+28 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октября 2021, 11:37

Кумир

Эргәлә йөрөгән малай-шалайҙы күҙгә элеү ҡайҙаааа, Йыһандағы яҡты йондоҙҙар араһынан һинең хистәреңә тиң булырлыҡ матур, көслө, иң-иңде эҙләп йөрөгән үҫмер саҡта... үлеп...Кемгә ғашиҡ булғанымды белгегеҙ киләме? Сайтта уҡығыҙ - 

Петр I -гә ғашиҡ булдым. Эйе-эйе, ысынлап тороп, башкөллө мөхәббәткә сумып. Аҡлы-ҡаралы телевизор экрандарынан "Россия молодая" сериалын күрһәтәләр ине. Петр I (актер - Дмитрий Золотухин) әллә ниндәй һынауҙарҙы еңер көс бирер идеалға, көнө-төнө уйымдан бер минут та сыҡмаҫ образға әйләнде. Ул оҙон буйы! Ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе! Ул оҙон ялбыр сәстәре! Бөркөттәй ҡарашы! Мыйығы! Ирендәрееее... Әллә ниндәй татлы хыялдарға бирелеп, үҙемде уның янындағы иң һылыу, иң уңған, иң аҡыллы, һәм иң мөһиме - иң һөйөклөһө булған ҡыҙға тиңләп...
Үәт фантазияяяяя! 😄😄😄

Ә һеҙҙең кумирҙарығыҙ кемдәр булды? Әйҙәгеҙ әле, уртаҡлашып, серләшеп алайыҡ.

Кумир
Кумир
Автор:
Читайте нас