+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2021, 10:00

КӨҘҘӨҢ БЕРЕНСЕ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛАСАҠ? ҺЫНАМЫШТАР.

Беренсе сентябрҙә йылы булһа, -   

КӨҘҘӨҢ БЕРЕНСЕ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛАСАҠ? ҺЫНАМЫШТАР.
КӨҘҘӨҢ БЕРЕНСЕ АЙЫ НИНДӘЙ БУЛАСАҠ? ҺЫНАМЫШТАР.

көҙ йылы булыр.

Әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәйҙә ашлыҡ насар булыр.

Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.

Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.
 
18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.
 
Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә.
 
Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә.
 
Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.
 
Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.
 
Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.
 
Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.
 
Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
Автор:
Читайте нас: