+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Июль 2021, 01:54

Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды, Сор ҡурайҡай итеп тартайым, -

тип йырлаған ялан яғына килен булып төшкән ҡатай ҡыҙы. Ҡыйыҡ ҡурай һәм сор ҡурайҙа уйнаусылар тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды, Сор ҡурайҡай итеп тартайым, -
Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды, Сор ҡурайҡай итеп тартайым, -

Ҡурай – ул үлән. Эсе ҡыуыш көпшә булып ҡураған үләндән яһалған музыка ҡоралы булғанға ул ҡурай тип аталған. Артабан инде ниндәй генә материалдан эшләнһә лә, ул барыбер ҡурай тип атала. Бер йыр һүҙҙәренә иғтибар итәйек:

Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды

Сор ҡурайҡай итеп тартайым, -

тип йырлаған ялан яғына килен булып төшкән ҡатай ҡыҙы.

Тимәк, халҡыбыҙҙа сор ҡурай ҙа булған.

Сор ҡурайҙы ысын Урал ҡурайы булмаған ерҙәрҙә яһап уйнағандар. Ул да, әлбиттә, ҡыу үлән көпшәһе. Халыҡ оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов әйтеүенсә, баш яғы, һыбыҙғы һымағыраҡ, 45-60 градустар самаһы ҡыя итеп ҡырҡыла, шунда уҡ һыҙғырыр өсөн тишек тишелә. Исеменән үк - «сор» тигәндән, күренеүенсә, уның тәғәйенләнеше иң элек сигнал биреү хәжәтенән килгән.

Читайте нас: