+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июль 2021, 19:59

Ямғыр теләү

йәки Истискә намаҙы -

Тарихтан килгән риүәйәттәр буйынса, бер мәл ҡоролоҡ йылында Сөләймән бәйғәмбәр бар халҡы менән Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорарға ҡырға сығырға ҡуҙғала. Шул ваҡыт уларға, һеҙҙең өсөн бер ҡырмыҫҡа Алланан ямғыр һорап доға ҡылды һәм уның доғаһы ҡабул булды, тигән хәбәр килә. Мин ямғырҙы фәҡәт тик хайуандар үә үҫемлектәр өсөн генә яуҙырам, кешеләрҙең гонаһы шул тиклем күп, улар өсөн бәрәкәт ебәрмәйем, тип яуаплай Хоҙай. Шуға ла, әгәр ямғыр яумай икән, быға әҙәм балаһы үҙе генә ғәйепле.Ямғыр теләү – истискә намаҙы ике рәҡәғәттән тора, ғәйет байрамдарында ҡылынған намаҙ һымаҡ үтәлә. Намаҙға сығыу алдынан саҙаҡа бирелә. Беренсе хөтбәнең башында ошо доға уҡылыр: «Аллаһүммә-сҡинәә ғәйсан муғии сан һәниән мәриан мәриғәдәҡән муджәллилән сәххан ғәммән табәҡән, дәимән. Аллаһүммә-сҡинәль-ғәйса үәлә тәджғәльнә минәл-ҡәнитиинә. Аллаһүммә иннәә нәстағфирүкә иннәкә күнтә, ғәффәәран фәәрсили-ссәмәә ә ғәләйнә мидраран».

Мәғәнәһе: Эй, Аллаһ, беҙгә бар ергә үтеп, тупраҡты туйындырған, мул уңыш биргән, даими яуған ямғыр ебәр. Эй, Аллаһ, өмөтөбөҙҙө юғалтыусыларҙан итмә. Эй, Аллаһ, Һин ғәфү итеүсеһең, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа.

Хөтбә уҡығанда, ғәйет байрам дарындағы тәҡбирҙәр урынына истиғфәр уҡыла («Әстәғфируллааһәл-ләҙи лә иләһә иллә һүүәл-хәйүл-ҡаййүм үәәтүбү иләйһ») (9 тапҡыр) .

Истиғфәрҙе күберәк ҡабатлап уҡыу хәйерле һәм ошо аятты уҡырға: «Фәҡультү-стәғфируу раббәкүм иннәһү кәәнә ғаффәәраа.

Йурсили-ссәмәә'ә ғәләйкүм мидраараа».

Икенсе хөтбәлә истиғфәрҙе ете тапҡыр уҡыйҙар.


Ямғыр һорау доғалары

«Аллааһүммә, әсҡыйнәә ғәйҫән мүғыйҫән, мәри'ән, мәри'ән, нәәфиғән ғайра дааррин, ғәджилән ғайра әәджил».

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ, беҙгә ҡот ҡарыусы ямғыр яуҙыр, яҡшы, күп, файҙалы, ә зарарлы (зыянлы) түгел, тиҙ ҙә булһын, ә һуңынан түгел».

«Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә, Аллааһүммә ағыҫнәә»

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ, беҙгә ямғыр яуҙыр» (3 тапҡыр).

«Аллааһүммә-сҡы ғибәәдәкә үә бәһәә'имәкә үәншүр рәхмәтәкә үә әхйии бәләдәкәл-мәййит».

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ, ҡолда рыңды, хайуандарыңды ямғыр менән һуғар. Үҙ рәхмәтеңде тарат, үле һымаҡ булған илеңде терелт».



Ямғыр яуғанда уҡыла торған доға



«Аллааһүммә, саййибән нәәфиғән» .

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ, файҙалы ямғыр бир. Эй, Аллаһ, был ямғыр файҙалы булһын».



Ямғыр яуғас уҡыла торған доға



«Мутырнәә бифәдлилләәһи үә рахмәтиһ».

Мәғәнәһе: «Аллаһ рәхмәте һәм ниғмәте менән беҙгә ямғыр яуҙыр» .

Ямғыр теләү
Ямғыр теләү
Читайте нас: