-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2021, 13:10

ТЕЛ ЙОТОРЛОҠ КЕТЧУП

.

ТЕЛ ЙОТОРЛОҠ КЕТЧУП
ТЕЛ ЙОТОРЛОҠ КЕТЧУП

Йәшелсәләр күп саҡта, ошо тәмлекәсте һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле, дуҫтар! Эшләүе еңел генә, ә тәме – ммммммм.... 

Кәрәк буласаҡ: 3 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 стакан томат пастаһы (был мотлаҡ!), 1 стакан көнбағыш майы, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан һарымһаҡ, 5-6 аш ҡалағы һеркә, 2 аш ҡалағы тоҙ, аҙ ғына әсе борос.

Йәшелсәләрҙе ит турағыс аша үткәрәбеҙ, һарымһаҡ менән әсе боросто – ит турағыс йәки блендер аша айырым (!) сығарып алабыҙ. Ингредиенттарҙы һалып, йәшелсәләрҙе 30 минут ҡайнатабыҙ. Һарымһаҡ менән әсе боросто өҫтәгәсс, тағы 10-15 минут ҡайнатып алабыҙ ҙа, стерилләнгән бәләкәйерәк банкаларға тултырып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын, ризығығыҙға яҙһын!

Автор:Тагзиа Хабирова
Читайте нас: