"ПАР КҮГӘРСЕНДӘР КЕҮЕК"
Күгәрсен һөтө. Шундай сағыу сағыштырыу ҡуллана ҡунаҡтар хужалар әҙерләгән табындың күркәмлеген, муллығын һүрәтләр, хужаларҙың йомартлығын маҡтар өсөн. «Юҡ нәмәнең үҙе юҡ» тигәнде аңлата инде был. Тик ни өсөн тап күгәрсен һөтө һуң, ә икенсе берәй, әйтәйек, ожмах ризығы түгел? Өҫтәүенә, был әйтем бит бер башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла киң таралған. Барыбыҙ ҙа, мәҫәлән, «Ҡош һөтө» тигән тәмлекәсте яҡшы белә.
Баҡтиһәң, күгәрсендәр балаларын ысынлап та һөт ашатып үҫтерә, имеш! Зоологтар асыҡлауынса, һөт уларҙың бөйөрләтәүендә балалары моронлап сыҡҡансы уҡ барлыҡҡа килә башлай. Уның төҫө лә аҡ, бик ҡуйы, бутҡаға оҡшаш була. Әле һуҡыр һәм яланғас ҡош балалары, ата-инәләренең ауыҙына суҡыштары менән тығылып, ана шул һөт менән туҡлана. Ғалимдар иҫәпләүенсә, ғәҙәти күк күгәрсендәрҙең ашҡаҙаны һәм бөйөрләтәүе был шыйыҡсаны 18 көн дауамында эшләп сығарып тора. Ҡыр күгәрсендәре (әберсен, мәҫәлән) һөттө оҙағыраҡ бирә. Аҙаҡтан үҫә төшкән ҡошсоҡтар бөжәктәр һәм орлоҡтар менән туҡланыуға күсә. Баҡтиһәң, тап шуның өсөн күгәрсендәрҙең ояһында тик ике генә йомортҡа була икән: ата һәм инә ҡош тик берәр генә баланы «һөт имеҙеп» үҫтерә ала!
Күгәрсендәрҙән башҡа, беҙҙең яҡта көйәҙ турғайҙар һәм шыршы турғайҙары ла балаларын һөт эсереп, дөрөҫөрәге, ашатып үҫтерә. Бындай сифат пеликандарға, фламинголарға, пингвиндарға ла хас.
Күгәрсендәрҙең ауыҙҙан ризыҡ табыу инстинкты уларҙа ғүмер буйы һаҡланып ҡала. Йыш ҡына өлкән ҡоштарҙың бер-береһе менән «үбешеүҙәрен» күҙәтергә тура килә. Ана шунан «пар күгәрсендәр кеүек» тигән әйтем сыҡҡан да инде. Хәтерегеҙҙә булһа, «Любовь и голуби» тигән кинола герой күгәрсендәрҙе ауыҙынан һөт эсергә «өйрәткән». Асылда был – һыуға сарсаған ҡошсоҡтоң бала сағын иҫкә төшөрөүе.
Күреүегеҙсә, күҙәтеүсән халыҡ ҡоштарҙың был сифаттарын да абайлап ҡалған һәм халҡыбыҙҙа «күгәрсен һөтө», «пар күгәрсен кеүек» тигән матур образдар барлыҡҡа килгән. Юҡтан алынған түгел, ә нигеҙле образдар улар. Иғтибарлыраҡ булһағыҙ, һеҙ ҙә тирә-йүнегеҙҙән әллә күпме ошондай асыштар, һығымталар яһай алаһығыҙ.
Дамир Шәрәфетдинов.