Хикәйә
Алмабикә апай йыл һайын Ҡорбан байрамына өс ҡыҙына ла яңы күлдәктәр тегеп кейҙерә. Быйыл да сөгөлдөр утауҙан бушамауға ҡарамаҫтан, бер ямғырлы көндә, форсаттан файҙаланып, ҡәҙерле тегеү машинаһын һандыҡ өҫтөнән алып, йомро өҫтәлгә килтереп ҡуйҙы. Ауылда тегеү машинаһы бер нисә кешелә генә, шуға ла күҙ ҡараһылай һаҡлап тота. Ире йүнсел шул, Үзбәкстандан үк алып ҡайтып бирҙе. Шунан тәҙрә башынан асҡысын алып, тегеү машинаһының ҡапҡасын асып ебәрҙе. Мейес буйында ҡурсаҡ уйнап ултырған ҡыҙҙары тора һалып, өҫтәлде уратып алды.
Алмабикә апай һандыҡтан бер нисә киҫәк туҡыма сығарып, ҡыҙҙарының алдына һалды.Улар күҙҙең яуын алып тора.
- Йәле, балаларым, кемгә ниндәйе оҡшай? Бына, тотоп-тотоп та ҡарағыҙ, ана, көҙгөгә ҡарап, буйығыҙға үлсәп, оҡшағанын һайлап алығыҙ.
Бынау юҡлыҡта, кеше бер йыртыш туҡымаға аптыранғанда, Ташкентта йәшәгән апаһы уларҙы йонсотмай, посылканан өҙмәй. Ул төрлө-төрлө материалдар, өрөк-йөҙөмөн дә ебәреп тора. Шөкөр.
Сажиҙә үҙенә төрлө биҙәктәр төшөрөлгәнен һайланы, ә туғандары ҡыҙыл ерлеккә аҡ борсаҡлыны оҡшатты.
- Ҡойоп ҡуя инде беҙҙең килен, - тиҙәр уның тураһында күрше тирә әбейҙәр. Бер нәмәне лә ҡоймай, ә матур итеп, хас магазиндағы ише, тегә инде, тип аптырай ҡыҙыҡай.
Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, әсәйҙәренең ҡулына күҙ эйәрмәй шул, һәр эште тиҙ һәм оҫта итеп башҡарып та ҡуя. Иң беренсе булып Сажиҙәне әйләндергеләп үлсәүен алды ла, шарт-шорт киҫеп, тегә лә башланы. Ә артып ҡалған бәләкәй киҫәктәрен, ҡул эшенә яйлап өйрәнә торһондар тип, ҡыҙҙарына самалап тигеҙләп бүлеп бирҙе лә, һабаҡлап энә тотторҙо.
Һәр ҡыҙы үҙҙәренең ҡурсаҡтарына тырышып - тырмашып күлдәк тегергә ултырҙы ла көлөшә-көлөшә сырҡылдыҡтары сыҡты.
- Минең күлмәк анау Золушканы һымаҡ буласаҡ.
- Ә мин әкиәттәге "принсысса" һымаҡ тегәм.
- Ә мин әберкәле күлмәк итәм, хәс бейеүселәрҙеке кеүек. Үәт, ҡарағыҙ әле, нисек матур сыға!
Алмабикә апай ҡыҙҙарының мөкиббән китеп тегенеп ултырғандарын йылмайып тыңлай-тыңлай эшен дауам итте. Бер сәғәт эсендә күлдәк әҙер ҙә булды.
- Кейеп ҡарале, балам, дөрөҫ ултыра микән?
Сажиҙә күлдәген кейҙе лә, көҙгө алдына килеп баҫты. Шатлығынан иҙән буйлап бөтөрөлөп бөтөрөлдө ул.
- Тап-таман, ибет, әсәй! Шундай килешә! Алмабикә апай поясын тегеп бөтөп, биленә суҡлап бәйләне лә, күңеле булғансы бер аҙ кейһен инде тип, ҡыҙы менән бергә бәхетле йылмайҙы.Үҙе шул арала бешкән ашын усаҡтан алып ҡуйҙы.
