Ғаиләлә минән башҡа сәнғәт кешеләре юҡ. Әсәйем ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, атайым – шофер. Был һөнәрҙе һайлауыма нисек ҡаршы төшмәгәндәрҙер, белмәйем. Актер тормошо мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ, күп яҡлы булыуы менән ылыҡтырҙы. Бала саҡта телевизорҙан сағыу, романтик һинд фильмдарын мауығып ҡарай торғайным. Шуға күрә, башҡа төр һөнәр һайлаһам, тормошом Митхун Чакрабортиларҙыҡы кеүек ҡыҙыҡлы, тулы булмаҫ кеүек тойолдо (көлә).