Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, быйылғы август ныҡ ҡоро килде.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, һуңғы 30 йылда республика биләмәһендә ошондай ҡоро августың булғаны юҡ ине. Йәйҙең һуңғы айында Башҡортостанда яуым-төшөмдөң 9% ғына яуған. Ҡайһы бер көнбайыш һәм көньяҡ райондарҙа ямғырлы бер көн дә күҙәтелмәгән.