- Ҡыҙым, бар әле аласыҡтан бер йомарлам ҡоротто индер, майлы ашҡа һәләт килешә ул, - тине, бөгөн иртән генә ул аласыҡтағы мейес янындағы ылашҡа ҡорот киптерегә ҡуйғанын иҫенә төшөрөп.
Сажиҙә йүгереп сығып китте.
Алмабикә тәҙрәгә ҡараны. Ямғыр туҡтаған, көн дә асылып киткән икән.
Тап шул ваҡытта ҡояш сығыуға ҡыуанып, ата ҡаҙ өс инә ҡаҙын, ҡырҡлаған бәпкәләрен эйәртеп аҙбарҙан сығып килә ине. Ул әллә оло галош эләктереп шапылдап йүгереп килгән баланан берәй шөбһә һиҙҙеме, әллә ярты көн ямғырҙан ҡасып торғанға асыуы килгәйнеме, әллә яңы күлдәк кейгән ҡыҙҙы таныманымы, әллә бәпкәләре янында үҙен батыр күрһәтергә теләүе булдымы, ҡапҡаны асып, бәләкәй баҡсаға инергә торған Сажиҙәнең өҫтөнә осоп килеп ҡунды. Шунан ҡапҡа төбөнә йыйылған ямғыр һыуын галош эсенә индермәҫкә була һаҡ ҡына баҫып торған ҡыҙҙы йығып һалды ла башын, яурындарын суҡый-суҡый бысраҡ һыуҙы ҡанаттары менән елпей-елпей рәхәтләнеп ҡойондорҙо ла ҡойондорҙо. Сажиҙә ҡысҡыра ла, илай ҙа алмай тормай ятҡас, еңеүсе ҡиәфәтендә ҡағына-ҡағына бәпкәләре янына маҡтанырға китте.
Ҡаҙҙарының сәйер ҡаңғылдашҡан тауыштарын ишеткән Алмабикә апай йүгереп тышҡа сыҡты. Ҡараһа, ҡыҙы ҡапҡа төбөнән ҡалҡынырға маташа ла, кире йығыла, торорға әйтә лә, кире ҡолай. Ул тиҙ генә барып ҡыҙын торғоҙошоп, күтәрмәгә килтереп баҫтырҙы.
- Ҡайһы ерең ауырта, балам? Үәт, мәлғүн, ә! Ни эшләтеп кенә бөтөргән минең ҡыҙымды! - Үҙе күҙенә зыян булмағанмы, берәй ере һынмағанмы тип, хафаланып, әйләндергеләп тәнен ипләп кенә тотҡолап ҡараны.
Әле генә сәскә һымаҡ балҡып торған Сажиҙә бер әсәһенә, бер өҫтөнә ҡараны ла әллә ауыртыныуҙан, әллә өр-яңы күлдәге әҙәм ҡарағыһыҙ булып эшлектән сығыуына ҡайғырып, ҡысҡырып илап ебәрҙе.
- Ила, балам, ила! Кейем бысрағы бөтә ул, күңел яраһы ғына бөтмәй.
Ата ҡаҙы былай инәләрен дә тиң ҡарай, бәпкәләрен дә эт-ҡоштан яҡшы һаҡлай, тик ҡайһы ваҡыт шулай бәпкәләрен ҡыҙғанып, холоҡһоҙланып китә лә бара, урам буйынан да бер кемде лә уҙғармай, ҡыуалап бер була. Йәне көйҙө.
- Ата ҡаҙҙы алыштырырға тура килер инде, - тип һөйләнеп ҡуйҙы.
Шунан йылы ямғыр һыуына ҡыҙын ҡойондороп алды.
- Ә мин һиңә, ҡыҙым, ишшеү ҙә матурыраҡ күлдәк тегеп бирермен, йәме, - тип көскә тынысландырҙы.
... Йәмле йәй үтте.
Көҙөн гөрләшеп ҡаҙ өмәһе уҙғарғанда, Сажиҙә ата ҡаҙҙы алдан уҡ аҙбарҙың бер буш ояһына бикләп ҡуйып, асҡысын ҡайҙа ҡуйғанын һис тә "хәтерләтә алмағайны".
Ә был ваҡытта өҫтөндә ата ҡаҙ "бүләге" - уттай янып торған ҡып-ҡыҙыл мәкле күлдәк ине.
Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова