+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июль 2021, 10:00

НӘСИХӘТТӘР

* Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, йортҡа бәрәкәт килер.* Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр.* Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер. - 

НӘСИХӘТТӘР
НӘСИХӘТТӘР

* Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, йортҡа бәрәкәт килер.

* Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр.

* Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.

* Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.

* Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.

* Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.

* Йортоңда гөлдәр үҫтер, уларҙың һабағына фәрештәләр ҡуныр.

* Асыулы сағыңда йыуын, һыу асыуыңды баҫыр.

* Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла сама бел, артыҡ ҡайғырыу йәки шашып шатланыу ҙа зиһенгә зыян итер.

* Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.

* Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән, аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.

* Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.

* Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, һин биргән тәм-том менән сәй эскәндә насар һөйләй алмаҫ.

* Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.

* Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.

Автор:
Читайте нас: