+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Июнь 2021, 15:00

Гөлмәрфүғәнән ҡара һағыҙ

Бәй-бәй, Гөлмәрфүғә нимә сәйнәй ул? Сүбек сәйнәп ултырмай ул, ауыҙ тултырып ҡара һағыҙ сәйнәй! Һеҙгә лә өйрәтәйекме?

Бындай тәмле ҡара һағыҙ әҙерләү бик мәшәҡәтле, әммә күңелле эш!
Ҡайын туҙын ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алырға кәрәк. Уны көнө буйы ла һыҙырырға тура килә.
Бысылған, йығылған ҡайындың ос яғынаныраҡ туҙын һыҙырып алып,ике тоҡтай итеп йыйғас, алып ҡайтып тетәләр. Нәҙек кенә иң өҫкө ҡатлам да бармай, аҫҡы һары ҡаты ҡатламы ла алынмай. Туҙҙы туҡмас һымаҡ итеп тетергә кәрәк.
Туҙҙарҙы ҡаймаҡ һөртөп, суйын һауытҡа тыңҡыслап һалалар. Ҡаймаҡ яңы ғына айыртылған булыуы зарур, әсегәне бармай. Суйын һауытҡа тыңҡыслап тултырғас, өҫтөн ҡапҡас менән ябалар, был туҙға ут тоҡанмаһын өсөн эшләнә, шуға ауыҙы ныҡлы ябылырға тейеш. Суйын һауытты ябып, өстағанға ултырталар. Ут сыҡмаһын өсөн һағыҙҙы элек-электән йылға буйында ҡайнатҡандар. Суйын ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы оҙон йоморо таяҡ менән һаҡ ҡына болғатып торорға кәрәк. Эрегән туҙ усаҡҡа сәсрәмәһен. Таяҡты бысратыуҙан һаҡлайбыҙ, сөнки ҡом-фәлән йәбешһә, һағыҙҙың сифаты юғала.
Суйын эсендәге хуш еҫле иҙмәне мөмкин тиклем йышыраҡ болғатып, туҙҙары һағыҙға әйләнеп эреп бөткәс, уға таҙа һалҡын һыу ҡойоп, күләгәгә ултыртып торалар. Ҡатылығына ҡарап, бер ҡалаҡ тирәһе яңы ғына һыйыр майы өҫтәп тә ебәрәләр. Әҙер булғас, һыуыҡ һыуға һалып, үҙеңә оҡшағанса әүәләп алырға ғына ҡала. Тәмләп тороп ҡара һағыҙ сәйнәп алығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: