+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Август 2021, 17:00

ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ

Бик көслө әүлиәләрҙең генә тәбиғәттең бер мәлен үҙ ихтыярына бойһондора алыуы боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Мифтахетдин олатай үҙе иҫән сағында ауылы Кинйәбулатты ҡоролоҡтан сарсатмаған. Оло быуын кешеләренең хәтерләүенсә, шулай булған: бер төркөм ҡарттар килеп, ямғыр яуҙырыуын үтенһә, - 

ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ
ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ

Мифтахетдин мулла үҙенең йортонда һаҡланған ҡыу ат башын ҡулына алып, Арыҫланйылға башындағы ҡайынлыҡҡа барып, һыуға бағышлап намаҙ һәм саҙаҡа ҡылған (ул ҡайынлыҡ бөгөнгө көндә лә Мостаҡ мулла ҡайынлығы тип атала). "Ҡыу ат башы" тигәне - ул оло йылҡы малының ныҡ кибеүҙән, һелкеткән ваҡытта шалтырлап торған баш һөйәге. Ул үҙенсә бик яҡшы барометр һәм гигрометр. Һауалағы дымлылыҡ артып, ямғыр яуырҙай сиккә етһә, баш һөйәге шешенә, һелкеткәндә шалтырлауы кәмей төшә. Мифтахетдин мулла теләктәрен Хоҙай Тәғәләгә еткереп, мотлаҡ булған бөтөн йолаларҙы башҡарғандан һуң ҡайтып китә, ауылға килеп инеүе була, ямғыр ҙа яуа башлаған, тиҙәр. Ундай әүлиәләрҙең ҡәберенә килеп, ямғыр яуҙырыуҙы һәм башҡа теләктәрҙе үтенгән саҡта ла уның мәңге тере рухи көсөнөң үтенестәрҙе тормошҡа ашыра алыуы боронғо замандарҙан уҡ кешелеккә билдәле (әммә һәр кем дә әүлиә ҡәберлегенә килеп, теләктәрен тормошҡа ашыра алмай. Ундай уйҙарығыҙҙы үрсетмәгеҙ).
     Ошо юҫыҡтан, бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны ла һөйләп үтеү кәрәктер. 2010 йылдағы ямғырһыҙ ҡоролоҡ. Мифтахетдин олатайҙың бүләсәренең тыумышы менән Ғафури районынан булған кейәүе, уның ҡәберенә килеп, тейешле булған йолаларҙы башҡарып, ауылға ямғыр яуҙырыуын һорай. Шул ыңғайы ҡабат Кинйәбулат ауылына һуғылып тормай, еңел машинаһында ғаиләһе менән Өфөгә юлланалар. Ҡайтып еткәс, Кинйәбулатҡа шылтырата. "Ауыл өҫтөндә ҡап-ҡара болоттар ҡуйырҙы, ләкин яумайынса, тауҙар яғына китте", тип яуап бирәләр уға. Күп тә үтмәй, был кейәүгә Ғафури районындағы ауылдаштары шылтырата: "Ишембай яҡтарынан ҡуйы болоттар килеп сығып, ямғыры ике сәғәттәй ауыл тирәһен тетте лә һалды…" Бына шулай, берәй теләк теләгәндә, теләгеңдең "адресын" да белгертергә кәрәк икән.

    Үлеренән бер йыл алда Мифтахетдин олатай  өйҙәгеләргә үҙе тураһында әүлиәлек ҡылып: "Мин был донъянан киткән көндә, йылы ямғыр яуып үткәс, күктә йәйғор ҡалҡыр. Уның бер осо беҙҙең зыяратҡа төшөр. Мине шул урынға ерләрһегеҙ", - тигән. Бөтәһе лә ул әйткәнсә була. 

     Рәдис ДУСАЛИН,
     Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һәүәҫкәр тарихсы, шағир.

 

    Һүрәттең авторы - Рәмил Миһранов.

Автор:
Читайте нас: