең ейәнсәрҙәрем – ҡар бөртөктәре? Әҙерәк еләҫлек биреп әйләнһендәр әле.

 

Ҡар бөртөктәре бейеүе.

 

Ҡарһылыу. Олатай, ә ниңә беҙҙең шыршыбыҙҙа йондоҙҙар тоҡанмай ул?

Ҡыш бабай. Килтерегеҙ әле минең тылсымлы таяғымды.

Мәсекәй әбей (ялп итеп килеп сыға ла таяҡты эләктерә һала).

Ярылған минең килем,

Хәҙер ауырта билем,

Таяғыңа атланып,

Осам мин ҡанатланып!

Ҡыш бабай. Атлана ғына күрмә, Мәсекәй, әтеү үҙең боҙға әйләнерһең, йөрәгең туңыр.

 

Мәсекәй әбей таяҡты үҙенә ҡыҫа ла ҡатып ҡала.

 

Ҡыш бабай (өтәләнеп). Ай, әттәгенәһе! Нишләнең һин, Мәсекәйямал?! Боҙға әйләндең бит!!!

 

Буранғол. Уны уятырға бер генә мөмкинлек бар. Әгәр ҙә мәгәр балалар донъялағы иң яғымлы һүҙҙәрҙе әйтеп, уның һынына ҡағылһа, Мәсекәй әбейҙең йөрәгендәге боҙ ирер, сөнки һәр йән эйәһенә лә йылы ҡараш, яҡшы мөғәмәлә кәрәк.

Ҡарһылыу. Әйҙәгеҙ, балалар, үҙем башлайым, булмаһа. Һөйөклө Мәсекәйямал инәй! Беҙ һине яратабыҙ!

Балалар. Беҙ һине яратабыҙ! Һин беҙҙең әкиәттәребеҙҙә йәшәйһең!

Буранғол. Иң-иң матур, моңло ыжғырыусы әбекәйебеҙ!

Ен-бәрейҙәр. Аҫылдарҙан-аҫыл затыбыҙ!

Зәрҡүм (мыҫҡыллап). Иң-иң йәш, иң-иң саф, иң-иң һомғол билле мең дә унбиш йәшлек кенә ҡыҙыбыҙ бит һин! (Барып ҡосаҡлай.)

(Балалар мөмкин тиклем күберәк яғымлы һүҙҙәр әйтергә тейеш.)

Ҡыш бабай. Иң-иң яҡын ҡорҙашым минең!

Мәсекәй әбей (һикереп китә). Ҡайһылай рәхәт! Мең-мең рәхмәт! Бындай яғымлы һүҙҙәрҙе һис ҡасан ишеткәнем юҡ ине әле. Һүҙҙәрегеҙ йөрәгемә ағылды, май булып яғылды, тәндәрем хатта яҙылды. Мә, бабаҡайым, таяғың, төклө булһын аяғың!

Ҡыш бабай (таяғы менән шыршыға ҡағыла). Шыршы, шыршы, ян инде,

Матурлап тоҡан инде,

Йондоҙҙар балҡып янһын,

Сыҡмаһын ғына янғын!

 

Алыҫта-алыҫта мырлап үкереү ишетелә.

 

Ҡарһылыу. Олатай, Юлбарыҫ йылы етеп килә түгелме һуң?

Алып барыусы. Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан

Елеп-сабып килә пар аттар.

Илебеҙҙең барлыҡ мөйөшөнән

Йыйылдылар бында ҡунаҡтар.

Буранғол. Бында бейей Ҡарһылыу ҙа,

Кескәй ялтыр ҡарҙар,

Кейек-хайуан, ҡош-ҡорттар ҙа

Байрамда барҙар.

Ҡарһылыу. Ҡулды-ҡулға тотоношоп,

Шыршыны уратайыҡ,

Барыҫ йылын ҡаршылап,

Бәхеттәр юратайыҡ.

 

Йүгереп Юлбарыҫ малай сыға.

 

Юлбарыҫ. Һаумыһығыҙ! Һаумыһығыҙ! Бында ҡалай халыҡ кү-үп!

Ҡыш бабай (Юлбарыҫ малайҙы күтәреп ала). Бына, һинең йылың да тыуҙы, һаумы, һаумы, Юлбарыҫ!

Юлбарыҫ. Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай, Селлә бабай!

Бик күп сер белгән бабай,

Үҙе йомарт, үҙе бай,

Үҙе ифрат та ябай!

Алып барыусы. Бәхетле Яңы йыл елә,

Елкенеп, ҡанатланып,

Барыҫ йылы беҙгә килде,

Ҡаршылайбыҙ шатланып!

Юлбарыҫ. Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, балалар!

Һеҙгә бәхет, һеҙгә шатлыҡ,

Һеҙгә яңы бәрәкәт!

Имен-аман ошо йылда

Йәшәйек һап-һау, рәхәт!

Ҡыш бабай. Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Башлана Барыҫ йылы,

Барыбыҙға ла килтерһен

Һаулыҡ һәм бәхет тулы!

Алып барыусы.

(Р. Янбулатова шиғыры.)

Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар

Йылтырайҙар шыршыла,

Их, күңелле, бик күңелле

Яңы йылды ҡаршылау.

Ҡарһылыу. Шыршы матур, шыршы матур,

Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел,

Энәләрен ҡоймай бер ҙә,

Һәр ваҡыт та йәп-йәш ул.

Ҡыш бабай. Шыршы матур биҙәлһә,

Мин дә ифрат яратам.

«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип,

Һеҙгә бүләк таратам.

Буранғол. Төклө аяғың менән,

Барыҫ йылы – Яңы йыл!

Гел «биш»легә уҡыһындар

Ҡыҙҙар, малайҙар быйыл!

Ҡыш бабай. Короновирус туҡтаһын бар ерҙә!

Торһон донъялар имен!

Яңы йыл бәхет килтерһен,

Шатлыҡлы булһын, тимен!

Мәсекәй әбей.

Барыҫ йылы – байлыҡ,

Зәрҡүм. Барыҫ йылында – барын сәс,

Һис булмаһа – тары сәс!

Алып барыусы. Барса халыҡ туҡ булыр,

Бала-саға шуҡ булыр.

Юлбарыҫ. Барығыҙға, барығыҙға

Шатлыҡ-бәхет өләшәм,

Донъялар матур торһон, тип

Кешелеккә өндәшәм.

Барыһы бергә. Аяҡ баҫһын Юлбарыҫ йылы

Бәхет нурҙары менән!

Байрамыбыҙ дауам итһен

Шатлыҡ йырҙары менән!

 

(Кисә Г.Юнысова һүҙҙәренә З.Мамалиев көйө «Яңы йыл» йыры башҡарылып тамамлана).

Ҡулланылған әҙәбиәт: «Башҡорт халыҡ ижады» 1-3 томдар, Г.Юнысова, Р.Янбулатова, Ф.Ғөбәйҙуллина шиғырҙары..

 

Айһылыу Сәлмәнова музыкаһы, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һүҙҙәре

Шыршы уратып

Баҫ, баҫ әле, Ҡыш бабай,

Баҫаһың елле, ҡалай,

Күңелдәрең күтәрелер,

Бейеп алһаң бер талай.

 

Баҫ, баҫ әле, Ҡарһылыу,

Тәндәреңде яҙ, һылыу,

Бигерәк тә килешә

Һиңә бейеүсе булыу.

 

Тыпыр-тыпыр тыпырлатып,

Бейе шыршы уратып,

Ялындырмайса баҫ әле,

Ҡул сабабыҙ яратып.

 

Ҡыш бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа

Бергә күңел асабыҙ,

Бәхет, ырыҫ, шатлыҡ теләп

Яңы йылға баҫабыҙ.

Автор:Тагзиа Хабирова
Читайте нас: