+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Июль 2021, 15:00

Уның әләме – азатлыҡ!

Айҙар Хәмзин заманыбыҙҙың талантлы композиторы ғына түгел, ә Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүсе иң бруталь һәм серле башҡорт егеттәренең береһе лә. Интервьюларҙы ул һирәк бирә, үҙе хаҡында һөйләп барырға яратмай. Тәү ҡарашҡа үтә “текә” лә, бер аҙ эрерәк тә тойолған, шул уҡ ваҡытта үҙен һәр ваҡыт ипле, тыныс тотҡан кеселекле, зауыҡлы, күркәм ижадсы ул.

Уның әләме – азатлыҡ!
Уның әләме – азатлыҡ!
Уның әләме – азатлыҡ!
Уның әләме – азатлыҡ!

Айҙар – Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Был донъяларҙы иртә ташлап киткән данлыҡлы йырсыбыҙ Ғәли Хәмзиндың кинйә улы. Бәләкәстән йыр-моң менән уратып алынған егет атаһы кеүек үҙен тотошлай ижадҡа арнай. Бөгөн Айҙар Ғәли улы «Тамыр» каналы төшөргән, байтағы «ТЭФИ» йә «Алтын Орфей» кеүек мәртәбәле бәйгеләрҙә еңеү яулаған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фильмдар һәм әкиәттәрҙе музыкаль яҡтан биҙәүсе, халыҡ-ара майҙанда билдәлелек тапҡан «Заман» төркөмө вокалисы, бик күп йырҙар авторы булараҡ билдәле. Шулай уҡ, ул Мәскәүҙең иң мәртәбәле мәҙәни майҙансығы иҫәпләнгән Крокус Сити Холда премьераһы күрһәтелгән, арҙаҡлы актер Марат Бәшәровтың тәүге режиссерлыҡ эше булған «Йән менән һөйләшеү. Сиктең аръяғында» тигән театрлаштырылған шоуҙа һәм башҡа күп кенә ҡыҙыҡлы проекттарҙа композитор булараҡ сығыш яһаған, һәр эше көтөп алынған шәхес тә.

Айҙар 4 кенә йәшендә сәхнәлә башҡорт халыҡ йыры «Хәтирә»не йырлап торғанын бөгөнгөләй хәтерләй. 7 йәшендә ата-әсәһе уны Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыкаль лицей-мәктәпкә уҡырға бирә. Бер йылдан, 8 генә йәшлек малай фортепиано өсөн «Сәғәт» һәм «Хәүефле кәйеф» тигән ике пьеса ижад итә. Был күренеш хаҡында ул саҡтағы «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телестудияһы тапшырыу төшөрә. Шулай уҡ, һүрәт төшөрөргә лә ярата малай, хатта бер мәл рәсемдәр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булып, тере әтәс тә ота. Мәктәптә уҡығанда ҡурсаҡ театры ойоштороп төрлө постановкалар ҡуя. Бала сағынан уҡ һәр яҡлап шундай һәләткә эйә, билдәле шәхестең ғаиләһендә үҫкән егет өсөн, әлбиттә, бөтә ишектәр ҙә асыҡ булғандыр, тиерһегеҙ. Эйе, ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы ла һеҙ. Әммә, асылда, бер кемдең дә алдына ҡыҙыл балаҫтар йәйеп ҡуймай шул яҙмыш. Ни тиһәң дә, тик һынауҙар һәм артылыштар аша үтеп кенә кешенең рухы сыныға, шәхес булараҡ үҫә. Айҙарҙың ижадының юғары баһаланыуының сере уның халҡыбыҙҙың боронғо моң мираҫына ҡәҙерләп ҡарай белеүе һәм шунан илһам һөҙөүендә. Әйтәйек, совет йылдарында үтә популяр булып, бер арауыҡ онотолоп торған, аҙаҡ Айҙар эшкәртеүендәге вариантта яңғырап «Заман» төркөмөнөң визит карточкаһына әйләнгән «Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал!» йырын ғына алайыҡ. Ретро йырҙарҙы модалы яңы төргәккә төрөү өсөн композитор үҙе әйтмешләй, ҙур музыкаль багаж кәрәк, ә ул бер-ике йылда ғына тупланмай.

Айҙар Хәмзин тәү сиратта композитор, әммә ул үҙен йырсы сифатында ла уңышлы ғына һынап килә. Студент сағында уҡ «Урал моңо» бәйгеһе дипломанты була, ә инде «Саян тауҙары көйҙәре» халыҡ-ара конкурсында беренсе урын алыуы, «Тюрквижн» халыҡ-ара йырсылар ярышында финалға үтеүе һәм башҡа еңеүҙәре уны төрки донъяһында ла таныулы итә. Бер нисә йырына клипты Алтай тауҙарында төшөрөүе лә ҡыҙыҡлы. Мәскәүҙең «Заман» этнотөркөмө менән берлектә төрлө бәйгеләрҙә яулаған уңыштары ла етәрлек. Тап «Заман» менән донъяның күп илдәрендә сығыш яһап, сәйәхәт итә алыуы өсөн төркөмдәге барлыҡ ижадташтарына оло рәхмәтле ул.

Һәр башҡорт кеүек, Айҙар азатлыҡты иң алға ҡуя. Шулай йә былай итеп яҙ, көй ошолайыраҡ булырға тейеш тип бойорорға яратҡан заказсылар менән араны шунда уҡ өҙәм, ижадсы ирекле булырға тейеш, ти ул. Рәсәйҙең билдәле актеры Марат Бәшәров менән эшләгән проекттарының уңышы хаҡында билдәле бер порталға биргән интервьюһында Айҙар юҡҡа ғына: «Был проектта миңә тулыһынса ышанып, ирек биреүҙәре оҡшаны. Унда   үҙ ҡараштарымды сағылдыра алдым, Бәшәров постановкала йыш ҡына мин тәҡдим иткән музыкаға, көй формаларына ярашлы сәхнә күренештәре әҙерләне, шулай ижадсыға ышаныс булғанда  ғына күмәк хеҙмәт емешен тәшкил иткән бындай спектаклдәр тамашасы күңелен яулй ала», – тимәгән.

– Йәш композиторҙың бөгөнгө тормошо һәм ижады хаҡында уның үҙенән дә яҡшыраҡ һөйләп булмаҫ. Айҙар, иң беренсе бала сағың, атайың хаҡында һорашҡы килә.

– Бала сағым бүтәндәрҙекенә оҡшамаған тип иҫәпләйем, беренсенән, атайым билдәле йырсы булғас, уның эшмәкәрлеген күреп, шул мөхиткә сумып үҫтем. Музыкаль ғаиләлә үҫеү ҙә, махсус музыка мәктәбендә белем алыуым да миндә тормошҡа үҙенсәлекле ҡараш формалаштырған. Шуға елегемә тиклем ижади рух һеңдереп үҫкән бала инем. Ҙур исемдәргә лайыҡ атайҙың улы булыу, әлбиттә, еңел дә, ауыр ҙа. Мин уның сәхнәлә балҡыуын ғына түгел, эшенең бөтә яғын да күрҙем: концерттан һуң кемдеңдер янына килеп, хөрмәт белдереп ҡулын ҡыҫҡанын да, алҡыштарға тиклемге ауыр хеҙмәтен дә. Атай менән ғорурландыммы икән ул саҡтарҙа, дөрөҫөн әйткәндә, юҡтыр. Бала саҡта бит һине уратҡан мөхит тәбиғи, бөтәһе өсөн дә шулай булырға тейеш һымаҡ һәм барыһы ла бер уйын ғына һымаҡ тойола. Ҙурайғас ҡына беҙ үҙ тормошобоҙҙо кемдеке менәндер сағыштыра башлайбыҙ, ә үҫкән саҡта алға ҡуйылған квестты уйнайбыҙ ғына кеүек. Һәйбәт, иманлы ғаиләлә бәхетле үҫтем.

– Атайыңа бәйле иң сағыу хәтирә?

– Был һорауҙы ишеткәс тә күҙ алдыма бер осраҡ килеп баҫты, уның өсөн миңә атай алдында әле лә оят. Өршәктә дачабыҙ бар ине, эргәлә генә күле лә булды. Бер көндө әсәй менән атай баҡсала эшләй, ә беҙ ағайым менән шул күлдә уйнап йөрөй инек. Шунда мин шаяртырға уйлап, ныҡ килештереп «Батам!» тип ҡысҡыра башланым. Атайымдың бар эшен ташлап, «Һин ҡайҙа?» тип ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡото осоп йүгереп килә ятҡанын иҫләһәм, шул ҡылығым өсөн уңайһыҙ булып китә. Атай менән гастролгә йыш йөрөнөм, концерттарҙа, ғәҙәттәгесә, «Уралым»ды ла башҡара торғайны. Шул йырҙың аҙағында тамаҡ менән ғорлатып өзләп ебәрһә ныҡ йәнем көйә, уны артыҡ килештереү һымаҡ ҡабул итә инем. Өзләү ниндәйҙер эстетик булмаған элемент һымаҡ та тойола ине хатта, ауыл клубында тамашасы араһында ултырғанымда, шул еренә етеп өзләй башлаһа, мин уға етәр тигәнде аңлатырға теләп ҡул болғай башлай торғайным. Әҙ генә өзләһә етә, оҙаҡҡа һуҙһа килешмәй тип уйлай инем.

– Атайыңдың ауылына ҡайтып йөрөй торғайнығыҙмы?

– Эйе, Белорет районының Әхмәр ауылында бала сағымдың байтаҡ ваҡытын уҙғарған өсөн һөйөнөп бөтә алмайым, беренсенән, башҡорт мөхитен күреп, белеп ҡалыу мөмкинлеге булһа, икенсенән, тормошта башҡорт телендә әҙ аралышырға тура килһә лә, шул ауылда саҡта һеңеп ҡалған һутлы һөйләш күңелемде әле лә йылытып тора. Ауыл тормошон белеп үҫеүем менән бәхетлемен. Һыбай йөрөгәндә аттан йығылып битем менән һыйыр тиҙәгенә барып төшөүем дә, бесән мәлендә урманда йоҡлауҙар, бесән эшләү ҙә бала сағымдың сағыу бер өлөшө, бесәнлектә сынығып үҫтем тип әйтә алам.

– Ә музыка донъяһына юлың нисек башланды?

– Мине махсус музыка мәктәбенә уҡырға биреү ата-әсәйемдең ҡарары. Дөрөҫ ғәмәл ҡылған улар, мине бүтән ергә биреү енәйәт булыр ине. Әсәйем Өфө дәүләт сәнғәт институтында китапханасы ине, атай билдәле йырсы, уларҙың теләге генә түгел, тәү сиратта һәләтемде иҫәпкә алғандар. Өйҙә гел генә концерт, спектаклдәр ҡуя инем. Балеттағы һымаҡ итеп аяҡ осонда йөрөргә яраттым. Ата-әсәйем сәнғәт менән бәйле урындарҙа эшләгәс, шул өлкәне яҡын иткәнмен инде.

– Бәләкәс Айҙарҙы ниндәй итеп ҡылыҡһырлар инең?

– Артыҡ ипле, һис тиҫкәре булмаған бала тип атар инем. Әсәйем берәй пластинка тоҡандырып, мине ҡәнәфигә ултыртып ҡуя торғайны. Бер ҙә генә ҡыбырламай, тик кенә ултырып сәғәттәр буйы шул пластинка яңғыратҡан музыканы, әкиәттәр, балалар өсөн музыкаль постановкаларҙы тыңлап, мөкиббән китеп ултырыуым хәтерҙә. Шулай уҡ көндәр буйы урамда уйнап йөрөгән осором да булып алды – музыка менән шөғөлләнгем килмәй гараж баштарында һикереп йөрөгән мәлдәрем. Музыканы ярата инем ул, ә бына баянда шөғөлләнеүҙе бик үҙ итәнем. Баянға йөрөй башлағас әллә ни шәп һөҙөмтә лә күрһәтә алманым, аҡһай инем, ә пианиноны баштан оҡшаттым. Әйткәндәй, мәктәптә геометрия-алгебра менән дә борсаҡ бешмәне, шуға әсәйем репетиторға мөрәжәғәт итте. Уны һис кенә лә текә ғаиләләргә эйәреп, уларҙан ҡалышмаҫ өсөн саҡырмағандар, ә теүәл фәндәрҙе унһыҙ үҙләштерә алмаҫымды аңлағандан яллағандар. Ул бәләкәй Айҙар үҫә килә үҙгәрҙеме икән? Эрик Берн тигән шәп психолог бар, уның «Кешеләр уйнаған уйындар» («Игры в которые играют люди») тигән китабы әлеге мәлдә өҫтәлемдә ята. Ул һәр шәхес күңелендә ата-әсә, оло һәм бала кеше йәшәй, ти. Минең эсемдәге бала әле лә тулы ҡанлы тормош менән йәшәп ята, сөнки бала – ул ижад символы, минең өсөн ижад һәр ваҡыт беренсе урында, электән, бала саҡтарҙан шуның менән генә йәшәйем. Шуға ла, шул 1980–1990 йылдарҙағы бала һаман да теп-тере, ул хатта бөтөнләй үҙгәрмәгән дә тип әйтә алам.

– Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыкаль лицей-мәктәптә уҡығанһың. Тимәк, башҡа һөнәр һайларға мөмкинлегең дә булмаған.

– Бик һәйбәт уның шулай булыуы. Ул уҡыу йортонда ныҡлы белем биреп сығарҙылар, ССМК әле лә республиканың иң көслө музыкаль йүнәлештәге мәктәбе һанала. Һәләтемде күреп, күтәрмәләп торған ата-әсәйемә рәхмәт! Башҡа юлды һайлаһам бәхетһеҙ булыр инем. Баянға биреп кенә әҙерәк яңылышҡандарҙыр, ул минеке түгел ине, күңел ятып етмәне, ә фортепьяно тип иҫем китә ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, баян класын тамамланым, аҙаҡ осраҡлы рәүештә тип әйтерлек, ВГИК-ка режиссура бүлегенә имтихандарҙан үтә алмайынса Өфөлә ҡалырға мәжбүр булдым, сәнғәт институтының композиторҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға индем. Был да яҙмыштыр, сөнки тап көйҙәр яҙыу, музыка ижад итеү минең тәғәйенләнешем булғанын хәҙер яҡшы аңлайым. 17–18 йәштә, беренсе курста, композитор һөнәрен үҙләштергән ваҡытта, Мәскәүгә инә алмағаныма ҡыуанып та ҡуйҙым, сөнки ул факультетта мин үҙемде май эсендәге бөйөр һымаҡ тойҙом. Шул мәлдәрҙә тәүге уңыштар яуланды, алған юлымда нимәләргәлер өлгәшә, балҡый башланым. Мәктәп йылдарында мин уртаса уҡыусы инем, асылып китә алманым, ә сәнғәт академияһында, композиция факультетында музыка аша донъяны нисек күреүемде башҡаларға ла аса башлағас бәхетле минуттар кисерҙем. Шул осорҙа Салауат Низаметдинов исемендәге фонд стипендиаты ла булдым.

– Көй тыуҙырыу процесын нимәгә тиңләр инең, нисегерәк була ул?

– Аңлата алмайым, фекерләүҙең үҙенсәлекле бер төрө тип әйтәйемме икән. Фортепианола музыка ижад итеү өсөн 8 йәш иртәрәк, уйлап ҡараһаң. Тәбиғи һәләттәре булмаһа ла, матур итеп йырларға өйрәтелгән кеше менән моң тыумыштан бирелгәне араһында айырма ҙур бит, икенсе осраҡта тыңлаусылар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән таң ҡала. Тап шуның ише, кеше көй сығарырға өйрәнә лә ала, шулай уҡ көй яҙыуға өйрәтергә лә кәрәкмәгән, ниндәйҙер һиҙемләүгә таянып ижад итә башлаусылар була. Минең менән дә бәхеткә күрә, шулай килеп сыҡты. Был осраҡта кеше йыһандан килгән музыканы тотоп алып кешелеккә еткерәлер һымаҡ миңә. Ижад итер өсөн тере халәт кенә талап ителә. Бөгөн психологтар уны ағым тип атай, көндәлек мәшәҡәттәрҙе уйлауҙан туҡтап, бары тик яңы бер күренеш тыуҙырыу, уйлап сығарыу процестарына сумаһың, был иҙән йыйыштырыусынан башлап даһи композиторҙарға тиклем ҡағыла, әгәр ҙә шул ағымда, тулҡында икәнһең, эшеңдең һөҙөмтәһе бер нимәгә ҡарамайынса уңышлы сығасаҡ.

– Ә «Тамыр» каналына нисек барып эләктең?

– «Тамыр»ға килгәндә, Гөлназ Фәрит ҡыҙына көйҙәр ижад иткән һәләтле егет бар тип хәбәр иткәндәр. Мин ойошторған ҡурсаҡ театры хаҡында төшөрөлгән сюжетты хәтерләгән дә, ышаныс белдереп тауыш режиссеры итеп эшкә саҡырҙы ул. Институтты тамамлаған йылым – 2008, ул йылды бөтә донъяла көрсөк башланғайны, мин композитор дипломы алып, бер аҙ бармен булып эшләп, эшһеҙ ҡалып та өлгөргән инем хатта. Бармен булып йөрөгәндән һуң ижади коллективҡа эләгеп, ниһайәт, үҙемде үҙ урынымда итеп тойҙом. Ихлас, матур коллектив менән эшләргә тура килде унда. Әммә бер мәлдә минең дә илдең баш ҡалаһы һауаһын һулағым килеп китте, «Тамыр»ҙан китеп Мәскәүгә күстем, шулай булыуға ҡарамаҫтан, «Тамыр» менән һаман да хеҙмәттәшлек дауам итә.

– Мәскәү өмөттәреңде аҡланымы һуң?

– Эйе тиһәм дә, юҡ тиһәм дә дөрөҫ булыр. Мәскәү һүҙен ишетеү менән күңелемде төрлө хис-тойғолар биләй. Беренсенән, бындағы ҡайнап торған ижади мөхит оҡшай (бөгөнгөнө күҙ уңында тотмайым, карантин үҙ төҙәтеүҙәрен индерҙе), бында шул тиклем үҙенсәлекле фекерләгән кешеләр күп, әленән әле үҙем өсөн яңы ижади шәхестәр асып, уларға һоҡланып бөтә алмайым. Уларҙы күҙәтеп, беҙ барыбыҙ ҙа белгән, беренсе каналдан күреп өйрәнгән әрһеҙҙәр түгел, ә бына шул андерграундта булған хеҙмәткә мөкиббән шәхестәр ысын йондоҙҙар икәнен аңлай, айыра башлайһың, улар минең эргәмдә генә үҙҙәренең ижади тормошо менән йәшәй һәм йыш ҡына исемдәре билдәле ижадсыларҙан йөҙ тапҡырға ҡыҙыҡлы һәм һәләтлерәк тә булып сыға. Үҙемдең иһә әле һаман исемемдән бренд яһауға өмөтөм, хыялым һүнмәгән, был минең өсөн мөһим, сөнки танылған исем ул матди етешлек һәм яңы ресурстар килтереүгә һәләтле. Тик Мәскәүҙә быны бойомға ашырыу үтә ҡатмарлы, йә кәрәк мәлдә кәрәк урында тура килергә, йә һүҙҙәре үткән кешеләр менән танышырға кәрәк, был йәһәттән Мәскәү аяуһыҙ һәм ҡаты, бында хыялдарҙы тормошҡа ашырыу еңел түгел. Әммә тап ижади өмөттәремде баш ҡала ныҡлы аҡланы тип әйтә алам, мин әле үҙемә оҡшаған, илһамландырған кешеләр менән уратылғанмын, әлбиттә, иртәгә йә һуңғараҡ улай ҙа булмаҫ, ә бына тап бөгөн үҙ урынымдамын һәм Өфөнән киткәнемә  тамсы ла үкенмәйем. Мәскәү ул сынығыу яланы, мөмкинлектәр һәм яңы танышлыҡтар, ҙурыраҡ аудиторияға сыға алыу урыны. 2013 йылда күскәйнем, шул тәүге йыл иң сағыуы ла булды. Мөхиттең тулыһынса алмашыныуынан, өр-яңы кешеләр һәм шарттарҙан стресс һәм ҡаңғырыҡ хәлендә ҡалаһың, сөнки Өфөлә йылы өй, яҡындарым янындамын, именлек гарантияһы бар ине, бында ҡапыл шуларҙың бөтәһен дә юғалттым. Мин бит алдан йәшәү урыны һәм эш тә хәстәрләмәй сығып киттем. Башта Мәскәү янында дуҫтарымда йәшәнем, яйлап ҡалаға күстем. Тик ҡалала тирә-яғымда ҡайнаған тормош һәм Мәскәүгә булған мөхәббәтем һынырға бирмәне.

– Әле ижад өлкәһендә эштәрең нисек бара?

– Күҙ теймәһен, барыһы ла һәйбәт, эшләп йөрөгән студиям (тауыш яҙҙырыу студияһы), пландарым, ижад итергә мөмкинлектәр бар, мине шәп кешеләр уратҡан, заказға көйҙәр яҙам, шулай уҡ шәхси ижади проекттарымды ла тормошҡа ашырыу менән булам. Эйе, әле шулай ижадты эш менән бәйле һәм ирекле ижадҡа бүлеп ҡарайым.

«Заман» этнотөркөмө тормошоңда ниндәй урынды биләй?

– Ысынында «Заман» минең өсөн музыкаль төркөм генә түгел, ундағылар тәү сиратта рухташтар, бергәләп ҡайҙарҙа ғына булманыҡ, шуға «Заман» тигәндә иң алда сәйәхәттәрҙән алған тәьҫораттар күҙ алдыма килә. Европаның күп ҡалаларында сығыш яһаныҡ, байтаҡ сағыу иҫтәлектәрем тап «Заман» менән бәйле, беҙ бер бәләкәй ғаилә һымаҡ. Әле төркөм ваҡытлыса ялда, быға карантин да булышлыҡ итте, яҡын киләсәктә бергәләп ижадты дауам итербеҙ тип ышанам.

– Шәхси тормошоң хаҡында ла һөйләп китһәң ине? Берҙән-береңде таптыңмы әле?

– Был һорауҙы туғандарым да йыш бирә. Асылда, Мәскәү ул яңғыҙ йөрәктәр ҡалаһы тип һанала, мин, үҙ сиратымда, яңғыҙ түгел, ә ирекле кешеләр ҡалаһы тиер инем. Заман йәштәренең, үҙемде шулар араһына индерәм, бәләкәй ҡалаларҙағы һымаҡ йә беҙҙең ата-әсәйҙәр ише бәхетле булһаң да, булмаһаң да мотлаҡ ғаилә ҡороп, бала үҫтереп йәшәргә кәрәк тигән уйы юҡ бит хәҙер. Мәскәү ундай шартлылыҡтан азат, бында кәләш алыу йә кейәүгә сығыу маҡсат түгел. Эйе,  Мәскәүҙә лә, яңғыҙлыҡтан ғазапланғандар бар, таныш татар ҡыҙҙарым араһында ислам ҡағиҙәләрен тотҡан татар егетен эҙләгәндәр күп, мәҫәлән, тик, ни эшләптер бер-береһен таба алмайҙар. Ни тиклем ҙур ҡалала йәшәһәң, ғаиләһеҙ ҡалыу ихтималлығы ла шул тиклем ҙурыраҡ, ахырыһы.

– Өфө һағындырмаймы? Ҡайтып йәшәргә теләгең юҡмы?

– Тыуған ергә ҡунаҡҡа ҡайтып төшөүҙән дә ләззәтлерәк нимә бар икән… Ә йәшәүгә килгәндә, әле ижад менән әүҙем булашҡан мәлдә был хаҡта уйламайым да, минеңсә, кеше билдәле бер урында донъяға килһә лә, тотош  Ерҙең улы йә ҡыҙы булып тыуа. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул тигән мәҡәлгә ҡаршы ла түгелмен, тик минең асылыма тура килмәй ул. Мәскәү бөтә яҡлап та оҡшай, әле донъя буйлап та сәйәхәт иткем килә. Бер урында ғына йәшәү ҙә шарт түгел. Шулай ҙа, ғүмерем булып, олоғайырға яҙһа, ҡартлыҡты үткәрергә тыуған еремә ҡайтырмын, моғайын. Ә йәш сағында кеше ерҙ шарын урап сығырға тейештер, тием.

– Тормошта һинең өсөн иң мөһиме…

– Беренсеһе – һау-сәләмәт булыу, икенсеһе – яҡын кешеләрең янында ғүмер кисереү. Сәләмлегең ба икән, алдыңа маҡсат ҡуйып теләгеңә ирешеп була, ә яҡын кешеләр һағыштан үлмәҫ өсөн кәрәк, бына шул ике нәмә мөһим дә инде миңә. Яҡын кешеләр ул мотлаҡ туғандар тигәнде аңлатмай.

– Үкенестәрең бармы?

– Ғүмеремдең ҡайһы бер осорҙарында ижадҡа тағы ла ҙурыраҡ иғтибар бүлә, оҫталығымды тағы ла нығыраҡ үҫтерә ала инем бит тип үкенеп ҡуям. Әйтәйек, аҡса эшләйем тип шул төнгө клубта бармен булып ваҡытымды әрәм иткәнсе яңы музыка һәм аранжировкалау программаларын өйрәнһәм ни булған инде?! Үкенестәрем ошонан ғибәрәт.  Тик, күрәһең, ваҡытында шулай кәрәк булғандыр. Ә былай, бына психлогик яҡтан үҙемде шуның өсөн кисерә алмайым тигән хәлдәргә тарығаным юҡ.

– Һин тыуҙырған иң шәп әҫәр?

– Быныһын тыңлаусыларымдан һорарға кәрәктер ул, эйе, минең ниндәйҙер етди әҫәрҙәрем дә бар тип һанайым. Мәҫәлән, премьераһы «Крокус» та үткән спектаклгә музыка яҙғайным, ҙур майҙан бит инде. Шулай ҙа 35 йәштә иң яҡшы әҫәрҙе әле билдәләү мөмкин дә т-гелдер, ҡайһы балаң яҡшыраҡ тигән һымаҡ бит инде ул. Эйе, ҡайһылыр көйгә күберәк көс һәм энергия һалынған, ә ҡайҙалыр әҙерәк, шул ғына. Ҡайһы берҙә өҫтән генә уйлап берәй нәмә яҙып ташлаһаң да уны ныҡ яратып ҡабул итәләр, бар күңелеңде, һәләтеңде эшкә ҡушып тыуҙырған әҫәрҙәрҙең дә һин теләгәнсә популярлыҡ яулай  алмауы бар. Тамашасының да ижадты ҡабул итергә әҙер булыуы шарт.

– Ижади шәхес булыуҙың ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары бар?

– Ижад йәнгә рәхәтлек бирә, музыка менән шөғөлләнә алыуым үҙе бәхет. Бер генә уңайһыҙ яғы бар, беҙ һәр ғәмәл аҡса менән үлсәнгән йәмғиәттә йәшәйбеҙ. В.Медведевтың уҡытыусының эш хаҡына бәйле һорауына мөғәллимлек юлын үҙегеҙ һайлағанһығыҙ бит, аҡса эшләргә теләһәгеҙ эшҡыуарлыҡҡа барыр инегеҙ, тигән яуабын хәтерләйһеңме? Эшҡыуарлыҡҡа маһир икәнһең – аҡса эшләйһең, йыр-моңға ғына оҫта икәнһең – буш кеҫә менән йөрөргә тейешһең,  беҙ, төрлө-төрлө кешеләр, барыһы ла бер үк шарттарҙы талап иткән йәмғиәттә тереклек итәбеҙ, ижад кешеһе булғаның өсөн, эшҡыуарҙарҙан да күберәк эшләһәң һәм көс түкһәң дә, хеҙмәтең түбән баһалана, бына ошонда инде ижади тормоштоң иҡтисади ауырлығы, кире яғы. Бөгөнгө ҡтисади хәл ижад кешеләре өсөн ҡулай түгел, шуға уларҙың хәле бик отошло тип әйтеп булмай.

– Хәтеремдә, «Тамыр»ҙа эшләгән осорҙа әүҙем рәүештә спорт менән дә шөғөлләнә инең?

– Эйе, фитнесҡа йөрөнөм, әлегә һаулыҡҡа бәйле сәбәптәр арҡаһында уны туҡтатып торорға тура килде. Унда шөғөлләнеүҙе дауам итһәм, күптән бәһлеүән булыр инем, моғайын.

– Әлеге ваҡытта ниндәй проекттар әҙерләйһең?

– Дөрөҫөн әйткәндә, яратҡан эшем менән арыу итеп аҡса эшләүҙе бергә алып барғым килә. Ә нисек быға ирешергә? Рәсәй кимәлендә билдәлелек яуларға һәм музыка өлкәһендә үтә кәрәкле булырға ғына ҡала. Әле мин хеҙмәтем баҙар шарттарында конкурентлы булһын өсөн яҙған материалдарымдың сифатын күтәреү өсөн көс түгәм. Шул уҡ ваҡытта был минең һаулығыма һәм күңел торошома кире йоғонто яһамаһын тип тә тырышам. Яратҡан эшең килемле булыуҙан да йәтеше юҡтыр, үәт, шул маҡсатҡа ирешергә теләйем дә инде.

– Башҡорт эстрадаһын тыңлайһыңмы?

– Тыңлайым тип әйтмәҫ инем, әммә унда барған процестарҙы күреп, ишетеп торам, әлбиттә. 20–30 йыл элек бөтә донъяла эстрада кимәле, сифаты күпкә юғарыраҡ булған, сөнки ул осорҙа һәр кемдең шәхси компьютеры булмаған һәм музыка менән профессионалдар ғына шөғөлләнгән. Ул саҡтарҙа студияларға эләгергә ныҡ теләгән егет-ҡыҙҙар ғына барып еткән. Ә инде көйҙө  өйҙә яҙҙырыу мөмкинлеге килеп сыҡҡас, музыкаль ижад майҙаны сүп-сар менән тула башлаған. Тап шул осорҙа башҡорт эстрадаһы ла ныҡ зыян күргән, әммә һуңғы йылдарҙа хәл күҙгә күренеп үҙгәрә, этник йүнәлешле үҙенсәлекле проекттар, һәләтле һәм үҙҙәренә талапсан башҡарыусылар арта, бына улар өсөн хәҙер оят түгел, шуға ҡыуанам.   

– Нимә ул һинең өсөн һәйбәт музыка?

– Һәйбәт музыканы белгестәр шунда уҡ тоя, ундай көйҙәрҙе музыкаль багажға бай автор ғына ижад итә ала. Сифатлы көй бит ул айырыуса яңғырай, ишетелә, тик уны ишетер өсөн тыңлаусының да тәжрибәле булыуы шарт. Музыканы ризыҡ менән сағыштырып аңлатайым, унда ла ашамлыҡҡа тәм көсәйткес матдәләр ҡушып кешене ылыҡтырған фаст-фуд бар, йәнә лә тик тәбиғи ризыҡтар ғына ҡулланған юғары кухня ресторандары. Көйҙәр менән дә шулай, күпселек фаст-фудҡа өҫтөнлөк бирә инде, ә сифатлы музыканы аңлағандар әҙселектә.

– Нимә илһамландыра һине?

– Бврлыҡ музыканттар кеүек мин дә ижадымды баһалауҙарынан, аңлауҙарынан, хеҙмәтем дөйөм кешелектең кәйефен күтәреп, миңә ҡарата ла мөхәббәт тыуҙырыуынан илһамланамдыр. Ижад бит ул – үҙеңә ҡарата һөйөү тыуҙырыуға йә ылыҡтырыуға ынтылыш. Сублимация тәғлимәтенә ышанам, төрлө күңел йәрәхәте  алған балалар күп итеп һүрәт төшөрәләр бит, улар ҙа шул рәсемдәре аша үҙҙәренә иғтибар йәлеп иттереп, шул иғтибар ярҙамында сихәт ала, һөйөү, мөхәббәт ылыҡтырып, шул арҡылы һауыға. Мин дә үҙем яҙған көйҙәр йә йырҙар аша тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын йәлеп итәм, ни тиклем матурыраҡ яҙһам, шул тиклем нығыраҡ һоҡланыу тыуасаҡ, шул арҡылы тирә-яғым һөйөүгә сорналасаҡ, бына ошо сабыйҙарса ынтылыш мине ҡанатландыра.    

– Мәскәү башҡортлоҡто юймаймы?

– Әҙ һанлы халыҡтар, уларҙың мәҙәниәте бында киреһенсә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуға милләтемдең бер вәкиле булыуым күңелгә рәхәтлек бирә. Мәскәүҙә башҡорт йәмғиәт ойошмалары байтаҡ, мин ул хәрәкәттәрҙә бик ҡатнашып бармаһам да, сит илдәргә сыҡҡанда кешеләрҙе халҡыбыҙҙың йырҙары, ҡурайы менән таныштырыуы оҡшай. Башҡортлоҡ бында бер нисек тә юйыла алмай, төрлө халыҡ араһындағы контраст арҡаһында һин үҙеңдең милләтеңде тағы ла нығыраҡ тояһың. Ҡайһы мәлдә туған телдә һөйләшеп бармайһың тип ғәйеп ташлаусыларға тыуған яҡтың һулышы, тыны менән тулы музыка тыуҙырыуымдың да ҡиммәте ҙур тим.

 – Глобализация күренешен нисек ҡабул итәһең?

– Инглиз теленән дәрестәр алырға бер аҡыллы ағайға йөрөгәйнем, Америка гражданины ул. Үәт, шул ағай тырышып-тырмашып ҡабардин телен өйрәнә. Глобализация туҡтатып булмаған машина кеүек бит ул, уның ыңғай яғы: сиктәрҙең юйылыуы, мәҙәни айырмалыҡтар кәмеп кешеләрҙең бер-береһенә яҡынайыуы, шул арҡылы һуғыш сығыу хәүефенең дә кәмеүелер. Шул уҡ ваҡытта, донъяла төрлөлөк кәмей, күпме телдәр юҡҡа сыға, ул да уйландыра. Халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫы, йыр-моңдары мәңге йәшәһен ине, глобализация тәҡдим иткән «кәнфит»тәрҙән баш тартыу мөмкин булмаған шарттарҙа был еңел биерләмәйәсәк, минеңсә, әммә тырышырға кәрәк, минең ижадым да шул юҫыҡта.

Композитор хеҙмәте кешеләргә күренеп бармаған, шул уҡ ваҡытта оло йөрәк көсө һәм күңел һалыуҙы талап иткән, һәр кем дә булдыра алмаған нескә эш. Уны бары һәләтле һәм егәрлеләр генә үҙләштерә, һәм уға тик үҙ һөнәренең фанаттары ғына тоғро ҡала. Айҙар Хәмзин тап шундай, ижадҡа бар булмышын арнаған шәхес. Һоҡланып тыңлаған байтаҡ йырҙарҙың авторы нәҡ ул икәнен йыш ҡына белмәйһегеҙҙер ҙә. Үҫмерҙәр яратып ҡараған үҙебеҙҙең «Бирешмә» сериалынан «Селпәрәмә», Гәлсәр Байғусҡарова башҡарған «Ете ҡыҙ», «Тамыр» вокал студияһы йырлаған «Тыуған ер» йә Мәскәүҙең йәш йырсылары йырлаған заманса хиттар, йә төрлө фильмдарҙы биҙәгән музыка булһынмы, барыһында ла уның эске донъяһының бер өлөшө, күңел байлығы сағыла. Айҙар үҙе әйткәнсә, ижадсы сабый йөрәкле, шул сафлыҡты юғалтмай, оҙаҡ йылдар башҡаларға өләшергә һәм кешеләрҙең тыуҙырған әҫәрҙәренә ҡарата ихлас һөйөүен татып йәшәргә яҙһын үҙенә!

Гөлнара Хәлфетдинова.

Автор:
Читайте нас: