+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июнь 2021, 13:58

ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА ҮҘЕМ

Илсөйәр ҒӘЗЕТДИНОВА

Нисек кенә йәш, дәртле булып ҡалырға теләһәк тә, тормош үҙенекен итә – мин дә ғүмеремдең етенсе тауына күтәрелдем. Ул тауҙарға бейегерәк менгән һайын уҙған йылдар – бала саҡ һуҡмаҡтары, йәйрәп ятҡан йәшлек яландары, еләктәй бешкән ҡайнар миҙгелдәр, ҡанат ҡуйған хыял-болоттар сағыуыраҡ күренә... Ғүмеремдең йәнә бер үренә мендем һәм тирә-яҡты байҡау менән уйҙар-хәтирәләр теҙелеп баҫты – уларҙың һәр береһе шул тиклем ҡәҙерле, күңелемде йылытып тора. Хатта йылдар үткән һайын тағы ла сағыулана бара һымаҡ.
…Бына мин тыуған ауылым гүзәл тәбиғәтле Дүртөйлө районы Исмаил ауылының киң, бөхтә урамынан атлайым. Бында бала сағым көтөп тора. Татыу, матур, күптәргә өлгө булып йәшәүсе уҡытыусы һәм колхозсы Мәҙинә менән Ибраһим ғаиләһендә 3-сө бала булып мин тыуғанмын. Йөҙлөк менән тыуғанмын. «Үтә бәхетле, тәүфиҡлы, гүзәл булыр был бала», – тигән кендек инәйем. Рәхмәт уға! Бөтә юрағандары юш килде! Ана тегендә, инеш һыуын көҙгө итеп, сәс тарай-тарай, һыуға ҡапланған урын. Ана, апам Гөлшат менән «кәртишкә» төшкән өй. «Фотограф килгән, фотограф килгән!..» – был хәбәр беҙгә лә килеп етте. Баҫып ултырған тауыҡ ояһынан ун йомортҡа сәлдереп, «кәртишкә»гә төшөргә иҫәп тотоп, йомортҡаларҙы итәккә тултырам. Өҫтөбөҙҙә – «кешегә сыҡҡанда» кейә торған матур күлдәктәр. Йүгерҙек. Быға тиклем урлашып эш итмәгәнгәлер инде, йүгерә торғас, мәтәлләп барып төштөм. Күлдәк, ҡул, бит йомортҡаға буялды. Ватылған йомортҡаларҙың ҡайһы берҙәренән себеш баштары күренә ине. Беҙҙе йәлләптер инде, бушлай фотоға төшөрҙөләр. Юл буйы илап ҡайттыҡ. Ҡайтҡас әнейемдән эләкте – кесерткәнле ҡайыш...
...Апайыма ҡарағанда ҡыйыуыраҡ инем, мәктәптә бөтә яҡлап та беренсе булдым, һәр эштә алдан төшөп, башҡаларҙы эйәртә инем. Эх, мәктәп йылдары! Һағындыра. Күпме эштәргә өйрәндем мин һиндә! Класта староста, отряд, дружина советы рәйесе, мәктәп стенгазетаһында мөхәррир, пионервожатый – тағы әллә күпме йәмәғәт эштәре тағылған. Ошо тиклем эштәрҙе йөкмәп, насар уҡып ҡара! Грамоталар, дипломдар, приздар алдыҡ. Балалыҡ, мәктәп йылдарына уйҙарым менән әйләнеп ҡайтһам, ирекһеҙҙән, 4-се класта уҡытыусым ауырыған ваҡытта бер дәрес биргәнем иҫемә төшә лә, йылмайып ҡуям. Йыш ҡына беренсе уҡытыусым, ҡәҙерле Мөсфирә апаны иҫкә алам. Һаулығы булмауға ҡарамаҫтан, беҙҙе 4-се класты бөтөртөргә күпме тырышты ул. Бик ауыр булған минуттарында таҡтаға яҙаһы өлгөләрҙе минән яҙҙыра ине, дәфтәрҙәр тикшерергә лә ярҙамлаша инем. Бер саҡ шулай класс алдында дәрес алып бара башланым, «уҡытам». Бер малай Мичуринды дөрөҫ әйтмәй бит. «Мучирин» тип тик тора, ҡабатлатам, тағы шул уҡ хәл. «Мучирин», – ти. Ҡыуып алып киттем тегене, ул – мейес артына, мин – уның артынан, ул – мейес башына, мин дә – мейес башына, бөтә класс дыу ҡуптыҡ. Көн һайын бәрәңге ҡырып крахмалланған аҡ яғам өҙөлөп ҡыйшайған, ҡара күлдәгем мейес аҡбурына буялып, ала-ҡолаға әйләнгән. Шулай итеп, минең уҡытыусылыҡ «эшем» ошоноң менән тамамланды.
(Дауамын "Тамаша" журналының 3/2021 май-июнь һанында уҡый алаһығыҙ)
Читайте нас: