+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июль 2021, 12:00

Передвижниктарҙың фиҙакәрлеге

Башҡорт Күсмә театры һәм киноһы тәүге тапҡыр 1924 йылдың 24 майында Боҙаяҙ ауылында (Ҡырмыҫҡалы районы) күрһәтелә. Күсмә театр Башҡорт драма театры нигеҙендә Башҡортостандың төпкөл, «ҡараңғы» төбәктәрендә йәшәгән ауыл халҡын хеҙмәтләндереү маҡсатында барлыҡҡа килә. Был идеяның авторы – Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы, башҡорт һәм татар театр сәнғәтенең күренекле эшмәкәре Вәлиулла Мортазин-Иманский. Ул Башҡортостанда театр ойошторғандан һуң, Башҡорт театрының йәшәйешенә һәм үҫешенә булышлыҡ итәсәк бер генә дөрөҫ юл күрә – Күсмә театр булдырыу.

Передвижниктарҙың фиҙакәрлеге
Передвижниктарҙың фиҙакәрлеге

«Был ҙур эште уны яратҡанда

һәм уның мөһимлеген аңлағанда

ғына аткарып сығырға мөмкин».

В.Мортазин-Иманский

 

Башҡортостан бай һәм хозур тәбиғәтле икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрҙә йәйрәп ята. Май иртәһенең һауаһы йәйҙекеләй йылы, тирә-яҡҡа яңы ғына ярылған япраҡтарҙың хуш еҫтәре таралған. Ҡайҙалыр алыҫта тальян гармун тауыштары ишетелде һәм ылау күренде. Ылау яҡынлашҡан һайын бала-сағалар шат тауыштар сығарып, ҡысҡырышып, уға табан йүгерҙеләр, ә ауыл халҡы ҡараштарын алыҫҡа төбәне. Йөҙҙәренә шатлыҡ ҡунды, ниндәйҙер ләззәт тойғоһо кисерҙеләр, мөғжизә көттөләр. Ә ул мөғжизә – «Кина килде» тип атала...

Башҡорт Күсмә театры һәм киноһы тәүге тапҡыр 1924 йылдың 24 майында Боҙаяҙ ауылында (Ҡырмыҫҡалы районы) күрһәтелә. Күсмә театр Башҡорт драма театры нигеҙендә Башҡортостандың төпкөл, «ҡараңғы» төбәктәрендә йәшәгән ауыл халҡын хеҙмәтләндереү маҡсатында барлыҡҡа килә. Был идеяның авторы – Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы, башҡорт һәм татар театр сәнғәтенең күренекле эшмәкәре Вәлиулла Мортазин-Иманский. Ул Башҡортостанда театр ойошторғандан һуң, Башҡорт театрының йәшәйешенә һәм үҫешенә булышлыҡ итәсәк бер генә дөрөҫ юл күрә – Күсмә театр булдырыу.

«Республиканың ике үҙәге лә – элекке Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм бөгөнгө Өфө халҡы араһында сәнәғәт пролетариаты ла, крәҫтиәндәр ҙә юҡ; халыҡтың 80% совет эшселәренән һәм тар ҡарашлы мещандарҙан тора; башҡорт халҡының проценты ике үҙәктә лә бик аҙ. ...Башҡортостанда пролетар йәмғиәтле мөһим үҙәктәр булмағанлыҡтан, халыҡтың ҡаҙанышы булырҙай, күсмә театр мотлаҡ кәрәк», – тип әйтә ул Башнаркомпрос коллегияһының ултырышындағы (1923 й.) докладында. Шулай уҡ 1919 йылдан алып бер нисә тапҡыр күсмә театр ойошторорға маташыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтә. Беренсеһендә – республикала барған сәйәси шарттар, власть үҙгәреүе һәм шунлыҡтан илдә бандитизм таралыуы арҡаһында килеп сыҡмай. Ҙур ауырлыҡ менән 1920 йылда тыуған труппа кантондарға китергә әҙерләнеп бөткәндә, холера эпидемияһы башлана, унан һуң инде республикала аслыҡ йылдары башлана. Өсөнсө мөмкинлек өмөт уята: Оло Башҡортостан барлыҡҡа килә, үҙәк Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсә, дәүләттең иҡтисади көсө арта һәм ҙур мөмкинлектәр асыла... Тик Наркомпрос структураһында Главполитпросветтың сәнғәт бүлеге ҡыҫҡартылғанлыҡтан, эш йәнә туҡтай. Әммә Мортазин-Иманский үҙ хыялын ҡалдырмай, халыҡтың мәҙәни яҡтан үҫеше кәрәклеген иҫбатлап, эш өсөн көрәшә. Ниһайәт, 1924 йылдың яҙында уның Күсмә театр ойоштороу маҡсаты тормошҡа аша. Театр өсөн үҙе ҡәтғи план-ҡарар төҙөй: сентябрҙән апрелгә тиклем труппа ҡалала стационарҙа эшләй, майҙан август айына тиклем – райондарҙа. Тик театр ойоштороуға ни бары өс мең һум аҡса бүленә, шунлыҡтан тәүге гастролгә 13 кеше генә сыға: художество етәксеһе (Мортазин-Иманский), ике политработник (Антонов, Сәлимов), киномеханик, машинист, күсер һәм ете актер (Х.Бохарский, Ғәйнисламова, И.Зәйниғәбдинов (И.Зәйни), Ғ.Минһажев, Т.Рәшитова, Ф.Рапатская, ҡурайсы Ю.Иҫәнбаев). Күсмә театр һәм кино күсмә электростанция, киноаппарат, декорациялар, костюмдар һәм бер ылаулы ат менән тәьмин ителә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, театрҙың бөтә кәрәк-ярағы 10 атҡа һыйҙырылған). Костюмдар алдан тегелгән, 4 төрлө күсмә декорациялар («тула-шаршаулы») ленинград күсмә театрыныҡына оҡшатып әҙерләнгән. Тамашалар асыҡ һауала күрһәтелгән, шунлыҡтан ямғырлы көн торошо ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Һуңғараҡ театр төҙөлөшөндә сатырлы түшәмә барлыҡҡа килә (рәссамы – С.Никандров). Эш график буйынса барған: иртәнсәк йыйылыштар уҙғарылған, сәйәси һәм йәмғиәт-ойоштороу темаларына әңгәмәләр ҡоролған, листовкалар, ауылдарҙағы эш программаһы хаҡында хәбәр ителгән афишалар таратылған. Ә 1927 йылдан «тере реклама» башланған – труппаның һәм оркестрҙың артистары тамашаға саҡырыу маҡсатында, милли костюмдарҙа ауылдарҙың ситенә сығып, көйҙәр уйнап, йырҙар йырлағандар. Кискеһен спектакль йәки фильм алдынан митинг үткәрелгән. Кино һәм театр бер юлы бер ауылда эшләмәгән, шуға күрә политработниктар икәү булған. Иртәгәһе көнөнә труппа таң менән, алдан билдәләнгән маршрут буйынса, икенсе ауылға киткән. Һәр ауылда уларҙы түҙемһеҙләнеп көткәндәр. Артта ятып ҡалған, төпкөл ауылдарҙың кешеләре өсөн, «передвижка»ның, йәки «заман мәҙәниәтенең нуры», килеүе – уларҙың ауыр көндәлек тормоштарындағы мөһим, шатлыҡлы ваҡиға ғына түгел, власть вәкилдәренә үҙҙәренең проблемалары, мохтажлыҡтары хаҡында мәғлүмәт еткереү өсөн мөмкинселек булған. Йыйылыштарҙа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән. Улар башлыса уҡыу-яҙыу эшенә өйрәтеү, ауыл хужалығы һалымы (сельхозналог), урман, ер, башҡорт теленә бәйле һорауҙарға, крәҫтиәндәр араһында отошло заемдар бүлеү, ҡатындарға тиң хоҡуҡтар биреү мәсьәләләренә ҡағылған. Бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һуңғы һорау борсоған. Улар шәриғәт ҡанундарына ярашлы, күп ҡатынлылыҡҡа ҡаршы совет власының көрәше хаҡында ҡыҙыҡһынған. Ғөмүмән, халыҡ бөтә докладтарҙы ла шау-гөр килеп ҡабул иткән, ҡайҙалыр протест белдергән, ҡайҙалыр шатланып, «Ура!» ҡысҡырған. Мортазин-Иманский спектакль алдынан Күсмә театр һәм киноның миссияһы хаҡында, мәҙәниәттең һәм сәнғәттең кеше тормошондағы әһәмиәте тураһында һөйләгән, пьесаларҙың сюжетын аңлатҡан. Шулай уҡ, урындағы драма түңәрәктәре, мәҙәниәт йорттары менән эш алып барылған, актерҙар етмәгәнлектән, актив ҡатнашыусылар спектаклдәрҙә уйнарға саҡырылған. Шуныһы ҡыҙыҡ: шул ваҡытта уҡ, Мортазин-Иманский һөҙөмтәләрҙе барлап, башҡорт драматургияһының көсһөҙлөгө хаҡында әйткән һәм яҡшы әҫәрҙәргә конкурстар ойоштороп, премиялар бирергә кәрәклеген тәҡдим иткән. Ә бит был проблема әле лә актуаль булып ҡала.

Театр репертуарындағы тәүге пьесалар – Х.Ғәбитовтың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай», М.Буранғоловтың «Ашҡаҙар», Биишевтың «Икмәк хаҡына», П.Арскийҙың «Ҡыҙыл Урал өсөн көрәш» булған. Артабан М.Буранғоловтың «Ялан Йәркәй», «Шәүрәкәй», «Башҡорт туйы», Н.Иҫәнбәттең «Һижрәт», Д.Юлтыйҙың «Ҡарағол», Ф.Сөләймәновтың «Салауат батыр» драмаһы буйынса «Салауат һәм Пугачев» (В.Мортазин, Д.Юлтый) спектаклдәре ҡуйыла. Өфөлә күп тәнҡитләнгән «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһын тамашасылар яратып ҡабул итә, шулай уҡ милли йолалар, йырҙар, бейеүҙәр менән оҙатылған «Ашҡаҙар» спектаклен дә оҡшаталар. Театрҙың 1926 йылғы финанс отчеттарының береһендә «эффекттар өсөн бенгаль уттары» һатып алыныуы хаҡында яҙыу һаҡланған. Ҡыҙыҡ, ҡайһы спектаклдә был эффект ҡулланылды икән? Бәлки хәрби-тарихи пьесаларҙың береһендәлер, тип уйлайым. Репертуарҙа ысын башҡорт әҫәрҙәре әҙ булғанлыҡтан, труппа пьесаларҙы бер үк ауылда бер нисә тапҡыр күрһәтергә мәжбүр булған. Тамашасы спектаклде тәьҫирләнеп, сәхнәлә барған хәлдәрҙе ышанып ҡараған. Бер ваҡыт шундай хәл булған: «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» спектаклендә Ҡарамырҙа, ҡыҙы юғалғаны өсөн, ҡатыны Илбикәне ҡаты язалай икән. Шул мәл өс ҡарсыҡ сәхнәгә йүгереп менеп, ҡыҙҙы йыуата башлай: «Илама, беҙҙең ауыл бәләкәй, алыҫ китмәгәндер ул», – тиҙәр. Ә ир йәнә ҡамсыһын күтәргәндә, сырылдап сәхнәнән төшөп ҡасалар. «Ашҡаҙар» спектаклендә бер һуңлап килгән тамашасы, сәхнәгә менеп, һәр береһенә ҡул биреп күрешеп, һуңлаған өсөн ғәфү үтенә башлай. Актерҙар, спектаклде өҙмәҫ өсөн, ваҡиғаны үҙҙәренсә уйнап дауам итәләр: уға каса менән ҡымыҙ эсереп, башҡа тамашасылар янына оҙаталар. Театр эшенең башы гел «Һабантуй» байрамдарына тап килгән. Был инде сараларға тантаналы, тулҡынландырғыс төҫ өҫтәгән.

Театр халыҡ араһында киң популярлыҡ, һөйөү һәм хөрмәт яулаған. Тамаша барған урындарға, күрше волостарҙан делегаттар килеп, уларҙың ауылында ла спектакль күрһәтеүҙәрен үтенгән. Мортазин-Иманский хәтерләүенсә: «Мораптал волосы башҡорттары исеменән бер делегат килде һәм уларҙың да волосына барып етеүҙе һораны. Тик Мораптал волосы беҙ уңайһыҙ тип һанаған тәүге маршрутҡа инә. Үтенесен кире ҡағырға тура килде. Делегат быға бик көйҙө,етмәһә, мин үҙем дә Мораптал волосына ҡараған Иманғол ауылынанмын. Һәм ул үҙҙәренең волосынан республикаға Мортазин кеүек күренекле артисты биреүҙәрен, ә уныһы беҙгә тамаша күрһәтергә лә теләмәүе хаҡында әсенеп әйтте. Тик беҙ артабанғы эштәребеҙ хаҡында уйлаштыҡ та, уның үтенесен ҡабул итә алмайынса, икенсе маршрут буйлап киттек».

Шулай итеп, 1924 йылда театр 26 төбәктә 41 спектакль, ә кинотеатр 47 ауылда 55 киносеанс күрһәтә. Театрға – 22500, киноға 43920 кеше килә. Күрһәткестәр артабанғы йылдарҙа яҡынса һәм тулы түгел: 1925 йылда 6 кантонда 67 спектакль, 87 киносеанс күрһәтелә. Тамашасыларҙың дөйөм һаны – 168 мең; 1926 йылда 48 төбәктә 61 спектакль була, 125 мең тамашасы йыйыла. 1927 йылда 37 урында 50 спектакль ҡуйыла, 47 мең халыҡ (башҡа документтарҙа 98 мең) килә; 1928 йылда 80 урында 50 тамаша күрһәтелә, 40 мең тамашасы иҫәпләнә; 1929 йылда 39 урында 50 спектакль уйнала, тамашасылар һаны – 48 меңгә етә. Тамаша бушлай күрһәтелә. Әммә театр профсоюз ойошмалары, партия килешеүҙәре менән сауҙа нөктәләрендә туҡтағанда, түләү ҡаралған. Шулай ҙа билет хаҡы юғары булмаған: мәҫәлән, 1927 йылда билет 10 тиндән башлап 30-40 тин торған.

Төрлө йылдарҙа театрҙың ижади көсөн туплаусы актерҙар: Д.Дауытова (Әбделмәнова), И.Зәйни, А.Зөбәйеров, З.Исҡужин, Г.Казанский, Ғ.Ҡарамышев, Х.Минһажева, М.Мортазина, Н.Таждарова, Ғ.Ушанов, Б.Йосопова, ҡурайсы Х.Әхмәтов, музыкант һәм композитор Х.Ибраһимов, уның эштәрендә күпмелер ваҡыт ҡатнашҡан З.Бикбулатова, Б.Имашев, В.Ғәлимов, Рафиҡова, Л.Сәйфуллин һ.б. Эшселәрҙең дөйөм һаны 13 кешенән 26-ға еткән. Театр 1929 йылға тиклем эшләгән. 1930 йылдың йәйендә ул бер нисә сәбәп арҡаһында эшкә сыҡмаған: 1929–30 йй. ижад миҙгелендә театр артабанғы үҫеше өсөн художество-эстетик программаһын үҙгәртеү буйынса курс ала. Ҡуйыу йәһәтенән ҙур масштаблы һәм ҡатмарлы спектаклдәр, күп ҡатнашыусылар һаны, оҙайлы репетициялар процесы райондарға сығырға ҡамасаулай. Шулай уҡ, театр 1930 йылда Ҡазанда, Магнитогорскийҙа үтәсәк гастролдәргә, көтмәгәндә хәбәр ителгән, йәйен Мәскәүҙә үтәсәк Сәнғәт олимпиадаһына етди әҙерлектәр башлай.

Тәүге Башҡорт дәүләт күсмә театры башҡорт театр сәнғәтен, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен популярлаштырыуға тос өлөш индерә. Йәш драматургтар М.Буранғоловтың, Д.Юлтыйҙың тәүге үҙенсәлекле башҡорт пьесалары,  ул пьесаларҙағы сюжеттар һәм йырҙар халыҡ араһында ҙур уңыш ҡаҙана. Һуңыраҡ эстафетаны 1930 йылдарҙа тыуған колхоз-совхоз театрҙары, төрлө мәҙәни бригадалар, район мәҙәниәт йорттарының драма түңәрәктәре ҡабул итеп ала.

Театрҙың төп маҡсаты – төпкөл ауылдарҙа аң-белем таратыу эштәрен үткәреү икәнлеген тағы бер һыҙыҡ өҫтөнә алып үтке килә. Йәйге эҫе көндәрҙә юлһыҙ ерҙәрҙән дә йөрөргә тура килә актерҙарға. Ҡайһы ваҡыт ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, тотош көн буйы тауҙар аша үтергә йәки йылға аша сығырға, ә кисен инде спектакль ҡуйырға тура килгән. Түҙемлектәре, сыҙамлыҡтары хайран ҡалырлыҡ. Ауырырға, зарланырға, кире ҡайтырға ярамаған – сөнки труппала һәр кемгә бер нисә бурыс йөкмәтелгән. Намыҫлы хеҙмәт, ижади дәрт, бер һүҙ менән әйткәндә, тәүге актер-миссионерҙарҙың фиҙакәрлеге – беҙҙең данлы, бер быуатлыҡ тарихы булған Башҡорт академия драма театрының нигеҙенә һалынған.

Азалия БАЛҒАЗИНА

Автор:
Читайте нас: