+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2021, 20:51

СЕРӘКӘЙГӘ - ҺӘЙКӘЛ!

Серәкәйҙәр менән көрәшеү юлдары күп кенә. Уларҙың төрлө еҫтәргә һиҙгер булыуын уңышлы ғына ҡулланып була. Мәҫәлән,

Күп осраҡта ошо бәләкәй генә бөжәккә сыҙарға тура килә шул. Ошо сыҙамлыҡҡа ишара яһап, кешеләр хатта уға арнап һәйкәл дә эшләп ҡуйғандар. Ул Ямал-Ненец округының Ноябрьск ҡалаһында урынлашҡан. Тимер серәкәйҙе урындағы эшселәр үҙ көстәренә таянып ҡына эшләгән. Уларҙың фекеренсә, был һәйкәл яңы эшкә килгән йәш эшселәргә сыҙамлы булырға өндәү булып тора. Уларҙы тимер серәкәй алдан уҡ аңғартып ҡуя: "Миңә, бәләкәй генә бөжәккә, сыҙарға көс тапһаң, шул ваҡытта ғына һин Себер тарафтарында эшләй аласаҡһың!"
Ә инде серәкәйҙең үҙенә килгәндә, уның өс меңдән ашыу төрө билдәле. Рәсәйҙә иһә уның йөҙгә яҡын төрө көн күрә. Инә серәкәйҙәр кешене ун ике метр аралыҡта һиҙә. Күптәр беләлер инде, "апай" серәкәйҙәр генә ҡанды һура, ә "ағайҙар" иһә сәскәле үҫемлектәрҙең һуттары (нектар) менән туҡланып көн күрә. Ҡан һурыр алдынан серәкәй ҡанды ойоштороусы матдәләр ебәрә. Аҙаҡтан улар тәнде ҡысыттыра һәм ҡыҙыл тапсыҡтар барлыҡҡа килтерә лә инде. Серәкәйҙәр менән көрәшеү юлдары күп кенә. Уларҙың төрлө еҫтәргә һиҙгер булыуын уңышлы ғына ҡулланып була. Мәҫәлән, серәкәйҙәр помидор ботағының, муйыл, аҡтамыр, ҡәнәфер, бесәй үләне, ала миләүшә, ҡанүлән, яран, бөтнөк сәскәләренең еҫен яратмай.

СЕРӘКӘЙГӘ - ҺӘЙКӘЛ!
СЕРӘКӘЙГӘ - ҺӘЙКӘЛ!
Автор:
Читайте нас: